Алмаҡай бәлеше
Йомшаҡ, наҙлы ғына, ғәләмәт тәмле, хуш еҫле, өҫтө кетерҙәп кенә тора.
Ингредиенттары
[үҙгәртергә]- 2 йомартҡа
- 110 г шәкәр
- 1,5 стакан он
- 1,5 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель)
- 0,5 стакан үҫемлек майы
- Ҙурлығына ҡарап 2-3 алма
Бәлештең өҫтөнә һибеү өсөн әҙерләмә
[үҙгәртергә]- 30 г аҡ май
- 80 г он
- 80 г һоро йәки аҡ төҫтәге шәкәр
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Йомортҡаларҙы шәкәр менән туҡып алырға.
Ҡамыр йомшартҡыс менән ондо бергә бутап, йомортҡа менән шәкәр ҡатнашмаһына өҫтәргә лә, тигеҙләнеп, өҫтө күбекләндергәнсе туҡырға.
Үҫемлек майын өҫтәргә лә, тағын бер аҙ туҡып алырға.
Алмаларҙы ҡабығынан таҙартырға, шаҡмаҡлап турарға, ҡамырға ҡушып яҡшылып болғатырға.
Әҙер ҡамырҙы бәлеш бешерә торған формаға тигеҙләп һалырға.
Ул арала бәлеш өҫтөнә һибеү өсөн әҙерләмә эшләп алайыҡ.
Бәлеш өҫтөнә һибеү өсөн һыуытылған майҙы, ондо һәм шәкәрҙе устар менән ваҡ ҡына онтаҡтарға әйләндергәнсе ыуалап алырға. Килеп сыҡҡан онтаҡтарҙы тигеҙ генә итеп бәлеш өҫтөнә һибеп сығырға.
Алмалы бәлеште 180 градусҡа тиклем йылытылған духовкала йәки мейестә 25-30 минут самаһы алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерергә.
Бешкән һауытында бер аҙ һыуыта биргәс, форманан алырға мөмкин. Яҡындарығыҙ менән сәйләргә тәмлекәс әҙер.