Арба, тәгәрмәстәре, тәртә, ат (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Дөбөр, дөбөр дөбөрләй,
    Дөбөрләүгә бар дүртәү.
    Ҡуштан ағаһы икәү,
    Шибан ағаһы шыпа яңғыҙ.
  2. Дөбөр-дөбөр дүртәү,
    Ишәй ағай икәү,
    Шибай ағай шыпа яңғыҙ.
  3. Дөбөр-дөбөр дүртәү,
    Дөбөрсөгө менән бишәү,
    Ишәй ағай икәү,
    Ҡушай ағай шыр яңғыҙ.
  4. Дөбөр-дөбөр дүртәү,
    Иван ағай икәү,
    Йыуан ағай бер үҙе.
  5. Дөбөрлөгө дүртәү,
    Дөбөрсөгө бишәү,
    Шаһибап ағай икәү,
    Шәһәүәл ағай бер үҙе.