Ашҡабаҡ бутҡаһы
Ашҡабаҡ бутҡаһы
Ингредиенттар
[үҙгәртергә]- Ашҡабаҡ
- Ярма йәки картуф
- Тоҙ
- Май
Әҙерләү ысулы
[үҙгәртергә]Ашҡабаҡтың тышын әрсеп, эсен алып, йомшаҡ ерен ваҡ итеп турайҙар. 1:1 күләмендә һыу өҫтәп, утҡа ҡуялар.
Ҡайнап сығыуына тары ярмаһы өҫтәйҙәр. Ярма һыу күләменә ҡарап алына. Сама менән һыуҙан 1,5 тапҡыр кәмерәк була.
Төбө көймәһен һәм иҙелеп бешһен өсөн болғап торалар. Самалап май ҡушалар (ҡаймаҡ, аҡ май, һарымай, туңмай). Бындай бутҡаны дөгө йәки картуф ҡушып та эшләп була.
Ашҡабаҡ — дауа
[үҙгәртергә]Ашҡабаҡтың төрҙәре һәм сорттары бик күп. Уларҙы ҡулланыу буйынса ике төргә бүлеп була. Мал аҙығы булараҡ файҙалана торған сорттар.
Шулай уҡ, аш-һыу әҙерләү өсөн үҫтерелгән сорттар. Бындайҙарының итсәһе һутлы, шәрбәтле, каротиндарға бик бай була. Каротиндарға бай итсә һары, һарғылт-ҡыҙыл төҫтә була.
Унан бутҡа, аш, пюре, повидло, мармелад, һут әҙерләргә, ҡоймаҡ һәм ҡабартма бешерергә, һәр төрлө аш-һыуға ҡушырға мөмкин. Майҙа ҡыҙҙырып алып йәшелсә икраһы эшләйҙәр. Эсендә төрлө бутҡа һәм ит аҙыҡтары бешереп була.
Берҙән, был аҙыҡтар туҡлыҡлы ла, шифалы дауа булыуҙары менән дә ҡиммәтле, икенгсенән, витаминдар, минераль тоҙҙарға бай. Составындағы органик кислоталарҙың әһәмиәте лә организм өсөн баһалап бөткөһөҙ.
Бөйөр, бауырҙы таҙарта. Лимфа- һәм ҡан тамырҙарын таҙарта. Шешенгәндә, организмдан артыҡ һыуҙы ҡыуҙыра.
Орлоҡтары бик туҡлыҡлы һәм затлы ризыҡ. Башҡорттар орлоҡтарынан элек май ҙа айырып ала белгәндәр.
Шулай уҡ эсәктәрҙәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуҙырыу өсөн ҡулланғандар.