Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Иҡтисад/Р
Уҡыу көйләүҙәре
- Работный дом — эшкә мәжбүр итеү йорто
- Разработка — эшләнмә
- Разумные потребности — нигеҙле ихтыяждар
- Раскладочные сборы — бүлеп һалынған йыйымдар (Рәсәй империяһында; ҡара: Фекер алышыу)
- Распределительные сети — бүлеү селтәрҙәре
- Расход — сығым, тотоноу (расходы бескредитные — кредитһыҙ сығымдар; расходы бюджетные — бюджет сығымдары; расходы внепроизводственные — етештереүҙән тыш сығымдар; расходы государственные — дәүләт сығымдары; расходы защищенные — дәлилле, яҡлаулы сығымдар; расходы коммерческие — коммерция сығымдары; расходы налоговые — һалым сығымдары; расходы непредвиденные — күҙҙә тотолмаған сығымдар штраф, пеня, неустойка һ. б.; расходы постоянные — даими сығымдар, идара итеүгә, төп етештереү фондтарының амортизацияһына, ҡорамалдарҙы тотоноу һәм ремонтлауға киткән сығымдар; расходы учредительские — ойоштороу сығымдары, компаниялар асыуға бәйле сығымдар; расходы хозяйственные — хужалыҡ сығымдары, йылытыу, яҡтыртыу, йыйыштырыуға бәйле сығымдар)
- Расширенное воспроизводство — киңәйтелгән ҡабатлап етештереү
- Расчёт — хисаплашыу; иҫәп-хисап яһау
- Сбалансированный рынок благ — тигеҙләнгән уңайлыҡтар баҙары