Эстәлеккә күсергә

Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Төрлө

Викидәреслек проектынан

Ҡайһы бер ҡағиҙәләр

[үҙгәртергә]
  • Закондарҙа һәм башҡа документтарҙа текст бүленеше терминдары: раздел — киҫәк, глава — бүлек, часть — өлөш; статья — статья, пункт — пункт, подпункт — ярҙамсы пункт.
  • Күплек-берлек. Урыҫ телендә ҡайһы бер һүҙҙәр тик күплектә тора, ләкин башҡорт теленә берлектә тәржемәләнә. Миҫалдар: Ворота — ҡапҡалар түгел, ҡапҡа. Сапоги — итектәр түгел, итек (күн итек кейгән). Ножницы — ҡайсы. Очки — күҙлек. Брюки — салбар һ.б.
  • Рәсәй Федерацияһының федераль дәүләт власы органдары һәм Рәсәй Федерацияһы составындағы суверенлы республикалар власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында федератив договор, Ҡабул ителгән: 31.03.1992.
    • Договор о разграничении предметов ведения и взаимном делегировании полномочий между органами государственной власти Российской Федерации и органами государственной власти Республики Башкортостан — Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында договор (3.08.1994).
  • Рим цифрҙарына ялғау ҡушыу тураһында. Рим цифрҙарына ялғау ҡушылмай тигән ҡағиҙә -сы, -се ялғауын күҙҙә тота. Мәҫәлән, XXI бүлек, VI класс, Генрих V, Петр I. Был һандар төп килештә берлектә торһа, шул көйө генә тора. Әммә уға тағы ла ялғауҙар өҫтәлһә, улары яҙыла: XXI-лә (йәғни XXI бүлектә), VI-ға (VI класҡа), Генрих V-нең, Петр I-нән һ.б.
  • БУТАМАҪҠА! төрки һәм төрөк: төрки — тюрки, тюркский; төрөк — турок, турецкий, Төркиә — Турция (башҡорттар төрөк халҡы түгел, төрки халҡы; шулай уҡ төрөктәр ҙә төрки халыҡтарға ҡарай)

Төрлө темаға һүҙҙәр

[үҙгәртергә]
  • Валун — һарыҡташ
  • Верховые болота — үр һаҙҙары
  • Выступ — киртләс
  • Гребень — ҡырлас
  • Курум — ташйылға
  • Нагорье —ҡалҡыулыҡ, таулыҡ
  • Наледь — шәре
  • Останец — ҡалдыҡ ҡая
  • Отроги — тау армыттары
  • Парадная лестница — ҡунаҡ күтәрмәһе
  • Переволок — үткәүел
  • Перекат — шаршы (диал. йылыу)
  • Плес — ятыу
  • Полынья — йылыу, ҡаран
  • Проток, протока — ҡылымыҡ
  • Порог (на реке) — һикәлтә
  • Солончаки — тоҙло күлдәр
  • Стремнинна, поток — аҡма
  • Увал — арҡа, ҡырла
  • Урочище — тәбиғи сик, тәбиғи ыҙан, билдә (айырылып торған урын)
  • Холм — түмәләс
  • Хребет — һырт
  • Экономика — иҡтисад