Исанғазы ауылы (Бөрйән районы)

Викидәреслек проектынан
Википедияла
Википедияла

Бөрйән районы Исанғазы ауылы тарихы

Исанғазы (Күскәрбәк) - Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы ауыл, Әтек ауыл советына ҡараған ,хәҙер инде бөткән ауылдар иҫәбендә. 1813 йылда иң башлап хәҙерге Баймаҡ районының Бәхтегәрәй ауылынан 15-ләп ғаилә был яңы ауылда төпләнә.

Географик урыны: Ҡана йылғаһының үр яғында Кананикольское яғына киткән яҡта Үркәс (Ҡыҙҙарбиргән) менән Әтек ауылдары араһында ятҡан ауыл, Әтек ауыл советына ҡарай, унан 11 км самаһы алыҫлыҡта. Район үҙәгенән 27 км (Ишбаев Иҙрис Сәхи улы әйтеүе буйынса).

Тарихы[үҙгәртергә]

Таулы ҡалын урманлыҡ араһына Яйыҡ һыуының бир яғынан Ирәндек тауының аръяғынан ниндәйҙер бер башҡорт ҡарты үҙенең тиң-тоштары менән күсеп килеп тормош ҡорған был Исанғазы ауылының майҙаны бик ҙур булған. Батшаға күрһәткән ҙур хеҙмәте өсөн батша уға теләгән урындан ер биргән, шул сәбәпле теге ҡарт үҙенең яратҡан кешеләрен алып ошо ерҙә төпләнгән. Бик күп мал көткәндәр, ҡыш көндәре һунар иткәндәр, йәй йәйләүгә күсеп бейә бәйләп, ҡымыҙ эсеп уйын-көлкө менән ғүмер кисергәндәр. Берҙән бер ваҡыт ошо баш булып килгән ҡарттың ҡатыны ир бала таба, уға Илдәрбәк тип исем ҡушалар. Илдәрбәк ҙурая, егет була, теге ҡарт бик ҡартая, йөҙ йәштән дә үтеп китә. Тиҙҙән инде Ирәндек аръяғынан килеп тау-урман араһында нигеҙ ҡорған бабай үлеп китә. Хәҙер Илдәрбәкте ауылдың хөрмәтле кешеһе итеп ниндәй генә йомош булмаһын уның менән кәңәш итеп хәл ҡылалар. Илдәрбәк бик байыға, малы ла, алтын аҡсаһы ла күп була.

Ул ваҡытта Ҡана һыуы омболды, тоноҡ, балыҡҡа бай йылға була. Һыуҙа ҡатайса йөрөү өсөн, һәм дә ары яҡҡа ла бире яҡҡа ла сығып йөрөү өсөн Илдәрбәк саған ағасынан юндырып бик матур кәмә эшләтә, кәмәнең эсен-тышын алтын менән майлата, буята. Шул кәмәне бөтә ауыл кешеһе файҙалана, Уныһы туҙһа тағы ла шундай итеп яңынан эшләтә. Шул тиклем ябай, шул тиклем йомарт кеше булған Илдәрбәк ҡарт та.

Илдәрбәк ҡарттың 5-6 улы була. Йәшәй торғас ҡарт та үлеп китә. Был ҡарттың бишенсе улы Арсланбәк инде атаһының урынына ауылдың хөрмәтле кешеһе булып ҡала. Ул да бик бай кеше булып һанала, оҙаҡ йәшәй.Уның алты ҡыҙы булып, бер генә бөртөк улы була. Уны Күскәрбәк тип атайҙар, сөнки был бала май айында Үргейортҡа күсеп барғанда юлда тыуа. Үргейортта ат саптырып Байым, Этҡол ауылдарын саҡырып малайҙы туйлайҙар, бәпес туйына өсәр-дүртәр йыл тыу йөрөгән дүрт баш бейәне һуялар, бал һалып эсеткән ҡымыҙ эсеп, көрәшеп, уйнап-көлөп, ҡурай тартып. алтын-көмөш тәңкәле селтәрҙәр һалынған абыйҙар, инәйҙәр, еңгәйҙәр ҡурайға бейеп-йырлап Күскәрбәккә туй үткәргәндәр.

Күскәрбәк тә инде егет ҡорона инеп, аҙаҡ сал һаҡаллы ҡарт булып китә, ул да кешегә ҡарата һөймәлекле булыуы менән ихтирам ҡаҙана. Арсланбәк ҡарт та 117 йәшкә етә. Бер сходҡа Арсланбәк ҡартты ла алып киләләр. Халыҡ уға ауылға ниндәй исем бирергә икән тип һорау менән мөрәжәғәт итә. "Ней тип ҡушһағыҙ ҙа һеҙгә, халыҡҡа тапшырам" - тип яуаплаған Арсланбәк. "Бабай, риза булһаң ауылға Күскәрбәк тип ҡушайыҡ" - тигәстәр бик ҡыуанып ауылдың исемен туйларға кәңәш итә.Байым, Этҡол, Әтек ауылдарын саҡырып өс үгеҙ, бер һыйыр, туғыҙ баш һарыҡ һуйып ауылдың исемен туйлап Күскәрбәк тип исем ҡушалар.

Арсланбәк ҡарт үлә, Күскәрбәк тә ҡартая. Ул да ҡартайғас бер фекергә килә. Уның дүрт улы була. Иң олоһо Исангазы исемле, икенсеһе Алгазы, өсөнсөһө Иҫәнбирҙе, дүртенсеһе Иҫәнғәле. Ауыл кешеләре менән кәңәш итеп төп кенәгәгә ауылдың исемен Исанғазы тип яҙҙырып әлеге ҡатнашҡан ауыл кешеләрен саҡырып ауылдың исемен яңыртып та ҡуялар. Был Исангаҙы ҡарттың улы Зиһанша, Зиһанша ҡарттың улы Шаһый ҡарт, Шаһый ҡарттың улы Шаһвәлей, Шаһвәлей улы Исангазин Вәлей Шаһывәлеевич.

Исанғазы ауылының ошо тау-урман эсенә килеп ултырыуына 350 йылдан ашыу, сөнки Ырымбур ҡалаһының нигеҙ һалыныуына 350 йыл, ә был Исанғазы ауылы Ырымбур ҡалаһы төҙөлмәҫ элек урынлашҡан. Ырымбур өлкәһе Ҡарғалы тигән ауылға барып ҡатнашып йөрөгәндәр Ҡарғалының нигеҙләнеүенә хәҙерге көндә 800 йыл тип иҫәпләйҙәр.

1967-се йыл, 3 октябрь Иҫәнгәлин Шәриф һорауына яуап итеп Исангазин Вәлей Шаһвәлей улы язган язманан


Исанғазы ауылынан политик репрессия ҡорбандары:[үҙгәртергә]

1. Ишдәүләтов Сәйфулла Сөләймән улы, 1888-1942. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме башланғыс, Собханғол урмансылығы, урман ҡарауылсыһы. Ҡулға алынған:1942.10.15. , 58-10 ст. менән ғәйепләнә. Хөкөм ҡарары:10 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: ноябрь 1992 йыл.(Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)

2. Ҡолбәитов Йәһүҙә Әлмөхәмәт улы, 1868 йылғы.Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме юҡ, колхозсы. Ҡулға алынған ваҡыты: 1 март 1934 йыл. Ғәйепләнә: 58, п. 2, 58, п. 7, 58, п. 10, 58, п. 11. Хөкөм ҡарары: шартлы рәүештә 3 йылға . Аҡланған ваҡыты: 1. 06. 1989 . (Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)

3. Зарипов Садык Латып улы, 1905 – 1938. Тыуған урыны: Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме башланғыс, колхозсы. Ҡулға алынған:1937.16.12. Ғәйепләнә: 58, п. 2, 58, п.7, 58,п.8, 58, п. 10, 58, п.11. Хөкөм ҡарары: ВМР. Атылыу ваҡыты: 1938. 01.03. Аҡланыу ваҡыты:1959.11.09.(Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)

4. Алғазин Солтан Шаһимырҙан улы, 1906 – 19. Тыуған урыны:БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, белеме башланғыс, партияһыҙ, “Ҡыҙыл юл” колхозы рәйесе. Ҡулға алынған ваҡыты: 1937.12.23. Ғәйепләнә: ст. 58-2, 58-7, 58-8, 58-9, 58-10, 58-11. Хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: 1959.09.11 .(Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)

5. Ишдәүләтов Ниғәмәт Сөләймән улы, 1900-1934. Тыуған урыны:БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, колхозсы. Ҡулға алынған ваҡыты: 1934.03.01. Ғәйепләнә: ст. 58-2, 58-7, 58-10, 58-11, Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: 1989.06.01. (Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)

6. Ишдәүләтов Ғиниәт Сөләймән улы, 1881-1948, башҡорт . Тыуған урыны: Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьесвк ҡалаһына ебәрелә, шунда үлеп ҡала(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)

7. Ишдәүләтова Сәхибә (Сәхипъямал), 1892 йылғы. 1931 йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьесвк ҡалаһына ебәрелә. 27.02.1952 иҫәптән төшә.(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)

8. Ишдәүләтов Рәис Ғиниәт улы, 1937. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына ебәрелә. .(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)

9. Ишдәүләтова Хөмәйрә Ғиниәт ҡыҙы, 1928. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 –се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенә ебәрелә. 27.02.1952 й. иҫәптән төшә..(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)

10. Сөләймәнов Исмәғил Хәйрулла улы, 1901-1958, Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме юҡ.Урман киҫеүсе.Ҡулға алыныу ваҡыты:01.03.1934 . Ғәйепләнә: 58, п. 2, 58, п. 7, 58, п. 10, 58, п. 11. Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты:01. 06. 1989. (Сығанағы: МВД Республики Башкирия)

11. Ишдәүләтов Һиҙиәт Ғиниәт улы, 1922-1994 . Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ. Ғәйепләнә:1931- се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына ебәрелә. 06. 12. 1942 й. иҫәптән төшә. Сығанағы: МВД Республики Башкирия)

Исанғазы ауылынан сыҡҡан яугирҙәр:[үҙгәртергә]

1. 1814 йылда Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 15-се полк яугирҙәре Иҫәнғол, Балдыбай, Усман Ҡолмәмбәтовтар, һәр береһе икешәр көмөш миҙалға лайыҡ булғандар
2. Ҡолбәитов Ғилмитдин , 1921 йылғы. Бөйөк Ватан Һуғышында 112-се Башҡорт атлылар дивизияһында кавалерист булып һуғыш ахырына тиклем ҡатнаша. Миҙалдар һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1946 йылда демобилизациялана
3. Исанғазин Вәли Шаһивәли улы өс яуҙа: Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Миҙалдар һәм ордендарға лайыҡ була
4. Исанғазин Йосоп Мәсәлим ул, 1914 йылғы. Рядовой, 1946 йылда демобилизациялана
5. Ҡолмәмбәтов Рәхмәтулла Сәйфетдин улы, 1900 йылғы. Рядовой, 1946 йылда демобилизациялана
6. Ҡотлобаев Әхмәтзата Фәтхулла улы, 1914 йылғы.Рядовой, 1947 йылда демобилизациялана
7. Ҡотлобаев Ғәле Төхвәт улы, 1921 йылғы. Рядовой, 1947 йылда демобилизациялана
8. Сөләймәнов Исмәғил Хәйрулла улы, 1901 йылғы. Рядовой, 1946 йылда демобилизациялана
9. Ишдәүләтов Һиҙиәт Ғиниәт улы улы, (1922-1994). Гвардия старшинаһы, мәргән атыусы.1942-1946 йылдарҙа Волокаламск полкының 30-сы гвардия уҡсылар дивизияһында, Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин орденлы 8-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Шул осорҙа «Хәрби байраҡ» гәзитендә яҙыша. Политуҡыуҙар отличнигы,инструктор, йәш һалдаттарҙы атыу оҫталығына өйрәтә.Бөйөк Ватан һуғышының II дәрәжәләге ордены һәм миҙалдарға лайыҡ була. 1946-сы йылда демобилизациялана

10. Миндеғолова Шәмсиә Йәһүҙә ҡыҙы, 1913 йылғы. Өлкән сержант, 1943 йыл хәрби сафтан китә

Исанғазы ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалғандар һәм хәбәрһеҙ юғалғандар:[үҙгәртергә]

1. Алғазин Зәйнулла Ғәзиз улы, 1918. 15 ГСД, Өлкән лейтенант, 1944 йылдың 28 апрелендә һәләк була
2. Алғазин Зиннәт Сәғит улы, 1921. Өлкән лейтенант, хәбәрһеҙ юғала
3. Ишдәүләтов Ниғәмәт Сөләймән улы, 1900. 1944 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғала
4. Сәлихов Фәйзрахман Хәйбулла улы, 1907.88ТБр, Кесе лейтенант. 1943 йылдың мартында хәбәрһеҙ юғала
5. Сәлихов Әнүәр Хәйбулла улы, 1912. 666С.П. 3 С.Д., ҡыҙылармеец, 1942 йылдың 8 апрелендә һәләк була. Ерләнгән урыны: Ленинград өлкәһе, Дубовик ауылы
6. Сәлихов Абдрахман Хәйбулла улы, 1918. Кесе. лейтенант, хәбәрһеҙ юғала
7. Сөләймәнов Бәҙретдин Исмәғил улы, 1925. Ҡыҙылармеец, 1943 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғала
8. Сөләймәнов Усман Хәйрулла улы, 1914. Ҡыҙылармеец, 1942 йылдың авгусында хәбәрһеҙ юғала
9. Йосопов Сәйфетдин Шәмсетдин улы, 1914. Рядовой, 1944 йылдың ғинуарында хәбәрһеҙ юғала

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә]

Йылдар Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна,республика Дәүләт
1798-1855 10-сы йорт Верхнеурал өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1864 4-се Бөрйән улусы Верхнеурал өйәҙе, 6-сы башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1919 Бөрйән улусы Йылайыр кантоны Башкурдистан РСФСР
1930 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР
1950 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР
1970 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР

Исанғазы ауылының ХХ быуатта йәшәйеше:[үҙгәртергә]

1930-сы йылда Исанғазы , Иҫке Усман, Әтек ауылдарынан «Ҡыҙыл юл» колхозы төҙөлә. 1937-се йылда Күскәрбәк(Исанғазы) ауылы айырылып сығып «Большевик» исемендәге колхоз булып 1942-се йылға тиклем йәшәй. 1942-се йылда яңынан «Ҡыҙыл юл»колхозына ҡушыла. 1946 –сы йылда промартель булып әйләнеп, 1954-се йылға тиклем артель булып йәшәй. 1954-се йылда ауыл хужалығы уставына күсеп «Алға» колхозы булып йәшәй. 1969-сы йылда «Бөрйән» совхозы ойошторола һәм алып элекке «Алға» колхозы совхоздың бүлексәһе булып ҡала. Һылтанма: гос.архив ф. 4111. Оп. 1(1937-1969)


Исанғазы ауылында тыуғандар, йәшәгәндәр:[үҙгәртергә]

1. Исанғазин Вәлиулла Шаһивәлей улы (1893).Беренсе донъя һуғышында 3 йыл ҡатнашып, күрһәткән батырлыҡтары өсөн Георгий тәреләре менән наградлана. 1934 йылдың ғинуар айында үткән Бөтә Башҡортостан Советтарының IX съезында Бөрйән районынан делегат булып ҡатнаша. 1936-сы йылда Башҡорт АССР-ның Үҙәк Башҡарма комитетына(VІІІ саҡырылыш) ағза булып һайлана. 1930-36-сы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының эшен юлға һалыу буйынса күп көс һала. 1937-се йылда урман хужалығы ойошторолғас ул урман ҡарауылсыһы булып эш башлай.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып Литва, Белоруссия, Латвия илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша

2. Ишдәүләтова Әсмә Сәйфулла ҡыҙы(1924-1999) Темәс педагогия училищеһын тамамлап Әтек мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне

3. Вәлишин Ғәли Ғәзиз улы (1928-2010). Оҙаҡ йылдар район ҡулланыусылар йәмғиәтенең һатыу эшендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 1986 йылда СССР Юғары Советы Президиумының “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙалға лайыҡ була

4. Ишдәүләтова Фәриҙә Һиҙиәт ҡыҙы(1949) - Өфө кооператив техникумын тамамлап район ҡулланыусылар йәмғиәтендә баш бухгалтер, етәксе булып эшләне

5. Ишдәүләтова Зәлифә Һиҙиәт ҡыҙы (1952) - Өфө финанс техникумын тамамлап Баймаҡ ҡалаһында һалым инспекцияһында эшләп бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булып хаҡлы ялға китте

6. Ишдәүләтова Сания Һиҙиәт ҡыҙы (1956) - УТЭК Баймаҡ филиалында юғары белемле физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләне. Хеҙмәт ветераны

7. Ишдәүләтов Шәфҡәт Һиҙиәт улы, (1958)- Шаран кооператив институтын тамамлап район ҡулланыусылар йәмғиәтендә баш бухгалтер булып эшләне, хәҙерге көндә шәхси эшҡыуар

8. Ишдәүләтов Салауат Һиҙиәт улы, (1961-2003). Ауыл хужалығының механика факультетын тамалаған. Күгәрсен районының «Мораҡ» совхозында баш инженер булып эшләне

9. Ишдәүләтова Гөлдәр Һиҙиәт ҡыҙы (1966)- юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Баймаҡта йәшәй

10. Сөләймәнов Миңлеғәли Исмәғил улы (1954- 2011).1972 йылда Бәләбәй һөнәри техник училищеһын, 1986-1989 йылдарҙа Йылайыр совхоз техникумын тамамлаған.Бөрйән совхозының "Алға "булексәһендә бригадир, һуңынан ошо бүлексәнең идара итеүсеһе булып эшләй. 1992-2002 йылдарҙа Әтек ауыл советы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара, аҙаҡ "Алға" агрофирмаһының етәксеһе булып эшләй.

11. Ғәйнуллина (Ҡолмәнбәтова) Әминә Миңлебай ҡыҙы (1957). Белорет педагогия училищеһын тамамлаған. Йылайыр районы Ҡыҙҙарбиргән ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Рәсәй Федерацияһының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы

12. Йәнгирова (Ҡолмәнбәтова) Фирүзә Миңлебай ҡыҙы (1962). Өфө урман техникумын тамамлай. Шиғырҙар, йырҙар ижад итә, төрлө конкурстарҙа еңеү яулай. Мораҡта йәшәй

13. Ишмөхәмәтова (Вәлишина) Вәзирә Ғәле ҡыҙы (1956). Мәләүез профессиональ техник училищеһын тамамлап, район ашханаһында эшләп хаҡлы ялға китә. Социалистик ярыш еңеүсеһе (1978), «Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы» (1978), “Рәсәй ҡулланыусылар коопреацияһы ветераны” (2008)

Ер-һыу атамалары:[үҙгәртергә]

Ауылым
Нисәнсе ҡат ҡайтам ауылыма.

Ауылыма, бала сағыма,

Һерәйешеп ҡаршы ала мине

Иҫке ҡапҡа, серек бағана.

Ҡаршы алмай мине, ҡолас йәйеп.

Ҡыҙым ҡайтҡан, тиеп әсәйем.

Атайымдың өгөт-нәсихәте.

Көсө-дәрте менән йәшәйем.

Аратауҙа етемһерәп ҡалған,

Еләк йыймай унда ҡыҙ-ҡырҡын.

Тик яҙыуҙар ҡалған Ташбашында,

Ағас баҫҡан инде тау һыртын.

Бала саҡта баҫып тора инем

Ослотауҙа, ҡая башында.

Ҡанаттарым булһа, осорға, тип,

Хыяллана инем ошонда,

Һәбеш тауы миңә көс-дәрт бирҙе,

Мәңгелек таш, текә ҡаяһы.

Саңҡ-саңҡ итеп оса бик бейектә

Бөркөттөң дә ниндәй саяһы.

Тау аҫтында йәйрәп аға Ҡана,

Балығы күп ине бит унда.

Тынып ҡалған ул да, хәҙер инде

Өйрәк-ҡаҙҙар йөҙмәй һыуында.

Ауылым юҡ, өйҙәр ҡалмаған шул,

Сүп үләне баҫҡан урамын.

Ҡайтҡан һайын,күңелдәрем тулып.

Ерҙәренә ятып иланым,

Һәйкәл тора бейек тау башында.

Ата-олатайҙарға ҡуйылған.

Барыһының исем-шәрифтәре

Таш плитәгә соҡоп уйылған.

Күпме ғүмер өҙгән ҡәһәр һуғыш.

Бик күбеһе кире ҡайтмаған...

Беҙ уйнаған ҙур түңәрәк таш та

Әллә ҡартайғанмы... сатнаған...

Йәйрәп ятҡан хәтфә болондарҙа

Мал көтөүе хәҙер күренмәй.

Ерек, тал-тирәктәр тамырланып.

Ҡолас йәйеп үҫә, иренмәй. .. .

Ауылымды иҫкә төшөрҙөм дә

Бына әле ҡайттым тағы ла...

Ҡаршы алмай инде мине хәҙер

Иҫке ҡапҡа, серек бағана..

(Фирүзә Йәнгирова (Ҡолмәнбәтова) «Таң” №12, 31 ғинуар 2013 йыл.

Ҡана йылғаһы - Башҡортостан ауылдары Исанғазы, Әтек, Кананикольск аша аға, оҙонлоғо 94 км., Ағиҙелгә ҡоя.

Һәбеш тау – Һибәтулла тигән кеше ошо бейек тауҙан йығылып төшөп үлгән. Ололар һөйләүе буйынса ошо тау башында Алдар батырҙы Баймаҡ яғына ҡасып барғанда баҫтырып тотоп алғандар.

Һандыҡҡуйған тау — 30-сы йылдарҙа ауылдың иң бай һаналған Ишдәүләтов Ғиниәт тигән кеше кулак мөһире тағылып Себергә һөргөнгә ебәрелеүе алдынан һандығына алтын-көмөштәрен тултырып тау аҫтындағы мәмерйәгә йәшергән.

Татаросҡан тауы - Исанғазы ауылы яғына ҡарай бер татар мосафиры атының арбаһына ултырып кис юлға сыҡҡан. Ул юлды һорашҡан, ләкин ҡараңғыла юлдан яҙып, текә тауҙан аты–арбаһы менән ҡолап төшөп китеп үлгән.

Үргейорт – Йәйләү, Исанғазы ауылы халҡының фермаһы, ауылдан 12 км самаһы. Бруцеллез ауырыуы менән малдар ауырығандан һуң ферма яндырыла.

Ослотау - Башҡа тауҙарҙан үҙенең ослайып сығып торған түбәһе менән айырыла.

Ҡаршытау - Ауылға ҡаршы ғына тау. Эргәһенән Ҡана йылғаһы аға.

Сусаҡ тауы - Өҫтө тигеҙ, матур ер. Өҫтән ҡарағанда ауыл бик матур булып күренеп ятҡан.

Аратау – Еләк-емешкә бай бик матур тау.

Шыуҙырғыс тау - Аратау артындағы тау. Элек кешеләр ағасты турап, ат менән тау башынан аҫҡа табан шыуҙырып, тәгәрәтеп төшөргәндәр.

Түбәйорт яланы - Яҫы ғына тау түбәһе яланы. Ауыл халҡы элек йәйләүгә бер ни тиклем ваҡыт ошо яланға күсеп, йәйләү өсөн йорттар төҙөп, шунда йәшәгәндәр. Исеме шуға ярашлы.

Тарбай яланы

Тарбай йылғаһы - Ауылдан 8 км алыҫлыҡта, оҙонлоғо сама менән 10 км , һыуы Ҡанаға ағып төшә.

Һорлат (Һоро ат) яланы - Ауылдан 3-4 км самаһындағы әллә ней ҙур булмаған ялан. Ҡасандыр ошо ерҙә колхоздың һоро атын айыу ашаған булған. Исеме шунан килеп сыҡҡан.

Уймаҡ йылғаһы - йылғаны бәләкәй генә булғанға шулай тип атағандар. Сусаҡ тауы аҫтынан ағып сыға

Биштау - бер-бер артлы йәнәш торған тигеҙ генә осло тауҙар.

Йәнбикә ташы - Биштау араһындағы мәмерйә эргәһендә бәләкәй ҡыҙ бала һынына оҡшаған таш. Легенда буйынса бер большевик ҡатыны аҡтарҙан ҡасып барғанында хәле бөткәс, йәш ярымлыҡ ҡына ҡыҙын мәмерйә эргәһенә ултыртып киткән.

Зөлхизә түңгәге - Ургейортҡа китеп барған юлдағы йыуан, яҫы түңгәк. Баймаҡтан бер кеше ауырлы ҡатыны менән күсеп килә ятҡанында ҡатыны ауырып китеп шул түңгәк төбөндә ҡыҙ бала тапҡан. Балаһына Зөлхизә тип ҡушҡан.

Ямашатҡан яланы

Арал тауы

Сискәбил туғайы

Оло Салажы яланы

Мыршым яланы

Үмәртәй яланы

Хужалыҡтар, кешеләр иҫәбе[үҙгәртергә]

1859 йыл - 150 кеше, 20 хужалыҡ

1900 йыл - 60- 65 хужалыҡ

1917 йыл - 65 хужалыҡ

1920 йыл - 209 кеше, 55 хужалыҡ

1921 йыл - аслыҡтан күп үлеү сәбәпле ауыл халҡының өстән бер өлөшө ҡала

1934 йыл – 139 кеше (80 ир, 59 ҡатын), 30 хужалыҡ

1967 йыл - йылда 19 хужалыҡ, 21 йортта 96 кеше йәшәй

1970–се йылдарҙа ауыл яйлап тарҡала. Мәктәп бөтөү сәбәпле ғаиләләр яҡын тирәләге ҙур ауылдарға күсеп китә башлай.

1970-cе йылдарҙа Исанғазыла бармаҡ менән генә һанарлыҡ кешеләре ҡала, ғаиләләр яҡын тирәләге ауылдарға - Әтеккә, Ҡыҙҙарбиргәнгә – күсеп китә. Тик ауылдың оло кешеһе Вәлишин Ғәле Ғәзиз улы ғынә яңғыҙы ата-бабалар нигеҙ ҡорған ерҙе ташлап китергә ашыҡмай, 1993 йылдың декабренә тиклем Исанғазыла йәшәй. Район ҡулланыусылар йәмғиәтенән тауар ташып магазин тота, үткән-сүткәндәргә тауарын һатып көн күрә.

Исанғазы ауылы хәҙер инде картала ла юҡ. Бары к үптәрҙең паспорттарында тыуған урыны тигән бүлегендә генә инде был булмаған ауыл исеме теркәлгән. Әммә тыуған төйәк тураһында хәтирәләр ошо ауыл һандуғасы Фирүзә Йәнгирова(Ҡолмәнбәтова) шиғырында әйтелгән һымаҡ күптәрҙең йөрәктәрендә яҡты иҫтәлек булып та, һағышлы бер моң булып та һаҡлана.

Википедияла

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Алынған мәғлүмәттәр

1. Әсфәндиәров А.З. Башҡортостан ауылдары тураһындағы мәғлүмәттәр. Өфө, Китап нәшриәте, 2009 йыл

2. Исанғазин Вәли Шаһивәлей яҙмаһынан

3. Ишдәүләтов Һиҙиәт Гиниәт улының көндәлегенән

4. Ишбаев Иҙрис Сәхи улы мәғлүмәте буйынса

5. Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы

6. МВД Республики Башкортостан

7. Гос.архив ф. 4111. Оп. 1(1937-1969)