Килдеғол ауылының ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан
Википедияла

Килдеғол ауылы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе.Халыҡ телендә Һарағы тигән дә атамаһы бар.

Википедияла

Һәр тарафым – тауҙар, тауҙар…[үҙгәртергә]

(Мөнир Фәйзуллин, уҡытыусы, тыуған төйәкте өйрәнеү музейы етәксеһе).

Беҙҙең Килдеғол ауылы быйыл Бөрйән районында уҙғарылған “Иң күркәм ауыл” конкурсында еңеүсе булды. Ысынлап та, ауылыбыҙ бик матур, төҙөк. Халыҡ беҙҙә иркен, мул йәшәй, ишле итеп мал көтә, эшһеҙ тормай. Районда һаҡланып ҡалған колхоздарҙың иң алдынғы бригадаһы беҙҙә. Килдеғолдар малсылыҡ фермаһында тырышып эшләй. Колхоз пилорамаһы бар, иген үҫтерәләр, бесән, силос әҙерләйҙәр. Күп һанлы эшҡыуарҙар ҙа ауыл халҡын эшле итә. Шәхси хужалыҡтарҙа 14 пилорама, биш магазин бар. Ауылыбыҙ тәрән ҡаҙан эсендәге һымаҡ бейек тауҙар ҡосағында ята. Беҙҙә тәбиғәт үҙенсә күркәм. Йыл әйләнәһенә лә йәшеллек. Сөнки тауҙарыбыҙ ылыҫлы урман − ҡарағай, ҡарағас ағастары менән ҡапланған. Ауылыбыҙ янындағы тауҙарҙың алыҫ йылдарҙан килгән яғымлы һәм мәғәнәле атамалары бар. Мин уларҙың, төбәктәге бүтән атамаларҙың килеп сығыу тарихын, үҙенсәлектәрен, бөгөнгө хәл-торошон күптән инде өйрәнәм, күҙәтеп барам. Күбеһенә тәғәйен шиғыр ҙа сығарғанмын.

Түгәрмә[үҙгәртергә]

Ауылдың көнсығышындағы ике тауҙан хасил ул. Береһен − Өлкән Түгәрмә, икенсеһен Кесе Түгәрмә тип йөрөтәләр. Беҙ былай айырып тормайбыҙ, икеһен бергә Түгәрмә тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Биргеһе, йәғни Кесеһе беҙгә нығыраҡ яҡын, башына бәләкәй саҡтан 1, 9, 19 май көндәрендә машина, “Беларусь” шиналарын тәгәрәтеп мендереп, пионер усаҡтары яғып, тауға эҫенеп бөткәнбеҙ. Шуға ла һүҙем шуныһы тураһындараҡ.

Түгәрмәне Түгелмә тиеүселәр ҙә бар ауылда. Ҡалай әйтһәң дә дөрөҫ. Сөнки исеменең килеп сығышы: ташы тәгәрәп, ололар әйтмешләй, түгәрмәләп, йәғни түгелеп ятыуға бәйле.

Тауға менгән һырт һөҙәк һуҙымлы, тупһалы-тупһалы, ә битләү яғы текә. Әммә ҡыйыу егеттәребеҙ саңғыла ла һәм…трактор(!) менән дә унан тураға төшкән осраҡтар бар.

Түгәрмәнең ысынға оҡшаш легендаһы йәшәй халыҡ телендә. Имеш, граждандар һуғышы ваҡытында аҡтар – тау түбәһенән, ҡыҙылдар аҫтан пулеметтарҙа атышып ятҡан. Ҡыҙылдар позицияларын ҡорған урында өй һалған Илшат ҡусты Сафиуллин бер йылы картуф баҡсаһынан пулемет патрондары табып, мәктәп музейына бирҙе. Шул тирәләрҙә электән окопҡа оҡшаған соҡор-саҡырҙар ҙа беленеп ята.

Түгәрмә түбәһе ауылдаштарҙы, ҡунаҡтарҙы, айырыуса балаларҙы һәм йәштәрҙе үҙенә тартып, саҡырып тора. Яҙғыһын ҡарҙан әрселеү менән тауға үрмәләй башлайҙар. Өҫтән ауыл ус төбөндәгеләй бик күркәм күренә.

Һил төндә Түгәрмә өҫтөнән Магнитогорск ҡалаһының шаңдағы һыҙатлана. Ҡышҡы оҙайлы төндәр­ҙә Түгәрмә түбәһендә аулаҡлап бүреләр олой. Элек, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылдаштарыбыҙ Түгәрмә тапҡырында фотоға төшөргә яратҡан. Һәр йортта тиерлек ундай фотолар ҡәҙерләп һаҡлана.

Ауылға килеп ингәндә урамдың үрге осонда көҙгөләй яҡтырып иң элек күҙгә ташланған матурлыҡ − Түгәрмә тауы! Ялтлап ятҡан асфальтлы үҙәк урамға ҡот өҫтәп тора.

Әйткәндәй, күрше Ҡолғана, Байғаҙы һәм Яуымбай ауылдарында ла үҙҙәренең Түгәрмәләре бар. Уларҙа нисектер, ә бына беҙҙә иртән торғас иң тәүҙә Түгәрмәгә күҙ һалыу ғәҙәте йәшәй. Сөнки ҡояш беҙҙә Түгәрмә артынан ҡалҡа… Был хаҡта шундай шиғырым бар.

Түгәрмә тау беҙҙә икәү:

Береһе – Кесе, береһе − Өлкән.

Яланғас түбәле улар,

Икеһе лә бейек, күркәм.


Икеһенең араһында

Ҡаҙан һымаҡ тәрән үҙәк.

Урман бит ул ерҙең ҡото,

Тәрән үҙәк − урман-биҙәк!


Үҙәк тапҡырынан ғына

Яңы тыуған ҡояш ҡалҡа.

Ҡояшлы көн − күңел нурҙа,

Ҡояш тыуһа − донъя толҡа!


Түгәрмәлә − көн өмөтө,

Әйләнәм дә бағам иртән.

Ике тау – ике наҙлы ҡул,

Ҡояш – сабыйҙы күтәреп

Алалар һымаҡ бишектән.

Яланғастүбә[үҙгәртергә]

Ауылдың төньяғындағы ҡалҡыу тау. Элегерәк битләүенең һәм түбәһенең яланғасы ҙурыраҡ ине. Йылдар уҙа килә, бирге итәгендәге ағастар олпатланып, яланғасы ҡыҫырыҡланды. Ҡырҙан ҡараһаң, яланғас түбәһе түбәтәй дәүмәле генә. Бер йылы шиғыр ҙа сығар­ғайным:

Яланғастүбә,

әйтерһең дә, күбә,

Ауылдан беҙгә шулай күренә.

Тау түбәһенә менеүсе кеше

Һайлай ҙа юлын, шунан үрелә.

Өҫтәге юлдан, үр һәүетемсә,

Текәлек менән көсөң самалай.

Ынтылһаң тура,ҡырынлығы бар,

Йөрәккенәңде ҡурҡыу ҡамалай.

Яланғастүбә ауылға баҡҡан,

Иң ҡалҡыу түбә − ғорур тау беҙҙә,

Ҡыҙыҡһынһағыҙ,килеп ҡайтығыҙ,

Юл һайлап үргә менербеҙ бергә.

Яланғастүбә аша яратҡан тауыбыҙ – ике үркәсле Әүҙектегә, берәү әйтмешләй, “Кавказ тауҙары менән тиңләшерлек” армыт-армыт Канчал тауҙарына юл бара. Тауҙың арғы яғы – ҡуйы урман. Урманында көртмәле, еләк емерелеп уңа. Көҙгөһөн унда аҡ бәшмәк йыябыҙ. Мүккә лә яҡынлата шунда йөрөйҙәр. Тауҙың аръяғында, аҫта таҙа һыулы кескәй шишмә сылтырай.

Ҡарағаслы бейек[үҙгәртергә]

Ҡарағаслы бейек, әйт, кем бейек,

Һинме, минме, ә кем түбәндә?..

Бына әле түбәндән мендем дә,

Шуны уйлап торам түбәңдә.

Тау тауышы ҡапыл яңғ(ы)рап китте:

“Яуап һорауыңдың үҙендә,

Мин ҡалырмын, ә һин йәшәр өсөн,

Тағы төшөрһөң бит түбәнгә.

Бейеклектә булһа бөйөклөк −

Түбәндән ҡалҡа һәр бейеклек!”

Ҡарағаслы бейек – ауылдың көньяғындағы ғорур тау. Бейек­леген иҫбатлау өсөн ҡышҡы ҡыҫҡа көндәрҙә ҡояштың тау түбәһенән ауылға саҡ-саҡ ҡына күренеп үтеүен әйтеү ҙә етә. Гүйә, ике байып, ике ҡалҡҡандай.

Исеме үк әйтеп тороуынса, был тау күберәген ҡарағас урманы менән ҡапланған. Шуға ла көҙгөһөн, ҡарағастарҙың энәһе һарғайған осорҙа, тау, усаҡ дөрләткәндәй, балҡып тора.

Ҡарағаслы бейектәге урмандың элегерәк ике тапҡыр ҡырҡылыуына шаһит ауылдаштар. Тик бүтән диләнкәләге һымаҡ уҫаҡ йәки сауҡа ҡаплап алмаған тауҙы, йәнә ерҙе тишеп, ҡарағас үҫентеләре шытып сыҡҡан һәм матур булып үҫә. Күрәһең, тау битләүе үҙенең ереккән ағасына тоғролоғон ныҡ һаҡлай, ә ҡарағас аҫабалыҡ тамырын тәрәнгә ебәргән!

Ҡарағаслы бейек түбәһенең арғы ауышы − яланғас асыҡлыҡ. Унан алыҫтағы Байғаҙы ауылының олпат һәм тарихи Ураҙы тауы, Әбделмәмбәттең Аҡбейеге, Бөрйәндең данлыҡлы Мәсем, Баҙал тауҙары күгәреп күренә. Ә үҙебеҙҙең яҡындағы ялансыҡтар, ағасы ҡырҡылған диләнкәләр һәм ауылдан сыҡҡан оло юл айырым-асыҡ күренеп ята.

Ҡарағаслы бейектең бирге битләүендә, ҡарттар һөйләүенсә, элегерәк ҡуян, тейен, төлкө, ҡоралай­ҙар тулып йөрөгән. Ә арғы яғында болан, һеләүһен, бүре, айыу иркенләгән.

Һикһәненсе йылдарҙа тауҙың урта тошон ҡырҡып, оло юл һалғаны бирле йәнлектәр ауылдан ситләште. Элекке менән сағыштыр­ғанда, ҡоштар тауышы ла тоноҡланды.

Бөгөнгө Ҡарағаслы бейек − еләк, көртмәле, бөрлөгән, бәшмәк кеүек ниғмәттәр төйәге. Ауылда шундай ырым йәшәй: Ҡарағаслы бейек битләүендә ҡар бөттөмө − йәйгә аяҡ баҫтыҡ, тигән һүҙ. Тағы, был тауҙың бейек урманы шаулай башланымы – буран көт!

Ташморон[үҙгәртергә]

Башын алға һуҙған тау,

Ташын алға һонған тау.

Ташына ҡул һуҙырлыҡ,

Башың эйеп уҙырлыҡ изге тау,

Күңеле бик һиҙгер тау.

Ауылым тупһаһында

Ингәнде һәм сыҡҡанды

Ҡаршылай ул, оҙата.

Ситтә уйламаһаң да,

Ул юҡһыныр, һурығыр –

Йөрөмә бик оҙаҡлап!

Ауылдың төньяғындағы тауҙар теҙмәһенең түбәнге осон, көнбайыштағы өлөшөн Ташморон тип йөрөтәләр. Түбәһендә эре-эре таштар өйөмө – алпамышалар ҡоролмаһы тип уйларлыҡ! Шул таштар араһында бер йылы эҙәрмән уҡыу­сыларым менән ташъяҙма таптыҡ. “Исҡужин Муса. 1965.” тиелгәйне унда.

Ауылдашыбыҙ Муса Фәйзулла улы Исҡужин Бөйөк Ватан һуғышында була, ҡаты яралана. Хәленең мөшкөллөгөн уйлап, яугир: «Эх, өйгә ҡайтып, атам-әсәмде күрһәм, тыуған йорт тупһаһында ятып йән бирһәм дә риза булыр инем», − тип тә әйткән тиҙәр. Миҙалдарын ҡушмағанда, иң ҙур наградалары: III дәрәжә Дан ордены һәм Советтар Союзы маршалы И. Коневтың Маҡтау ҡағыҙы. М. Исҡужин, һуғыш яралары ҡуҙғалып, 1969 йылда 61 йәшендә дауаханала вафат булды.

Ташморондоң элекке ваҡыттарын өләсәйҙәр һағынып һөйләр ине. Иҙәндәй тигеҙ ташлы ҡыуы­шыраҡ ерендә улар бала саҡта өй ҡороп уйнай. Эргәләге тарбаҡ ботаҡлы кәрлә ҡарағай, йәнәһе, теген машинаһы.

Таш ултырғанлыҡтан буйға үҫмәгән ҡарағай 70-се йылдар аҙағында ла бар ине. Радио һәм телефон сымдарын иңе аша үткәреп, байтаҡ йылдар бағана ролен дә башҡарҙы.

Беҙ малай саҡта ла Ташморон күтәренке, мөһабәт булды. Аҫта ауыл һыулаған Һарағы йылғаһы, тапҡырҙа ғына ике ятыу – Өлкән ятыу, Бәләкәй ятыу, тип йөрөттөк уларҙы. Өлкәнендә − өлкәнерәктәр, Бәләкәйендә бәләкәйерәк ҡыҙ-малайҙар йәй буйы һыу инер инек. Һыуҙа баҡалай супылдашып ятабыҙ ҙа, Ташморондоң теге шыма ташында ҡояшта ҡыҙынабыҙ. Был мәлдәрҙә хатта ожмахың да ары торһон һымаҡ.

Ташморондоң арғы яғында зыярат булды. Ҡәберлек буралары һәм таштары хәтерҙә ҡалған. Бесәнлеккә − Оҙонсал буйына беҙҙең юл шунан үтә ине. Беҙ, бәләкәс малайҙар − Кәбир ҡустым, мин атайға эйәрәбеҙ. Атай, һуғышта булған кеше, сабыр, буралар янында туҡтала. Аръяҡҡа сығып булмағас, яҙ үлгәндәрҙе бында ерләгәндәр, быныһы шул инәйегеҙ, ә быныһы шул апағыҙ (беҙҙә атайҙан оло ир кешегә шулай тип өндәшәләр) ҡәбере, ти. Фазулла олатайҙың улы Хөсәйен апа Исҡужиндың исеме генә иҫкә инеп ҡалған.

Һуңғараҡ 1930 йылғы Нух ағай Көмөшбаев: − Ташморон артында 17 кеше ята, күрше Кардондан да килтереп ҡуйҙылар, − ти торғайны.

1974 йылдың мартында Әбдел­мәмбәт, Килдеғол бригадалары үҙ аллы “Урал” колхозы булып ойошто. Рәйесе − Таштимер ағай Әлибәков. Ул үҙе лә тынғылыҡ белмәне, кешеләрҙе лә ныҡ эшләтте.

Ауылға бер мәл әрмәндәр килеп тулды. Ферма һала башланылар. Ситтәрҙең һинең тәбиғәтеңдә, тарихыңда эше бармы ни, баяғы зыярат таштары ла, Ташморондоң эре-эре тигеҙ таштары ла юҡҡа сыҡты, төҙөлөш эшенә яраны, буғай.

Быуаттар буйы ғорур торған Ташморон, шул касафаттандыр, хәҙер бер аҙ сүгеп, кесерәйеп ҡалғандай. Тик исеме уны һаман бөйөк итә. Сөнки уға был яңғырауыҡлы матур исемде иң күркәм саҡтарында ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре биргән бит!..

Мөнир Фәйзуллин, уҡытыусы, тыуған төйәкте өйрәнеү музейы етәксеһе. Бөрйән районы.

Йәки әҙәм күңеленең таштай ҡата барыуына һағайыу[үҙгәртергә]

Ергә һылашып ятҡан таш аҫтына ҡырмыҫҡа оялаусан. Ваҡ ҡына, ҡыҙыл йә ҡара төҫтәге ҡырмыҫҡалар. Ҡымйып торалар. Тын ятҡан таш аҫтында тормоштоң бөтөн, мәңгелек икәнлеген хатта шул бәләкәй генә йән эйәләренең дә аңлауына иҫең китерлек. Тик бөгөн һүҙем бүтән төрлө таш тураһында.

Килдеғол ауылына түбәндән ингән тарлыҡта таш өйөмөнән генә тиерлек торған текә битләүле тауҙың--Ташморондоң түбәһендә бер йылы яҙыулы таш таптыҡ. “Исҡужин Муса. 1965” тип яҙылған ине унда.

Уҡыусыларҙы йылда ла тиерлек алып килдем Ташморонға, таштағы яҙыуҙы күрһәтеп уның “авторы” хаҡында хикәйәт һөйләнем.

Искужин Муса Фәйзулла улы[үҙгәртергә]

Искужин Муса Фәйзулла улы 1908 йылда тыуа. Ауылда мәктәп асылғас, беренселәрҙән булып яҙыла, тырышып уҡып 4 класс белем ала. Эшкә лә әрһеҙ була: кустарсылыҡ алып барған атаһының хужалығында, артабан колхозда эшләй--балта оҫтаһы булып таныла. Атаһы Фәйзулла күрше Ҡолғана ауылындағы ҡорҙашы, данлыҡлы һунарсы Атаулла менән һөйләшеп-килешеп балаларын эйәле-башлы итәләр, типһә тимер өҙөрлөк Муса һылыуҙарҙан һылыу Бибикамал менән донъя көтә башлай. Тормоштары мәғәнәһе һәм йәме булып балалары: Әхмәт, Шәмсинур, Әҡсән тыуа. Тик ғаиләнең генә түгел, тотош илдең башына фажиғә килә—Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың авгусында Муса һуғышҡа алына.

«Беҙ, һуғыш осоро балалары, эт тә күрмәгәнде күрҙек», — тип һөйләй Байназарҙа йәшәгән 1936 йылғы Шәмсинур апай. — «Әсәйебеҙ балаларым миктәмәһен тип, тапҡан-таянғанын беҙгә ашатты, ә үҙе астан үлеп ҡуйҙы».

273-сө уҡсылар полкы составында һуғышҡа инеп, ҙур яу юлы үтә М.Искужин, Ровно, Виница, Львов ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштағы батырлығы III дәрәжә Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән баһалана.

Ә шулай ҙа Искужиндарҙың өйөндә 1-се Украина фронты командующие Советтар Союзы Маршалы И.С.Коневтың ҡултамғаһы менән бирелгән Рәхмәт Хаты иң юғары награда, иң ҡәҙерле һуғыш хәтирәһе булғандыр, моғайын. Түр яҡта, ике тәҙрә араһында өҫтә стенала торҙо ул. Мусаның һуғыштан һуң алған ҡатыны Фәниә инәй биҙәрле рамлы ул награданы һөлгө-таҫтамал ябып матур итеп тотто.

Һуғышта ут уртаһында йөрөгән, күп тән яралары алған гвардия сержанты М.Искужин. “Тәне ҡарағыһыҙ булды,-- тип һөйләй торғайны Фәниә инәй.-- Арҡаһы снаряд ярсыҡтары менән сып-сыбар ине. Һуғыштан һуң үлгәнсе ыҙалатты шул яралары. Эренләп сипылдап боҙолоп торорҙар ине. Ҡайһыларын соҡоп сығарып алған саҡтар ҙа булды.” Әйткәндәй, Мусаның ҡаты яралары тере ҡалыу, һауығыу өмөтөн өҙгән мәлдәр ҙә булған. Шулай тип тә әйткән имеш: “Өйгә ҡайтып етеп, атам-әсәмде күрһәм, тыуған йорт тупһаһында ятып йән бирһәм дә риза булыр инем.”

Һуғыштан һуң артелдә, унан колхозда эшләй Муса Фәйзулла улы, төҙөлөштә йөрөй. Ҡурғашлыла лесхоз контораһы төҙөй уларҙың бригадаһы. Бина эсенә өҫтәл, эскәмейә, шкаф, ултырғыстарҙы алтын ҡуллы Муса үҙе эшләп бирә.

Уңған һәм һәләтле кешене лесхозға эшкә саҡыралар—урмансы булып китә. Уның етәкселегендә йөҙәрләгән гектар ергә ағас үҫентеһе сәселә. Бертештәге кедр урманын ултыртыуҙы ла ул ойоштора.

Алсаҡ тормош көтә Муса. Кешеләргә йөҙө яҡты, һүҙе йомшаҡ, күңеле киң була. Кеше өҙөлмәй уларҙың өйөнән, дуҫ-иштәре менән ныҡ аралаша. Әйткәндәй, ул минең атайымдың бер туған ағаһы ине, беҙ уны “Мусапа” тип белдек. Атай менән үҙ-ара бик татыу булдылар. Хәтеремдә, кис ҡырында беҙгә килер ҙә атай менән урындыҡта донъя хәлдәре, һуғыш хәтирәләре хаҡында төн ауышҡансы һөйләшеп ултырырҙар ине.

Лесник булғас ат көтөргә лә рөхсәте булды Мусапаның. Һүрәттәрҙәге киң күкрәкле, дуғалай бөгөлөп торған ҡалын муйынлы, ялбыр яллы, бейек кәүҙәле ине аты. Исеме-- Ҡоласай. Беҙҙе, малайҙарҙы иң ғәжәпләндергәне шул булды, Ҡоласай ҡапҡаны бауынан тешләп тартып асып сығыр ҙа, йылға буйына төшөп һыу эсер, унан түбәндәге туғайҙа уйнаҡлап сабып туйғас, ҡапҡаның биген мороно менән төртөп күтәреп асып үҙ урынына барып торор ине. Ҡоласай өсөн апам йыуан ҡарағасты өңөп бесән һалғыс ҙур ялғаш та эшләгәйне. Шулай, атын яратып, күңеле йыуанысы итеп ҡәҙерләп-һөйөп көттө. Хужаһы үлгәс, Ҡоласайҙың түбәндә кешнәй-кешнәй оҙаҡ ярһып йән-фарман сабып йөрөүен һөйләй торғайнылар ауылда.

1967 йылдың ғинуарында яҡты донъя менән хушлашты яратҡан апабыҙ. Шуныһы үкенесле, уландары Әхмәт менән Әҡсән дә күптән гүр эйәләре. Әммә уларҙың бына тигән балалары ҡалды, Әхмәттең уландары Әхиәр, Рафаил, Рафиҡ ата-олаталары биләмәһендә донъя ҡороп, ғаиләләре менән матур йәшәп яталар. Муса Искужиндың бишенсе быуыны хәҙер шәжәрә үрә.

Бөгөн шуны фаразлайым: тәбиғәт йәнле Муса апам, күрәһең, бер мәл Ташморон түбәһенә менгән дә ауылға ҡарап ултырған. Ғүмерҙең ағын һыу ише булыуын, бына-бына үтәрен белеп, тәрән уйға төшкән. Быуын-быуын ғүмерҙәр уҙыр, ҡасандыр ауыл үҫер, тағы ла матурланыр, халыҡ етеш донъя көтөр, ата-бабалар төйәгендә яңы быуындар хужалыҡ итер. Ниндәй булыр ул быуын, холоҡ-фиғелдәре, аңдары, мәҙәни кимәлдәре менән. Ауылының, унда ғүмер итеп китеүселәрҙең үткәне хаҡында уйлармы, әллә көндәлек хәстәренә күмелеп ғәмһеҙлектә көн күрерме?.. Тирә-яҡ тәбиғәткә, кешегә -- яҡынына, ҡәрҙәшенә, туған-тумасаһына, күршеһенә ниндәй мөнәсәбәттә булыр?.. Ҡайһылыр быуын вәкиле ҡасандыр был тауға менер, яҙыулы ошо ташты табыр, үткән быуындары, ата-бабалары хаҡында уйланып, әҙәм ғүмеренең бер генә, ә кешелек йәшәйешенең мәңгелек икәнлеге хаҡында фекер йөрөтөп ултырыр, тип уйланғандыр ҙа, бер йәдҡәр булһын тип ташта имзаһын ҡалдырғандыр.

Элекке йыл көҙ уҡыусыларҙы йәнә алып мендем Ташморонға. Тик яҙыулы теге ташты ғына тапманыҡ.Тау ҡыҙҙырып күмәкләп оҙаҡ ҡына эҙләнек, әммә таба алманыҡ. Унда-бында эреле-ваҡлы таштарға яңыраҡ ҡына бер үк имзалар соҡоп яҙылған, ә теге тарихи таш юҡ. Ҡайҙа булған, кем, ниндәй намыҫһыҙы хаслыҡ иткән?..

Бар шул хәҙер шундай аяуһыҙлыҡ, таш бәғерлек: ҡайҙалыр һуғыш яугирҙәренең һәйкәлдәрен емерәләр, таҡтаташтарҙы онтайҙар. Ауылдарға ла яҡынлаша был ҡырыҫлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы афәте, емереклектәр, ҡорбандар, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы, оло еңеү шатлығы хаҡындағы хәтирәләрҙе лә аңда тотмаҫҡа тырышыу бар хатта. Быға миҫал. Яу ҡырында ятып ҡалған һәм һуғыштан ҡайтып, барлыҡ көсөн илде аяҡҡа баҫтырыуға түккән, туя ашамай, туя йәшәмәй тиерлек баҡыйлыҡҡа күскән яугир ауылдаштарҙы иҫкә алып йылына бер тапҡыр ғына(!) 9 май көнө тау битләүендә митинг үткәрәбеҙ, телмәр тотабыҙ, обелискҡа сәскәләр һалабыҙ, тын ҡалып баш эйәбеҙ.

Тик инәйҙәр, ике-өс бөртөк оло ир-уҙаман, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар өсөн генә һымаҡ был митинг. Урта быуын ҡайҙа!?.Ҡатын-ҡыҙҙар, моғайын, йорт эштәренән “бушамай”, ә ир-егеттәр тракторҙарҙа таңдан урманға ағасҡа сабалар, ауыл ситтәрендә бура бурайҙар, сытырлап пилорамдар эшләп тора, шулай, уларҙың һуғышта, яугирҙарҙа ни эше, уларға бөгөнгө көн ҡиммәт: ярыша-ярыша донъя көтөргә, мал тупларға!..

Йәштәргә, балаларға ана шундай һабаҡ бирәбеҙ хәҙер йәмәғәтселек менән. Һөҙөмтәһеҙ ҙә түгел ундай “һабаҡ”тар. Бында мин нормаль хәлгә әйләнә башлаған өйгә төшөү, ағас “шылдырыу”, бензин урлау кеүек ваҡиғалар хаҡында һүҙ ҡуйыртып тормайым. Бер райондаштың осраған һайын: ”Һеҙҙең һарағылар бурлыҡ буйынса районда беренсе урынды тота,”—— тип зитҡа тейеүе лә еткән.

Һүҙем йәнә тарихҡа бәйле.

Бер йылы төбәктәге тарихи урындарға яҙыуҙар ҡуйҙыҡ. “Кәзә ташы” түбәһенә ҡыр кәзәһе макетын эшләнек. Бахыр “кәзәне” шундуҡ салып түбән ырғыттылар, Ә “Урыҫ юлы” тигән яҙыулы бағананы ағас һөйрәүселәр һуҡтырып йығып киттеләр. Уҡыусылар менән барып яңынан нығытып ултыртҡайныҡ та, икенсе барыуға төбәк тарихын һөйләүсе бағананы һурып соҡорона баш түбән ҡаҙап киткәйнеләр. Бына шулай, ауылдарҙа ла хәҙер варварлыҡ тәрән тамыр ебәрә. Үткәндәргә мыҫҡыллы көлөп, улай ғына ла түгел, төкөрөп ҡарау бер ни түгел.

Үҙебеҙ ҙә баштүбән китеп барабыҙ түгелме икән, тип уйларға мәжбүр булаһың шунан. Ауылыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың үткәненә сағыштырһаң, милек ҡоллоғона йүнәлеш алған бөгөнгөбөҙ ҡыҙғаныс һәм мәғәнәһеҙ тойола башлай… Мөнир Фәйзуллин

Ер-һыу атамалары. Йәшерен[үҙгәртергә]

1930 йылғы Нух ағай Көмөшбаевтан түбәндәге бер сабынды ни өсөн “Йәшерен” тип йөрөтәләр, тип һорағас ул: “Яҡшы сабынлыҡ бирһәк тә, һинең Ишбулды ағайың унда бармай, шул ҡыһынҡы туғайҙа йөрөнө лә ятты бесән эшләп. Йәшеренеп йөрөп эшләгән һымаҡ күренгәнгә Йәшерен тип һуңғараҡ атамаға баһым яһап әйтерҙәр ине. Бригаданың бесәненә иң элек ҡатын-ҡыҙҙар звеноһы төшөп китә торғайны.

Шул мәлдә, әле кеше үҙенең бесәнен уйламай ҙа, ә Ишбулды ҡайһы арала барып сапҡандыр, күбәләр ултыртып та ҡуя. Теге звено сабып китмәһен тигәндер инде. Бигерәк өтөк, ен һымаҡ булды бит.

Әлеге атамаһы Ишбулдының булмышына бик таман килеп торһа ла сабынлыҡтың борондан килгән атамаһының сәбәбе башҡасараҡ. Был ер ышыҡ урын, бакуй кипмәй ыҙалата, сабынлыҡ ҡояштан йәшеренеп ятҡан һымаҡ булғанға Йәшерен тип йөрөткәндәр,” — тип һөйләгәйне.

Искужин Ишбулды Мөхәмәтғәле улы атайымдың ике туған ҡустыһы ине, 1928 йылғы. Бик сабырһыҙ, тынғыһыҙ, шул уҡ ваҡытта шаян-шуҡ кеше булды. Уның турала ауылда “90 саҡырымда ятҡан Мәғниткә йәйәү барып ҡайтҡан кеше”ти торғайнылар. Районға ла туранан-тура йүгереп сыға ла китә торғайны. Һәр саҡ йәйәү, машина-фәлән юл ыңғайы булһа ла ултырманы, йүгерек батыр һымаҡ ине.

Шулай ҙа замандаштары хәтеренә уның бер бик мәрәкә ваҡиғаһы тәрән уйылған. Бер ваҡыт Ишбулды ағайыбыҙ һаҙлыҡта ултырмайым тип, урамдағы донъяһын тау башына күсереп ҡорҙо. Шундай тиҙ эшләне, күҙ ҙә эйәрмәй ҡалды тиһәң дә хата булмаҫ. Ул ваҡытта ҡаршы тауыбыҙ буш ята ине, бер Ишбулды ағайымдарҙың ғына өйҙәре ҡалҡып ултырҙы.

Ҡарлы-буранлы ҡыш килде. Бер ваҡыт иртән тороп тышҡа сыҡһаҡ, Ишбулды ағайыбыҙҙың йорто урамдағы үҙ урынына төшөп ултырмаһынмы... халыҡ “аһ!” итте. Баҡтиһәң, дауыл өйө түбәһендәге бер таҡтаны айырған да, даһырҙап ағайыбыҙға төнгө йоҡо бирмәгән, енле урын шикелле был тип, ялан яғынан килеп ағас ҡырҡып ятыусыларҙы яллап, төнөн өйөн аҫҡа төшөрөп ҡорған. Бына шулай, бик йылғыр кеше ине ул. Уның мунсаһын ҡапҡаһы эсендә зыр әйләндереп урындан урынға күсереп ултыртыуын бөтәбеҙ ҙә белә инек инде.

Ишбулды ағайым Яңылбикә апайым менән торҙолар, биш балаға ғүмер бирҙеләр. Уларҙың өйләнеү тарихы былайыраҡ: Яңылбикә апайыбыҙҙың тормош иптәше Сабит еҙнәй аварияға осрап йәшләй генә вафат була. Өс бәләкәс балаһы менән апай аптырап ултырып ҡала. Шул ваҡыттарҙа Ишбулды ағайыбыҙ Ҡолғаналағы ҡатыны менән айырылышып ҡаңғырып йөрөгән була. Яңылбикә апайыбыҙ әсәйемдең бер туған һеңлеһе, атайымдың балдыҙы. Атай тәүәккәл кеше, балдыҙын да ҡустыһын да ситкә ҡаҡмай, тиҙҙән ҡауыштырып өйләндерә лә ҡуя.

Колхозда эшләнеләр, һәйбәт кенә йәшәнеләр, һигеҙ балаларын тигеҙ ҡаранылар. Атайҙар менән(Муса апам һәм атам), ялан яғындағы бажалары менән(әсәйҙәр биш ҡыҙ ине)бик татыу, дуҫ йәшәнеләр. Атай мәрхүм булғас та Ишбулды ағай оло ҡайынбикәһен-еңгәһен ташламаны, ҡулынан килгәнсе ярҙам итте. Уның бер ҡыҙыҡ холҡо булды, майҙы икмәккә ҡушмай ғына ашай торғайны.

Бер ваҡиға хәтерҙән сыҡмай: әсәй урындыҡҡа ҡунаҡ өҫтәле әҙерләп уртаға йомарлам май ҡуйҙы ла күрше инәйҙәрҙе сәйгә саҡырырға сығып китте. “Как на зло” тигән һымаҡ, шул мәлдә генә тупһала шаян Ишбулды ағайыбыҙ пәйҙә булды. Йәйге ишек шар асыҡ тора бит инде, ағайыбыҙ урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ уртаһындағы теге майҙы күреп ҡалды ла, инә һалып өлкән ҡалаҡ алып, майҙы дүрт өлөшкә бүлеп дүрт тапҡыр һоғондо ла, беҙгә бармаҡ ишараһы менән “һатмағыҙ!” тип ымланы ла, мут йылмайып шыма ғына сығып шылды. Беҙ Кәбир ҡустым менән майҙы үҙебеҙ йотҡандай булып “ик-миҡ” итеп ултырҙыҡ та ҡалдыҡ.

Бына бер ваҡыт әсәй әбейҙәрен эйәртеп ҡайтып инде. Ҡунаҡ өҫтәлендәге буш сеүәтәне күргәс, Ишбулды ағайығыҙ инеп сыҡтымы, тип беҙгә ҡараны. Ҡустым менән ней көлөргә, ней нишләргә белмәй саҡ тыйылып торабыҙ. Унан әсәй: “Ошо Ишбулдынан күргән ыҙаны, ҡороғор, ҡайһындай майымдың тамсыһын да ҡалдырмай ашап сығып киткән бит әле,”— тип шарҡылдата көлөп ебәрә. Беҙҙең әсәй нишләптер көйөүҙө белмәй торған кеше ине.

Ишбулды ағайыбыҙҙың Йәшеренен һуңынан кесе улы Ишбирҙе ҡустыбыҙ сапты. Пай ерҙәре барлыҡҡа килеп, Уралдағы фермалар эше туҡталғас халыҡҡа иркенлек килде. Ишбирҙе лә үр яҡтан матур сабындар биләне, бакуйы кипмәй ыҙалата тип ҡайһы бер йылдар түбәндәгеһен сапмай. Шулай итеп, Йәшерен тынғыһыҙ бесән эшенән дә йәшеренеп ҡалғылай хәҙер.

Мөнир Фәйзуллин

*Тәбиғәт һәм беҙ

Ҡарағастар – ҡыҙыл ағастар[үҙгәртергә]

Минең тыуған, торған төбәгем Бөрйәндең бер мөйөшөнә лә оҡшамағандыр. Беҙҙең яҡта ҡыштар ҡатыраҡ, йәйҙәр ҡырыҫыраҡ. Шуғамылыр, ҡарағайҙар һынлыраҡ, ә, кем әйтмешләй, “ҡыҙағас"тар—япраҡланыр, япраҡ ҡойор ҡайындар һирәгерәк. Таштар ҙа беҙҙә башҡаса. Шулай ҙа иң үҙенсәлеклеһе—бәһлеүән ҡарағастарҙың төйәге беҙҙә. Төбәк тамғаһы һымаҡ та улар. Ер-һыу атамаларында ла улар сағылыш ала. Ауыл ҡаршыһындағы бейек тауҙы Ҡарағаслыбейек тип йөрөтәбеҙ, Ә яҡындағы Ҡарағасйорт тигән еребеҙ боронғо йәйләү урыны. Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡарағастар беҙҙә айырым иғтибарҙа һәм ҡәтғи һаҡлауҙа. Сөнки улар бик һирәгәйеп ҡалған. Йөҙйәшәрҙәрен барлаһаҡ, тарафыбыҙҙа ҡырҡлап ҡына иҫәпләнә. Шуларҙың бер-нисәһе ауыл тирәһендә, дүртәүһе зыяратта. Ғәлиә(1908 йылғы) һәм Нәғимә(1912 йылғы) инәйҙәрҙең һөйләп ҡалдырыуҙарынса, ул ҡарағастарҙың төбөнә ауылға тәү килеп нигеҙ ҡорған бер туған дүрт уҙаман—Килдеғол, Миндеғол, Исҡужа, Һағынбай олатайҙар ерләнгән.

Ҡарағастар, ҡыҙыл ағастар…Нисә йәш икән был төбәк баһадирҙарына?..Берәүҙәр, биш йөҙ, икенселәр унан да күберәк, ти. Әйткәндәй, эш йәштә лә түгел. Типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәр ҙә уйламаған-нитмәгәндә аяҡтан йығыла ла баһа... Шуның һымаҡ мөһабәт ҡарағастарҙың да сығырынан сығыр, сабырлығын юйыр, көнө бөтөр саҡтары бар икән.

1997 йылдың 17 июне ине. Һеҙ һүрәттә күргән олпат ҡарағас ҡояшлы йылы йәйге көндә, елһеҙ-ниһеҙ мәлдә бөтәһен ғәжәпкә ҡалдырып, гөрһөлдәп ергә ауҙы. Тәүҙә һыҙланыуға оҡшаш әсе һыҙғырыу ишетелде. Унан тирә-яҡты һелкендереп көслө гөрһөлдәү яңғыраны һәм ҡуйы, һоро туҙан болото күтәрелде. Йыуан, оҙон ағастың ер тиңенән тамырҙарын ташлап бәйһеҙ ҡолауы һәм дүрт-бишкә тураҡланып барып төшөүе ауыл халҡын һағайтты ла, аптыратты ла. Яҡшыға ғына юрарға тырыштылар, ил-йорттоң именлеген теләнеләр.

Ә шулай ҙа күңелдә бер ауыр тойғо-һөрән ҡалды: “Кешеләр! Ни аҙаплайһығыҙ тәбиғәт менән?!. Тәбиғәт—үҙегеҙҙең әсәгеҙ, тәбиғәтһеҙ кешелек, тимәк һеҙ юҡ! Бысратмағыҙ, ҡыйратмағыҙ тирә-яҡ мөхитегеҙҙе!”-тип иҫкәртә һымаҡ ине ҡарағастың аяуһыҙ яҙмышы. Ҡарағас ҡолағас, байтаҡ иҫәнгерәгән һымаҡ уйға батып йөрөнөм һәм ошондай шиғыр күңелдә тыуҙы…

Ҡарағастар…күп йөҙ йәшәр ағастар,

Олатайҙарҙан да артҡа ҡалғастар,

Күргәндәрҙер улар оло тормошто,

Беләләрҙер сал ҡарт ише тарихты.

Шаһит булғандарҙыр:бынау ерҙәрҙән,

Бабсаҡ үткән, ҡайтышлай ят ерҙәрҙән.

Батыр эҙе һыуынһа ла еремдә,

Рухы йәшәй ҡарағастар йөҙөндә.

Улар күргән, бында бик тәүәккәлләп,

Нигеҙ ҡорған Килдеғол ҡарт тәү килеп.

Ырыу-йорт ишәйеп быуын-быуынға,

Утар әүерелгән бик ҙур ауылға.

Ҡарағастар күргән: беҙҙең яҡтарға,

Килгән, торған хатта ете яттар ҙа.

Тунап ян-яҡтағы ҡуйы урманды,

Һарағынан башлағандар ҡыуғынды.

Петр I һаҙлыҡҡа ҡала һалдырған,

Нигеҙлеккә ҡарағастар алдырған *.

Төбәк тулы метр ярым түңгәктәр,

Янап торған хас һуҡ бармаҡ кеүектәр.

Ҡарағастар шаһит: урман ҡырҡыла,

Һаман…Һаман ерем бите йыртыла,

Күптән инде ағас ашап өйрәндек,

“Урманыбыҙ—туныбыҙ(!) ”бит—төрөндөк.

Ҡыҙыл ағас барыһын да күрәлер,

Ана тора күҙгә ҡарап, терәлеп,

Бер йәй хатта, ауҙы сәсрәп сыралай,

Дәү ҡарағас шул хаслыҡҡа сыҙамай.

Ҡарағастар…күп йөҙ йәшәр ағастар,

Беҙҙән һуң да ҡалып,оҙаҡ торғастар(?)...

Алдарында кеше булып ҡалһаҡсы,

Төбәк данын изге һаҡлай алһаҡсы, Ҡарағастар —шәжәрәләр ағасы!..

Мөнир Фәйзуллин.

  • 1992 йылда Бөрйәндән беҙ утыҙ уҡытыусы Изге Петр, йәғни Санкт-Петрбург ҡалаһына экскурсияға барғанда, ҡала менән таныштырыусы: “Беҙҙең ҡала Башҡортостандан килтерелгән ҡарағас свайҙар өҫтөндә ултыра”-тине.

Фотоларҙа:

  1. Бына ул аңһыҙҙан ҡолаған дәү ҡарағас. 1997 йылдың апрель урталары ине. Райондан дуҫым, яҙыусы, фоторәссам Флүр Ғазин килде. Ҡарағас минең йорт ҡаршыһында ғына. Флүр:“Әйҙә, Мөнир, анауы ҡарағас төбөндә һине фотоға төшөрәйем, бер иҫтәлек булһын,”--тине. Ысынлап та, ҙур иҫтәлек хәҙер был фото.
  2. Ә был фотоны дуҫым, шағир Булат Тимерғәлиевтан үҙем төшөрттөм.Ҡарағасһыҙ--ағасһыҙ(!) йәнтөйәгем нисегерәк күренер икән тип. Шунда ул:“Теге ваҡыт һин ҡарағастың теге яғынан һөйәнһәң, шул ваҡытта уҡ ҡолар ине, һин ғәйепле булыр инең,”--тип көлә. (Ана тегендә Ҡарағаслыбейектең ҡарағастары һарыға мансылып, ауылға йәм бирә.)
    1. Ҡарағасйорт яғында һаҡланған тарихи ҡарағас түңгәк. (Олоно баяғы Санкт-Петрбургка китмәне микән?..) Тамғалы, күп тарихтарға шаһит түңгәк. Бындай уҡ тамға архив материалдарында бар. 1816 йылда был тирәләге ауылдарға Алтынбай Ильясов старшина булып тора.

Халыҡ һанын алған ревизия мәғлүмәттәрен раҫлап старшина ошондай уҡ тамғаһын(уйым өҫтөнән аҡбур менән йөрөттөм)ҡуйған.Был түңгәкте беҙ "Сабирйән түңгәге" тип йөрөтәбеҙ.

Күренекле яҡташыбыҙ, Әбделмәмбәт ауылы кешеһе хәлфә һәм сәсән Сабирйән Мөхәмәтҡолов((репрессия ҡорбаны) 1932 йылдың июлендә ошо уҡ түңгәктең ҡояш төшмәгән арғы яғына химик ҡәләм менән “Түңгәккә”исемле шиғырын яҙған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]