Киләсәк беҙҙе ғәфү итмәҫ
Ҡәҙерле туғандар!
Туған телдең әһәмиәте тураһында кеше уйлап сығарған стандарттар һәм закондар йәһәтенән түгел, ә тәбиғәт ҡанундарына нигеҙләнеп сығыш яһарға булдым. Һәм был сығышымда туған телдең әһәмиәте хаҡында түгел, ә туған телде юғалтыу арҡаһында ниндәй ҡиммәттәрҙән мәхрүм булыуыбыҙға бер аҙ ғына байҡау яһамаҡсымын.
МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА
Тәбиғәт кешелек донъяһын бар иткән саҡта, һәр кешегә үҙ-үҙен дауалау сараһы бүләк иткән. Ул – йыр-моң. Тәбиғәттең иҫ китмәле мөғжизәһе ул моң. Туған тел моһо, йыр моңо. Кеше үҙ-ара туған телдә аралашып, туған телендә йырлап йәки йыр-моң тыңлап нерв күҙәнәктәрен яйға һала, күңел көсөргәнешлеген йомшарта, тотош булмышын сәләмәтләндерә.
Уртаҡ тел, уртаҡ моң
[үҙгәртергә]Уртаҡ тел, уртаҡ моң – ул йән йылыһы барлыҡҡа килтерә. Ә йән йылыһы милләттәштәрҙе берләштерә. Йән йылыһы ала алмауҙың ни икәнлеген инкубатор ысулы менән бар булған тауыҡтар миҫалында асыҡ күрәбеҙ. Фән һәм техника үҫеше арҡаһында себеш сығарыу өсөн тән йылыһы алыуға өлгәшелгән, әммә йән йылыһы булмағанлыҡтан, ул тауыҡтар үҙҙәре себеш баҫып сығара алмай. Йән йылыһы тартымы булмаған хәлде шәжәрә байрамдарында асыҡ күреп була. Ҡарттар бергә йыйылыша, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Урта йәштәгеләр ярым-йорто туған телдә һөйләшеп, үткәндәрҙе хәтерләп ала.
Бөгөн мин сығышымды, башҡорт булараҡ, был трибунан барыбыҙ өсөн дә уртаҡ шатлыҡтан башламаҡсымын. Беҙ бөтөн донъяға ҡымыҙыбыҙ, балыбыҙ, ҡурайыбыҙ менән дан тота инек. Хәҙер милли көрәшебеҙ республикабыҙ сиктәренә сыға башланы, “Урал батыр” эпосы киң билдәлелек яулай. Әйтәһе фекеремдең әрәсәһе шул: беҙҙең бит донъя кимәленә танытаһы, башҡорттар үҙҙәре генә түгел, башҡалар ҙа файҙалана алырлыҡ, башҡа халыҡтарға ла файҙа килтерерлек халыҡ ғилеме, халыҡ һөнәре, халыҡ шөғөлө иҫ китмәле күп. Халҡыбыҙ ғүмере меңәр йылдар менән иҫәпләнә икән, заманында үҙе биләгән ерҙәрҙә үҙе генә йәшәгән икән, тимәк, йәшәү өсөн шарттарҙы ла, көнкүреш ихтыяжын да бер кемдән дә өйрәнмәгән, үҙе бар иткән. Ошо ғилеменең, белеменең, һөнәренең бик аҙы ғына беҙҙең көндәргәсә килеп еткән һәм шуларҙы ныҡлы өйрәнеп, фән кимәленә күтәреп, донъяға танытырлыҡ рухи һәм матди хазинабыҙ бихисап әле.
Халыҡ ғилеме
[үҙгәртергә]Башҡа халыҡтар күптән инде халыҡ ғилемен фән кимәленә күтәрә. Мәҫәлән, ҡытайҙар бөгөн фэн-шуйҙарын донъяға таратып ебәрҙе. Ә башҡорттоң булмағанмы фэн-шуйы? Ауылға урын, йорт һалырға нигеҙ һайлаған саҡта, ҡытай ҡартын эйәртеп йөрөмәгәндер бит? Ҡот, тигән иҫ китмәле төшөнсә бар халҡыбыҙҙа. Ҡотло нигеҙ, ҡотло урын, ҡот ҡайтарыу, ҡот ҡойоу, ҡотло булһын, ҡотло мал һәм башҡалар. Әммә нимә ул ҡот? Ул нисек бар була?
Өй эсендә ҡот булһын өсөн, тәҙрәләрҙе ҡояшҡа ҡаратып һалғандар. Башҡорт ауылдарында урам юҡ, тип, яңыса һалырға ҡушҡандар. Был ғилем өйрәнелеп, өй эсенә төшкә тиклем төшкән ҡояш нурҙарының шифаһы өйрәнелеп, фәнни яҡтан нигеҙләнһә, бөгөнгө көндә һис юғы мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, больницаларҙы ошолай ҡотло итеп һалырҙар ине. Ҡот ҡойоу, ҡот ҡайтарыу ысулдары өйрәнелмәгән.
Медицина өлкәһендәге ғилеме лә өйрәнелмәгән. Үлән менән дауалау иҫ китмәле юғарылыҡта булған. Өҫтәүенә, биология, ботаника өлкәһендәге ғилеме аптырарлыҡ кимәлдә. Ниндәй үлән дауалай, ниндәйе ашарға яраҡлы, ниндәйенән буяу алып була, ҡайһыныһы имләй, ә ҡайһыныһынан моң ағыла? – уны белеүселәр кәмегәндән-кәмей бара. Хирургия өлкәһендә бит һылап быуын ултыртыу, эс төшһә – һылап күтәреү, тәндәге тоҙҙо һылау юлы менән дауалау кеүек оҫталыҡ профессиональ хирургияла файҙаланылмай. Бөгөнгө көндә кешеләрҙең бик күптәре умыртҡа һөйәгенең үҙгәреүенә зарлана. Ә умыртҡа һөйәгенең үҙгәреүенең нерв күҙәнәктәренә зыян килтереүе билдәле. Борон башҡорт инәйҙәре бала тыуғас уҡ һылап, умыртҡа һөйәгенең ҡулсаларын дөрөҫ урынлаштырып, баш мейеһе төшмәгәнме – үлсәп, ипкә килтереп ҡуйған.
Өйрәнелгәнме был ғилем?
[үҙгәртергә]Биологияны ла, астрономияны ла, химияны ла, тарихты ла, геологияны ла, математиканы ла һәм башҡаларҙы ла белгән ул. Бөгөн беҙ халҡыбыҙҙың ҡиммәтле ошо ғилемен өйрәнмәү арҡаһында байтаҡ нәмәне юғалтыу ғына түгел, һаулығыбыҙға ла зыян килтермәйбеҙме икән? Әйтәйек, “Урал батыр” эпосында:
Йәнлек иркәк булдыниһә,
Ирле-бисәле икәүһе
Башын сөйнәп ашаған.
Йәнлек орғасы булһа,
Ирле-бисәле икәүһе
Йөрәгене һайлаған.
Ә беҙ хәҙер мал йөрәген айырып торабыҙмы? Юҡ. Халыҡтың был ғилемен дә тикшереп, фән кимәленә еткереүсе юҡ. Ә бал менән ҡымыҙҙан башҡа күпме шифалы ризығыбыҙ профессиональ кимәлдә тикшереүҙе һәм донъя кимәленә сығарыуҙы көтә. Буҙа, талҡан, күбек майы, ҡорот, эркет, йылҡының елек майы һәм башҡалар ризыҡ булыуҙан тыш, ғәжәп дауалау үҙенсәлегенә лә эйә бит.
Халҡыбыҙ ғилеме хаҡында миҫалдар килтереүҙе туҡтатып, бер һөйләшеүҙе килтерәм. Медицина институтында эшләгән башҡорт ғалимына һорау бирәм.
- Ни өсөн башҡорт милли аҙыҡтарының шифалы сифаттарын тикшермәйһең? Шул уҡ ҡорот.Иҫ китмәле ризыҡ бит.
- Мин рус мәктәбендә уҡыным. Уға иғтибар итмәнем. Ғөмүмән, башҡорт донъяһын белеп етмәйем. Өйҙә русса аралаштыҡ. Милли ризыҡ ашаманыҡ. Өләсәйҙәргә һирәк кенә барҙым.
Был яуап – милләтебеҙҙең бөгөнгөһөнөң көҙгөһө. Олатай-өләсәйҙәр тәрбиәһе ала алмайбыҙ. Ә мәктәптәребеҙҙә рус телендә уҡытырға күсә башланы. Тел бит икмәк-тоҙлоҡ һөйләшеү, аралашыу өсөн генә кәрәкмәй. Тел – ул фән, спорт, музыка терминдары.Беҙ уларҙы тулыһынса инҡар итә башланыҡ. Һүҙҙәр менән бергә төшөнсәләребеҙ, тимәк, быуындан-быуынға күсә килгән ғилемебеҙ юғала.
Туған тел – аралашыу теле генә түгел
[үҙгәртергә]Туған тел – аралашыу теле генә түгел. Юғары көс кешелек донъяһын бар иткән саҡта, һәр кешегә йырлау һәләте – моң бүләк иткән. Кеше үҙ нервыларын дауалау, ҡандағы көсөргәнешлекте бөтөрөү өсөн йә йырларға, йә музыка тыңларға тейеш. Беҙҙең уникаль тынысландырыу ҡоралы – ерҙән, тәбиғәттән моң алған ҡурайыбыҙ бар. Йән тынысландырыусы оҙон көйҙәребеҙ бар. Балабыҙҙы туған телдән яҙҙырып тәбиғи дауаланыу сараһынан мәхрүм итәбеҙ. Балабыҙ ғәфү итерме? Туған телгә аҙаҡ өйрәнеү еңел түгел, сөнки ҡандан килгән мөмкинлек томалана. Рус мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытҡандар белә – башҡа милләт балалары башҡорт телен башҡорт балаларына ҡарағанда тиҙерәк үҙләштерә. Ә башҡорт балаһы өсөн ул сит тел генә түгел, өйрәнеүе ауыр булған, онотолған һәм ҡайтанан иҫкә төшөрөүе ауырлашҡан төшөнсәгә әйләнә. Манҡортлоҡ. Тел менән беҙ бик күп рухи хазинабыҙҙы ғына түгел, әйтеп үтеүемсә, нерв ҡуҙғыуын дауалау сараһын, атай-әсәй һәм башҡа ҡан туғандар менән бер-береңде тойоп аңлау мөмкинлеген дә юғалтабыҙ.
Тел юғалтыу өлкәндәр, тимәк, халыҡ менән аралашыу, уларҙа һаҡланған рухи ҡиммәттәрҙе отоп алыу, камиллаштырыу, таратыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалабыҙ.
Ғалим антрополог Ринат Йосоповтың һығымталарына ҡарағанда, башҡорттар араһында һөйәккә тоҙ ултырыу, тын юлдары сире, умыртҡа һөйәге ҡаҡшау һәм башҡа шундай һөйәк менән бәйле ауырыуҙар булмаған тиерлек. Был бит йәшәү рәүешенең камиллығынан, дөрөҫ туҡланыуҙан килә.
Бөйөр ташын сәй менән сығарғандар. Ете, туғыҙ төрлө шифалы үләндән сәй яһағандар.
Хужалыҡта бер баш йылҡыға өс-дүрт һарыҡ аҫырау нисбәте булған. Һарыҡ ҡырып ашап йөрөй, ә йылҡы тояҡтары менән ерҙе йомшарта, өҫтәүенә ашлама ҡалдырып китә. Беҙҙә әлеге ваҡытта бер урында йөҙәрләп һарыҡ аҫырала.
Металл, ҡиммәтле таштар менән дауалағандар.
Башҡортостандың алтын халҡының алтын хазинаһын кем өйрәнер
[үҙгәртергә]Ғөмүмән, Башҡортостандың, Бабич әйтмешләй, алтын халҡының алтын хазинаһы өйрәнелмәгән. Уны өйрәнеү йәштәр ҡулында. Геологияны яҡшы белгәнлектән, ер тетрәмәй торған төйәкте үҙ иткән, булат ҡылысы ҡойған, ябай ҡыу үләненән тәбиғәт ҡеүәте менән тоташтырырлыҡ музыка ҡоралы яһаған, күңел тынысландырғыс оҙон көйҙәр ижад иткән, һанап бөткөһөҙ шифалы ризыҡ төрҙәре әҙерләй белгән халыҡтың ғилемен өйрәнергә лә өйрәнергә, донъя кимәленә сығарып, башҡа халыҡтар ҙа файҙаланырлыҡ кимәлгә еткерергә кәрәк. Ә уның өсөн туған телде “эйе, юҡ” тип һөйләшерлек кимәлдә белеү генә етмәй. Рус телле әһелдәребеҙ тәржемә иткән “Урал батыр” эпосында иң төп фекер яңылыш тәржемә ителгән кеүек (был хаҡта яҙғайным: “яҡшы ат” тигән төшөнсә “хороший конь” тип тәржемә ителгән), кинәйә менән әйтелгән башҡа ҡиммәттәребеҙгә лә зыян килтермәҫ өсөн, туған телле ғалимдарыбыҙ үҫергә тейеш беҙҙең.
Ә беҙ бит балаларыбыҙҙы, туған телдән яҙҙырып, йән йылыһынан, бер-береһенә ылығып-тартылып тороу бәхетенән дә мәхрүм итәбеҙ. Кешелек донъяһы ниндәй генә асыш яһамаһын, тәбиғәт ҡанундарынан тайпыла икән, әллә ни алға китеш булмай. Миҫал өсөн. Инкубатор тауыҡтары себеш баҫмай. Ни өсөн? Фән һәм техника ҡаҙаныштары йомортҡаға тән йылылығы эшләй алған, йән йылылығы бирә алмай. Йән йылылығы, милләттәштәрҙең берүбереһенә тартылып тороуы фәҡәт тәбиғилектән-үҙең булып ҡалыуҙан, уртаҡ тел, уртаҡ моң, уртаҡ мөхит булдырыуҙан ғына бар була.
Икенсенән. Тәбиғәт кешелек донъяһын яратҡан саҡта, үҙ-үҙеңде дауалау сараһы бар иткән. Ул – йыр. Ул – моң. Иҫ китмәле мөғжизә ул йыр. Кеше туған телдә йырлап йәки тыңлап, нерв күҙәнәктәрен яйға һала, тынысландыра, булмышын дауалай, эске күңел донъяһын байыта, тимәк, ғүмерен оҙайта. Иң оҙон ғүмерлеләр, нигеҙҙә йырсылар. Ә беҙ балаларыбыҙҙы ошо ҡиммәттәрҙән мәхрүм итәбеҙ.
Хөрмәтле туғандар! Атай-олатайҙарыбыҙ быны яҡшы аңлаған, телһеҙ ҡалдырмау өсөн ҡан ҡойған бит. Ә беҙ ни эшләйбеҙ? Киләсәк бының өсөн беҙҙе ғәфү итмәҫ.