Күсле ил — көслө ил/Баш һүҙ
Тәҡдим ителгән яҙмаларымды нисек атарға ла белмәйем, сөнки мин уны философия буйынса диссертация итеп әҙерләгәйнем, әммә ғилми етәксем Дамир Жәүәт улы Вәлиев көтмәгәндә вафат булғас, эшемде бүтәнсә дауам итмәнем. Ғалимдарыбыҙ араһынан, әҙер хеҙмәт бит, яҡлап ҡуй, тиеүселәр булһа ла… Мин уны фәнни-популяр әҫәр итеп әҙерләү бәлки ҡулайыраҡтыр ҙа тигән фекергә килдем һәм «Күсле ил — көслө ил» тигән китабыма индереп ебәрҙем. Дөрөҫөн әйткәндә, күпме диссертациялар яҙыла, әммә уның күпмеһе генә халыҡҡа мәғлүм була һуң? Бик аҙы ғына. Халҡыбыҙҙың алтын аҡылын, юғары философияһын йәштәребеҙ ҙә белһен, аңлаһын тигән ниәт менән эшләнде был. Әлбиттә, быны асып бөтөрөү мөмкин түгел, бәлки бер талпыныш ҡына. Әммә шул талпынышым йәштәребеҙҙә милли философиябыҙға яңыса ҡараш ташларға теләк уятһа, маҡсатыма өлгәшә алдым тип һанай алыр инем. Рәхмәт битараф ҡалмаусыларға!