Ойоҡ бәйләү (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Арҡандан бура бурайҙар.
- Арҡан ураным,
Бура бураным,
Йылыһына ҡыуандым. - Биш ағай бура бурай,
Береһе сыға ла ҡарай,
Береһе сыға ла ҡарай. - Унау килеп еттеләр,
Аҡ арҡанды тоттолар,
Бура бурап киттеләр. - Биш бүре,
Бишеһе лә күк бүре,
Береһен-береһе ҡыуған,
Ҡойроғон быуған. - Биш ағай һуғыша.
- Биш аға
Бишеһенә бер өй һала. - Биш малай
Береһен-береһе ҡыуалай. - Биш турғай
Берен-бере ҡыуалай. - Биш бағанаға ситән үрәләр.
- Биш туған ситән үрә.
- Ун оҫта арҡандан бура бурай.
- Өфөнән килгән биш егет
Берен-бере ҡыуалай. - Ун кешегә биш бағана,
Бер арҡан,
Тарталар ҙа һуҙалар,
Йомро ситән үрәләр. - Дүрт ағай арҡан һала,
Бер ағай үрә. - Дүрт ағай ситән үрә,
Береһе арала йөрөй. - Дүрт ағай бура бурай,
Береһе бүрәнә һөйрәй.