Эстәлеккә күсергә

Парлы ғүмер – нурлы

Викидәреслек проектынан

Парлы ғүмер – нурлы

Иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк булып оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итеүсе ғаилә парҙары һәр саҡ һоҡландыра. Һүҙем Иҫке Монасип ауылының Кепес яғында йәшәүсе Роза Ғимаҙей ҡыҙы менән Факил Нәжметдин улы Бикметовтар хаҡында. Донъя ауырлыҡтарын күп күрергә тура килһә лә, улар һәр саҡ бер-береһенә тоғро ҡалып, һөйөү усағын һүндермәйсә аңлашып ғүмер кисерәләр.

Факил Нәжметдин улы 1934 йылда Байназар ауылында тыуа. Алты синыфты тамамлап, мөмкинлек булмағас, барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек колхозға эшкә сыға. 1957 йылда Сахалинда әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Ҡыҙыл таң колхозына инә. Күпселеген һарай эшләү, ферма ремонтлау, ағас ҡырҡыу кеүек төҙөлөш эштәрендә йөрөй. Колхоз техникаларының запас частарына ревизия үткәрешә. Һуңғы 15 йылда 1994 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы пилорамала эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау грамоталары, Хөрмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Хужалыҡтың почет таҡтаһынан төшмәй, район “Таң” гәзитендә лә маҡтап яҙыла.

- Атайым Нәжметдин сығышы менән Иҫке Монасиптыҡы. Уны башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ төрлө ауылдарға ебәрерҙәр ине. Шуға беҙ – ғаиләһе лә бергә күсенеп йөрөнөк. Атай һуғыштан әйләнеп ҡайтманы, хәбәрһеҙ юғалды тигән хат килгәс, уның тыуған ауылына күстек. Һуңғараҡ ҡына Ҡазан эҙәрмәндәре эҙләп йөрөп атайымды асыҡланылар, - тип хәтерләй Факил ағай.

Тормош иптәше Роза Ғимаҙей ҡыҙы 1938 йылда Бетерәлә тыуа. Уға ла төрлө тормош ауырлыҡтарын күрергә тура килә. 1943 йылда һуғышта атаһының үлеме тураһында хәбәр килгәс, әсәһенең тыуған ауылы – Байғаҙыға күсеп ҡайталар. 5-се синыфты ла уҡып бөтә алмай, баштан-аяҡ колхоз эшенә бирелә. “Ворошилов” колхозында 6 йылға яҡын ырҙында ла, ағас ҡырҡыуҙа ла, йәй бесән эшләүҙә лә ҡатнаша. Унан һарыҡ көтөүгә инә.

- 50 һарыҡты һәм бәрәстәрен күҙ ҡараһындай һаҡлап көтә инек, юғалһа йә үлһә елкәгә һалыуҙары бар. Кейәүгә сығып Иҫке Монасипта йәшәй башлағас та колхозда план үтәнек: уҫаҡ бәйләү, сөгөлдөр тәрбиәләп үҫтереү, картуф утау, бесән, ырҙын бер эштә ҡалманы. Йүнләп өйҙә лә торманыҡ, балаларҙы ҡәйнәм ҡарай торғайны, - ти Роза Ғимаҙей ҡыҙы.

1958 йылда Роза Ғимаҙей ҡыҙы менән Факил Нәжметдин улы димләү буйынса өйләнешәләр һәм бына ярты быуаттан ашыу инде пар аҡҡоштарҙай татыу ғүмер итәләр. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы балалары – Зөлфиә, Фәһим, Камил, Фаяз, Зөлхизә, Ғилфан, Айрат, Алһыу донъяға килә. Һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән ата-әсә бөгөн олатай өләсәй булып бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Күңелһеҙләнергә ваҡыттары ла юҡ, йорт эштәре менән булалар, балалары ла ярҙамлашып ҡына тора.

Олоғайған көнөңдә яҡындарыңдың уңышына һөйөнөп, шатлыҡтарын уртаҡлашып ғүмер кисереү үҙе ҙур ҡыуаныс. Был бәхетле парға сәләмәтлектә бик күп йылдар яҡты ал таңдарҙы ҡаршылауҙарын теләйбеҙ.

Д. БАЙНАЗАРОВ.