Сәләмәт йәшәү рәүеше

Викидәреслек проектынан

Алтын урталыҡ[үҙгәртергә]

Фәйләсуфтар бөгөнгө, әлеге бирелгән ваҡыт эсендә йәшәргә өйрәтә. Ысынлап та, алдағыһы беҙҙең ихтыярҙа түгел әле, ә үткәне ҡулдан ысҡынған инде. Бары ошо мәл елпеүендә генә нимәлер атҡарып, ысынбарлыҡҡа әйләндереп, тормошҡа ашырып була. Әммә үткән менән киләсәгеңде лә инкар итеп булмай. Тап ошо минутта мин барыр юлым, өлгәшер маҡсатымды, алдағы көндәремде күҙаллайым! Урыҫ әйтмешләй, «иду туда, не знаю куда» тип йәшәп булмай ҙа. Шул уҡ ваҡытта, үткәнемдең тәжрибәһен, һабағын да иҫәпкә алырға тейешмен. Ғүмер — ул нәҡ күпер кеүек, үткән менән киләсәк арауығында бер тотам.

Сәләмәт ғәилә. Сәләмәт бала. Сәләмәт йәмғиәт[үҙгәртергә]

Ғәилә. Бала. Йәмғиәт.[үҙгәртергә]

Ҡайһыныһын алма — өҙлөгөүҙә! Булыр микән берәй саҡ сәләмәт һүҙен дә ҡушып һөйләргә? Ниңә медицинаның иҫ киткес ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, сәләмәт кешеләр юҡ дәрәжәһендә? Ниңә махсус программалар ҡабул итеп тә, халыҡтың кәмеүенә сик ҡуйып булмай? Ниңә ғәиләләр күпләп тарҡала ул? Ниңә ғүмерен ҡыйыусылар һаны артыу өҫтөндә?

Ошо проблемаларҙың барыһының да тәүсәбәбе — ғәилә ныҡлығының ҡаҡшауында. Әлегә хөкүмәт ғәиләнең матди базаһын нығытыу юҫығында күпмелер эшләй. Һәм был дөрөҫ тә. Сөнки ғәиләне тарҡатҡан сәбәптәрҙең бик тосо шул. Тик төп һәм иң беренсеһе түгел. Аслыҡ, юҡлыҡ дәүерҙәре булып та, ошондай көрсөккә терәлгән замандар булмаған элек. Бәлки, ҡасан да булһа, ғәилә сәләмәтлеген тәшкил иткән бөтә тәүшарттарҙы асыҡлап, уны һәр яҡтан хәстәрләй торған эҙмә-эҙлекле, берҙәм һәм берәгәйле программа төҙөлөр ҙә дәүләт тарафынан. Сөнки ғәилә — йәмғиәттең күҙәнәге. Сәләмәт ғәиләнән генә сәләмәт бала үҫә. Сәләмәт йәмғиәт ойоша.

Тик йырҙа әйтелгәнсә, балалар үҫтерер мәлдәр — бер ваҡыт ҡына! Һәр кемдең тәғәйен ваҡыты — бер тәл генә. Бары шул арауыҡта, үҙ тәңгәлеңдә үҙең генә хәл итә алаһың яҙмышыңды. Теләмәһәң, бер ни ҙә ҡыбырлатҡың килмәһә, әллә ниндәй программалар ҙа хәл-ваҡиғаларҙы ыңғайға үҙгәртә алмаҫ!

Шәжәрәмдә — сал тарихы бабаларҙың,
Бөгөнгөм дә, киләсәгем — балаларым (Ҡәҙим Аралбай).

Кемдер белә: үлемесле радиоактив нурҙар ҡушылыу үҙенсәлегенә эйә. Йәғни, бер доза икенсеһенә өҫтәлә бара. Химик ҡушылмалар менән дә шундай уҡ хәл. Аҙыҡ (ә, бәлки, үҙе үк алдыҡтыр) боҙолмаһын, тәмле күренһен, күркәм йөҙ алһын өсөн ике меңдән ашыу яһалма ҡушылмалар тырышлыҡ һалған. Ләкин организмда был сит-ят матдәләрҙе тарҡата торған ферменттар юҡ. Емергес тәьҫирҙәре бер-ике ашағандан ғына беленмәй ҙә. Әммә өҫтәлә-өҫтәлә, организмда әүерелештәргә керә барып, мәкерле тырнағын батырмай ҡалмай. Тән һәм нәҫел сәләмәтлегенә! Уларҙан янаған сирҙәр гөлләмәһе бер медицина әҙәбиәтендә лә һүрәтләнмәгән. Был мөмкин дә түгел. Көнбайыш медицинаһы диагноз ҡуйыр ул. Симптомдар буйынса. Ниндәй сирҙекенә тартым булыуына ҡарап. Дауа ғына бармаҫ.

Сирҙәрҙең ҡолас йәйеүе 1990 йылғы аҙыҡ революцияһынан һуң башланды. Бөтә Америка ҡитғаһы һәм көнбайыштың үҙендә һанап ҡараған һәм сүпкә ташлаған технологияларынан. Матур төргәктәге «ыу»ҙарҙан! Эй-й-й, төргәктәре бик зауыҡлы заман алдаҡтарының!


Кәрһеҙ быуын ҡайҙан?[үҙгәртергә]

Интернет селтәрҙәре тулған ярҙам һораған ата-әсәләрҙең зары менән. Матбуғатта ла әҙ түгел иғландар. Урам саттарында, магазин һәм аптекаларҙа хәйриә йыйыусыларҙың тороуы ғәҙәти хәл.

Заманында тәмәке һәм араҡының зарары тураһында лекцияларҙы байтаҡ уҡыным. Аҙағы гелән кемдеңдер булһа ла төртмә һүҙе менән тамамлана ине. «Тарттым тәмәкене, тартам. Эстем, эсәм, балаларымдың бар ағзалары ла теүәлсе», — тип.

Һәр кемдең дә нәҫел программаһы икәү була: береһе — әсәй организмынан, икенсеһе атайҙан килә.

Ниңә тәбиғәт йән эйәһен ике программалы итеп яралтҡан һуң? Ниндәй генә нәҫел билдәһе булмаһын, уның өсөн яуаплы ген бар. Был ген ҡәҙимге, йәғни сәләмәт була ала. Боҙолорға ла мөмкин. Ундайын мутант (боҙоҡ) ген тип атайҙар. Уның мәкерлеге шунда: ҡәҙимге ген янында беленмәй тора ала. Шуның өсөн дә ҡәҙимге генды ҙур хәреф (А) менән, мутантты бәләкәйе (а) менән тамғалайҙар. Шулай итеп, был гендар буйынса нәҫел программаһы өс төрлө була ала: АА, Аа, аа. Йәғни, ике осраҡта боҙоҡ гендары булған мәғлүмәтте алған була йән эйәһе. Тик береһе белер үҙ хәлен (аа), икенсеһе белмәҫ тә (Аа).

Ҡайҙан, ни өсөн ырыуҙа бындай боҙоҡ ген яһала һуң? Сәбәптәре булып тәмәке, алкоголь, наркотиктар, мөхиттең бысраныуы тора. Ә ләкин иң-иң ҡолас алғаны — аҙыҡ аша. Үҫтереү технологияһынан башлап (стимуляторҙар, антибиотиктар, допингтар, гербицидтар, пестицидтар), уңышты һаҡлау һәм магазин кәштәләренә еткереү өсөн ҡушылмалар өҫтәлгән аҙыҡ — эсеңде кәйелеп (разрывная пуля) иҙгән йәҙрә кеүек. Ә инде генетик яҡтан үҙгәртелгән аҙыҡтың зыянын күптәр белмәй ҙә.

Шулар һәммәһе лә, ағыулау ғына түгел, канцероген һәм мутаген һәләткә лә эйә. Рәсәйҙә ГМО юҡ тип һөйләү ҙә ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Беҙ күптән инде биотехнология ҡаҙаныштарын файҙаланабыҙ. Колорад ҡуңыҙы ашамай торған сорттарҙа картуфтың нәҫел программаһына сит ген индерелгән була. Был ген нигеҙендә ҡуңыҙҙың ашҡаҙанын емерә торған фермент эшләнә. Ул инде кешенең ашҡаҙанында ла әкренләп сей яра эшләй…

Күңелен нәх баҫҡан халыҡ, икмәк бешереү өсөн боронғоса сүпрә эшләүҙе күптән онотто. Һатыуға көслөнән көслөрәк штаммдар эшләп сығарыла. Ә бит ул бәшмәк. Иммунитеты ҡаҡшағандар өсөн уны хәүефһеҙ тип бер кем дә гарантия бирәлмәй…

Боҙоҡ ген йылдар һуҙымында нәҫелдән нәҫелгә тапшырылып, шым ғына ырыу эсендә йәйелә лә, йәйелә. 4-7 быуында күбәйеп китеп, ғәилә ҡорғандарҙың икәүһендә (Аа) лә булыу ихтималы бар. Бындай осраҡта ике яҡтан да боҙоҡ ген (а) алған күҙәнәктәр аша сирле, зәғиф бала (аа) тыуыуы булмаҫ хәл түгел. Тик был үҙҙәре һап-һау булып, бер хилаф көтмәгән атай-әсәй өсөн генә аяҙ көндә күк күкрәүгә тиң булыр.

Беҙ, тәҡәббер быуын, ата-бабаларҙың донъяуи белемдәрен иҫкелек ҡалдығына һанап, ә үҙҙәрен томана наҙанға ҡуйып үҫтек. Кемдәр мәғрифәтлерәк булғанын донъя күптән күрһәтә башланы инде…

Ҡасандыр ҡәбиләләр башында ҡанбабалар торған. Дәрәжәләре ҡәбилә башлығыныҡынан күпкә юғары булған. Иң мөһим вазифаларының береһе — ырыу таҙалығын, нәҫел сәләмәтлеген һаҡлау, тән, йән, рух бөтөнлөген, берҙәмлеген ҡурсау булған. Ырыу шәжәрәһен алып барғандар. Улдарын өйләндерәләрме, ҡыҙҙарын кейәүгә бирәләрме, Ҡанбаба рөхсәтенән, фәтихаһынан тыш мулла никах уҡый алмаған. Шәжәрә аша нәҫел-нәсәп тикшерелеп, ете быуын айырылғандарҙан, туғанлыҡтары өҙөлгәндән һайлағандар парҙы. Ҡайҙан белгәндәр тиерһең? Шул осраҡта ғына берүк төрҙәге боҙоҡ гендарҙың был парҙа тап килеү ихтималы юҡ дәрәжәһендә булғанын! Боҙоҡ генды икенсе заттағы сәләмәт ген менән баҫырып булғанды. Ә шулай ҙа боҙоҡ гендарҙың сәләмәттәрен еңә алған төрҙәре лә бар. Миҫал өсөн, иргәйеллеккә килтерә торғаны беренсе быуында уҡ үҙ мәкерен күрһәтәсәк.

Ниңә беҙ ғәилә нәһерен ҡоротор ҡара исемлеккә юл астыҡ һуң? Тәмәке. Алкоголизм. Наркомания. Токсикомания. Аҙыҡ миңрәүлеге… Ниңә баш осондағы ҡоҙғондо күрмәҫ булып күҙ тонған?

Аша ла эс…[үҙгәртергә]

Телеэкрандарҙы асһаң, хайран-вайран. Һәр каналдарҙа ла, тапшырыуҙың береһендә һәләгәйең ағырлыҡ итеп бешеренергә өйрәтһәләр, икенсеһендә нисек ябығырға баш ваталар. Унан ҡалһа, зал тулы халыҡ ҡаңғыра, һаулыҡты нисек ҡайтарырға икән тип, ил менән сер бүлешә. Магазин кәштәләре шундай уҡ йөкмәткеле әҙәбиәттән һығыла ғына. Йыл да тиерлек ҡабатланып килгән ҡоролоҡ та өҫтәлдәребеҙҙә әллә ни сағылыш таба алғаны, әҙәми затты мәскәйлек өлкәһендә сикләй алғаны юҡ. Ашап-ашап, ашҡаҙан аптырауға ҡалһа, һәр икебеҙҙең кеҫәһендә мезим дә фестал. Ғәм телендә ике һүҙҙең береһе: эс ҡатыу ҙа геморрой, гастрит та панкреотит, холецистит та шәкәр… Көн ҡаҙағынан был темаларҙың төшә алғаны юҡ та… Дарыу менән ағыу — бер тамырҙан һүҙҙәр. Эш самала ғына. Аҙыҡ менән дә шул уҡ хәл: саф һәм таҙа булған хәлдә лә, самаһыҙ ризыҡты эшкәртергә ашҡаҙандың хәленән килмәй.


Ҡорһаҡ… диктатураһы[үҙгәртергә]

Рим империяһының емерелеү тарихына арналған китаптар теҙмәһе сыҡҡан ине. Ҡотороу сигенә сығып шашынған мәле була был империяның. Биләмәләренән ағылған байлыҡтың, ризыҡтың осо-ҡырыйы юҡ… Халыҡ туҡ тамаҡҡа иҙерәп, донъяның артына тибеп ғүмер һөрә… Аристократия ал-ял белмәй типтерә лә, туҡтамай тығына… Махсус бүлмәләр булдырылған… ваҡыт-ваҡыт ҡоҫоп алырға… яңынан яңы тәғәмгә урын бушатыу өсөн…

Әле беҙҙә лә шул башланманымы икән? Төбәктәрҙе һурып, өҫтә «биреләр» шашына… Аҫтағылары ла ғаҡ…, әллә ҡайҙан килгән, әллә кемдәр етештергән ашанты менән… Барын баҫып, ярыш килеп сыҡты алға — өҫтәлдәр ярышы… Унда нимә генә юҡ, тик күпмеһе генә үҙебеҙ үҫтергәндән икән?… Ер йөҙөнөң ҡай еренән генә килмәгән тәғәм… Улар янында кишер, сөгөлдөр үгәй бала ғына! Оләсәйем магазиндан алынғанды «ул бит баҡса емеше түгел, аҡса емеше» тип ололар ине. Хәҙерге «аҡса емешен» күрһә, ни тиер ине икән?

Иң ғәжәбе: йәш кенә, мәш килеп балалар үҫтереп ятҡан ғәиләләр мал тотмай. Аптырамай ғына, беҙҙең һыйыр магазинда ул, тип маһаялар. Йәшелсә түгел, картуф сәсмәгәне лә бар. Магазиндан сығып килгән һәр икәүҙең балаһында ялтыр төргәк. Ашап бара, төргәге ерҙә елферләп ҡала… Мәктәптә үҫемлектәр биологияһына булыр булмаҫ 20-25 сәғәт дәрес ҡалды… Икмәктең ҡайҙан икәнен белмәгән быуын үҫеп килә… Хеҙмәт дәрестәрен дә исем өсөн генә ҡалдырҙылар… Көрәк тота алған, эш мәле белгән балалар юҡ иҫәбендә! Ни булды был илгә?

«Беҙ милләтебеҙ яҙмышы, уның киләсәге тураһында борсолоп, хаҡлы рәүештә һүҙҙе былай тип башлайбыҙ: „телебеҙҙе, йыр-моңобоҙҙо, изге йолаларыбыҙҙы, айыҡ аҡылыбыҙҙы һаҡлайыҡ“. Был — уй-теләктәребеҙҙең төп асылы. Әммә милләтте һаҡлар, уны раҫлар һәм күтәрер тағы бер нәмә бар. Ул — хеҙмәт. Аҡыл һәм ҡул хеҙмәте. Эштән биҙгән халыҡ, хеҙмәттә маһирлығын, ихласлығын, ижади ярһыуын юғалтҡан милләт меҫкенгә ҡаласаҡ. Ул инде, „илем-телем“ тип күпме ҡабатлаһаң да, телен дә, моңон да, рухын да, йолаларын да һаҡлай алмаясаҡ». (Мостай Кәрим)

Ғүмеркәйеңде самалап аша![үҙгәртергә]

Һәр кем донъяға үҙ өлөшө менән тыуа ти, ислам. Үҙенә тәғәйен ризығы, һыуы, һауаһы менән… Кешене эйер ризығы, эсәр һыуы йөрөтә, тиер ине оләсәйҙәр. Мәрхүмдәрҙе, эсер һыуы, ашар ризығы, һулар һауаһы бөткәндер инде, тип иҫкә алыр инеләр. Тимәк, ғүмерең оҙонлоғо өлөшөңдөң микдары менән хисаплана. Кем күпме ваҡытта тотоноп бөтә инде! Шуға ла, көндәлек тормошта сама белеп ашап-эсеү, ай дауамында ураҙала булыу, ашҡаҙан-эсәктәреңде ял иттереү, тәнде таҙартыу — сәләмәтлек сығанағы ғына түгел, ғүмер йомғағыңдың үлсәме лә. Үҙенең бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ: «Сәләмәт булырға теләһәгеҙ, ураҙа тотоғоҙ!» — тигән. «Бөтә ауырыуҙарҙың сығанағы, — тигән ул, — ашҡаҙаны. Ашауҙан тыйылып тороу — дарыуҙарҙың иң яҡшыһы».

Астың хәлен туҡ белмәй![үҙгәртергә]

Ғалимдарҙан Хишам ибн Хаҡам атлы берәү имам Садыҡтан ураҙа ғибәҙәтен индереүҙең сәбәптәре тураһында һорай. «Аллаһ, — тигән имам, — байҙар менән ярлылар араһында тигеҙлек булдырыу өсөн ураҙа тоторға бойорған… Байҙар ҙа аслыҡтың тәмен татып ҡараһын өсөн».

Йылына бер ай ғына ураҙа. Унда ла, көнөнә бер тапҡыр ғына тыйылып тораһың — төшкө аштан ғына! Шуны көс еткеһеҙ, ҡот осҡос йөк итеп ҡабул итәбеҙ. Ҡараштарҙың төрлөһө бар: кемдер ураҙала булғанды иҫе китеп йәлләй, икенсеһе ҡаһармандай күреп күккә сөйә, кемелер абыстай йәки мулла булғанһың тип көлкөгә бора… төрлөһө бар. Әммә ураҙа — һәр мосолман өсөн фарыз ителгән бурыс!

Ер йөҙөндә 1,6 миллиардҡа яҡын мосолман йәшәй. Ә БМО билдәләүенсә, ер йөҙөндә аслыҡтан интегеүселәр һаны 870 млн − 1 миллиард тирәһе; йылына аслыҡтан 40 миллиондан артығыраҡ кеше үлеп тора, шуларҙың 8 млн — балалар. Йәғни, секунд һайын 3 кеше аслыҡ ҡорбаны… (мәғәнәһеҙлек тиһәң, әҙҙер: берәү ошо мәғлүмәттәргә баһа биреп, «уның ҡарауы, уларҙа диета, артыҡ ауырлыҡ проблемаһы юҡ», — тип комментарий бирә!?).

1,6 миллиард мосолман ошо 1 миллиардтты аслыҡтан интегеүсене йолоп ҡала алмаймы ни? Бер көн генә ураҙа тотҡанда ла, күпме кеше менән ризыҡ бүлешеп була! Ә инде бер ай ураҙала булһаң? Фитыр тигән саҙаҡаһы ла бар бит әле!

Уҡыу кәрәк… Уҡыу кәрәк…[үҙгәртергә]

Төрлө учреждениеларға шылтыратып, «Телефонға Гомо сапиенсты саҡырығыҙ әле»,- тип һорағандар. Барыһынан да, хатта бер ғилми учреждениенән, «Беҙҙә ундай кеше эшләмәй ул»,-тигән яуап ишетелгән. Бәлки шулайҙыр ҙа. Юғиһә, Хоҙай Тәғәлә хикмәте менән аң һәләте, аҡыл һәм фекерләү ҡеүәһе бирелгән әҙәм балаһы был хәлгә төшмәҫ ине. Кәҫә тулы белеме тураһында документ та… хәбәрен генәһен тыңлаһаң, икеле-микеле уйҙар ҡала.

Бер мәл радионан яңғыраған ҡотлау һүҙҙәренә аптырағайным. «Аҫырап үҫтергән балаларынан» тигән һүҙҙәр бар ине унда. Малды аҫырай, ә баланы тәрбиәләйҙәр ине борон. Әллә хәҙер киреһенсәме икән?


Ғәмһеҙ быуын ҡайҙан?[үҙгәртергә]

…Мәктәптә уҡытылған һәр бер фәндең үҙенә генә хас үҙенсәлеге, урыны бар. Биология фәне менән дә шул уҡ. Дөйөм үҫеш, ҡайҙалыр һөнәр алыр зарурлығынан тыш, уны өйрәнеүҙең башҡа тәғәйенләнеше лә бар. Һәр кем күпмелер дәрәжәлә хужалығында ветеринар, зоотехник, баҡсасы, агроном, үҙе һәм балалары өсөн табип та булырға тейеш.

Сирҙәрҙең сәбәптәре күп төрлө:

  • ауырыу тыуҙырыусы бактериялар (ангина, туберкулез, ботулизм, дифтерия, тиф һ.б);
  • вирустар (грипп, гепатит, сәсәк, ҡыҙылса, полимиелит, талпан энцефалиты Һ.б);
  • хайуандар (дизентерия, тапма, ҡысынма, лямблиоз, эхинококкоз, аскаридоз, таҫма селәүсене һ.б);
  • бәшмәк ауырыуҙары (тимерәү, дерматофитоз, кандидоз һ.б, төрө 20-25-тән 400 тирәһенә еткән).

Был сирҙәрҙе паразиттың тереклеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ағыулы матдәләр тыуҙыра.

  • витаминдарға (цинга, рахит, бер-бери, тауыҡ күҙлек, пеллагра.),
  • микроэлементтарға (йод, кобальт, цинк, молибден, селен, бор, мышьяк…),
  • гормондарға (диабет, миксидема, гипотиреоз, акромегалия ..) бәйле сирҙәр теҙмәһе лә әҙҙән түгел.

Был осраҡта, нимәнеңдер етешмәүе йәки артыҡ булыуы эске көйләнештең боҙолоуына килтерә.

Үрҙә һаналған сирҙәр өлкәһендә фәнни медицина бай ғына тәжрибә туплаған да ул. Ә бына:

  • нәҫелдән килеүсе (фенилкетонурия, галактоземия, тирозиноз, Даун синдромы, дальтонизм, тыумыштан килгән һаңраулыҡ, миопатия…),
  • тыумыштан килгән (баланың ҡарындағы үҫеше боҙолоу) сирҙәр — иң мәкерҙәре, дауалап, һауыҡтырып булмай торғандарҙан. Бары хәлдәрен еңеләйтеү юлдарын эҙләүгә, хирург операцияларға терәлеп ҡала эш.

Мәктәп программалары сиктәрендә ошоларҙың барыһын да белеп сыға ала уҡыусы. Тик, «сусҡа муйынында алтындың баһаһы юҡ» тигән мәҡәл дә юҡтан тыумаған… Белем артынан ҡыуҙыҡ та ул… Кәрәк булһа, тикшерергә миллион тест бар (КИМ тип атала ул — контрольно-измерительный стандарт).

Ә бына тәрбиә, әҙәп, рух өсөн ҡайҙа ул? Танау буйы бала-саға эшһеҙ-көшһеҙ урам ҡыҙыра. Ҡулында пиво ла, әкәм-төкәм шыйыҡса, закускаға үләкһә «полуфабрикат». Тамаҡ менән ҡорһаҡтан ғына яралмыш ошо йән эйәләре тәне лә, йәне лә сырхау «полуфабрикат» булмай ҡайҙа барһын?

Колхоз бөтөү менән ауыл икегә бүленде: көндөҙгө һәм төнгө ауылға. Улар Саҡ менән Суҡ кеүек. Көндөҙгөһө — элекке, ҡәҙимгеһе. Эшләй. Йүнен йүнләй, донъя бөтәйтә. Айыҡ, лайыҡ тормошҡа ҡайтыу юлында.

Ә бына төнгөһөнөң тормошо сәғәт төнгө 12, ә күберәге 1 менән 2 араһынан башланып, иртәнге 6-7 тирәһендә тамамлана. Төн буйы шайтан туйы. Ҡыҙҙарҙың ҡырағай көлөүҙәре янында «көсле енес» вәкилдәренең баҡырышыуы «яғымлыраҡ» тойола. Таң һыҙылыуға томан кеүек таралып, төнгө ауыл йоҡоға тала.

Күңелдәр зыяраты ҡайҙан?[үҙгәртергә]

Эреле-ваҡлы бала-саға урам буйлап саба. Толомдары ғына елферҙәп ҡала. Араларында билен биштән быуып донъя көткәндәре лә, яңы ҡул араһына керә башлағандары ла, әсәй итәгенән саҡ төшкәндәре лә бар. Ниәттәре — тағы ла бер тапҡыр Маһия инәйҙең һиҙгерлеген тикшереп ҡарау.

Ғәйшә оләсәйем көнө буйы өйҙә булмаясаҡ. Ә уның өйө алдында космея үҫә. Беҙ шуны өҙгән булып ҡыланасаҡбыҙ. Маһия инәй күрше-күләненең ышаныслы күҙе, һаҡ ҡолағы, штатһыҙ ҡарауылсыһы. Донъяларына күҙ-ҡолаҡ булырға үтенһә-үтенмәһәләр ҙә, ул һәр саҡ һаҡта! Ә инде һынау үткәреүебеҙ — инәйҙең фиҙакәрлегенә бары оло хөрмәтебеҙ генә.

Беҙҙең байтаҡ йолаларыбыҙ бар. Береһе — яңғыҙ йәшәгән, кеше көнлө инәй-бабайҙарҙы бүлешеп алғанбыҙ. Беҙҙең тирәнең ҡурсауында Динислам бабай менән ире һуғышта ятып ҡалған Хәҙисә инәй. Динислам бабайға иҙәнен йыуып, һыу килтереп бирәбеҙ. Ә ул ҡыуаныстан шундуҡ магазинға йүгерә, прәник һатып алырға. Тик ярҙамыбыҙ һис кенә лә прәник өсөн түгел, ысын күңелдән эшләнә. Хәҙисә инәйҙе, ҡыҙы өйҙә булмаған сағында хәстәрләйбеҙ. Шулай ҙа, уларға ярҙам итеүҙә Шәрәфулла бабайҙың ҡыҙҙарына етешкәндәр юҡ.

Шәрәфулла бабай үҙе бер хикмәт. Беҙ уның күҙ осонан ысҡынғаныбыҙ юҡ. Ҡыйыш баҫһаҡ, төҙәтеп кенә тора. Ә уның иң-иң хикмәте, ҡыштың буранымы, сатлама һыуығымы — һәр саҡ матур итеп мәке уйып ҡуя.

Маһия инәй беҙҙең биләмәгә кермәй. Инәйгә ярҙамыбыҙ — йылына бер тапҡыр ғына була торған күңел байрамыбыҙ ул. Яҙ етеп, һыу таҙарып Нөгөш үҙ ярҙарына ҡайттымы, бөтөн бала-саға һыу буйында. Оло керҙәрҙе йыуабыҙ, ҡашығаяҡты йышабыҙ, самауырҙарҙы ялтыратабыҙ. Үҙебеҙҙекен бөтөү менән, йыйналышып Маһия инәйгә китәбеҙ өмәгә. Өйөнән башлап, йыуа-йыша, таҙарта торған бөтә эштәрен атҡарып бирәбеҙ.

Керҙәрҙе, түшәктәрҙе сайҡатып элеүгә инәйҙең табыны ҡоролған да була. Уртала майлы бутҡа. Хистәре ташып-түгелеп, күңеле булып бөтәлмәй, инәй бутҡа эсенә кәнфиттәр төртөп сыға. Кәнфитте айырым һурһаң тәмле лә ул. Беҙҙең ҡалаҡтар, һиҙҙермәй генә бутҡаның кәнфитһеҙ ерҙәренән йөрөргә тырыша. Шулай ҙа беҙ инәйгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ошо күңел байрамы өсөн!

Шул бала-сағалар — Ил киңлектәрендә сәселдек инде. Иҫәндәребеҙ — сал сәсле оләсәй һәм олатай. Ауыл йәме инәй, бабайҙарҙарыбыҙ — гүр эйәләре. Урындары йәннәттә булһын!

Тик йөрәк кенә һыҙлай. Уларҙан алған күңел йылыһын ниңә беҙ бирәлмәнек балаларыбыҙға? Ҡасан, ҡай төштә ерләнек күңел һуң ул күңел йомартлығын? «Тимур командаһынан» килгән балалар аҡса һорағас, биргән аҡсамды әҙһенделәр,- тигәнгә хәҙер кем икән аптырар?

Һаулыҡ — тән, йән, рух сәләмәтлегенән[үҙгәртергә]

Эйе, һаулыҡ — ул тәндең генә түгел, йәндең дә, рухтың да сәләмәтлеге, бөтөнлөгө. Тән кеүек үк, йән менән рух та киңгәй, даими тәрбиәләп тормаһаң.

Тик йән һәм рух тәрбиәһе — үгәй бала хәлендәге өлкә. Тап бына шул ике өлкәлә ярҙам һорап набат һуҡҡанды ишеткән-күргәнем юҡ… Йән сирҙәре алдында официаль медицина көсһөҙ. Айырым осраҡтарҙы иҫкә алмағанда, бындай сырхауға тарығандар ғүмерлеккә сирлеләр һәм йәмғиәттең иң ситләтелгән кешеләре…

Ә бит урындарҙа, әллә ниндәй арҙаҡлы клиникаларҙан башҡа ла, бындай сирҙәр менән көрәшә белгәндәр. «Сәләмәтлектәр бөтөп торғанда шифа булырлыҡ дарыуҙарын күрһәтеп бирмәй тороп, Аллаһ бер кемгә бер ниндәй ауырыу бирмәй», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Ниндәй генә ауырыуҙар булмаһын, барыбер Аллаһ уларҙы дауалау юлдарын, дауалау алымдарын күрһәтеп, аңлатып та биргән. Тағы лә әйткән ул: «Дауаланығыҙ, — тигән, — һауығырға ашығығыҙ, Аллаһ бер сир бирә икән, унан ҡотолоу юлын да бирмәй ҡалмай. Бер генә ауырыуға дауа юҡ. Ул — ҡартлыҡ».

Беҙҙең Ғәлиәкбәрҙән ары Ямаш ауылы бар. Унда атаҡлы Уйылдан мулла йәшәне. Уның янына ағылған кешеләрҙең байтағы юлайҡан беҙгә һуғылып үтә ине. Хәл-әхеүәлдәрен һөйләгәндәрендә, йыш ҡына: «Бына был сиреңде дауалайым, ә быныһы врачтыҡы», тип әйтте тигән хәбәрҙәрен ишетә инем.

Бер мәл әсәйемдән һораным. «Ниңә беҙгә бындай кешеләр күп һуғыла ул?»,- тиеп. «Улар Рәхим Хамматовичтың кәңәше менән муллаға барыусылар. Рәхим Хамматович атайыңдың уҡыусыһы булған. Кемдең туҡтар ере булмаһа, беҙгә өйрәтеп ебәрә» — тине.

«Нисек врач муллаға ышана икән һуң ул», тип аптырағаныма, «Заманында ул үҙе дауаланған Уйылдан муллала», — тип аңлатты әсәйем. Бына шундай хеҙмәттәшлек ятты врач менән мулла араһында. Уйылдан мулла бөтә сирҙәрҙән дә дауалай ине (врачтыҡы тигәненән, шулай уҡ, һуңлағанынан, йәғни, тәҡдире еткәненән башҡаны).

Ҡәҙерен белеп етмәһәк тә, ауылдаштары, беҙҙең ауыл һәм тирә-яҡ ауылдар өсөн ысын хазина ине ул. Ҡайҙан ғына килмәһендәр, ниндәй милләттән булмаһын, барыһына ла мәрхәмәте етте Уйылдан бабайҙың.

Шулай ҙа, һәр осраҡта ла баҫмаҡламаныҡ бабайҙы. Сөнки уҡымышлы, дауалау алымдарын һәйбәт белгән инәйҙәр, оләсәйҙәр күп ине. Үҙемдең оләсәйем, сирләһә бик дауа ҡулланып та барманы. Ә бына аяғына баҫтымы, әхирәттәренә сәләм ебәрә ине. Бәгәнәш килтерегеҙ әле тип. Шул әлеһе, теге үләнде килтереп тә ҡуялар. Ә бәгәнәш, беҙҙең урындағы «женьшень» ул.

Һәр халыҡ өсөн, ниндәй генә сир булмаһын, үҙ ерлегендә тәғәйен шифаһы ла яралтылған. Юғиһә, бына шундай шәп дауа тип, ситтән килтерелгәнде, «күҙгә ут күрһәтерлек» хаҡта булһа ла, йәбешеп ятып алалар.

Әммә урындағыһын да ҡәрәкле урында, кәрәкле мәлендә ҡуллана белеү фарыз. Сир ҡуҙғыған мәлдә ҡулланмай инеләр бәгәнәште. Аҙаҡтан ғына, миктәгән организмды күтәрмәләү өсөн файҙаландылар был биологик яҡтан актив матдәле үҫемлекте.

Дауа белгән тылсым эйәләрен, шифалы ҡулдарҙы ерләп бөттөк тиһәң дә була.

  • … тура сыҡмаҡ булғайным. Урман бөткән генә ерҙә, һул яҡтан ҡарасҡы тора ине юл ситендә. Ниңәлер сатанлап китеп барған апай күҙ алдыма килде. Бер аҙҙан һул аяғымдың йөҙлөгө әрней ҙә башланы. Саҡ ҡайтып йығылдым, аяҡты терәр ҙә, түҙер ҙә әмәл юҡ. Ә урманда шаурап кипкән бесәнем ятып ҡалды. Йоҡо аралаш һаташып ятҡанда, Шәмсикамал инәй иҫкә төштө. Име бар инәйҙең тигәндәрен ишеткәнем бар ине. Әлдә барғанмын. Бер-ике сәғәт тирәһе өшкөргәндер аяғымды. Ул арала улы ҡайтты эшенән, бесәнгә бармаҡ булып. Юлы минең сабынлыҡ аша үтә. Ултырҙым да киттем машинаһына. Тәүҙә һөйрәй инем әле аяғымды бесән йыйғанда. Әммә ҡайтҡанда, ауыртыныуҙың эҙе лә ҡалмағайны…
  • Яр ситендә генә бер сабый ултыра. Апайҙары иптәштәре менән сыптырҙашып һыу инә. Араларынан бер шаталағы сабыйҙың башына һыу ҡоя. Ярты кәүҙәһен фалиж һуҡҡан сабыйҙы, ата-әсәһе кеше кәртә артынан ғына муллаға йөрөтөп ҡарай. Ә уға, Себер менән ҡурҡытып, дауалау эшен тыйған булалар. Шулай ҙа, телен асып, аяҡҡа баҫтырып өлгөрә. Осло күҙҙәр ошағы менән йәһәннәм аръяғына олаҡтыралар мулланы! Ғәрип ҡул менән тороп ҡала ҡыҙ бала…
  • Аҡ йыланды үлтерә берәү. Ә төнөн йоҡлап йөрөгән ҡыуышы янына бер һалдат килә. Күҙенең алдында тегенең атын эргәһендәге дегет ҡайнатыу соҡорона, утҡа төртөп индерә. Ҡото алынып, аҡылдан яҙған ирҙе олатайыма килтерәләр. Ваҡыт-ваҡыт дауаны ҡабатларға тура килһә лә, һауыҡтыра уны олатайым…
  • Егет кеше, күгәреп бөткән тәнен күрһәтеп, бына бит мине ҡыйнайҙар, — тип ярҙам һорап ҡарай, тик ышаныусы табылмай. Белореттан бер мәрйә доға биреп, хәленә керә…
  • Телһеҙ ҡалған ҡыҙҙы алып киләләр Уйылдан муллаға. Аҙаҡ, ата-әсәһе, елленән бер һыйырлыҡ аҡса ебәрә бабайға… Ҡото алынғанды, күҙеккәнде, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәнде, телһеҙ ҡалғанды, быума сиренә тарығанды, әмәлде, шизофрения һәм башҡа сирҙәрҙе лә ыһ та итмәй дауалай ине ул!

Һәм бына:[үҙгәртергә]

  • Йәш кенә ҡыҙ баланы килтерҙеләр. Өйәнәге башландымы, ни эшләгәнен дә белмәй. Простыняларҙы тешләп өҙгөсләй… туалетта таҙартыу өсөн һалынған хлорканы ашай… Өс көн йоҡо дарыуы менән һалып ҡуйҙылар коридорҙа. Бөтөн тәнен себен талай. Дүртенсе көнгә түҙмәнем, «үлтерәһегеҙ бит баланы», — тип ябырылдым «шәфҡәт» туташтарына. Бер палатаға индереп һалдылар ҙа ул… нисек дауаларға ғына белмәйҙәр. Сараһыҙлығы йөҙөнә сыҡҡан табибының!
  • Ҡыҙҙың урынына фалиж һуҡҡан ағайҙы килтереп һалдылар. Ул да ятты себен еме булып. Йоҡо дарыуы аҫтында. Күпкә барманы уныһы. Өй тулы аяҡҡа баҫмаған балалары ҡалды…
  • Бүлмәләштәрененең ҡурыҡҡанын күрмәй ҙә шикелле был ҡатын. Анан-бынан күгәреп бөткән тәнен аса ла, әллә ҡайҙа күрһәтә, «бынауы бороп семтей бит» тип …
  • Ә берәүҙе, тыйып туҡтатып булмай, кем менәндер бәхәс ҡороп, үрле-түбәнле саба ла саба… ниндәй матур бала ине! Юҡ шул, юҡ аралар саралар! Ҡайҙан ғына алайыҡ һуң элеккеләй тылсым эйәләрен?

Уҡығандар күп тә ул хәҙер… Белем генә самалы!