Эстәлеккә күсергә

Телеграф бағаналары, телефон (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ике тауҙың араһында
    Ваҡ-ваҡ ағас ултыра.
    Ай ҙа тимәй, көн дә тимәй,
    Үкереп илап ултыра.
  2. Теҙелеп киткән күп ағас,
    Япраҡ ярмаҫ ҡыу ағас.
  3. Еп һуҙыла, еп һуҙыла,
    Оҙон юлдың буйына,
    Иван менән Степан
    Тотоп тора ҡулына.
  4. Һөйләп бирә тел менән,
    Үҙе китә юл менән,
    Юлы ағас башында.
  5. Үҙе бында ултыра,
    Һүҙҙе тегендә тултыра.