Тоҙло ҡамырҙан төрлө сәнғәт әйберҙәре эшләү

Викидәреслек проектынан

Ингредиенттар:

  • 1 стакан ҡайнар һыу
  • 1 стакан тоҙ
  • 2 стакан он

Ҡамырҙы әҙерләү: Ҡайнар һыуға тоҙҙо һалып, ирегәнсе, бутарға.

Шунан аҙлап-аҙлап он ҡушып, өлгөргәнсе ҡамыр баҫырға.

Сувенирҙар яһау:

1. Ҡамырҙы, кәрәкле өлөштәргә бүлеп, үҙеңә оҡшаған нимәләр яһарға мөмкин:

  • Башҡорт аш-һыуы өлгөләрен: бәлеш, бауырһаҡ, йәймә, ҡаҙан кәкереһе.
  • Төрлө үҫемлек, бөжәк, йәнлек фигураларын.
  • Ҡурсаҡ, ҡорамал-йыһаз, биҙәүес һ. б.

2. Сувенирҙарҙы әүәләгәндән һуң, Ҡалып:Comment ҡуйып, киптерергә кәрәк.

3. Оҫта, кипкән эшләнмәләрҙе, үҙе теләгәнсә, биҙәкләп матурлай.

Сувенирҙарҙы ҡулланыу

Был сувенир-эшләнмәләрҙе мәктәп класс-кабинеттарындағы күргәҙмәләрҙә, музейҙарҙа, төрлө байрам күргәҙмәләрендә күрһәтергә мөмкин. Улар донъяны танып-белеүгә, зауыҡ тәрбиәләүгә хеҙмәт итә.

БСТ каналының «Семәр» тапшырыуында ишеткәндән. Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы. 2 август 2017 йыл.