Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Йәйғор төҫөндә бағана

Викидәреслек проектынан

Ингридиенттар[үҙгәртергә]

  • һыу
  • тоҙ
  • аҙыҡ буяғыс

Нимә эшләргә[үҙгәртергә]

  • Беренсе стаканда 2 ҡалаҡ аш тоҙо алырға һәм 100 мл һыуҙа иретергә.

  • Йәшел төҫлө аҙыҡ буяуы өҫтәргә.
  • Икенсе ситаканда 1 ҡалаҡ аш тоҙон 100 мл һыуҙа иретергә.

  • Был стаканға һары аҙыҡ буяуы өҫтәргә (һары буяу булмаһы, башҡа төҫ тә ярай).
  • Өсөнсө стаканда ярты ашҡалағы тоҙҙо 100 мл һыуҙа иретергә

  • һәм ҡыҙыл төҫлө буяу өҫтәргә.

  • беренсе стакандағы иремәне һаҡ ҡына пробиркаға ҡойорға.
  • артабан һаҡ ҡына икенсе стакандын иремәне ҡойорға.
  • өсөнсө стакандағы иремәне ҡойоғоҙ.
  • әгәр иремәләр буталһа, экспериментты яңынан башлағыҙ. Пробиркала төҫтәр йәйғор һымаҡ ҡатлы-ҡатлы булырға тейеш.

Аңлатма[үҙгәртергә]

Был күренеш тығыҙлыҡ менән аңлатыла. Тығыҙлыҡ ул күләмдең ауырлыҡ менән сағыштырмаһы. Бер үк күләмдәге матдәләрҙең ауырлығы ҙурырыҡ булғандарының тығыҙлығы ла ҙурыраҡ. Тығыҙлығы ҙурыраҡтар аҫҡа бата, еңелерәктәр өҫкә ҡалҡа. Һыу өҫтөндә йөҙәп йөрөгән май таптары был күренештең асыҡ миҫалы.