Эстәлеккә күсергә

Фән донъяһына сәйәхәт:ҡыҙыҡлы эксперименттар/Шартлаған күбек

Викидәреслек проектынан

Был экспериментты үткәрер өсөн хаҡ булырға кәрәк. Янығыҙҙа өлкән кеше булыуы мотлаҡ.

Кәрәкле әйберҙәр һәм ингредиенттар

[үҙгәртергә]

Images of most ingredients

Биҙрә
Һыу
Һабын
Мензурка
Тоҙ кислотаһы
Магнийлы таҫма
Зажигалка
  • биҙрә
  • һыу
  • һабын
  • мензурка йә пробирка
  • тишекле пробка
  • быяла өсмөйөш һәм резина торба
  • тоҙ кислотаһы
  • магнийлы таҫма
  • зажигалка

Нимә эшләргә кәрәк

[үҙгәртергә]
  1. Биҙрәне ныҡ һабынлы һыу менән тултырығыҙ.
  2. Мензурка йәки пробирканы яртыһынан тоҙ кислотаһы менән тултырығыҙ.
  3. Быяла өсмөйөштө һәм торбаны пробкаға эләктерегеҙ.
  4. Торбаның икенсе осон һабынлы һыу һалынған биҙрәгә төшөрөгөҙ.
  5. Магнийлы таҫманы стаканға һалып, тиҙ генә өҫтөн пробка менән ҡаплағыҙ (стаканды биҙрәнән түбәнерәк тоторға, торбаны әйләндермәҫкә).
  6. Биҙрәлә күбектәр хасил була.
  7. Бер нисә күбекте алып, зажигалка менән яҡтыртырға; матур күренә, ҡулды яндырмай.
  8. Күбектәр менән уйнап туйғас, биҙрәлә ҡалған барыһын да яҡтырта алаһығыҙ!

Аңлатма

[үҙгәртергә]

Магний һәм тоҙло кислота водород һәм магний хлоридын барлыҡҡа килтерә. Химик тигеҙләмә:

Mg (s) + 2HCl (aq) --> H2 (g) + MgCl2 (aq)

Водород һауанан еңелерәк булғанға торба буйлап өҫкә күтәрелә һәм һыуҙа күбектәр хасил итә. Водород түбән температурала яна һәм ҡулығыҙға зыян килтермәй.