Эстәлеккә күсергә

Шыршы, ҡарағай (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ай айланым, ҡыш ҡышланым,
    Йәшел ҡытат тун тышланым.
  2. Ҡышын да, йәйен дә йәшел.
  3. Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,
    Йөрөй йәшел кейем кейеп.
  4. Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,
    Ҡартайғаны юҡ — гел егет.
  5. Сит-ситендәп юғары менер,
    Сит-ситендәп түбән төшөр,
    Йәшел ҡытат тунын тышлар.
  6. Йәй йәйләүҙән буш ҡалмаҫ,
    Ҡыш ҡышлауҙа ҡымшанмаҫ.
    Көндәр нисек торһа ла
    Йәшел тунын ташламаҫ.