Энә, энә менән еп (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Бәләкәй генә биҙәр,
    Бар донъяны биҙәр,
    Яланғас көйө ил гиҙәр.
  2. Бәләкәй генә беләүер,
    Ул беләүер юҡ булһа,
    Йорттоң бары йылауыр.
  3. Шыума шыуыр, йылан ҡыуыр.
  4. Бәләкәй генә ҡылҡайым,
    Ергә төшһә, юғала.
  5. Ҡойроғо — башында,
    Ҡолағы — күҙендә.
  6. Сума-сума ла ҡойроғон юғалта.
  7. Көмөш һөлөк шыуып бара,
    Бер бата ла бер ҡалҡа.
  8. Күк үрҙәгем күлгә сума,
    Ҡойроғо ярҙа һуҙылып ҡала.
  9. Тегеүсе үҙе, һыңар ғына күҙе,
    Кешегә кейем тегә, яланғас үҙе.
  10. Оҙон ағай атлап бара
    Уймаҡ-уймаҡ эҙе ҡала.
  11. Үҙе яланғас, кешене кейендерә.
  12. Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы биш ҡарыш.
  13. Һаҡалы оҙон, үҙе бәләкәй генә.
  14. Тишеккә инһә, ҡойроғон ҡалдыра.
  15. Күк имәндең башы тишек.
  16. Күҙе бар, ауыҙы юҡ,
    Ҡойроғо бар, йөнө юҡ.
  17. Тимер ат, сүс дилбегә.
  18. Тимер сәпсек, сүс ҡойроҡ.
  19. Тимер турғай, еп ҡойроҡ.
  20. Мороно тимер, ҡойроғо сүс.
  21. Башы ҡорос, ҡойроғо етен.
  22. Һоро сысҡан, аҡ ҡойроҡ.
  23. Бер сысҡанға ике ҡойроҡ.
  24. Тимер сысҡан, сүс ҡойроҡ.
  25. Осло морон, сонтор ҡойроҡ.
  26. Йыртыҡты бөтәйтә.
  27. Аҡ быҙауым муйынсағын сосолдороп, китеп бара.
  28. Күк бейәм арҡан һөйрәй.
  29. Күк тәкәмдең ҡойроғо ҡырҡ ҡолас.
  30. Кикреге ҡорос, ҡойроғо сүс.
  31. Күк этем ҡойроҡ һөйрәй.