Эстәлеккә күсергә

Яҙыу, уҡыу (йомаҡтар

Викидәреслек проектынан
  1. Ере аҡ,
    Орлоғо ҡара,
    Ҡул менән сәсәләр,
    Ауыҙ менән йыялар.
  2. Аҡбур менән бурлайыҡ,
    Көмөш менән һырлайыҡ.
  3. Иген сәсте биш малай,
    Урҙылар ике ағай.
  4. Бишәү сәсә, берәү йыя.
  5. Аҡ ер, ҡара тары,
    Кем сәсһә, шул урыр.
  6. Аҡ еремә ҡарағура сәстем.
  7. Аҡ ер өҫтөндә
    Ҡара төлкө саба,
    Эҙен белгән тотоп ала,
    Белмәгәндәр ҡоро ҡала.
  8. Ап-аҡ ҡарҙың өҫтөндә
    Ҡара юрға юрғалай.
  9. Ҡар өҫтөндә ҡара ҡарға.
  10. Аҡ ерҙә эҙ ҡалған,
    Эҙ ҡалмаған, һүҙ ҡалған.
  11. Ағы йәйелгән, ҡараһы һибелгән.
  12. Ҡара ҡарға йүгерә,
    Юлы ҡарайып ҡала.