Ҡабала еп иләү (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Берәү һауа,
    Берәү имә,
    Имә лә төшөп йүгерә,
    Йүгерә-йүгерә һимерә.
  2. Һике аҫтында ҡартығыҙ,
    һаҡалынан тартығыҙ.
  3. Ситән аша эт эсәк һөйрәй.
  4. Юғары менер — бәлли,
    Түбән төшөр — бәлли.
    Бүтәгәһен күтәрә алмай
    Илап торор бәлли.
  5. Юғары менер аҡҡанат,
    Түбән төшөр аҡҡанат,
    Бүтәгәһен күтәрә алмай,
    Илап торор аҡҡанат.
  6. Ултырҙым төпкә,
    Ҡараным мүккә,
    Тоттом аҡ ҡайын,
    Яланым майын.