Ҡуҙғалаҡтан ҡыҫыр аш
Йәй көнө ҡуҙғалаҡ өлгөргәс бешерәләр. Әҙ калориялы, витаминға бай аш. Ҡайнар һәм һалҡын килеш тә ашарға була.
Ингредиенттары
[үҙгәртергә]Әҙерләү
[үҙгәртергә]Картуфты әрсеп, шаҡмаҡлап турарға.
Кәстрүлгә һыу, туралған картуфты һалып, утҡа ҡуйырға.
Ике кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәреп, һуғанды ваҡ ҡына итеп турап табала үҫемлек майында 5 минут самаһы ҡыҙҙырырға.
Кәстрүлдәге һыу ҡайнап сығып 5-7 минут самаһы үткәс, табалағы ҡыҙҙырылған һуған менән кишерҙе өҫтәргә.
Утын кәметеп тағы 10 минут самаһы ҡайнатырға.
Ҡуҙғалаҡты йыуып, ҡаты һабаҡтарынан айырырға һәм ваҡ ҡына итеп турарға.
Ҡуҙғалаҡты ашҡа һалып, болғап, ҡайнатып сығарырға.
Сеүәтәгә 5 йомортҡаны һытып сәнске йәки миксер менән еңелсә бутап алырға.
Ашты болғай-болғай йомортҡаны нәҙек кенә ағым итеп ҡойорға.
Ашҡа йомортҡаны ҡаты итеп бешереп, ваҡ ҡына турап та һалырға була, кемгә нисек оҡшай.
Ҡуҙғалаҡ ашын ҡаймаҡ менән бирергә була.
Ҡуҙғалаҡтың файҙаһы
[үҙгәртергә]- аҡһымдар, клетчатка, углеводтар;
- органик кислоталар (ҡуҙғалаҡ, алма, лимон);
- витаминдар: В, К, А, РР, биотин, токоферол, аскорбин кислотаһы(Вит С);
- флавоноидтар, дубиль матдәләр, эфир майҙары;
- минераль тоҙҙар ( кальций, магний, фосфор, тимер, цинк);