Һаҡал (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Атайымдың урманы,
    Түбән ҡарап уҙғаны.
  2. Атайымдың урманына
    Ат кермәгә юлы юҡ.
  3. Атайым алды ҡарағай,
    Башы түбән ҡараған.
  4. Атайым алды урман,
    Осо-башы ҡырған,
    Түбән ҡарап торған.
  5. Атайымдың урманы үҫкән,
    Осо-башы ергә төшкән.
  6. Тау ҙа урман, тау ҙа урман,
    Был хикмәтте кем ҡорған?
  7. Бер ағаста мең ҡара.