Һуған (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Түтәлдә үҫкән йәш ҡыҙҙы
    Кем үпһә, шул илар.
  2. Түтәлдәге түтәйгә
    Кем тотона, шул илар.
  3. Бәләкәй генә ҡыҙ
    Ҙур ҡыҙҙы илата.
  4. Бохарала бар бер емеш,
    Сисендерһәң, илата, имеш.
  5. Ормай, һуҡмай,
    Үҙе илата.
  6. Ер аҫтында ерән ат,
    Уның тиреһе ете ҡат;
    һуйырһың, тунарһың,
    Тунағанда, иларһың.
  7. Үҫкәндә — япрағы аҙыҡ,
    Үҫеп еткәс — тамыры аҙыҡ.
  8. Ер аҫтында ерән ат,
    Уның тиреһе ете ҡат.
  9. Тышы һары, эсе аҡ,
    Ай-Һай, күңел ләззәте!
    Алыҫтан тороп илата,
    Ай-Һай, күңел йомшағы!
  10. Тиреһе бар, йәне юҡ,
    Киҫәм-киҫәм, ҡаны юҡ.
  11. Бабай ҡат-ҡат тун кейгән,
    Сисендерһәң, иларһың.
  12. Сибәр генә апайыма
    Ҡарайым да илайым,
    Ҡарайым да илайым!
  13. Үҙем тунайым,
    Үҙем илайым