Көләмәстәр/Асығып киткәнһеңдер
«Киске Өфө», 13-сө һан, 2014 йыл Һеҙҙең ауылда нисектер, ә бына беҙҙең ауылда… рубрикаһы
«Асығып киткәнһеңдер...»
[үҙгәртергә]Күрше мишәр ауылында ауылсы һәм телдәр бер ҡатын булған.
Түтәйҙең хәләл ефете, хәбәр тоҡсайының ҡылыҡтарын нисек булһа ла йүгәнләр өсөн, үҫмер улын саҡырып алған да, бер телем икмәк биргән һәм: «Бар, улым, әнкәйеңә шушы икмәкне генә тоттыр әле», — тигән.
Татылдаҡ түтәй, иңдәрендә ятҡан көйәнтәһенең баҫып барғанына ла иғтибар итмәй, һаман хәбәр сутырлатыр ине лә, улы, яҡын килеп:
— Әнкәй, мә сиңа ипи, асығып киткәнсеңдер, — тигән.
Бибигә йүгерә-атлай өйөнә ыңғайларға ғына ҡалған.
Әнә шулай «уҡытҡан» тиҙәр кәләшен Әнәс абый.
Фәһемле хәл: ваҡытын әрәм итеп, ауыл буйлап сапҡандарға әле лә, икмәк тоттороп, «асығып китмәнеңме?», тип һорарға була.
- Беҙ бәләкәй саҡта самаһыҙ оҙаҡ уйнап, донъябыҙҙы онотоп йөрөһәк, инәйем «Ауылсы ҡара ҡолаҡтар» ти торғайны.
Ашҡаҙан менән жалудык
[үҙгәртергә]Беҙҙең ауылда Хафиза әбей менән Әүбәкер быуай була торғайны. Хафиза әбей бик ярҙамсыл, йүнсел, йомарт, ихлас күңелле әбей ине.
Бер ваҡыт әбекәй ауыл фельдшерына килгән дә:
— Ҡыҙым, ҡартымдың жалудыгы, үҙемдең ашҡаҙаным ауырта, берәй дауа кәңәш итһәңсе, — ти икән.
Фельдшер ҡыҙ, йылмайып:
— Һуң, Хафиза әбекәйем, быуай менән икегеҙҙә бер төрлө ауырыу бит, — тигән һәм ашҡаҙан-эсәккә килешкән үләндәр йыйылмаһын тәҡдим иткән.
- Рус телен яҡшы белмәгәнлектән килеп сыҡҡан мәҙәктәр элек күп булған инде ул.