Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНДА БАЛАҪ ҺУҒЫУ кәсебе Башҡорт тарихы 21.09.2018 Азат ЮЛАН
Борон-борондан малсылыҡ менән көн иткән башҡорт халҡында һарыҡ йөнөнән әйберҙәр эшләү кәсебе үҫешкән булған. Беҙҙең ата-бабалар кәзә йөнөнән мамыҡ кеүек йомшаҡ дебет шәлдәр бәйләгәндәр. Ә һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫҡандар. Кейеҙҙе түшәк рәүешендә генә түгел, ә тирмәне ҡаплау өсөн дә ҡулланғандар. Кейеҙҙән ҡапланған тирмә ямғыр үткәрмәгән, эстә йылы тотҡан.
Бынан тыш, һарыҡ йөнөнән, кәзә ҡылынан матур-матур балаҫтар һуҡҡандар. Бының өсөн тәүҙә һарыҡ йөнөн йыуып, махсус ағас тараҡ менән иләгәндәр. Шунан ҡолғаға (1,5 метр оҙонлоҡтағы таяҡ) ҡуйып иләнгән йөндән орсоҡ ярҙамында еп эшләгәндәр, йәғни йөндө орсоҡҡа бәйләп, өйөрөлтөп, еп яһағандар.
Борон башҡорттар балаҫ һуғыу өсөн иләнгән ептәргә төрлө төҫ биреү өсөн үҙҙәре буяу әҙерләгән. Мәҫәлән, ҡыҙыл буяу өсөн ҡыҙыл тамыр үләнен (урыҫса – Марена красильная тип атала), һары буяу өсөн – һыйыр теле үләнен (урыҫса – Серпуха красильная), ә йәшел төҫтәге буяу эшәү өсөн көкөрт үләнен (урыҫса – Плаун) ҡулланғандар.
Ҡыҙыл буяу әҙерләү өсөн ҡыҙыл тамыр үләненең тамырын киптереп, ваҡлап, һыуҙа ҡайнатҡандар һәм һелте (урыҫса – щелочь) ҡушҡандар. Һелтене башҡорттар, ғәҙәттә, утындан ҡалған көлдө ҡайнатып әҙерләгән. Ҡыҙыл тамыр төнәтмәһенә һелте ҡушҡас сағыу ҡыҙыл буяу килеп сыҡҡан.
Йөн ептәрҙе йәшел төҫкә буяу өсөн. тәүҙә көкөрт үләненән серетмә әҙерләгәндәр,йәғни үләнде һыуға һалып сереткәндәр. Үләндең һуты (төҫө) һыуға һеңгән. Серетмәне тиҙерәк әсетеү өсөн ҡайһы осраҡта әсеүташ (урыҫса – квасцы) ҡушҡандар. Ҡайһы саҡта көкөрт үләне урынына артыш (урыҫса – можжевельник) һабаҡтарын ҡулланғандар.
Йөндө һары төҫкә буяу өсөн башҡорттар һыйыр теле үләненең һабаҡтарын ҡаҙанда ҡайнатыр булған. Тәүҙә көкөрт үләне төнәтмәһенә һалынған йөндө 15 минутҡа һыйыр теле үләненән әҙерләнгән шыйыҡсала тотҡандар. Шул рәүешле йөн һары төҫкә ингән.
Йөн ептәрҙе төрлө төҫкә буяғандан һуң уларҙы, киптереп, балаҫ һуғыу станогына ҡуйғандар. Был ҡорамал башҡорттарҙа урынағас тип аталған. Урынағастың (станоктың) рамы (һөлдәһе) бер-береһенә беркетелгән дүрт ағас бағананан ғибәрәт. Артҡы бейек бағаналарына өйөрөлөп торған вал (күсәр) беркетелгән. Ул айыубаш тип аталған. Тараҡ менән көрөҫ ебе (балаҫ ептәрен беркетә торған ҡыл) урынағастың артҡы бағаналарына беркетелгән ағасҡа нығытылған булған. Ул ҡалтырса сығыр тип аталған. Урынағастың тарағы йоҡа ғына ағас таптарынан эшләнгән.
Ғәҙәттә, балаҫты һуғыу, йәғни балаҫ йөндәрен беркетеү өсөн аттың йәки кәзәнең ҡылын ҡул-ланғандар. Ул көрөҫ ебе тип аталған. Һуғылған балаҫты урау өсөн станоктың алдында торған вал борғоса тип исемләнгән. Борғоса тыйғысы тип аталған махсус рычаг менән нығытылған булған. Башҡорттар ошондай уҡ станокта киндер, етендән туҡымалар етештергәндәр. Кәрәк саҡта, урынағастың (станоктың) тарағын һәм көрөҫ ебен алмаштырып, балаҫ һуҡҡандар, тип яҙа этнограф С. Руденко.
Элек балаҫтарҙы бөтөн Башҡортостанда һуҡҡандар. Ғәҙәттә, кәзә һәм һарыҡ йөнөнән. Әммә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында балаҫ һирәгерәк эшләнгән. Сөнки күскенселәрҙең күпләп килеүе, шул арҡала ерҙәр тарайыу сәбәпле был яҡ башҡорттары малды әҙерәк көтөргә мәжбүр була. Шуға күрә лә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары 20-се быуат башында сепрәктән балаҫ һуға башлай. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында балаҫ һуғыу кәсебе башҡа төбәктәрҙән әҙерәк айырылған. Бында рамһыҙ урынағаста (станокта) балаҫ һуғыр булғандар.
Балаҫты, ғәҙәттә, оҙон таҫма формаһында (18–24 см) һуҡҡандар. Шунан уны кәрәк күләмдә ҡырҡҡандар (ғәҙәттә, 2 метрҙан 3,5 метрға тиклем). Артабан таҫмаларҙы бергә тегеп, балаҫ яһағандар. Бер балаҫта 6-7 балаҫ таҫмаһы беркетелгән. Ҡырҡылған ситтәре төҫлө туҡыма менән тегелгән. Балаҫты, ғәҙәттә, урындыҡҡа тирмәнең ҡунаҡтар ҡабул итә торған яғында йәйеп һалғандар. Кейеҙгә тегелгән бәләкәй балаҫтарҙы йоҡлау өсөн түшәк итеп ҡулланғандар.
Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында борон-борондан буй балаҫ һуҡҡандар, йәғни балаҫ төҫтәр, биҙәктәр буйлап һалынған. Бындай балаҫтар Дим буйы башҡорттарында ла булған. Хәҙерге Ғафури, Ишембай райондарында һәм көньяҡ башҡорт-тары урынағаста (станокта) 70 сантиметр киңлегендәге арҡыры балаҫтар һуҡҡан.
20-се быуаттан көньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда буй балаҫ урынына сағыу орнаменталь композициялы, төрлө конфигурациялағы геометрик биҙәктәр ҡулланып балаҫтар эшләй ашлағандар. Бында балаҫтар келәм йәки аҫалы балаҫ тип йөрөтөлә. Бөгөн дә Дим, Ағиҙел йылғалары буйлап йәшәгән көньяҡ-көнбайыш башҡорттарында сағыу балаҫтар һуғыу йолаһы ҙур үҫеш алған.
Балаҫ һуғыу кәсебе башҡорт халҡының сал быуаттарҙан килгән бай матди мәҙәниәтенең сағыу өлгөһө булып тора.