Көләмәстәр/Дипломһыҙ...
«Киске Өфө», 13-сө һан, 2014 йыл Һеҙҙең ауылда нисектер, ә бына беҙҙең ауылда… рубрикаһы
«Дипломһыҙ...»
[үҙгәртергә]Беҙҙең ауылда әлеге көндә лә йәшәй был ағай. Хәҙер, әлбиттә, ул ҡартайған, ҡарсығы ла, үҙе лә Рус Илсекәйендә йәшәгән өлкән ҡыҙы Гөлсирәнең тәрбиәһендә.
Заманында Ғарипов Абрал ағай уйын һүҙгә маһир, оҙон көйлө йырҙарыбыҙҙы зайнатып йырлауы менән ауылдаштарҙы хайран иткән кеше булды.
Ул сығышы менән хәҙерге Ҡыйғы районы Ибрай ауылыныҡы. Беҙҙең ауылда уның әбеһе Хаят исемле инәй йәшәй ине, Камалетдин мулла Таймаҫовтың ҡарсығы. Етем туғанын ҡарарға алған улар. Бына шуға ла инде Абрал ағай беҙҙең ауылда төпләнеп ҡалған.
Абрал ағай менән Ғәлимә апай икеһе лә оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләне, биш бала үҫтерҙеләр, татыу йәшәнеләр, уңғанлыҡтары менән айырылып торҙолар. Абрал ағай һунарсы ла, балта оҫтаһы ла булды.
Ғәлимә апай Абдулла ҡыҙы, әсәһе Мәүзифа әбейгә оҡшап, имләү, һылау серҙәрен яҡшы белә торғайны.
Беҙ бәләкәй саҡта, Абрал ағайҙың уйынлы-ысынлы һөйләшкәнен белгәс, һәр һүҙен йотоп йөрөр инек.
Бесән ваҡытында бер йыл ағайыбыҙ звеноһында эшләнек. Олпат кәүҙәле, бер күтәргәндә ярты күбәңде күтәрә лә ҡуя ине шикелле. Ат һөйрәткеһенә ҡыралағы бесәнде лә тейәй, ат менән дә идара итә.
Атты ҡуҙғатҡанда, уны шулай тип ҡыуалай: «Дипломһыҙ, тешең һыҙҙағыры!»
Беҙгә, ҡыҙ-ҡырҡынға, шул ғына кәрәк. Тәгәрәп ятып көлгән булабыҙ.
Дөйөм алғанда, Абрал ағай бер ваҡытта ла түбән эстәлекле «ҡыҙыҡ» һөйләмәне, йөкмәткеле шаян һүҙе менән бар кешене йәлеп итерлек, арттырыу булмаҫ, тәрбиә бирерлек юмор эйәһе булды.
Йылы һүҙ – йән аҙығы тигән кеүек, мәҙәк һүҙ ҡайһы берҙә йән дауаһы булып та ҡуя. Дуҫтарса көлөү файҙалы ла инде.
- Хәҙерге көндә Абрал ағай Ғарипов ҡыҙы Гөлсирә тәрбиәһендә Башҡорт Илсекәйендә йәшәй. Йәл, күҙҙәре күрмәй.