Ғәлиәкбәр ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан
(Ер-һыу атамалары битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ғәлиәкбәр ауылына тирәһендәге ер-һыу атамалары— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылына ҡағылышлы ер-һыу атамаларының тарихы.

Ғәлиәкбәр ауылы ҡағылышлы ер-һыу атамаларында дөйөм башҡорт халҡының тарихы ла сағылған.Ҡаҙаҡтар борондан борондан башҡорт еренә барымта менән килгән. Улар араһында һәр ваҡыт һуғыш булып торған. Беҙҙә лә ошо ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиты бар. Ҡырғыҙ айыры тип атала ул ер. Ҡаҙаҡтар (халыҡ элек уларҙы ҡырғыҙ тип йөрөткән) менән тартҡылаш 18-се быуат баштарына тиклем дауам иткән. Шулай булғас, ауылым боронғо, һәм мин ата-бабаларымдың үҙ ер-һыуын бирмәйенсә тиңһеҙ алышына ғорурланам.

Ҡырғыҙ айыры[үҙгәртергә]

Ғәлиәкбәрҙең көньяғында бер ҡурған бар. Борон ҡыпсаҡ ырыуы менән ҡырғыҙ ырыуы, ошо тирәлә туҡталып, тирмә ҡороп төпләнеп алғандар ҙа мал үрсетеп йәшәй башлағандар. Улар үҙ-ара дошманлашып йәшәгәндәр. Бер ваҡыт ике ырыу араһында һуғыш сыҡҡан. Ҡыпсаҡ ырыуы көслөрәк булып, ҡырғыҙҙарҙы ҡырып һалғандар. Ҡырғыҙҙарҙы күмеү өсөн ер кәрәк булған, ләкин ер ҡыпсаҡтарҙыҡы. Улар ер бирмәгәндәр.

Ҡырғыҙҙар алыҫтан дөйә менән тупраҡ ташып, яҡташтарын күмеп ҡайтып киткәндәр. Ул урын әле лә бар. Сәфәр утарына киткәндә юлдың һул яғынан ҙур ғына ҡауҡыулыҡ булып күренеп тора. (1998 йылда уҡыусылар яҙып килтерҙе. Был легенданың “Легендалар һәм риүәйәттәр” китабында Сабитов Хәмит Ибраһим улынан яҙып алынған варианты бар).

Үтәбикә ҡаяһы (1-се вариант)[үҙгәртергә]

Бер бабайҙың Үтәбикә исемле ҡыҙы булған. Ауылдың байы уны һоратырға теләгән. Ҡыҙҙың ата-әсәләре риза булған. Улар ярлылыҡта ғына көн иткән. Ҡартайған көнөбөҙҙә, исмаһам,рәхәтләнеп йәшәп ҡалайыҡ, тип уйлағандар. Ләкин Үтәбикә риза булмаған. Ул, никах көнө килеп еткәс, сығып ҡаса һәм матур бер ҡая күреп ҡала. Шул саҡ бай эҙләп килә һәм уны күрә. Үтәбикә, етеп килгән байҙы күреп ҡалғас, Нөгөш буйында булған был ҡаяға йәһәт кенә менгән дә йылғаға ташланған. Шунан алып был ҡаяны Үтәбикә ҡаяһы тип йөрөтәләр. (2005 йылда 1958 йылғы Үтәғолов Ғаяз Хәмит улынан ҡыҙы Үтәғолова Фәйләрә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вә хит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Үтәбикә ҡаяһы (2-се вариант)[үҙгәртергә]

Бер ҡарттың Үтәбикә исемле ҡыҙы булған. Шундай сибәр, егәрле ҡыҙҙы яулаусылар күп булған. Ауылдың иң бай кешеһе Үтәш мулла ла яусы ебәргәс, Тайып ҡарт уйға ҡалған. берҙән-бер ҡыҙын өсөнсө ҡатынлыҡҡа биргеһе лә килмәгән, үҙенең ҡартайған көнөндә, исмаһам, бай булғыһы ла килгән. Байлыҡ яғы еңгән: Тайып ҡарт ризалығын биргән.

Ә үтәбикә риза булмаған, сөнки йәмһеҙ муллаға өсөнсө ҡатынлыҡҡа барғыһы килмәгән. Әммә атай кеше ҡыҙының һүҙенә ҡарап тормаған… Туй булаһы көндә Үтәбикә урманға ҡасҡан һәм бер ҡая янына килеп сыҡҡан. Аҫта таҫмалай Нөгөш аға. Ҡыҙ күп уйлап тормаған, ҡаянан ташланған. Ҡарт бик ҡайғырған, ләкин һуң булған.

Үтәбикә һикергән ҡая уның исеме менән йөрөтөлә башлаған. (1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Аҫылғужин Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улынан (1911 йылғы) ейәнсәре Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Сафия ташы йәки кейәү ҡасҡан йылға[үҙгәртергә]

Ямаш ауылынан Сафия исемле ҡыҙ Оло Кәбәскә кейәүгә сыға. Уның ике ҡәйнәһе, бер ҡайныһы була. Сафияны ҡәйнәләре һыйғыҙмайҙар. Бер ваҡыт ул һыуға бара ла көйәнтәһе менән биҙрәһен ултыртып, Ямашҡа ҡаса. Сафия, Бәккән еренә еткәс, тояҡ тауышын ишетеп, артына боролоп ҡарай, ә кейәүе ат менән баҫтырып килгән була. Ул яр буйына йүгереп төшә һәм, таш ҡыуышына инеп ята, кейәүе һиҙмәйенсә үтеп китә.

Кейәүе ҡайныһының йортона барып етеүе була, Сафия ла ҡайтып төшә. Ҡайнылары кейәүен туҡмарға уйлайҙар, ләкин кейәүҙәре бер йылға буйлап ҡасып ҡайтып китә. Шул ваҡыттан алып был йылғаны Кейәү ҡасҡан йылға, Сафия йәшенеп ятҡан ташты Сафия ташы тип йөрөтә башлағандар. (1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Аҫылғужин Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улынан (1911 йылғы) ейәнсәре Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Элек Ғәлиәкбәр тирәләй байтаҡ ҡына ауыл булған: Бикташ, Кәбәс, Түбәнге ауыл. Улар 20–се быуаттағы боролоштар арҡаһында юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер ул урындарҙа, халыҡ йәшәгәнлеген белдереп, ҡәбер таштары ғына ҡалған. Мәҫәлән, Бикташ ауылына бәйле бер нисә риүәйәт һаҡланған.

Бикташ ауылы[үҙгәртергә]

Бикташ ауылы Ғәлиәкбәрҙән үрҙә, Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан булған. Имеш, элек ул ауылдың исеме булмаған.Шунда бер өйҙөң эргәһендә өҫтәл ҙурлыҡтай таш ятҡан. Эҫе йәй көнө күк йөҙө ҡапыл ҡараңғыланып киткән дә, ел-дауыллы ямғыр йәшенләп яуа башлаған. Ошо ваҡытта өйҙәрҙең ҡыйыҡтарын емереп, ағастарҙы йығып, таш осоп киткән. Дауылдан һуң ауыл ҡарттары ауылға Бикташ исеме таҡҡандар.

Хәҙер ул ауыл ҡороған, шулай ҙа исеме юғалмаған. (1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Аҫылғужин Әхмәҙулла Ғөбәйҙулла улынан (1911 йылғы) ейәнсәре Аҫылғужина Гөлназ Минияр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды). Бикташ ауылында йәшәүселәрҙең кәсебе менән бәйле риүәйәт тә бар.

Бикташ бөгөлө[үҙгәртергә]

Борон башҡорттар ер биләп алғанда хәҙерге Бикташ ауылы урынына Бикташ исемле кеше килеп ултырған. Уның 4 улы була: Байғаҙы, Мөхәмәтша, Бирғолай, Шахнияз.

Ул уландары менән кәсеп иткән: ағас ҡырҡып, һал сығара; баҙ яғып, дегет ҡайната; туғын ярып, сана табандары эшләй. Уландары ир етеп, үҙҙәре донъя көтә. Бикташ малайҙары менән һалға төшә. Һал менән төшөп барғанда, Бикташ ауылының түбән яғындағы Әрәм ҡоҙашы тамағына илле-алтмыш метрҙай етәрәк, Нөгөшкә арҡыры төшөп торған бәләкәй генә ҡая бар.

Бикташ бабай һал менән шунда туҙа һәм һыуға батып үлә. Һыу ҡайтҡас, бабайҙы табып алып, шундағы тау башына ерләйҙәр. Уландары, ауыл халҡы менән килеп, зыяратын таштан бурап ҡуялар. Шул ерҙе хәҙер Бикташ бөгөлө тип йөрөтәләр. Зыярат әле лә таштан буралған көйө ерҙән бер метрҙай ҡалып тора. Уның өҫтөнә муйылдар үҫкән.

(2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминев Рәис Шәрифйән улынан ( 1960 йылғы) улы Әминев Вәсил башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алып килде).

Таҡыясусаҡ[үҙгәртергә]

Тауҙар, урмандар аша аға-аға, ялан ерҙәргә килеп сыҡҡан беҙҙең матур-ҙарҙан да матурыраҡ, күркәмдәрҙән дә күркәмерәк йылға ул Нөгөш! Күңелен баҫыр өсөн:

Нөгөш кенә буйы аҡ томан,

Ел иҫмәйсә томан баҫылмай.

Йөрәккәйем янып барғанда,

Бер йырламай баҫылмай, - тип йырлар ҙа булғандар.

Таҡыясусаҡ! Ул миңә бала саҡтан таныш. Сөнки ауылым кешеләре уны теленән төшөрмәй. Атайым төндә уяна ла:

–Таҡыясусаҡ башы бөгөн тыныс, иртәгә көн боҙолмаҫ, – ти ҙә тынысланып йоҡлап китә. Йәки:

–Таҡыясусаҡ шаулай, эштәрҙе йәһәтләр кәрәк, - ти.

Ә мин ҡолаҡ һалам: тәүҙә аҙ ғына шау ишетелә. Был көсәйә барып, көслө үкереү хасил була. Ысынлап та, ауылымдың талисманы ул Таҡыясусаҡ.

Ауылдаштарым уның менән һоҡлана, ғорурлана, ә ситтән килгәндәр:

–Был тауығыҙ емерелеп төшмәйме? Нисек эргәһендә йәшәй алаһығыҙ ул? – тиҙәр. Тауҙың аҫтында ғына күл бар. Халыҡ фекеренсә, имеш, бында аждаһа бар.

Таҡыясусаҡ үҙенә бәйле бәйет шаһиты ла. Хәл былай була. Берәүҙең һыйырын тау артында айыу йыя һәм һунарсылар уны ҡарауыллап атырға булалар. Төн ҡараңғы була. Емтек янына бер ҡара нәмә яҡынлай башлағас, уны атып йығалар. Яҡтырғас ҡына, айыу тип, яңғыҙ ҡатындың ҡара һыйырын атҡандарын күргәндәр. Ауылдың төртмә теллеләре оҙаҡламай бәйетен дә сығарып ҡуялар:

Таҡыясусаҡ башында

Таҙғаҡ яһай өс батыр.

Иң олоһо Садиҡ батыр

Бирә нисәхәт,өгөт.

Ғәлиәкбәр ауылының

Үткер икән мөгөҙө.

Садиҡ ағай батыр икән:

Атып йыҡҡан бер үҙе.

Ҡая ниндәй күркәм! Әйтерһең дә, ул көслө дауылдан ашалмаған, ҡаты һыуыҡтарға сатнамаған, ҡояш ҡыҙыуынан, ямғыр йыуыуынан онталмаған… Бөйөк Ватан һуғышына Ғәлиәкбәрҙән 100-гә яҡын ир-егет яуға киткән. Әлбиттә, һуғышҡа китеүселәр һуңғы тапҡыр Таҡыясусаҡ башынан ауылына әйләнеп ҡарап:

Таҡыясусаҡ тауы бейек,

Тора-тора мендем башына.

Иҫән-һау ҙа ғына йөрөп ҡайтһам,

Тарих яҙыр инем ташына, - тип хушлашыу йырын яратҡан тауына бағышлаған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың яртыһы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта алған. Тыуған ил алдында күрһәткән батырлыҡтарын, еңеүгә ышанысын түбәндәге бәйет аша белеп була:

  • Бәйетемдең башы

Сталинград һуғышы.

Анау тауҙың башына

Кемдәр таяҡ ташлаған?

  • Бар донъяны алам тип,

Герман һуғыш башлаған.

Гитлер ниңә һуғышаһың,

Әллә һиңә донъя тар?


Беҙ һуғышты теләмәйбеҙ,

Яҙған договорың бар.

Беҙ һуғышҡа барабыҙ,

Мәскәү – беҙҙең ҡалабыҙ.

Нап(ы)расно һуғышаһың,

Берлиныңды алабыҙ –

Алтмыш дивизия килә

Сталинградҡа атлап.

Дон буйынан йүгереп сыҡтыҡ,

Шул немецтарҙы артлап.

Немецтарҙы беҙ ураттыҡ,

Фронтҡа юл асырға.

Йыуан ҡорһаҡ ҙур немецтар

Белмәй ҡайҙа ҡасырға.

Себенме, тип ҡул һелтәйем,

Осоп килә һауардин.

Илде ятҡа бирер өсөн

Тыуҙыммы ни анадин?

Ҡара томан, ҡара төтөн

Бөркөп тора томанда

Түгелгән ҡан, түгелгән йәш

Һыймай ана урамға.

Немец бер ҙә түҙмәй икән

Әсе һыуыҡ буранда.

Туҡһан биш мең фашисты беҙ

Пленға алдыҡ урамда.

Сталинград ауылы,

Тауҙа булды дауылы.

Ҡул күтәреп илап торҙо

Немецтарҙың Пау(ы)лы.

Ана килә машина

Паулюстарҙың башына.

Эҙләгәнеңде таптың, тип

Яҙып киттем ташына.

(Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминева Фәриҙә инәйҙән (1914 йылғы) уҡытыусы Усманова Әминә Арслан ҡыҙы 1970 йылдарҙа уҡыусыларҙан яҙҙыртып алған.)

   Ғәлиәкбәр ерендәге һәр таш тарих һөйләй. Тауҙар, таштар, ҡаялар – тыуған тәбиғәттең илаһи матурлығы ла, кеше күңеленең, рухының сағылышы ла. Ниндәй генә уй-кисерештәр тыуҙырмай кеше күңелендә ана шул тауҙарға менеп баҫыуҙары.

Ишеккәйем алды, һай, ҡуш тирәк

Ҡуш тирәккәй төбө ер еләк.

Еләктәре бешкән, һай, йыйған юҡ,

Йәш ғүмерҙәр уҙҙы, һиҙгән юҡ.

Ишеккәйең алдын һепереп тот,

Алма тәгәрәтеп уйнарһың.

Был йырҙарҙы, йәнем, иҫеңдә тот,

Мин үлгәс тә һағынып йырларһың, - тип йырлаған боронғолар уның тура-һында.

Сал тарих та, беҙҙең бөгөнгө көн дә, киләсәк хаҡындағы хыялдар ҙа – барыһы ла бәйле ошо ергә, ошо мәғрүр тауҙарға. Әммә бөтәһенән дә бигерәк халыҡтың тарихи ептәрен һаҡлап торғандай был тауҙар, был ҡаялар. Ниндәй иҫтәлектәр, риүәйәттәр, легендалар йәшәй халыҡ күңелендә!

Ә исемдәрендә ни ҡәҙәрле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һаҡланып ҡалған?! Ҡалыу , Ҡалыу мороно, Аратау, Уралтау, Өйрәкташ, Сусҡа морон, Үтәбикә ҡаяһы, Күгат ташы, Йәнгәрәй тауы, Сафия ташы…

Ҡондоҙбай[үҙгәртергә]

Был урын Емеш үлеге яланына яҡын яҡын ғына. Тәбиғәте лә матур, һоҡланғыс. Урмандың күп өлөшөн ҡайын, уҫаҡ ағастары алып тора. Бына ошо урында Ҡондоҙбай тигән кеше бесән әҙерләгән. Уға, әлбиттә, ағас араһындағы ҡуйы үләнлек, был ерҙең емеш-еләккә бай булыуы оҡшаған.Оҙаҡ йылдар буйына бында бесән әҙерләгәнгә, был ер уның хөрмәтенә Ҡондоҙбай тип атала башлаған.

(2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ (1943 й.) ейәнсәре Күлбаева Таңһылыу Флүр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Кинйәбикә ҡаяһы[үҙгәртергә]

Бер ҡарттың Кийәбикә исемле ҡыҙы булған. Улар ярлы йәшәгәндәр. Кинйәбикә бик һылыу булған. Уға бер ҡарттың күҙе төшкән. Байлыҡҡа ҡыҙығып, атаһы Кинйәбикәне ҡартҡа кейәүгә бирергә булған. Быны белеп ҡалған ҡыҙ ҡаянан һикергән. Шунан алып был ҡаяны Кинйәбикә ҡаяһы, ә Нөгөш йылғаһы аръяғындағы уяны Кинйәбикә уяһы тип йөрөтәләр. (2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ (1943 й.) ейәнсәре Күлбаева Таңһылыу Флүр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Күгатташ ҡаяһы[үҙгәртергә]

Бик боронғо заманда ярлылар аслыҡ ваҡытында байҙың күк атын урлап һуялар. Ауылдан төньяҡҡа ҡарай 2 саҡрым тирәһе самаһында, Кесе Нөгөш Оло Нөгөшкә ҡушылған ерҙә тәпәшәк кенә бер ҡая бар. Ҡаяла 3 мәмерйәбар. Ярлылар шул ҡаяның бер мәмерйәһендә итте йәшереп кенә бешереп ашап йөрөгәндәр. Шунан бирле был Күгатташ ҡаяһы исемен йөрөтә. (Әминев Хәлил Иҙел улы олатаһы Әминев Ағзам Яхъя улынан (1933 й.) 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Йәнгәрәй тауы (1-се вариант)[үҙгәртергә]

Борон заманда беҙҙең ауылда Йәнгәрәй исемле бик көслө, ҡурҡыу белмәҫ батыр йәшәгән. Шул батыр бер көндө, уҡ-ян менән ҡоралланып, һунарға сығып киткән. Тау буйлап бик оҙаҡ йөрөгән. Шулай йөрөй торғас, бер айыуға тап булған. Был айыу ҡая ситенә ултырып алған да тау түбәненә таш тәгәрәтә, ти. Үҙе таштарҙың даңғыр-доңғор тәгәрәгәнен ҡолаҡ һалып тыңлап ултыра икән. Бына айыу сираттағы ташты тау ситенә килтереп һалған да тәгәрәтеп ебәргән. Үҙе тыңлап торғанда ғына, Йәнгәрәй, ҙур таш алып, айыуҙың башына тондорған. Айыу тау түбәненә тәгәрәп төшөп киткән. Йәнгәрәй ҙә, яҙа баҫып, тауҙан ос-ҡан. Бер заман иң алдан даңғыр-доңғор килеп таш төшөп бара, ти, уның артынан айыу, шунан – Йәнгәрәй. Иртәгеһен кешеләр килеп тапҡанда, Йәнгәрәй хәл өҫтөндә ятҡан була. ул үҙенән бер аҙ ситтәрәк ятҡан айыуға төртөп күрһәткәс, эштең ниҙә икәнен аңлағандар. Шунан башлап был тау Йәнгәрәй исеме менән йөрөй башлаған. (Бөрйән районы Ғәлиәкбәр урта мәктәбе уҡыусыһы Аҫылғужина Алһыу Шәрәфетдин ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә өләсәһенән яҙып алды һәм “Аманат” (1997 й.) баҫтырып сығарҙы)

Йәнгәрәй тауы (2-се вариант)[үҙгәртергә]

Элек Йәнгәрәй исемле бер һунарсы ҡарт йәшәгән. Ул тауға менеп ҡараһа, мәмерйә эсендә айыуҙар ята, ти. Йәнгәрәй, һөңгө менән ҡоралланып, тауға менгән дә мәмерйә эсенә таш бәргән. Айыуҙар берәмләп сыға торған, ҡарттың ҙур ташҡа терәп ҡуйылған һөңгөһөнә сәнселеп, аҫҡа осоп төшә торғандар. Һунарсы, айыуҙар сығып бөттө, тип уйлап, ял итергә булған. Шул саҡ иң аҙаҡтан иң ҙурыһы килеп сыҡҡан да ҡартҡа йәбешкән. Хәнйәрен алып өлгөрмәгән ҡарт һунарсы, айыу менән алыша-алыша, тау аҫтына тәгәрәгән. Улар шунда уҡ йән биргәндәр.

Йәнгәрәй ҡарт үлгәс, уның исеме ошо ҙур тауға бирелгән. Тауҙың башында шул уҡ исемле ҙур ғына күле лә бар. (Әминев Әмир Рәхимйән улы олатаһы Күлбаев Әхмәт Мөхәмәт улынан (1930 й.) 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Йәнгәрәй тауы (3-сө вариант)[үҙгәртергә]

Элек Ғәлиәкбәр ауылында Йәнгәрәй тигән бик оҫта һунарсы йәшәгән. Ул бигерәк тә айыуға һунарға йөрөргә яратҡан. Был кеше көслө булған. Үҙ ғүмерендә 70 айыу алған. Ауылдан 10 саҡрым алыҫлыҡта Мулла туғайы тигән сабынлыҡтың ҡаршыһында бик бейек ҡая бар. Ҡаяла мәмерйә бар. Йәнгәрәй алдына шул мәмерйәнән бик ҙур айыу килеп сыҡҡан. Һунарсы һыҙмаһынан атып ебәргән. Айыу яраланып, бик ярһып уға ташланған. Улар икәүләшеп тау аҫтына тәгәрәгәндәр. Ауыл кешеләре уларҙы табып алғандар.Был Йәнгәрәйҙең һуңғы 70-се айыуы булған. Йәнгәрәй исеме ошонан тауға бирелгән. (1998 йылда уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).

Ҡалыу. Ҡалыу ташы[үҙгәртергә]

Борон әбей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың бик уңған һәм бик сибәр ҡыҙы булған, бөтә кеше уға ҡарап һоҡланып туя алмаған. Бер ваҡыт ҡыҙҙы бер егет урлап алып киткән. Бабай, быны һиҙеп ҡалып, уларҙың артынан ҡыуа төшкән. Бейек һәм оҙон тауҙы артылғанда уның аты арыған. Бабай улай иткән, былай иткән, ләкин әмәлен таба алмаған һәм бер ташҡа ултырған да;”Ошондалыр инде ҡыҙымдан минең ҡалыуым” - , тигән.шунан башлапошо тауҙы Ҡалыу тауы, бабай ултырған ташты Ҡалыу ташы тип йөрөтә башлағандар.(2005 йылдаҒәлиәкбәр ауылында йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны ҠаһармановАбдулхаҡ Абдрахман улынан (1927 й.) ейәнсәре Юламанова Нурсилә Рауил ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).

Ниғмәт ташы[үҙгәртергә]

Ғәликбәрҙән 5 километр алыҫлыҡта, Тәрән кисеүҙең өҫ яғында, Ниғмәт ҡаяһы бар. Элек Нөгөш йылғаһы буйлап ағас һаллап сығарып һатҡандар. Бер ваҡыт Ниғмәт тигән кеше улы менән яҙғы ташҡын ваҡытында йылға буйлап һал ағыҙып алып килгәндәр. Нөгөш, тау йылғаһы булараҡ, яҙ көнө бигерәк ҡаты аға. Һал менән аҡҡанда алдағы ҡая-таштарҙы, бейек-бейек тулҡынлы шаршыларҙы белгән тәжрибәле кеше кәрәк. Ниғмәт шундайҙарҙың береһе булған.

Әлеге урында ни сәбәп менәндер аталы-уллы һал менән текә һәм бейек ҡаяға барып төкәгәндәр. Улар икеһе лә үлгән. Шунан бирле был ҡаяны Ниғмәт ҡаяһы тип йөрөтә башлағандар. (2005 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ (1943 й.) ейәнсәре Күлбаева Таңһылыу Флүр ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып алды).

Һуғыш туғайы[үҙгәртергә]

Борон заманда Ғәлиәкбәр ауылында йәшәгән, ти бер бай. Уның малдары бик күп булған. Һыу эсергәндә малдарының бер осо кәртәһендә, икенсеһе һыуҙа булған, ти.

Бай бер ваҡыт бесән сабырға үҙенең кешеләрен өмәгә ебәргән. Барһалар, Кәбәс ауылындағы бер бай ҙа үҙ кешеләрен бесән сабырға ебәргән булған. Ул да бик бай йәшәгән. Малдары, көтөү-көтөү булып, яландарҙы тултырып йөрөгән.

Бына яланда ике байҙың кешеләләре осрашҡандар һәм, сабынлыҡ өсөн талаш сығып, ике арала һуғыш башланған. Һуғыш бик оҙаҡ барған һәм Ғәлиәкбәр байының еңеүе менән тамамланған. Шунан башлап был туғайҙы Һуғыш туғайы тип йөрөтә башлағандар. Әле лә был туғай шул исем менән йөрөй.

(1998 йылда уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).

Мөзәй йылғаһы[үҙгәртергә]

Был хәл бик борон булған. Ғәлиәкбәр ауылында бай ғына бер кеше йәшәгән. Уның ике ҡатыны булған. Улар үҙ-ара һыйышмағандар. Байрамбикәнең атаһы. Атаһы быларҙы ҡунаҡҡа саҡырған.

Улар Үрге Нөгөшкә барып, өс-дүрт көн ҡунаҡ булғандан һуң, ҡайтырға сыҡҡандар. Ике көндәш сананың артында ултырып килгәндәр. Ә алда хужа кеше дилбегә тотоп килгән. Уларҙың аттры шәп һәм шаян булған. Бер текә тауҙы төшкәндә, быларҙың аттары алып ҡаса. Шунан файҙаланып, Байрамбикә, бер йыуан ҡайынға сана яҡынлашҡас, Мөзәямалды сананан төртөп осорған. Ҡайынға төкөп, Мөзәямалдың башы ярылып үлгән. Бына беҙ хәҙер Мөзәй тип йөрөткән тау һәм йылға Мөзәямал исеменән ҡыҫҡартып алынған.

(1986 йылда Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Ғәлиев Сабир Ғәле улынан ҡыҙы Ғәлиева Йәмилә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә яҙып килтерҙе).

Арыҡтай[үҙгәртергә]

Борон бер бай, өмәгә әйтеп, бесән саптырырға булған. Өмәгә, нигеҙҙә, осон-осҡа ялғап йәшәгән кешеләр йыйылған. Улар, был бай һимеҙ генә атын һуйҙырыр әле, тип уйлаған һәм бик тырышып эшләгән. Бына ҙур ғына яланды сабып бөтөп, ашарға ултырғандар.

Ләкин ит тарата башлағас, өмәселәр аптырап ҡалған бай,:өмәгә тип, ни бары арыҡ ҡына тай һуйҙырған. Халыҡтың яман асыуы килгән һәм ошо бесән сапҡан ерҙе, байға мыҫҡыл итеп, Арыҡтай тип атағандар.

1997 йылда Ғәлиәкбәр ауылын-да йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улынан (1927 й.) Үтәғолова Филиә Ғаяз ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтов Вәхит Ғибат улы етәкселегендә өләсәһенән яҙып алды һәм “Аманат” баҫтырып сығарҙы).