Йәйғор (йомаҡтар);

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәйғор
  1. Өй түбәмдә саңғы юлы.
  2. Өй түбәмдә аллы-гөллө ебәк билбау.
  3. Һыу өҫтөндә төҫлө көйәнтә.
  4. Таҫмалана, дуғалана аллы-гөллө йәшел суҡ.
  5. Урман аша төрлө таяҡ ташланым.
  6. Аллы-гөллө яулығымды ситән аша ырғыттым.
  7. Әй әлем суҡ, әлем суҡ, аллы-гөллө йәшел суҡ, өй түбәмә элгән суҡ.
  8. Өйөм түбә ашаһынан ала арҡан ташланым.
  9. Аллы-гөллө көйәнтәмде йылға арҡылы ташланым.
  10. Ағиҙел аша алтын дуға ырғыттым.
  11. Һыр, һыр, һыры бар, һырлап торған нуры бар.
  12. Һыр-һыр һыры бар, ете төрлө нуры бар, ете ҡат күккә юлы бар.
  13. Урман аша алтын дуға ташланым.
  14. Ул ниндәй күпер? Үҙе матур, үҙе таҡыр — бер кем сыға алмай.
  15. Ҡыҙыл икән, ал икән, йәшел икән, һар(ы) икән, кеше йөрөмәҫ, атлы үтмәҫ — шундай күпер бар икән.
  16. Күк диңгеҙгә күпер һалдым, сыға алмай тороп ҡалдым.
  17. Аҡһыл, һары, йәшел таҫма — биҙәлгән гүзәл дуға.
  18. Бөгөн күреп, шул дуғаны хайран ҡалдым шуға.
  19. Эленгән ере бейек, дуғаға булмай тейеп.