Муйыл бәлеше: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
11 юл: 11 юл:
== Әҙерләү ысулы ==
== Әҙерләү ысулы ==
Эслек өсөн муйылды ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәләр.
Эслек өсөн муйылды ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәләр.
Яңы йыйылған муйылдан эшләнә. Кипкән муйыл булһа, тәүҙә 8-10 сәғәт һыуҙа ебетеп алалар.Эслекккә тәменә ҡарап шәкәр һәм май ҡушыла.
Яңы йыйылған муйылдан эшләнә. Кипкән муйыл булһа, тәүҙә 8-10 сәғәт һыуҙа ебетеп алалар.Эслеккә тәменә ҡарап шәкәр һәм май ҡушыла.
Бәлеш өсөн сөсө йәки әсе ҡамыр әҙерләйҙәр
Бәлеш өсөн сөсө йәки әсе ҡамыр әҙерләйҙәр
Ингредиенттарҙы (2-5) ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла. Әсе ҡамырҙан эшләгәндә, сүпрә ҡушып баҫалар.
Ингредиенттарҙы (2-5) ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла. Әсе ҡамырҙан эшләгәндә, сүпрә ҡушып баҫалар.

11:06, 12 ғинуар 2017 өлгөһө

Муйыл бәлеше — сөсө йәки әсе ҡамырҙан бешерелгән асыҡ бәлеш.

Ингредиенттар

  • Аҡ он
  • Эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, йәғни май эшләгәндә сыҡҡан айранды ҡулланырға ла мөмкин)
  • Аш содаһы
  • Тоҙ
  • Май (аҡ май, маргарин, үҫемлек майы)

Әҙерләү ысулы

Эслек өсөн муйылды ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәләр. Яңы йыйылған муйылдан эшләнә. Кипкән муйыл булһа, тәүҙә 8-10 сәғәт һыуҙа ебетеп алалар.Эслеккә тәменә ҡарап шәкәр һәм май ҡушыла. Бәлеш өсөн сөсө йәки әсе ҡамыр әҙерләйҙәр Ингредиенттарҙы (2-5) ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла. Әсе ҡамырҙан эшләгәндә, сүпрә ҡушып баҫалар. Таба ҙурлығына ҡарап йоҡа йәймә (0,5 см ҡалынлығында) йәйәләр. Эслекте һалып тигеҙләгәс, йәймәнең ситен эскә бөгөп сығалар.