Робинзон икмәге: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
'''Робинзон''' — ул кеше йәшәмәгән утрауҙа үҙ көнөн үҙе күрергә мәжбүр булған әҙәми зат ҡына түгел. Ә тәбиғәттә лә, тереклек итеү өсөн кәрәкле нәмәләрҙе етештерә белгән кеше.
'''Робинзон''' — ул кеше йәшәмәгән утрауҙа үҙ көнөн үҙе күрергә мәжбүр булған әҙәми зат ҡына түгел. Ә тәбиғи шерттарҙа тереклек итеү өсөн кәрәкле нәмәләрҙе етештерә белгән кеше.
==Робинзон икмәге ==
==Робинзон икмәге ==

21:18, 28 июль 2017 өлгөһө

Робинзон — ул кеше йәшәмәгән утрауҙа үҙ көнөн үҙе күрергә мәжбүр булған әҙәми зат ҡына түгел. Ә тәбиғи шерттарҙа тереклек итеү өсөн кәрәкле нәмәләрҙе етештерә белгән кеше.

Робинзон икмәге

Әҙерләү ысулы

Аҡ томбойоҡ (Кувшинка белая) робинзон икмәк бешереү өсөн сеймал була ала.Сөнки, тамырһабағы туҡлыҡлы матдәләргә бай. Унда 49 процент крахмал, 8 процент аҡһым, 20 процент тирәһе шәкәр бар.

Он әҙерләү өсөн тамырһабаҡты йыуалар ҙа туҡмас һымаҡ бүлгеләп сығалар. Уларҙы 1 см тирәһе киҫемдәр яһап ҡырҡалар. Унан ҡояшта йәки мейестә киптеләр. Аҙаҡ таш менән йәки ҡул тирмәнендә ваҡлайҙар.

Тамырҙа сереүҙән һаҡлай торған дуплаусы матдәләр (дубильные вещества) була. Улар онға әсе тәм бирәләр. Шул тәмде бөтөрөү өсөн бер нисә сәғәткә он өҫтөнә һыу ҡойоп ултыртып торалар. Өс ҡат шулай һыуын алыштырғас, тондоралар. Һыуын һарҡытып, ондо киптереү өсөн йоҡа ғына итеп йәйеп һалалар.

Поход шарттарында икмәк өсөн әсетке былай эшләнә. Икмәк киҫәген йылы һыуҙа ебетеп, бер аҙ он өҫтәйҙәр һәм йылыға ултыртып ҡуялар. Ҡамыр әскелтем еҫ сығарып, күперә башлаһа, әсетке әҙер була. Котелокта әсетке ҡушып ондан ҡамыр эшләйҙәр. Йылыға ултыртып ҡуйып, 5-6 сәғәт ҡамырҙың күтәрелеүен көтәләр.

Ул арала, тар ғына, ҙур булмаған соҡор ҡаҙып, төбөн һәм диуарын яҫы таштар менән көпләйҙәр. Эсенә ут яғалар. Таштар ҡыҙғас, күмерен һәм көлөн ситкә һеперәләр.

Ҡамырҙан йомро икмәк эшләп, өҫтөнә мәк, йәки әнис орлоҡтары һибәләр. Дегәнәк япрағына төрөп, мейес эсенә, ҡыҙған таш өҫтөнә урынлаштыралар. Өҫтән кәҫ менән каплап ут яғалар. Бер сәғәт үткәс, нәҙек кенә сыраны батырып ҡарайҙар. Сыра ҡоро сыҡһа, икмәк әҙер була.