Робинзон сәйе: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
39 юл: 39 юл:
Мәҫәлән, '''әҙ ҡанлылыҡтан сәй составы''':
Мәҫәлән, '''әҙ ҡанлылыҡтан сәй составы''':
* '''Турғай еләге''', Земляника лесная (япраҡтары) — кобальт, тимергә, фолий кислотаһына бай.
* '''[[:w:ba:Турғай еләге|Турғай еләге]]''', Земляника лесная (япраҡтары) — кобальт, тимергә, фолий кислотаһына бай.
* '''Шартый еләк''', Клубника (япраҡтары) — тимергә, фолий кислотаһына бай.
* '''Шартый еләк''', Клубника (япраҡтары) — тимергә, фолий кислотаһына бай.
* '''Ағас еләге''', Малина (япраҡтары)— фолий кислотаһына, В12 витаминына (цианкобальтамин) бай. Тимер, баҡыр иондары сығанағы.
* '''Ағас еләге''', Малина (япраҡтары)— фолий кислотаһына, В12 витаминына (цианкобальтамин) бай. Тимер, баҡыр иондары сығанағы.

23:37, 20 июль 2017 өлгөһө

Робинзон сәйе

Робинзон сәйе өсөн үҫемлектәр

Сәй әҙерләү ысулы

  • Бәҫәртеү:сәй өсөн үләнде 5 сантиметрға тиклем ҡалынлыҡта, бер тәүлек тирәһе күләгәлә һулытып, бәҫәртеп һалып ҡуялар.
  • Ыуыу: Саҡ ҡына һуты сығырлыҡ итеп ыуалар.
  • Ферментлаштырыу:ыуылған үҫемлетәрҙе 5 сантиметрға тиклем ҡалынлыҡта йәшниккә йәки табаға һалалар, еүеш сепрәк ҡаплап, 6-10 сәғәткә 26°С температурала тоталар.
  • Киптереү: ферментлаштырылған үләнде 100°С температурала 40 минут тирәһе киптерәләр (мейестә, духовкала).

Сәйҙе бер үҫемлектән йәки бер нисә үҫемлекте ҡушып эшләргә була.

Айырым ҡулланып булғандары:

  • Турғай еләге, Земляника лесная(япраҡтары)
  • Шартый еләк, Клубника(япраҡтары)
  • Ағас еләге, Малина (япраҡтары)
  • Сейә, Вишня(япраҡтары)
  • Боланут, Кипрей узколистный(япраҡтары, бутоны) — капор сәйе исеме менән билдәле.
  • Мәтрүшкә, Душица обыкновенная(япраҡтары, сәскәләре).

Әҙерләү мәлендә ниндәй үҫемлектәр булыуына ҡарап ҡушылмалар (сбор) эшләп була. Сифатлы итеп әҙерләнгән үлән сәйҙәре менәни магазин сәйҙәре ярыша ла алмай.

Шулай уҡ, дарыу итеп ҡулланыу маҡсатында, махсус үҫемлектәр менән төрләндереп, дауалаусы сәй ҡушылмалары әҙерләргә мөмкин.

Мәҫәлән, әҙ ҡанлылыҡтан сәй составы:

  • Турғай еләге, Земляника лесная (япраҡтары) — кобальт, тимергә, фолий кислотаһына бай.
  • Шартый еләк, Клубника (япраҡтары) — тимергә, фолий кислотаһына бай.
  • Ағас еләге, Малина (япраҡтары)— фолий кислотаһына, В12 витаминына (цианкобальтамин) бай. Тимер, баҡыр иондары сығанағы.
  • Әлморон, Шиповник (япраҡтары) — фолий кислотаһы, кальций, тимер, баҡыр тоҙҙары сығанағы.
  • Сейә, Вишня (япраҡтары)— фолий кислотаһы, тимер, баҡыр иондары сығанағы.
  • Боланут, Кипрей узколистный(япраҡтары, бутоны) — кальций, тимер, баҡыр тоҙҙары сығанағы.
  • Ҡара көртмәле, Черника (япраҡтары) — кальций, тимер, баҡыр тоҙҙары сығанағы.
  • Ҡарағат, Смородина (япраҡтары)— кобальт, баҡыр, тимер сығанағы
  • Кесерткән, Крапива (япраҡтары)— тимер, кальций тоҙҙары, викасол сығанағы
  • Туғай клеверы— В12 витаминына бай (цианкобальтамин).
  • Ҡандала үләне, Донник лекарственный(сәскә, япраҡтары) — кальций, тимер, баҡыр тоҙҙары сығанағы.
  • Ҡара мышар, Арония — тимер, баҡыр иондары сығанағы.
  • Крыжовник (япраҡтары) — тимер, баҡыр иондары сығанағы.