Умартасылыҡ серҙәре/13-сө дәрес — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
— ауырыуҙың ныҡ аҙыуы, ҡорт тәнендә талпандар — варроатоздың күп булыуы;
 
— бал ҡорто ғаиләләренең нәҫел үҙенсәлектәре: башҡорт, йәғни бөрйән, ҡорттары, күс айырыуға бигерәк әүәҫ.
 
Йыш ҡына күс айырыу йәш ҡорттарҙың тулыһынса мәшғүл булмауы һәм эшкә егелмәгән йәш ҡорттарҙың — ашатыусыларҙың — кәрәгенән артыҡ тупланыуы арҡаһында килеп сыға.
 
Күс айырғанда ҡорттар ғаиләһе сама менән ике тигеҙ өлөшкә бүленә. Күс менән төрлө йәштәге ҡорттар осоп китә. Бөтә һанының 80 проценты самаһын 24 көнгә тиклемге ҡорттар тәшкил итә. Айырым осраҡта күс менән ете процентҡа тиклем әре ҡорт китә.
Тәүге күс ҡарт инә менән йомортҡаларын һалғандан һуң — туғыҙынсы көндә осоп сыға. Был ваҡытта тәүге инә оялары көпләнгән була. Күстең айырылып сығыуы ямғыр һәм һыуыҡ көндәр арҡаһында тотҡарланырға мөмкин. Ул саҡта ҡарт инәнән башҡалары, йәғни инә көбөләренән әле генә сыҡҡан йәш инә ҡорттар, күс менән осоп китә. Тәүге күс көндөң беренсе яртыһында (сәғәт 9–10-дарҙа ла мөмкин) йәки төш мәлендә сыға һәм айырым ҡорттарҙың сигналы буйынса ел өрмәй торған урынға йыйыла. Әгәр ҙә ҡорттарҙың торлаҡ һайларға форсаты булһа, был саҡта улар 25 саҡрымға тиклем һәм унан да алыҫыраҡ араға осоп китә. Беренсе күстәр ағасҡа, ҡыуаҡҡа, ҡоймаға йәки ерҙән бейек булмаған Т рәүешле кәкре әйбергә (махсус эшләргә мөмкин) ҡуна. Бер нисә (2–3) сәғәткә тиклем, разведка яһаусы ҡорттар яңы торлаҡ урыны тапҡансы, күс ошонда ҡалаларҡала һәм аҙаҡтан ғына яңы урынға осоп китәләркитә.
Беренсе күс айырылып сыҡҡандан һуң, төп ғаилә инә ҡортһоҙ тороп ҡала, уның ҡарауы, инә ҡорт көбөләре була. Тәүге күс айырылып сыҡҡас, бер иң эре, килешле инә ҡорт көбөһөнән башҡаларын юҡ итмәһәң, икенсе, өсөнсөләрҙең айырылып сығыуы ихтимал. Күпләп күс айырыу ғаиләнеҡорт ғаиләһен бик ныҡ көсһөҙләндерә.
 
==Быны беләһегеҙме?==

Навигация