Умартасылыҡ серҙәре/26-сы дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Created page with "<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған ..."
 
ә 1 версия күсерелгән: Importing from Incubator
(айырмалар юҡ)

02:45, 24 август 2017 өлгөһө

Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/

Күс йыйыу һәм умартаға ябыу

Күс осоп сығып китеүҙән алда үҙенә яңы йәшәү урыны эҙләү өсөн разведка яһаусы ҡорттарҙы сәфәргә оҙата. Башҡалары, күмәкләп осоп китеү сигналы көтөп, тыныс ҡына ултыра. Көн бик эҫе булғанда, ҡорттар умартанан тышҡа сыға һәм йомғаҡ булып йомарлана ла суҡланып аҫылынып тора.

Сығып китеүе

Күстәр иртәнге сәғәт 10-дан көн уртаһына тиклем сыға башлай, һауаны геүләгән тауыш менән тултыра, умарта өҫтөндә өйөрөлөп осоп, инә ҡортто көтә. Ул иһә ашыҡмай ғына бөтә ғаилә осоп килеп ҡуна торған таҡтаны байҡай ҙа умартаға кире инеп китә. Йәнә икенсе тапҡыр килеп сыға ла осоп һауаға күтәрелә, шунан бында өйөрөлөүсе ҡорттарҙың төп массаһына ҡушыла. Инә ҡорт, ғәҙәттә, осоп китмәй, тотҡарланып, таҡтала тора. Нәҡ ошо мәлдә умартаның бер яҡ ҡырында баҫып тороп, уны бармаҡтар менән генә тотоп алырға һәм ситлеккә ултыртырға кәрәк. Шунан уны күс моҙғаһы эсенә урынлаштырырға мөмкин. Күс булып айырылып сыҡҡан ҡорттар инәне еҫе буйынса бик тиҙ эҙләп табып, янына йыйыла. Әгәр ҙә умартасы ошо мәлде файҙаланып өлгөрмәһә, инә ҡорт күс менән разведкасылар күрһәткән урынға осоп китә. Ғәҙәттә, күс бындай урында (ағас ботаҡтарында, ҡыуаҡтарҙа, ҡоймаларҙа) 20–30 минуттан алып 2–3 сәғәткә тиклем, ҡайһы саҡтарҙа бер нисә тәүлеккәсә, разведкасы ҡорттар яңы торлаҡ тапҡансы торорға мөмкин. Күс йыраҡ осоп китмәһен өсөн (быға халыҡтың күптән килгән әмәле бар), уға умартанан сыҡҡан саҡта еңелсә генә һыу һибәләр. Был иһә ямғыр яуа икәнлекте ишаралай, ҡорттар умартанан алыҫ түгел ергә ҡуна.

Умартанан айырылып сыҡҡан күсте йорт янына ҡундырыу, күс йыйыу буйынса эште еңеләйтеү маҡсатында күләгәрәк урында “Т” хәрефе рәүешендә ике-өс таҡталы бағана ҡуйырға кәрәк (40х60 см ҙурлығында йоҡа таҡта файҙаланыла, ергә ултыртылған бағанаға 2 метр тирәһе бейеклектә ҡағып ҡуйыла). Күстәрҙе алдаштырыу өсөн таҡта ҡағылған бағаналарға берәй киҫәк көңгөрт, көңгөрт-һоро төҫтәге балауыҙ элеп ҡуялар, бағанаға лимон бөтнөгөн ышҡып һөртәләр, сөнки был үләндең еҫен бал ҡорттары бик тә хуп күрә. Ошо уҡ маҡсатта умарталыҡ янында йәки урманда ағастарға иҫке кәрәҙҙәр менән тәьмин ителгән хәйлә умарталары ултырталар. Бындай умарталарға күс йыш һырый.

Йыйыу

Күсте йыйырға тотонорҙан алда һеҙгә аҡ халат һәм биткә селтәр кейергә (ҡорттар яуыз булмаһа ла), күректе тоҡандырырға, күсереп алыу өсөн һоҫҡо (ҙур ағас ҡалаҡ), моҙға йәки япма менән ябып, ниндәйҙер бер йәшник йәки ҡап әҙерләргә кәрәк.

Моҙғаны үҙегеҙ эшләй алаһығыҙ. Ул 100 см оҙонлоғондағы, 20–25 см киңлегендәге йүкә ҡабығынан йәки фанеранан әҙерләнә. Уны дуға һымаҡ бөгәләр (фанераны тәүҙә үк парландырып алырға кәрәк), аҫтан бер башын һындыралар, шулай итеп, моҙғаның төбөн барлыҡҡа килтерәләр. Остарҙы тоташтырып, моҙғаны арттан таҙа ваҡ тимер сыбыҡ селтәре менән тарттыралар, алдан уға киндер туҡыманан асып ябылмалы ҡорма, ә өҫтөн ырғаҡлы бау менән нығытып ҡуялар. Әгәр ҙә күс тәпәш ағасҡа һырыһа, ул саҡта уҡмашып ултырған ҡорттар аҫтына асыҡ моҙғаны (йәки күсермәле йәшник) ҡуялар, уға ҡалаҡ ярҙамында ҡорттар суғын күсерәләр, ә ҡалғанын киҫкен хәрәкәт менән ботаҡтан һелкетеп төшөрәләр. Бынан һуң моҙғаны шул уҡ ағасҡа элеп, асыҡ килеш ҡалдырырға кәрәк. Моҙғаға эләкмәгән ҡорттар оҙаҡ ваҡыт та үтмәҫтән үҙҙәре үк уға йыйыласаҡ. Ҡорттарҙы индереү өсөн күрек тә файҙаланыла.

Ҡайһы саҡта шулай ҙа була: күс яңынан һауаға күтәрелеп осоп, умарталыҡ өҫтөндә өйөрөлә-өйөрөлә лә үҙенең умартаһына йәки башҡа урынға ҡуна. Был иһә ҡорттарҙы моҙғаға һелккән ваҡытта инә ҡорттоң эләкмәүе тураһында һөйләй. Ҡорттар тынысланғас, күсте күсереп ябыуҙы ҡабатларға кәрәк.

Моҙғаға күсерелгән ҡорттарҙы япмаһы менән ябалар ҙа һалҡынса, ҡараңғы урынға (ҡышлау урынына йәки мөгәрәпкә) ҡуялар. Ялан ерҙә уларҙы кис еткәнсе тотоу, күләгәгә ҡуйыу хәйерлерәк, ә унан инде яңы умартаға ябалар. Һәр саҡ шул хаҡта белеп торорға кәрәк: күстәр эҫегә бик тиҙ ҡыҙып китә, йәғни күс ҙур, моҙға бәләкәй булһа, өҫтәүенә, ҡояш аҫтында торһа, ҡорттар янып үлә. Тотолған күс моҙғала биш һәм унан да күберәк тәүлеккә тиклем тора ала, уны өҫтәмә аҙыҡландырыу талап ителмәй (сөнки ҡорттарҙың бал йыйыу бөрләтәүендә етерлек бал һуты бар). Ләкин был хәлдә оҙаҡ тотоу хуп түгел. Күсте айырған көндө үк кисен, 9–10 сәғәт тирәһендә, умартаға ябырға кәрәк.

Яңы торлаҡты әҙерләү

Бөтәһенән элек күс өсөн оя әҙерләйҙәр — был ентекләп дезинфекцияланған (быға тиклем файҙаланыуҙа булһа) ҡәҙимге умарта. Уға бер-ике әҙер кәрәҙ һәм күп итеп яһалма балауыҙлы рамдар ҡуялар (һәр 200–250 грамм ҡорт массаһына бер рам кәрәклектән сығып эш итәләр), йәғни 1 кг айырылып сыҡҡан күскә өсәр-дүртәр рам тура килергә тейеш. Күс яңы умартаны ташлап китмәһен тип, баллы рам ҡуйырға кәрәкмәй (аҙыҡ бирмәйһегеҙ), киреһенсә, уға асыҡ үрсемле бер рам ҡуяһығыҙ. Быны ҡорттар булмаған саҡта, күсте ябырҙан алда, кисен эшләйһегеҙ. Үрсемле рамды көслө ғаиләнән алырға тәҡдим ителә. “Балаларын” ҡорттар күп осраҡта ташлап китмәй. Ояны шулай итеп комплектлайҙар: умартаға кәрәҙле һәм яһалма балауыҙлы рамдар сиратлаштырып ҡуйыла. Әгәр ҙә бал бирһәгеҙ, баллы рамды умартаның эсенә ситкә ҡуйығыҙ.