Умартасылыҡ серҙәре/9-сы дәрес — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
 
==Кәрәҙҙәр төҙөү==
[[File:Broodcomb.jpg|left|200px]]
 
Бал ҡорттары үҙенең кәрәҙен һәр саҡ өҫтән аҫҡа табан яһай. Береһе артынан икенсеһе урынлашып, ҡатмарлы оя барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ояның бөтөнлөгө боҙолһа, ҡорттар шунда уҡ биологик норманы аяҡҡа баҫтыра: емерелгән йәки алынған кәрәҙ урынына яңыһын төҙөй.
Яһау буйынса эштәрҙе тиҙләтеү һәм эшсе ҡорттар күҙәнәктәренән ныҡлы кәрәҙ алыу өсөн яһалма балауыҙ файҙаланалар. 410х260 мм ҙурлыҡтағы яһалма балауыҙҙан яңы кәрәҙ төҙөү өсөн 435х300 мм-лы оя рамына ҡорттар уртаса 70 г балауыҙ өҫтәй. Ә яһалма балауыҙҙан рамға 110–120 г өҫтәргә кәрәк була. Уңайлы шарттарҙа ҡорт ғаиләһе бер миҙгел эсендә 10-ға тиклем яңы кәрәҙ төҙөй ала, уртаса хәлле күс 12–16, ә көслө бал ҡорто ғаиләһе йәйге осорҙа 20–24 балауыҙлы рамды тултыра.
 
Яңы төҙөлгән кәрәҙҙәр шәкәр ҡомо кеүек аҡ төҫтә була. Әгәр ҙә инә ҡорт тиҙ арала уларға йомортҡа һалмаһа, ҡорттар күҙәнәктәрҙе елем менән һылап ялтырата. Һөҙөмтәлә яһалма балауыҙ аҡһыл-алтын төҫкә инеп, һуңынан бер аҙ һарғая.
 
==Күҙәнәк төрҙәре==
1727

үҙгәртеү

Навигация