Ҙур бәлеш: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
[[File:Зур бәлеш.jpg|thumb]]
'''Ҙур бәлеш''' — байрамдарҙа ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн йәки ял көндәрендә күмәк ғаилә менән бергәләп ашау өсөн табынға ҡуйыла торған башҡорт һәм татарҙарҙың танһыҡ ризығы. Был бәлеште иттән һәм картуфтан бешерәләр. Эслек өсөн һыйыр, һарыҡ,
'''Ҙур бәлеш''' — байрамдарҙа ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн йәки ял көндәрендә күмәк ғаилә менән бергәләп ашау өсөн табынға ҡуйыла торған башҡорт һәм татарҙарҙың танһыҡ ризығы. Был бәлеште иттән һәм картуфтан бешерәләр. Эслек өсөн һыйыр, һарыҡ,
ҡош итен, эс-ҡарын, ҡоштоң үпкә-бауырын алырға мөмкин. Картуфты теләк буйынса төрлө ярма, кәбеҫтә, ҡабаҡ менән алыштырырға ярай.
ҡош итен, эс-ҡарын, ҡоштоң үпкә-бауырын алырға мөмкин. Картуфты теләк буйынса төрлө ярма, кәбеҫтә, ҡабаҡ менән алыштырырға ярай.

09:09, 24 март 2017 өлгөһө

Ҙур бәлеш — байрамдарҙа ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн йәки ял көндәрендә күмәк ғаилә менән бергәләп ашау өсөн табынға ҡуйыла торған башҡорт һәм татарҙарҙың танһыҡ ризығы. Был бәлеште иттән һәм картуфтан бешерәләр. Эслек өсөн һыйыр, һарыҡ, ҡош итен, эс-ҡарын, ҡоштоң үпкә-бауырын алырға мөмкин. Картуфты теләк буйынса төрлө ярма, кәбеҫтә, ҡабаҡ менән алыштырырға ярай.

Ҡамыры

  • 650—700 г он
  • 200—250 г һөт
  • 100—150 г аҡ йәки һары май
  • 1-2 йомортҡа
  • Тәменсә тоҙ һәм шәкәр
  • 1 балғалаҡ сода
  • 1 аш ҡалағы үҫемлек майы

Эслеге

Иң һәйбәте, әлбиттә, төрлө иттәрҙе ҡушып алырға кәрәк. Булмаһа, бер төрлө генә ит тә бара.

  • 1,5 кг һөйәкһеҙ һимеҙ ит (һарыҡ+һыйыр+ҡаҙ)
  • 1,5 кг картуф
  • 2 баш эре һуған
  • Тәменсә ҡара борос
  • 200—300 г ит һурпаһы
  • Иткә төрлө тәмләткестәр

Әҙерләү

Ҙур туҫтаҡҡа Һөттө ҡойоп, йомортҡаларҙы һытып, бүлмә температураһында йомшартылған майҙы һалып, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәп, соданы аш һеркәһендә һүндереп ҡушып бик ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Эслеген әҙерләгәнсе, ҡамырҙы ябып, ял иттерергә ҡуйып торабыҙ.

Эслек өсөн итте бармаҡ башындай ҙурлыҡта турайбыҙ. Картуфты шаҡмаҡлап, һуғанды ваҡлап турайбыҙ. Ваҡ ҡына итеп туралған кишер өҫтәп ебәрһәң дә була. Тәменсә борос, әнис, лавр япраҡтары, әгәр ит ябыҡ булһа, әҙерәк май ҡушып, яҡшы итеп болғатабыҙ.

Ҡамырҙы береһе икенсеһенән бәләкәйерәк булырлыҡ ике өлөшкә (1:3 нисбәтендә) бүләбеҙ. Ҙурырағын 5 мм ҡалынлығында йәйәбеҙ. Ҡалын сөгөн табаны майлап, йәйелгән ҡамырҙы һалабыҙ. Ҡамыр табанан 4-5 см һәленеп торһон. Ҡамыр йыртылып төшмәһен өсөн табаның тирә-яғына таҫтамал түңәрәтеп һалып торабыҙ.

Йәйелгән ҡамыр өҫтөнә эслекте матур итеп өйөп һалабыҙ. Бәләкәй өлөштө тәүгеһенән йоҡараҡ итеп йәйәбеҙ. Табалағы ҡамырҙың ситтәрен ҡайтарып, бәләкәй йәймәне эслек өҫтөнә һалып, семтеп йәбештереп сығабыҙ. Бәлештең уртаһында аҙаҡтан һурпа өҫтәр өсөн тәңкә ҙурлығында тишек яһап, ҡамырҙан эшләгән бөкө менән тығып ҡуябыҙ. Бәлештең өҫтөн ҡамырҙың ҡалдығынан яһалған япраҡтар менән биҙәйбеҙ, иретелгән аҡ май менән майлайбыҙ ҙа, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә йәки духовкаға 2-3 сәғәткә оҙатабыҙ. Әгәр мейес үтә ҡыҙыу булһа, бәлештең өҫтө ҡыҙарып сыҡҡас, көймәһен өсөн өҫтөнә һыулы ҡағыҙ ябып торабыҙ.

Сама менән 1 сәғәт үткәс, бәлештең бөкөһөн асып, бәлеш өҫтөнә 1 стакан тирәһе ҡайнар ит һурпаһы өҫтәйбеҙ. Әгәр әҙер ит һурпаһы юҡ икән, 300 мл һыу алып, уға 50 г тирәһе май өҫтәп, семтем тоҙ төшөрөп, 1-2 минут ҡайнатып алаһың.

Бәлештең әҙерлеген бөкөнө асып, итте һәм картуфты тәмләп ҡарап белеп була. Әҙер бәлештең өҫтөн һары май менән майлап, табынға эҫе килеш, бешкән формаһында бирәләр.

Бәлештең ҡапҡасын түңәрәтеп ҡырҡып алалар ҙа, өлөштәргә бүлеп таратып сығалар. Һәр кемдең тәрилкәһенә эслектән өлөш сығаралар. Ә иң аҙаҡ бәлештәң табанын киҫәкләп бүлеп тараталар.