Ҡурмас: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл: 7 юл:
[[Category:Башҡортса]]
[[Category:Башҡортса]]
[[Category:Алфавит буйынса рецептар]]
[[Category:Алфавит буйынса рецептар]]
[[Category:Башҡорт милли ашы]]
[[Category:Башҡорт аштары]]

22:29, 3 декабрь 2016 өлгөһө

Ҡурмас - тын игендән әҙерләнә торған аҙыҡ.

Ғәҙәттә, бойҙай бөртөксәләренән эшләнә.Тәүҙә бойҙайҙы ҡыҙҙырып ҡурмас эшләп алалар. Ҡурмасты табала йәки йәйпәк ҡаҙанда ҡуралар. Өс-дүрт ус бойҙай һалып, ағас ҡалаҡ менән болғап торорға кәрәк. Бөртәксәләр ҡыҙарғас тешләп ҡарайҙар. Тешләгәндә кетерләп, сыртлап ыуалып торһа, ҡурмас өлгөргән була.

Дөрөҫ әҙерләнгән ҡурмас хуш еҫле һәм бик тәмле була. Ҡурмас- ниндәй шарттарҙа ла боҙолмай торған әҙер туҡлыҡлы аҙыҡ. Башҡорттар, ғәҙәттә, уны оҙойлы юлға ала торған булған.