Ҡыҫыр аш: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
[[File:Sup z grybamy.jpg|thumb|left]]
[[File:Sup z grybamy.jpg|thumb|right]]
'''Ҡыҫыр аш''' — бындай аш эс майы менән ярманан әҙерләнә.
'''Ҡыҫыр аш''' — бындай аш эс майы менән ярманан әҙерләнә.



23:13, 4 февраль 2017 өлгөһө

Ҡыҫыр аш — бындай аш эс майы менән ярманан әҙерләнә.

Ингредиенттар

  • Һыу — 400—450 г
  • эс майы — 30-40 г
  • башлы һуған — 25-30 г
  • тары ярмаһы — 40 г
  • картуф — 100—150 г
  • ҡатыҡ йәки ҡорот — 20-30 г
  • тоҙ һәм борос сама менән

Әҙерләү ысулы

Эс майын (ат, һыйыр малы, тауыҡ, ҡаҙ һ.б.) һалҡын һыуҙа йыуып, ваҡлап турағас, тәрән табаға һалып утҡа иретергә ҡуйырға кәрәк.

Уға туралған һуған төбө ҡушып, болғай-болғай ҡыҙҙырырға.

Май иреп бөткәс, уны һуғаны менән бергә кәстрүлгә ҡайнар һыуға бушаталар һәм таҙартып йыуылған тары өҫтәп, 10-15 минут бешерәләр.

Аҙаҡ ваҡлап туралған картуф, тоҙ һәм тәмләткестәр өҫтәп, аш өлгөргәнгә саҡлы бешерәләр.

Табынға ҡуйыр алдынан ашты ҡорот йәки ҡатыҡ менән тәмләндереп бирәләр.

Был ашты борсаҡ йәки башҡа төрлө ярма менән дә әҙерләйҙәр.