Умартасылыҡ серҙәре/13-сө дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
ә 4 версиялар күсерелгән: Importing from Incubator
Dcljr (фекер алышыу | өлөш)
ә Dcljr Умартасылыҡ серҙәре. 13-сө дәрес битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Умартасылыҡ серҙәре/13-сө дәрес: subpage per Special:Diff/16177
(айырмалар юҡ)

17:58, 6 сентябрь 2017 өлгөһө

Умартасылыҡ серҙәре. 13-сө дәрес

26.07.2012. Нәҙек билкәйҙәрҙең “хужаһы”

Күс айырыу

Бал ташыусы ҡорттарға үрсеүҙең ике юлы хас. Беренсеһе — айырылып тороусы күстең һәр затын яңыртыу. Был юл уларҙың даими йәшәүе өсөн кәрәкле, ләкин үрсеү процесы түгел. Икенсеһе — бөтә бал ҡорто ғаиләһе берҙәм үрсеү өсөн эшләй. Һөҙөмтәлә билдәле бер өлөшө, бер инә ҡорт менән айырылып, яңы йәшәү урыны эҙләп сәфәр сыға. Ҡорттарҙың үҙенсәлектәренә, инә ҡорттоң тоҡомона, сифатына, ғаиләһенең тормош шарттарына ҡарап, уларҙың күс айырыу һәләте төрлөсә баһалана. Күс айырыу — нәҫел үҙенсәлеге. Тәбиғи шарттарҙа күс айырыу бал ташыусы ҡорттарҙың йәшәүенә булышлыҡ итә. Күс айырыуға әҙерлек күпкә алдан башлана. Ҡорттар ояһында ҙур үҙгәрештәр була. Ҡышлауҙан һуң яңы ғына күҙәнәктәрҙән сыҡҡан йәш ҡорттар элеккеһен алмаштыра. Йәш ҡорттар ҡышлап сыҡҡан ҡорттарға ҡарағанда ҡарышлауыҡтарҙы дүрт тапҡырға күберәк ашатырға һәләтле. Умартала инә ҡорт йомортҡа һалыуын арттыра бара, ғаилә бик тиҙ нығына. Унда үрсемде ашатыу менән шөғөлләнмәгән йәш ҡорттар күп туплана. Әгәр ҙә был мәлдә тәбиғәттә сәскә һуты бүленмәһә, мәшғүл булмағандары уны йыйыуға ҡушыла алмаһа, ғаиләлә күп ҡорт эшһеҙлеккә дусар була. Бал ҡорто ғаиләһендә әүҙемлек кәмей.

Билдәләре

Күс айырыуға әҙерлек барыуын буласаҡ инә көбөләренең нигеҙен төҙөүҙәренән, инә ҡорттоң уларға йомортҡа һалыуынан белеп була. Ҡорттар унға тиклем һәм унан да күберәк инә көбөһө төҙөй. Кәрәҙ, яһалма балауыҙ төҙөлөшө туҡтала, ҡорттарҙың һут, һеркә өсөн осоуы кәмей. Эшсе ҡорттар башта ата ҡорт күҙәнәктәрен төҙөй, ғаиләлә ата (әре) ҡорттар үрсеме күбәйә. Инә ҡортто ашатыусы ҡорттар кәмей, ул иһә йомортҡа һалыуҙы аҙайта, еңеләйеп китә һәм осорға һәләтле була. Күс менән осоп сығыусы ҡарт инәләрҙең ауырлығы ҡайһы саҡта хатта йәш инәнең ауырлығынан да кәмерәк. Йомортҡа һалыуҙың аҙайыуы умартаның аҫтында һалынып, ҡайһы саҡта ян-яҡ стеналарында йомғаҡ рәүешендә ойошоп торған (йәй көнө күҙәтеп ҡарағыҙ) эшһеҙ ҡорттарҙың артыуына килтерә. Улар көс туплай һәм физиологик йәһәттән йәш ҡорттар булып ҡала. Тупланған көс (уны күс айырыу энергияһы тип атайҙар) яңы оя төҙөүгә йүнәлтелә. Ҡорттарҙа ҡатмарлы күс айырыу инстинкты барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итеүсе сәбәптәр:

— ояның эш менән мәшғүл булмаған йәш ҡорттарҙан тулып китеүе;

— ҡорттар торлағындағы ҡыҫынҡылыҡ;

— ояла ҡарт (ике йәштән өлкәнерәк) инә ҡорттоң булыуы;

— ояны ваҡытында киңәйтмәү һәм уны насар елләтеү;

— умартаның ҡояштан артыҡ йылынып китеүе;

— көпләнгән, өлгөргән үрсемдәр менән тулыуы;

— ояла иҫке, көңгөрт, ҡара кәрәҙҙәр булыуы;

— насар, өҙөп-өҙөп бал йыйыу;

— ауырыуҙың ныҡ аҙыуы, ҡорт тәнендә талпандар — варроатоздың күп булыуы;

— бал ҡорто ғаиләләренең нәҫел үҙенсәлектәре: башҡорт, йәғни бөрйән, ҡорттары күс айырыуға бигерәк әүәҫ.

Йыш ҡына күс айырыу йәш ҡорттарҙың тулыһынса мәшғүл булмауы һәм эшкә егелмәгән йәш ҡорттарҙың — ашатыусыларҙың — кәрәгенән артыҡ тупланыуы арҡаһында килеп сыға.

Осоп сығыуы

Күс айырғанда ҡорттар ғаиләһе сама менән ике тигеҙ өлөшкә бүленә. Күс менән төрлө йәштәге ҡорттар осоп китә. Бөтә һанының 80 проценты самаһын 24 көнгә тиклемге ҡорттар тәшкил итә. Айырым осраҡта күс менән ете процентҡа тиклем әре ҡорт китә. Тәүге күс ҡарт инә менән йомортҡаларын һалғандан һуң — туғыҙынсы көндә осоп сыға. Был ваҡытта тәүге инә оялары көпләнгән була. Күстең айырылып сығыуы ямғыр һәм һыуыҡ көндәр арҡаһында тотҡарланырға мөмкин. Ул саҡта ҡарт инәнән башҡалары, йәғни инә көбөләренән әле генә сыҡҡан йәш инә ҡорттар, күс менән осоп китә. Тәүге күс көндөң беренсе яртыһында (сәғәт 9–10-дарҙа ла мөмкин) йәки төш мәлендә сыға һәм айырым ҡорттарҙың сигналы буйынса ел өрмәй торған урынға йыйыла. Әгәр ҙә ҡорттарҙың торлаҡ һайларға форсаты булһа, был саҡта улар 25 саҡрымға тиклем һәм унан да алыҫыраҡ араға осоп китә. Беренсе күстәр ағасҡа, ҡыуаҡҡа, ҡоймаға йәки ерҙән бейек булмаған Т рәүешле кәкре әйбергә (махсус эшләргә мөмкин) ҡуна. Бер нисә (2–3) сәғәткә тиклем, разведка яһаусы ҡорттар яңы торлаҡ урыны тапҡансы, күс ошонда ҡала һәм аҙаҡтан ғына яңы урынға осоп китә. Беренсе күс айырылып сыҡҡандан һуң, төп ғаилә инә ҡортһоҙ тороп ҡала, уның ҡарауы, инә ҡорт көбөләре була. Тәүге күс айырылып сыҡҡас, бер иң эре, килешле инә ҡорт көбөһөнән башҡаларын юҡ итмәһәң, икенсе, өсөнсөләрҙең айырылып сығыуы ихтимал. Күпләп күс айырыу ҡорт ғаиләһен бик ныҡ көсһөҙләндерә.

Быны беләһегеҙме?

  • Инстинкт — ҡорт ғаиләһенең берҙән-бер һәм айырылғыһыҙ “хужаһы”. Уға бөтә “бал ҡорттары берекмәһенең” ҡатмарлы һәм иң юғары дәрәжәлә камиллашҡан сеймал, аҙығына тиклем төрлө продукция әҙерләү циклы буйһонған.
  • Kүп быуаттар буйы кешеләр, бал ҡорттарының ҙур ғаиләһендә инә ҡорт, ҡорттар төркөмө йәки һороһо (әре) хужа булып тора, тигән бәхәс алып барҙы. Моғайын, ҡатнашыусылар, бөтөнләй “хужа” булмауын белһә, бик аптырашта ҡалыр ине. “Хужа” ролен үтәүсе инстинкт бар, йәғни ҡорттарҙың йәшәү эшмәкәрлеге “идара итә”.
  • Тәбиғәтте тикшереүсе бөйөк ғалим Чарльз Дарвин кәрәҙ эшләү инстинктын “бөтә инстинкттарҙың иң ғәжәбе” тип атаған.