Мең дә бер күҙәтеүем — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
ә
'''Ҡытайҙар ниңә таяҡсалар менән ашай?'''
 
"Әүәле байҙар үҙҙәренә хеҙмәтсе яллағанда тәүлә ашатып ҡараған. Умырып ҡапһа, ашауының рәте бар, эшкә лә шәп, бәсәкләп маташһа, ашауының дә рәте юҡ, эшкә лә шул сама инде, тигән ҡарар сығарғандар", тип һөйләй торғайны атайым. "Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен" тигән әйтем шунан киләлер. Әммә бында бер "әммә" тигән һүҙ башы килеп сыға. Улай булғас, ни өсөн иң егәрле халыҡ иҫәпләнгән япондар менән ҡытайҙар хатта дөгөнөң дөгөһөн таяҡсалар менән ашай һуң?
 
Әл дә "Яндекс" тип аталған мәғлүмәт "Һандыҡ"сы бар. Унда был күренешкә өс сәбәп килтерелә:
1. Таяҡсаларҙы йөрөтөүе уңайлы, әгәр ҙә онотоп китһәң, теләһә ҡайһы ерҙә ағас ботаҡтарынан әтмәләп алып була.
2. Ашҡаҙанды артыҡ ашауҙан һаҡлай. Сөнки туйыу хаҡындағы сигнал кешенең мейеһенә 10-15 минуттан һуң ғына барып етә.
3. Кешенең ҡул бармаҡтары осонда интеллектты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе күп һандағы нөктәләр бар. Таяҡсалар шул нөктәләргә массаж яһай.
 
Әйткәндәй, "Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен" әйтеме хаҡындағы тулы мәҡәләне "Ағиҙел"дең алдағы һандарында "Ике-өс һүҙгә һыйған заман, Афоризм — ныҡ киптерелгән роман" рубрикаһында уҡырһығыҙ.
 
05.08.2019
637

үҙгәртеү

Навигация