174
үҙгәртеү
Нет описания правки |
Нет описания правки |
||
Был Һыртҡыуаҡ араһы әҙәм үткеһеҙ шырлыҡ, батҡаҡлыҡ. Һул яҡ осонан шишмә ағып сығып Ҡылыға ҡушыла. Бер кем был ҡыуаҡтан ниндәй суғым булһа ла, бер бөртөк емеш өҙмәне, йыйманы.
Мәгәзәй түшенә беҙ ҙә: Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар, Фәтхиямал апай сана һөйрәп менеп өйөп төшәбеҙ. Өй янынан үткәндә өйҙәгеләргә сыулап ҡысҡырып үтәбеҙ! Күңелле бындай кистәр!
Мин айырыуса Ғилмитдин абзыйға һырлыҡҡанмын. Ул мине йырларға, бейергә өйрәтә. Гел үҙе менән эйәртеп йөрөтә.Өйҙә, ишек алдында, утъяҡҡыста, кәртә лапаҫында, хатта Ҡылы ярындағы мунсала- бөтә ерҙә лә! Шундағы тигеҙлектә таҡмаҡлап мине бейетә, йырлата. Ҡайсаҡ һыны ҡатып көлөп, мине күтәреп әйләнә, айпалай. Икәү шарҡылдашып көләбеҙ! Ишеткән-тыңлаған, күргән күршеләр: әллә былар аҡылдан яҙғанмы? Икеһе лә иҫәүән кешеме ни, бушалалайымға көләләр, әйләнә-тулғаналар! Сыу киләләр! – тиҙәр икән. Ҡартәсәй:
Мин ул әйткәнде үтәйем. Бер ваҡыт өйҙә икәү генә инек, ул “Перовский” көйөн таҡмаҡлап бейетә. Хәрәкәттәрҙе өйрәтмәй. Мин бейеп бөткәс: үәт, маладис, гел шулай бейе! Хәҙер булды, - тине. Мин “Перовский” бейеүен өйрәндем!
Ҡояш байыған. Әле тышта ныҡ ҡараңғы төшмәгән. Әсәй усаҡ янында ниҙер бешерә. Ҡапҡа шығырҙай: унда ике сана тора. Бер кеше ҡапҡа аса.Әсәй ҡараны ла, шәлен ябынып, бишмәтен кейә-кейә:
Тегеләр шундуҡ леберләшеп йүгереп сыҡтылар. Мин тәҙрәнән күҙәтәм: ул арала ҡараңғылыҡ ҡуйырҙы. Аттарҙы туғарып, лапаҫҡа индереп, тоҡтарҙы келәткә ташынылар. Бөтә ғәилә ҡайнаша.Аш өйгә тоҡтар индерҙеләр. Беҙҙең яҡҡа индереп ниҙер мейес янына һалған саҡта, иртәгә бүлешерһегеҙ тигән һүҙҙе ишеттем. Бөтәһе лә беҙҙең яҡҡа инеп урындыҡҡа теҙелешеп ултырҙылар. Өйҙә тып-тын. Атайҙы көтәләр.
Ишекте ҙур асып тупһанан үтеүе булды, атай тайып китеп иҙәндә һуҙылып ятты. Уның һаҡал-мыйығы, ҡаштары ап-аҡ! Торорға маташа! Туң быймалар итек кеүек шаҡылдап тая! Һис тора алмай! Баҡа кеүек тарбаңлап тибенә. Уға ҡарап хахылдап көлә башланылар! Әсәй барып торғоҙорға итә. Атай баҫа алмай бит! Ҡартәсәй:
Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар, Фәтхиямал апай уны урындыҡҡа һөйрәп килтереп ултыртып, көскә быймаларын һалдырып, яҫтыҡтар өҫтөнә һалдылар. Бөтәһе лә ипләп кенә аш өйгә сығып киттеләр.
Ҡолсом татар ауылы. Ҡартәсәйҙең бер ҡыҙы шунда тормошта. Унан һуң атай өйҙә булмаған осорҙағы хәл-әхеүәл, мал-тыуар, ауыл тормошо тураһында һөйләшеп бөтөүгә, ашөйҙәгеләр килеп инде. Өсөһө лә яңы кейемдә.
Атай яйлап тороп, ишеккә барып етеп ишек башы кәсәге артынан ынтылып бер таяҡ килтереп сығарҙы ла, урынына менеп, яҫтыҡтарын текәләп һөйәлеп ултырҙы һәм баяғы таяғын усы менән һөртөп сыҡты. Ошонан һуң бер осон ауыҙына ҡабып, өрөп ҡараны, төрлө тауыштар сығарып ҡарағас:
–
Был бейеү көйө кис ултырырға килгән кыҙҙар йырлағандан миңә таныш ине. Апай бер аҙ тыңлап торҙо ла, бейей башланы. Уның өр-яңы матур күлдәге күҙ яуын алып тора! Сәстәрен бығаса күрелмәгән формала тараған. Аяғында һары ботинка. Ҡуныстары килеп тороп оҙон! Тубығына етеп тора! Ҡуныстары һары бау менән һырмап алынған да бәйләп ҡуйылған! Ап-аҡ алъяпҡысы сәскәләр менән биҙәлгән. Бейегәндә ҡул барамаҡтары ғәжәп матур, көй ыңғайына шартлап торалар! Ул ике-өс әйләнде лә, Нуритдин абзыйға баҫты.
Ғилмитдин абзый урынынан торғанда уҡ еңел, етеҙ атлап иҙән уртаһына сыҡты. Уның аяктарында ҡупшы ялтырап торған хром итек, һәр аҙымында шығырлап ҡына торалар. Ҡапыл туҡтап, башын бер яҡҡа ҡыйшайтып ҡаушырған ҡулдары менән иҙән уртаһында кинәт деңк ҡатып ҡалды. Әйтерһең, бағанамы ни! Ни булды?- тип һорауҙарына атайға ҡарамай ғына:
Атай дәртле итеп “Перовский”ҙы башланы. Ул түңәрәк яһап “Перовский”ҙы бейене лә урынына атлағайны, ҡәрсәй уны туҡтатып:
Ғилмитдингә әйтеү менән атайға ла уйна тип ымланы. Ул яңынан дәртле итеп уйнай башланы. Ғилмитдин яңынан –яңы хәрәкәттәр яһап бейеп бөтәһендә ғәжәпләндерҙе!
'''Ҡурҡыу'''
Ауыҙ-ирендәре һис беленмәй, мыйыҡ-һаҡал бөтөнләй ҡаплаған! Ҡалын ҡаш менән сәс араһында маңлайы саҡ ҡына күренә. Шәүләһе бигерәк ҡурҡыныс! Был әллә атай тугел микән? Теге әкиәттәрҙә, ҡарһүҙҙәрҙәге ен-пәрей, йә булмаһа шайтан, юха түгел микән? – тигән уй килде миңә, ҡурҡышымдан бына-бына ҡысҡырам тигәндә әсәй мине мытҡып алып күтәреп күкрәгенә ҡапландырып йүгерә-атлай барып ишекте тибеп асты ла ҡараңғы соланға:
Оҙаҡ көттөрмәнеләр тегеләр, инделәр. Ҡул сайыштылар. Атайға тас килтереп урындыҡта сайҙырҙылар. Ҡурайын тәҙрә төбөнә ҡуйҙылар. Мин һаман ғәжәпләнәм: ошо таяҡтан ниндәй матур, күп төрлө тауыштар сығара! Бына бит ниндәй ул атай, оҫта, көслө, әҙәм белмәгәнде үҙе белә! Мин ҡурайҙы беренсе тапҡыр күрҙем һәм тәүгә ишетеп бик аптыраным. Ә шулайҙа атай шикле кеше тигән уйҙа ҡалдым!
Атай һүҙ башланы:
Мин һандыҡ янында янындағы яҫтыҡҡа яттым. Хатта ҡаты йоҡлағанмын! Уянһам, өйҙә берәү юҡ! Ҡояшлы, аяҙ көн!
Кисен әсәйҙең ҡустыһы Сәфәрғәле, ағаһы Нурислам ҡатындары менән, Шакирьян ағай еэгәй менән, Түбәнге Муйнаҡтан Мусин Сөләймән, Үргауылдан атайҙың еҙнәһе Хөпбөхужа, Сахипъямал инәй, улдары Ихсан Үҙәнбаев, Әбделәхәт Әбдулғужин, тағы кемдәрҙер килеп тулды. Өйҙә шау-шыу, көлкө! Ә миңә бер көлкөлө нәмә юҡ! Түрбашта ултырам. Бер аҙҙан йырлашып та, бейешеп тә алдылар. Был ҡыҙыҡ! Атай ҡурайында ғәжәп шәп уйнай! Аптырайым! Ололарҙың ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен тыңлап ятып торһам, йоҡлап киткәнмен!!!
Уянһам һаман шул урынымда ятам. Өйҙә бер кем юҡ. Теге өйгә инһәм, бөтәһе лә урындыҡта ултыра. Сәй эсәләр. Мине барыһы ла һөйөп – яратып сәйгә ултырттылар. Ашап-эсеп туйғас, кире сығып киттем. Тәҙрәгә килеп теге таяҡҡа ҡарайым, аптырайым! Бының менән ул нисек тауыш сығара икән!? Соланда – аяҡ тауышы. Тиҙ генә һандыҡ яғына китеп иҙәнгә төштөм дә бесәй менән уйнайым. Атай килеп инде. Шаярып мине тотайым тигәйне, мин ҡастым!
'''Оҫта һыҙғыралар'''
Атай ашығыс кәсепкә йөрөп килергә булды.Әсәй һуҡҡан киндерҙе, үҙенең ағастарын тейәп баҙарға барып ҡайтты. Ҡайтҡас:
Бына яҙ ҙа булды. Ҡылы яры ситендә беҙҙең мунса тора. Шунда матур урында ябыулап урын эшләп, эсенә йәш үлән килтереп түшәнеләр. Мунса яғып ебәрҙеләр, ике-өс самауыр ҡайнай. Ике-өс ҡаҙанда ит бешә. Төрлө тәм-том! Ҡунаҡтар килергә тейеш! Фәтхиямал апай, Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар – ҡапҡа төбөндә. Түбән яҡтан Ҡырғыҙ яғынан күҙ алмайҙар! Мин дә, Мәхүпъямал апай ҙа ҡунаҡ көтәбеҙ. Ҡарауылда торабыҙ! Бер ваҡыт дуң аръяғынан саң күтәрелде. Был күмәк атлы арба саңы!
Яр буйында ла ығы-зығы башланды. Дүңдән бер… ике…өс арба сабышып килә! Ҡу-наҡ-тар! Һыу буйынан ололар ҙа, атай ҙа ҡапҡаға килделәр. Күп тә үтмәй, атлылар ауылҡа инделәр!
Бына ҡапҡаға ла килеп еттеләр!
Һепереп таҙартҡан ишек алдына дүрт арба ҡунаҡтарҙың атын етәкләп индерҙеләр. Һә тигәнсе туғарып, һалҡын лапаҫҡа индереп бәйләнеләр. Арбанан әйберҙәрҙе алып бөткәс барыһын да һыу буйына төшөрҙөләр.
Егеттәр йүгереп барып һөҙгө лә алып килде. Тағатып ҡарап ҡунаҡтар:
Ҡунаҡтарҙан өсәү, беҙҙән – икәү ҡаҙандарҙан өҫкәрәк барып мунсаға ҡаршы йәйенке урынға һөйрәп сыҡтылар… Ни күҙең менән күрерһең: һөҙгө тулы балыҡ! Үҙе күп, үҙе эре! Бында суртан, шамбы, алабуға, опто, йомро сабаҡ! Өс күнәк алдылар! Эре балыҡты күнәккә һалманылар! Ҡабаланып тағыла бик яй, шым ғына барып икенсегә сыҡтылар! Был юлы һыуҙан сығып бер аҙ барып һөҙгөләрен ҡаҡтылар ҙа өсөнсөгә төштөләр.
Тегеләр ҡайҙа йөҙөп, ҡайҙа атлап һай ергә еттеләр ҙә бик ҡабаланып, шәпләп ярға ынтылдылар. Балыҡ юҡтыр, тигән кешеләр:
Ыуағын һыуға ырғытып, эреһен йыйып алдыларҙа, бө-тә-һе-лә:
Һөҙгөнө ҡағып, сайып, ағасына урап, бәйләп ҡуйғас, мунсаға йүгерешеп инделәр. Балыҡ таҙалаусылар ҙа, балыҡ ҡурыусылар ҙа күмәк! Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бергәләп эшләнеләр. Хатта хуш еҫ бөркөп торған йәшел үлән түшәлгән лапаҫҡа инеп берәр бәләкәй стәкән һыу эсеп өлгөрҙөләр. Шул тиклем тиҙ бер болот сыҡты, ҡай ерең иҫән ҡалырмы! Ғәжәп көслө, эре тамсылы, аяҙ күктән ямғыр яуа башланы.
Ҡараңғы тиҙ төштө. Тәҙрә ҡапҡастарын ябып өс элмәле шәм яндырҙылар. Өйҙә яҡты. Әле мәжлес яңы ғына башланғайны, бер кеше:
Уны ҙурлап урынлаштырҙылар. Был кеше Ғәббәс ауылынан һурәсәй Хәкимәнең туғаны.
Уйын-көлкө ҡыҙа. Берәүһе:
Атай ишек башынан ҡурайын алды. Әлмәс-Әлмөхәммәт камзулы аҫтынан ҡынын сығарып, унан өс-дүрт ҡурайын алды. Ҡурайҙырының тауыштарын ҡысҡыртып ҡаранылар ҙа, бейеү көйөн башланылар. Ғилмитдин абзыйҙы саҡырҙылар.
Ҡурайсылар уйнай башланылар. Ул тыңлап алды ла, бар кешене ғәжәпләндереп оҫта бейеп, бер ҡунаҡты саҡырҙы. Эй, мәжлес күңелләнде! Ҡыҙҙы! Бейеүселәр береһе артынан икенсеһе сығып ҡына торалар!
Уйлаған инем: атайҙан башҡа ошондай матур итеп моңло тауышлы ҡурайҙа бер кем уйнамай, фәҡәт атай ғына белә тип! Башҡа бер кеше лә ҡурайҙа уйнай белмәй, сөнки ҡурай ғәжәп аптырарлыҡ ҡатмарлы!
Ғилмитдин абзый барыһын да үҙенә ҡаратып бейегәндә, бер ҡунаҡ урынынан тороп сығып китте. Уның артынан бер ҡатын эйәрҙе.
Ғилмитдин абзый бейеүен дауам итә. Мәргән бик матур ике яғы ла аҡ-ҡара төймәләр менән биҙәлгән ҡумтаны индерҙе. Ул ҡумтаны ҡайыштар менән яурындарына элгән. Төймә – һиҙәптәрҙән бармаҡтары менән йөрөтә. Ғәжәптән ғәжәп, бығаса ишетмәгән, күрмәгән йәшниктән тауыштар сығарып, әҙәм аптыратып, ҡурайға ҡушылып Перовскийҙы уйнап ебәрҙе. Был мәжлестәгеләргә әйтеп оҡшатмаҫлыҡ дәрт өҫтәне! Уны “баян” тип атанылар!
Ситтән килгән ҡунаҡтар бер тауыштан:
Уларға беҙҙекеләрҙә ҡушылдалар. Мәргән Лилгә бер генә ҡарап алды ла икенсе көй уйнай башланы. Ҡурайсылар туҡтап, тыңлап алдыларҙа Мәргән менән ҡушылып уйнап ебәрҙеләр. Гөж килгән халыҡ кинәт тынды. Лил бейей башланы. Уның шундай төҫкә һылыулығы, матур кейеме, сәстәре айырылып тора. Бына Лил бейе башлауы булды, бөтәһе дә тынды.
Уға һоҡланмаған кеше булманы! Тышта, тәҙрә ҡапҡасы ярыҡтарынан ҡараған ҡатын-ҡыҙ, йәштәр ҙә;
Ниндәй кәмит! Этәрешеп, төртөшөп әрләшәләр ҙә икән! Йәйге төн ҡыҫҡа! Таң ата! Яҡтыра, ҡояш ҡалҡа башлай. Шул саҡ көскә туҡталышып, ял итергә таралышылар.
Ваҡыт үтә килә, ҡунаҡтар һәм хужалар киң ишегалдында бергәләп бейешкәндә, батырырыҡ ауылдаштар ҙа күмәк бейеүгә ҡатнашып киттеләр. Түңәрәк киңәйҙе! Бейеүселәр сикһеҙ күбәйҙе. Байтаҡ ваҡыт бейешкәндән һуң музыканттар туҡтаны. Һыу буйында тынлыҡ! Ҡош-баҡа тауышы ла юҡ! Ҡунаҡтар үҙурындарына атлай башлау менән ауыл кешеләре һеперелгәндәй яҡтылыҡтан ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды.
Таң ата. Ҡунаҡтар хужаларына ҡайтырға сыҡты. Мәргән баянда уйнай-уйнай бара. Уның тирә яғынан ауылдаштар ҙа йырлап бара. Беҙҙең ҡапҡаға еткәс туҡтап, зыу килеп бейешеп таралыштылар.
'''Үргауыл – Ҡужаған'''
Ҡыр эшен башҡарып, бесән сабып, ташып-өйөп ҡуйҙылар. Төп эш эшләнде, инде Сурашҡа ҡунаҡҡа барырға әҙерләнер кәрәк, тип атай бөтәһен дә иҫкәртеп ҡуйҙы. Сураш ауылындағы Лотфулла тигән олатайҙарға барабыҙ икән. Ул беҙҙә ҡунаҡта булғайны. Бер арбаға атай, әсәй, мин, икенсеһенә - ҡәрсәй, һурәсәй, Фәтхиямал апай, Нуритдин абзыйҙар тейәлеп юлға сыҡтыҡ. Өҫкәлек – Әндреевкә тигән урыҫ ауылына килеп юл ситендәге ҡоҙоҡ янында туҡтаныҡ. Ҡоҙоҡтоң тирә-яғы батҡаҡ, ҡойо! Шул ҡойола болғанған йәнлектәрҙе тәү тапҡыр күреп ғәжәпләндем. Был нимә ул, тип һорайым:
–
Элеүле торған күнәкте ҡоҙоҡҡа төшөрөп һыу сығарып эсеп алдыҡ та артабан киттек. Бер соҡорҙо ҡырлап теҙелгән өйҙәр – урыҫ ауылы икән. Уны Аптрагановка тиҙәр, был ауылды ла үтеп киттек. Ҡалай ҡыҙыҡ! Өҫкәлек тигән ауылға ҡаршы бейек, текә тау. Ул тауға уратып ҡаҙып арба юлы яһағандар. Тауҙың иң бейек, ослайған урынында өй һалғандар. Был өй беҙҙең ауылдан да күренә бит, тим.
Андреевканың осонда беҙ барған юлдың һул яҡ ситендә ғәләмәт матур йорт төҙөгәндәр. Тирә яғын тимер рәшәткә уратҡан, һәр береһендә крест ҡуйылған. Ҙур йорттоң ҡыйығында түңәрәк өҫтөндә лә крест, ә урталағы ҙур түңәрәктең өҫтөндә иң ҙуры.
Мин быға бик ныҡ аптыраным һәм бүтән бер нәмә лә һорашманым.
Бер аҙ барғас текә дүң башында туҡтаныҡ. Һул яғыбыҙҙа ҡыҙыл кирбестән оҙон ғына, бейек йорт тора. Уның да түбәһендә ҙур түңәрәк тимер ҡалай, уныңосонда ғәжәп ҙур крест.Был йорттоң бер яғындағы ҡапҡаһы асыҡ. Кеше күренмәй, ә тауыш көслө. Беҙ дүң башында артҡы ике тәгәрмәскә ағас-мажар тығып төшөргә әҙерләнгән саҡта:
Текәне төшкәнсе ике артҡы тәгәрмәс һыҙылып өйрөлмәне. Мажаларҙы алғас, атай бер ҙур ҡапҡаға туҡтап үҙе инеп китте. Күп тә үтмәй ҙур ҡапҡа ике яҡҡа асылып китте. Таҙа һеперелгән киң ишегалдына индек. Беҙҙе бер ир менән ҡатын ҡаршы алып:
–
Беҙ ни күмәк кеше, өйҙө тултырҙык та ҡуйҙыҡ! Икенсе бүлмәләре ҡараңғы, һалҡын. Шунда саҡырғайнылар, беҙҙекеләр юҡ та юҡ , баҙарға барабыҙ, тип сыға башланылар. Был урыҫ мәрйәһе менән минең әсәй иркен һөйләшә. Көлөп тә ебәрәләр. Өҫтәлгә самауыр ҡуйһалар ҙа, әсәй мине етәкләп урамға алып сыҡты. Ни бары киң, саңлы юлға сығыуыбыҙ булды, ҡайнап торған кешеләргә текәлдек.
Лил апай урынынан тороп:
Өйҙә тып-тын ҡалдылар. Ул дауам итә:
Ялан аяҡ клеенкаға таҫылдата баҫып, абзыйым өйрәткәнсә, “Перовский”ҙы бейеп бөтөп туҡтап торам. Халыҡ та тын! Кинәт ҡул сабыуҙар, өҫтәлгә ваҡ һәм ҡағыҙ аҡсалар яуа башланы! Минең аҡсаға иғтибар юҡ! Әсәйем алдына йүгерҙем! Йүгереүем дә ҡыҙыҡ күренгәндер, шау-геү килеп, бер ағай күтәреп алды ла
Тәки икенсегә бейеттеләр! Ишек яғынан урынһыҙ баҫып торған кешеләр тағы өҫтәлгә аҡса ташлайҙар! Минең унда эшем юҡ! Лил апай килеп күтәреп алды ла, тышҡа сығып киттек. Тышта туғандарым да ихлас яратып, һөйөп, маҡтап алдылар! Ә мин:
Лил апай менән урамға сыҡтыҡ. Ул мине күтәреп алды ла урам буйлап алып китте. Ауылдың лавкаһына индек. Лил апай кейҙереп ҡарап теүәтәй, күлдәк, костюмчик салбары менән, ойоҡ-носки, ялтырап торған тап-таман ботинкаларҙы алды. Өҫтөмдәгеһен төрөп алды. Лавканан мин атлап сыҡтым. Урам буйлап ҡайтҡанда ла етәкләшеп ҡайттыҡ. Ишегалдына ингәс, бер ҡайҙа ла китмә, йөрөмә, юғиһә бик-бик насар булаһың, тип өйгә инеп китте. Систергән кейемемде бер картуф огороды яғына ташлап киттек.
Быны күргән Лил мине үлгән тип, иҫенән яҙып йығыла! Мәргән бик тиҙ бер атҡа атлана ла Петровск -Кршәник балнисына саба. Врач арбаһына ултырып сығырға тигәндә генә өлгөрә. Врач тыңлай ҙа күсеренә: давай Сураш лошадь гоняй вскачь, ти. Сураштан Кршәниккә тиклем өс саҡрым! Тиҙ килеп етәләр! Мине ҡарай врач, Лил апайҙы. Уны иҫкә килтерәләр. Ә мине врач -дохтур үҙе көскә иҫкә килтерә! Иҫемә килгәндә, бөтә тәнемдә ауыртыу, баш әйләнә. Кискә тиклем үҙебеҙҙең ғәҙәти хәлебеҙгә киләбеҙ. Был, әлбиттә, ҡунаҡтар хозорон боҙған! Рәтләнгәсбеҙ, бөтәһе лә ҙур күтәренкелек менән мәжлес башлайҙар!
Төш ауыуға ҡунаҡтар таралыша башланы.
'''Өйҙә'''
Иртәнсәк уянһам, үҙебеҙҙең өйҙәмен! Тып-тын! Тышҡа сыҡһам, утъяҡҡыс һалҡынында күмәкләп сәй эсәләр. Миңә иғтибар итмәйҙәр.
Сәйҙән һуң барыһы ла үҙ эштәренә тотона. Ғәҙәт буйынса мин гел Ғилмитдин абзыйҙан айырылмай бергә йөрөйөм. Ул мине бейергә өйрәтә!
Урам буйына теҙелешеп күмәк ылаусылар туҡтап бер төркөм ирҙәр беҙҙең ишегалдына инделәр. Атайҙы һоранылар. Ул лапаҫ аҫтында ниҙер яһай ине. Уның менән оҙаҡ ҡына әңғәмәләшкәндән һуң:
Атайҙың бер генә лә йөрөгөһө килмәгәс, тейәп китер нәмәләре әҙер булмауына һылтанды.Былар аттарын туғарып, тау тышына тышап ебәрҙеләр ҙә ярҙам итергә тотондолар! Ике арбаны майлап-йүнәтеп атайҙың ағастарын,йүкә, септә, киндерҙән һуғылған төңктәр, сабата үреүселәр өсөн ҡурыс, көрәк-балта, һәнәк һаптары, тырма, фургон өсөн көбсәк-тырнаҡ, арба-тарантас тәгәрәмәсенә тырнаҡтар, тәгәрмәс туғындары, ҡамыт яңаҡтары, дуғалар тейәп, тынысланып лапаҫҡа йыйыйлышып һөйләштеләр.
Ғәббәс, Мәзит, Өмбәт ауылдары кешеләре төркөм-төркөм булып ҡайтып үттеләр. Һәр төркөмдән:
–
Беҙ атайҙың ҡайтыуын көн һайын көтәбеҙ. Ә ул һаман ҡайтмай! Уның оҙаҡлауына ике-өс ай үтте. Ул юҡ! Ҡартәсәй бер кувшин һағыҙҙарын алып Үргауылға, Өмбәт, Ғәббәс, Мәзит ауылдарында йөрөп үтә ябығып, тағы ла ҡартайып, хәлһеҙләнеп, танымаҫлыҡ булып үҙгәреп ҡайтып аш өйҙәге үҙ урынына йығылды! Көндәрен, төндәрен һыңҡылдап йыш иланы! Унан һорашып тороусы ла булманы, сөнки уның хәле, илауы әйтеп тора ине. Нисек әбейҙең йөрәген телгәләп һүҙ ҡуҙғатаһың! Ул иртән тороп сығып китә, ҡараңғы тәшәүгә ҡайтып инә. Ҡайҙа бара, нимә эшләй, бер кем уны борсоп һорашмай. Барыбыҙ ҙа мөмкин тиклем уға мәрхәмәтле булырға, ярҙам итергә әҙербеҙ! Ул бик аҙ һүҙлегә, ваҡытын ҡайҙалыр яңғыҙлыҡта үткәрер булды.
Көтмәгәндә, ҡапыл иртән тороуға бөтә донъя ап –аҡ! Ҡалын итеп ҡар яуған! Кешеләр:
–
Ләкин көн ҡояшлы торһа ла, ҡар иремәне! Өҫтәп яуҙы! Ысындан ҡыш булды ла ҡуйҙы. Балалар, йәштәр һуңға тиклем Мәгәзәй түшенән сана шыуып, зыу булып уйнаны.
Ҡылыла, тағы ла беҙҙең мунса тапҡырында нәҙек оҙон мәке уйҙылар. Беҙҙең тыҡрыҡтан ҡысҡырыша-әрләшә малдарын һуғаралар. Төш мәлендә һыу буйы “су-у-уҡ! “тип төрлө тауыштар яңғырай! Ат эсереүселәрҙең һыҙғырыуы ишетелә.
Өйҙә әсәй һаман киндер ебе, балаҫтар, сәкмәнлектәр өсөн дә станогында эшләүен дауам итә. Ҡатын-ҡыҙ кис ултырырға эштәре менән киләләр. Ҡәрсәй көнөн-төнөн тигәндәй иҫке өйҙә. Бында мейес, усаҡ, урындыҡ, ҡаҙан, шәм, утын бар. Элгәреге кеүек ҡарһүҙ һөйләп, беҙҙең янда ятмай. Уға һәр төрлө яҡшы, йомшаҡ һүҙ-ней кәрәклеген һораһалар ҙа яуабы бер:
– Бары ла бар. Йылы…
Көн һайын сәйгә, ашарға инә. Гел, телһеҙҙәй, өндәшмәй. Күҙҙәре һәр саҡ йәшкәҙәп тора! Аш өйҙәге үҙ урынына ҡайтып китә.
Бөгөнгө иртәнге сәйҙе беҙҙең яҡта әҙерләнеләр. Ҡәрсәй урындыҡ түре – үҙ урынына менеп ултырҙы. Сәй яһап, ашай-эсә башланылар. Нишләптер мин һуңлап өҫтәл аша урындыҡҡа төшөп үҙ урыныма ултырырға тип өҫтәлгә мендем дә тәҙрәгә ҡарап, бағаналай, шаҡ ҡатып ҡарап торам. Тышта ҡуйы томан! Көн йонсоу.
Ундағы аттар, кешеләр, саналарҙы күреп аптырауға ҡалдылар!
Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар тиҙ генә өҫ кейемдәрен кейә-кейә тышҡа дөбөр-шатыр сығып мәгәзәй яғына йүгерҙеләр. Мәгәзәй янына барып бәләкәй күренгән кешеләр араһына үҙҙәре лә бәләкәйләнеп инеп киттеләр. Унда-бында йөрөйҙәр. Туҡтап торҙолар ҙа түбәнгә ҡарай йән-фарман йүгереп төшә башланылар! Урыны менән аяҡ менән шыуалар, ҡолап торалар ҙа тағы түбән йүгерәләр.
Йүгерешеп килеп инер-инмәҫтән ярышып һөйләй башланылар:
Ҡәрсәй, берәмләп һөйләгеҙ, тип ҡысҡырғас ҡына, тыныбыраҡ һөйләргә керештеләр:
Ә шулайҙа ышкул, уҡытыусы - яңы һүҙ! Аңлашылмай!
Төш ваҡыттарына Ҡырғыҙҙан, Үргауылдан, беҙҙән мәгәзәй янында йыйылышып әңмәләшеп:
Әле төҙөлә лә башланмаған ышкулға ҡаршы ҡотҡо тиҙ таралды! Күп кешеләр балаларын ышкулға ебәрмәҫкә ҡәһәтләнде! Айырыуса ҡыҙ балаларҙы!
Бына ошондай ҡотҡо һүҙ күп халыҡты ышкулға ҡаршы ҡуйҙы. Берәүҙәр ҡыуанһа, икенселәре – нәфрәтләнде, әммә ышкул беҙҙең ауылда булыуға төп хужалыҡ итеүсе Бәҙретдин Хәсәнов тигән кешегә хөрмәт менән ҡарап:
Бер буранһыҙ, аяҙ көндө мәгәзәй бүрәнәләр янында өс ауылдан кешеләр йыйылды. Ышкул хаҡында һөйләшеү оҙаҡ ҡына барҙы. Төш ауғас таралған халыҡ:
Ошонан һуң ышкул хаҡында фәҡәт яҡшы һүҙ ишетелде, уның тиҙерәк һалынып бөтөүен теләнеләр!
Урман! Ҡайһы ерҙә, алыҫмы ул? Кем ағас ҡырҡа? Был халыҡҡа билдәһеҙ! Белмәйҙәр! Юлдан ҡалмаҫтан алда ағас сығарырға кәрәк тигән һүҙ таралды! Ошонан һуң һис туҡтауһыҙ мәгәзәй янында бүрәнәләр өйөмө артҡандан артты. Ҡар аҫтынан һыу сыҡҡас ҡына бүрәнә ташыу туҡтаны! Ат-саналар ҡайҙалыр китеп бөттө! Тып-тын булып ҡалды.
Ҙур, ике бүлмәле өй. Ҡатын-ҡыҙ килеп тәҙрә, иҙәндәрҙе йыуып та алдылар. Коридор – соландарҙы ла үҙ таҡталары менән бүлделәр. Был ҡайҙандыр килтерелгән өйҙө өс-дүрт көндә тулыһынса ҡороп бөттөләр. Ике яҡҡа ла пичниктар килеп мейес урындары яһап, килтерелгән яңы кирбестәр менән мейес сығарҙылар.
Төпкөһөндә мейес, өс стена буйлатып урындыҡ яһап, таҡта менән яптылар. Өңөрәйеп урындыҡ аҫтары күренеп тора! Ал яҡта бер ҙур мейес, уны“урыҫ мейесе” тинеләр. Киң мейес башы ла эшләнеләр. Икенсе яҡтараҡ усаҡ яһап, киң, ҙур, тәрән эсле ҡаҙан ултыртып мейесен дә, усағын да яғып ебәрҙеләр! Төпкө мейесте лә яҡтылар.
–
Өс стена буйындағы урындыҡта малайҙар ятып йөрөргә тейеш! Ал яҡта ҡыҫҡа урындыҡ поварҙың ятып йөрөр урыны!
Соланда бүлмә. Унда – аҙыҡ-түлек! Улар план ҡороп һөйләшеп йөрөй, беҙ, эйәрсендәр, арттарынан йөрөйбөҙ. Беҙҙе әрләмәйҙәр ҙә, ҡыуаламайҙар ҙа!
Интернат һүҙен белмәй инек, белдек! Ул – ятаҡ икән!
- Ҡурай уйнарға өйрәнгең киләме? – ти.
Мин ҡыуанып, өйрәт тә өйрәт, өйрәнәм, тием. Ошонан һуң ул бәләкәй генә ҡурай яһап бирҙе лә, нисек ҡуйырға, нисек өрөргә кәрәклеген күрһәтте. Ул әйткәнсә, мин гел өрә торғас, һыҙғырта башланым. Беҙ гел бергә йөрөй башланыҡ. Бармаҡ урындары яһағас, бер еңел генә көйҙө сығарҙым! Абзыйҙың быға ҡыуанауының сиге булманы! Ул мине бейергә өйрәтеүенән башҡа хәҙер ҡурайҙа ысынтыллап өйрәтте! Ҙурыраҡ ҡурайҙа уйнауҙан көй ҙә һәйбәт сыға башланы! Ул ике ҡурай: үҙенә лә, миңә лә бер төрлө итеп эшләне, инде беҙ икәү уйнай башланыҡ. Уйнап туҡтағас, ул мине күтәреп, өйөрөлтөп- әйләндереп, яратып, төшөрә лә:
Бер - ике көйҙө айырыуса шәп уйнаныҡ!
Бер йәйге кистә беҙгә Сәфәрғәле абзый килеп инде лә:
–
Беҙгә йыйыныуға күп кәрәкмәй! Һандыҡты сығарып ултыртып, ятыр ҡаралты, кейемдәребеҙҙе алып сығып, арбаға ултырҙыҡ! Беҙҙе бер кем оҙатманы. Сыҡманылар! Һә тигәнсә уларға, ауыл осона, килдек тә нәмәләрҙе аш өйҙәренә ташып та ҡуйҙыҡ! Беҙҙең янға өләсәй, әсәйҙең әсәһе, Мәхмүзә әбей, Орхия еңгәй, Әхмәҙғәле абзый сыҡтылар! Бергә ултырып ашап-эсеп алдыҡ та Әхмәт менән мин бында йоҡларға яттыҡ! Шулай итеп, ҡапыл беҙ уларға күсеп сыҡтыҡ. Ул саҡ әле йәй, эҫе саҡ ине. Ололар ҡырға, эшкә, китеп бөтә. Беҙ икәү ҡала инек. Әхмәт абзыйҙы ҡыр эшенә алып киттеләр. Әсәй ҙә китте. Ҡартатайҙың тәүге ҡатыны Ғәбиҙә өләсәй мкәү өйҙә ҡалабыҙ. Башҡалар эштә!
Йәй көндәре эҫе! Мин тиңдәштәрем менән Ҡылы буйында! Өшөгәнсе һыуға инеп, ҡыҙынабыҙ ҙа , өйрәк кеүек, сыу булып тағы һыуға һикерәбеҙ. Шулай, ирендәр буҙарып өшөгәндән, ҡалтыранып ишегалдына инһәм, утъяҡҡыста кемдер һауыттар шалтырата!
Инһәм, әсәй:
Кәртә яғына ҡараһам, бик ҡыҙыҡ ят тарантас. Кеше ултыра торған урын көплө, тәҙрәле! Арттан баҫҡыс бар. Ике яҡтан да баҫҡыстар. Ат тотҡан дилбәгесенең урыны айырым, алда. Лапаҫ аҫтында ике шоморт ҡара аттар тора! Ҡамыт, ыңғырсаҡ ышлыялар, югәндәр бик матур һары төймәләр менән биҙәлгән! Аптырырлыҡ! Барыһы ла уйынсыҡ кеүек!...
Беҙ килгәндә ҡояш тау артына ултыра башлағайны. Мәгәзәй янынан алып юл, һыртҡыуаҡ, интернат яғы, ышкул тирә-яғы ат-арба, йәйәү халыҡ менән тулған! Йырып үткеһеҙ… Беҙ аптырауҙа ҡалдыҡ! Ышкулға яҡын барырлыҡ түгел! Мәшхәр! Геү киләләр: аттар кешнәй, алай-былай этәрешеп, сайҡалалар! Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ сәрелдәп ҡысҡыра, һүгенәләр, әрләшәләр! Балалар аҡырып илай! Был әртист менән мин әллә ҡайҙа, ситкә этәрелеп, сығарылдыҡ. Ышкул түбәһенән бер әртист:
Беҙгә ун биш-егермеләп кеше килеп, юл ярып тәҙрәгә килдек! Ишек бикле! Тик әртистәр генә ҡуйылған баҫҡыс аша тәҙрәнән инәләр! Башҡа әмәл юҡ! Беҙ ҙә көс-хәл менән тәҙрәгә ҡуйылған баҫҡыс аша эскә индек! Ышкул эсе шығырым тулы! Эҫе! Эленгән шәмдәр ҙә насар яна! Саҡ, көскә, шаршау артына индек. Мин мейес мөйөшөндә торҙом. Шаршау асылыр алда ғына иҙәндә ултырыусылар араһына урынлаштырҙылар!
Шаршау асылғанда тынлыҡ! Себен бызылдауы ла ишетелерлек. Ғәләмәт матур кейенгән ҡыҙҙар, Лил кеүек һылыуҙар, теҙелешеп ултырып йырлайҙар. Баян-скрипка (уның исемен Кушловский әйткәйне), шаршау артында шундай уйнай! Ҡыҙҙарҙың ҡыҙғаныс һүҙҙәре, музыка илата инде! Был ҡыҙҙар ҡайҙалыр-кемгәлер һатылғандар, мал кеүек! Шуға илашалар икән! Ярай әле, театр күңелле тамамлана! Халыҡ гөж килеп ҡул саба!
Кушловский шундуҡ мине табып алып шаршау артына индерҙе. Көс-хәл менән залды бушатҡас ҡына, тын алдыҡ! Күп кешеләр ҡайтһа ла , ышкул янындағы кешеләр ҡайнаша, күмәктәр! Залдан күп ширлек, ултырғыстар ҙа алдылар. Стена буйлап ике-өс рәткә эскәмйәләр теҙҙеләр. Унда ла халыҡ бытҡышып ултырҙы.
Кушловский скрипкала, икенсеһе баянда уйнай башланылар. Тик берәү ҙә бейемәй, өндәшмәй ултыралар! Музыканан башҡа тауыш юҡ! Шул саҡ Бәҙритдин ағай тегеләр менән һөйләшеп, көйҙө алмаштыртты. Бер апай килеп:
Теге әртистәр икәүләп һыҙҙыралар бит “Перовский”ҙы! Мин ни... ялан аяҡ, ялан баш, күлмәк-ыштан, төшөп киттем бит бейергә! Башта көләләр ине минән! Тындылар! Ҡул сабып дәрт өҫтәйҙәр! Өс-дүрт түңәрәктән һуң күрһәткән кешеләренә баҫыуым булды, бына көслө ҡул сабыуҙар менән теге кешене халыҡ һорай! Ул уҡытыусы “Ҡаришбулды” кличкалы Ишбулды Арсланов икән! Мин уны тәүгә күрҙем. Бына ул “заказ” буйынса, көйгә ойота баҫып, кеше аптыратып бейене, минең кеүек! Ул икенсегә, өсөнсөгә, унан күмәк уйынға әйләнеп, таң атҡас таралышып ҡайттыҡ!
Башҡа ауылдарҙа булғас, Кушловский Ырымбурға ҡайтышлай беҙҙә туҡтаны. Әсәй менән улар Мәргән, Лил тураһында һөйләшкәндәр ине. Әле лә уларҙы, Сураш ауылын иҫкә алдылар. Тағыла мине Ырымбурға уҡырға алып ҡайтыу тураһында һөйләштеләр.
Минең менән дә һөйләштеләр. Мин Ырымбурға уҡырға барырға шатланып риза булдым! Сәй эскәс, теге матур ҙа, ҡыҙыҡ та күренгән арбаға Алағаш ҡайынға тиклем ултырып барып төштөм. Кушловский ҙа төшөп:
Ошонан һуң мин көн һайын тиерлек Кушловскийҙың килеүен көттөм. Ул килмәне лә килмәне! Беҙгә ауылға тағыла Ырымбурҙан әртитстәр килде… Уларҙан Кушловский тураһында һораштыҡ.
Әсәй йыуатып:
Мин уны тыңлап, башҡа иламаным. Әҙ көлдөм. Онотоуы уны миңә ауыр булды, сөнки мин унан күпте көттөм! Ҡайсаҡ һөйләшеүемдең рәте булманы! Ҡайҙа йөрөһәм дә, ятһам да, скрипка тауышы ишетелгән кеүек тойолдо! Кушловский мине скрипкаға ғүмерлеккә ғашиҡ итте! Һәр саҡ ҡолаҡтарҙа скрипка сеңләүе ишетелгән кеүек булды! Барыбер скрипкала уйнарға өйрәнәм тигән уй-фекер миңә тыңғы бирмәне! ! Тик ҡайҙан, нисек уны табырға!?
Сәхнәнән ултырғыстарҙы, өҫтәлде алдырып, үҙҙәре лә аҫҡа төшөп ултырҙылар. Шаршау ябылды. Бына кәнсирт башланды.! Хәсән хуторынан күмәк балалайкала уйнағандарына ғәжәпләнмәгән кеше булмағандыр! Ары йыр-бейеү, күмәк таҡмаҡ әйтеү! Ғәббәс, Мәзит күмәк йыр – хорҙан башланы, яңғыҙ йыр-бейеүҙәре бик яҡшы булды! Өмбәт, Үргауылдан ике-өс ҡурайсы , бер төркөм гармунсылар… Берәү халыҡ һынын ҡатырып көлкөлө декламация һөйләне. “Нисек ятлаған, ниндәй оҫта һөйләй бит әле!” - тиҙәр.
Ул үҙе ҙур кәүҙәле, ҡулдарын йәйеп, сәхнә тултырып йөрөп бейеүе! Ике тапҡыр һорап бейеттеләр! Бына Уртауыл, Түбәнгеүауыл сығышы!
Минең йөрәк аттай тулап тибә! Ул сығып бер көйҙө уйнап киткәйне лә, ҡабат бороп, шуны, шуны уйна, тип ҡысҡырышып сәхнәнән ебәрмәнеләр. Зәбихулла ағайҙың уйнауы бик оҡшаны! Беҙҙең ауылда бар икән скрипкасы, тием. Ошонан башҡа мин уның уйнағанын ишетмәнем. Концерт шундай ҡыҙыу бара!
Мин абзыйым янында былайҙа бәләкәй генә, ә сәхнәнән бигерәк бәләкәй күренгәнмендер инде! Беҙ икәүләп тетә һуғып бейеү көйҙәре уйнайбыҙ!
Кискә ат менән күпмәләр – матрас килтереп йәйеп, өҫтәрен турпыша – ҙур одеялдар менән ябып һәр кешегә бәләкәй яҫтыҡ биреп, йыйыштырғас, ябышырға одеялдар һалғас общежитиегә йәм керҙе. Тәҙрәгә аҡ ҡорғандар эленде.
Ҡыҙҙар ҡайҙа урынлашыуын бер кем һорамай ҙа, белмәй ҙә! Улар ауылда бер өйҙә урынлашҡан. Кискә табан ҡыҙҙар килде. “Фантик” уйыны ойошторҙолар. Отолған кешене йырларға, бейергә, нимәлер һөйләргә, төрлө һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итәләр! Бейергә төшкән кешегә таҡмаҡ әйтәләр. Зыу киләләр! Йоҡларға ятҡас, кем ниндәй “ҡарһүҙ” белә, шуны һөйләй! Ҡыҙығы ла, ҡурҡынысы ла бар! Мин улар эргәһендә, мейес янында ,ятам. Быға мөғәллим дә ҡаршы килмәне. Йоҡлар алдынан кемдер:
'''Беренсе дәрес'''
Һәр кем звонок булғас, үҙ урынына ултырыштылар. Ҙур тынлыҡ! Аяҡ тауышы… Мин йылп итеп мейес артына йәшендем. Ҡарауылсы бисәһе менән, мөғәллим – өсөһө әллә ниндәй коробкалар, ҡағыҙҙар күтәреп инделәр. Мәғрифә инәй тағы килтерҙе! Класта мөғәллим һәм егеттәр генә ҡалды. Һәр береһенә чернила (күк) һалынған быяла, матур ғына ҡара һауыты өләште. Унан һары ручка, дәфтәрҙәр таратты ла:
Унан һәр береһенең исем-фамилияһын, тыуған йылын, кем сығышы буйынса бай, ярлы, крәҫтиән, интеллигент, колхозсы, единоличникмы тип һорап яҙҙы. Ҡайһы берәүҙәр нисек әйтергә белмәй аптыраны! Шулай икенсе дәрес бөтөүгә звонок яңғырауы булды, һеперелеп сығып киттеләр.
Ҡырғыҙ, Үргауылдар һуңланы
Торҙолар.
Ҡырғыҙ, Үргауылдарҙы стена буйына теҙеп:
– Икенсе тапҡыр килмәү түгел – һуңламағыҙ! – тип дәрес башланғас ҡына урынлаштырҙы.
Мин мейес артынан сығып ишек төбөндә ултырам. Ишек ярығынан ҡарайым, тыңлайым. Шулай көн һайын мәктәпкә йөрөйөм. Бер нисә уҡытыусының күҙенә эләктем.
– Мәрхәбә! Һин малайыңды ары мәктәпкә йөрөтмә! Ярамай, - тиҙәр.
Мин әсәйҙән ҡасып барыбер мәктәпкә киләм. Уларҙы ҡарайым, тыңлайым. Бер нисә иҫкәртеү ҙә туҡтатманы. Бер көн уҡытыусы үҙе класҡа индреп беренсе рәткә үҙенә ҡаршы ултыртты. Мин көн һайын йөрөй башланым. Бер бит аҡ ҡағыҙ, ҡәләм бирҙе. Дәрес барышында берәү һорауға яуап бирмәһә, мине торғоҙа:
Мин яуап бирәм. Мине, һин икенсе класс уҡыусыһы, тип маҡтай. Яуап бирмәгәндә , һин нуль класы булаһың, ти. Башҡалар бышылдап көләләр. Көлөүселәрҙе “наказать” итә. Хәҙер мин мейес артында гел, иң алда, иң шәп уҡыусы булып һаналам.
'''Йыр дәресе'''
Класта шымлыҡ. Уҡытыусы көтә. Бер йырлап күрһәтеүсе юҡ!
Бер аҙыраҡ иҫкә алып йырлап та ебәрҙем, йәғни ишеткән-белгәнемде. Гел көлкө һүҙле, төртмәле йәштәр таҡмағын! Бөтәһе лә, мөғәллим үҙе лә, шаулашып, күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көләләр! Тағыла, тип ҡеүәтләйҙәр! Мин, биғәләш, йырлауымды беләм! Үҙем көлмәйем дә. Туҡтап ҡалғас, мөғәллим:
Матур тауышлы! Бүлеп- бүлеп бергә өйрәнеп, гөр килеп “Аҡ ҡайын”ды йырлап ялға таралыштылар. Интернатта берәү ҡалманы. Өйгә ҡайтҡас, әсәйҙән һорайым:
Мин тәки аңламаным! Биш тигәстә бер нәмә лә бирелмәй! Әтмиткә ҡуя!
Ял көнө. Көҙгә табанғы аяҙ, эҫе көн! Ышкул ятағында бер кем юҡ! Тып-тын! Өй күләгендә, һалҡында беҙ сәй эсеп ултырабыҙ. Беҙҙең янға таныш түгел, йәш кенә егет килеп баҫты. Башында иҫке кепка, терһәктәре ямалған кәзәкей. Түше асыҡ иҫке аҡ күлдәк. Тубыҡтары ла ямалған иҫке салбар! Аяғында галош кейгән, ҡулында – сумка. Ул – беҙгә, беҙ – уға аптырап ҡарайбыҙ. Хәбибъямал инәй, кем булаһың, ҡайҙан, кем кәрәк, тип һорашҡас, ул баҙнатһыҙ ғына:
Ғәжәпкә ҡалған бисәләр уны сәй эсергә ултырттылар. Күренеп тора, ул ныҡ һыуһаған да, асыҡҡан да! Ашап-эсеп туйынғас, һорашып, уның Ырымбурҙа уҡып, ошонда ебәрелеүен белдек. Һүҙгә бай, ябай башҡорт егете, тиештеләр. Хәҙер мөғәллимгә барып әйтербеҙ, тип торғанда, тегеһе үҙе күренде. Килеп етеү менән:
Ошо саҡ ат менән үтеп барған Шаһимәрҙән Исмәғилов – колхоз председателе, атын бороп, беҙҙең янға килде. Һорашып-һөйләшеп бөткәс:
'''Ялдан һуң иртәнсәк'''
Спиктәкел башланды. Бер ваҡыт сәхнәлә ысын ут яна! Ике тимергә эленгән ҡулаҡаҙан – бәләкәй ҡаҙанда урғылып һыу ҡайнай. Уны уратып һаҡал-мыйыҡлы, еткән сәсле кешеләр бысаҡтарын ялтыратып тотоп йырлайҙар! Уларға ҡарауы ҡурҡыныс! Бына береһе мине тоҡҡа һалып сәхнәгә сыҡты ла тоғон аса-аса:
Ә тегеләр алдында ҡашлы, ҙле, ауыҙы асыҡ “әҙәм башы”. Шуны өтөп, бешереп ашарға әҙерләнгәндәр! Мин был бик ҡурҡыныс әҙәм башын күреп, ҡуркам, ҡурҡам тип ҡысҡырыр урынына:
Мине кире тоҡҡа тығып алып сығырға тейештәр ине. Шул саҡ бер “людоед” һикереп тороп минең башты тубыҡтары араһына ҡуйып, үткер бысағы менән минең ике ҡашымды ла юнып-ҡырып та алды! Шул саҡ мине сәхнә артына алып сыҡтылар! Йыуатып, һылап-һыйпап, кәнфит тоттороп саҡ тынысландырҙылар!
'''Атай ҡайтты'''
Тышта ҡаты һыуыҡ, буран! Еле үтеп бара! Әсе ел, тиҙәр. Ҡайсаҡ күҙгә бер ни күренмәй! Был буранда уҡыу ҙа юҡ. Кис. Өй йылы. Әхмәҙғәле абзыйым менән бер мөйөштә ҡарһүҙ һөйләшәбеҙ. Әсәй киндер һуға. Күмәк ҡатын-ҡыҙ бейәләй-ойоҡбаш бәйләй. Зыу килеп көлөшөп тә алалар! Өйҙә ике шәм яна, шулайҙа яҡтылыҡ етмәй. Кемдер берәү ишек ҡаға! Өләсәй ҡысҡыра:
Бер кеше көскә ишек асып инде лә, туҡтап өҫтөн ҡағып, буш тигәндәй тоғон мейес артына ырғытып, һепертке эҙләнә. Ул кеше ныҡ өшөгән! Быймаһы шыҡылдап туңған!
Әсәй эшен туҡтатып шаҡ ҡатты. Нишләргә лә белмәй. Атай һаман ишек төбөндә! Кис ултырырға килгәндәр шунда уҡ һеперелеп сығып киттеләр. Өләсәй атайҙы етәкләп урындыҡҡа еткереп көскә туң быймаларын, өҫ кейемен систереп, ултыртты ла урындыҡҡа яҫтыҡ ырғытты. Яуырынына йылы кейем һала һалды. Шунда ғына әсәй иҫенә килгәндәй станок араһынан сығып, һүҙһеҙ генә өләсәйҙе ситләтеп, ашарға әҙерләй башланы. Ошо саҡ ҡулына стакан, шешә тотоп, шалтыратып ҡойҙо ла:
Атай өндәшмәй генә биргән нәмәне һыу кеүек эсте лә өҫтөндәге кейемгә төрөнөп стенаға терәлде! Бик тиҙ арала әсәй самауырҙа сәй шажлатып, бешкән ит менән картуф ҡурып килтерҙе. Атай инде ныҡ ҡалтырамай. Бер һүҙ һорашмай, һөйләшмәй сәй эстеләр. Атайға урын һалып бирҙеләр. Ул ятыу менән йоҡлап китмәне. Яртылаш тороп ултырып:
Ике-өс көндән атайҙы Ырымбурға алып килеп балнисҡа һалғандар. Быны уның таныш-белеш “знакум”дары эшләгән. Бик ҡаты сирләүе арҡаһында үҙе тураһында ауылға бер ниндәйҙә хәбәр ебәрә алмаған.
Бер аҙҙан уларға подозрение төшә! Төн. Ҡарттың, улының бүлмәһендә шарылдаған тауыш ишетелеп ҡала! Ҡарауылда булған кешеләр күмәкләп ишек ватып инәләр! Һуң була! Үлтерелгән кәүҙә юҡ, ә улы ең һыҙғанып иҙәндәге ҡанды таҙарта! Ошо күренештә уларға ташланып, тотоп, бәйләп, кәрәгенсә хәбәр ителә! Подвал ҡапҡасынан иҙән аҫты юлын табалар! Юлдан тышҡа сығалар! Унда һуйылған кәүҙәне алып китергә генә йөрөгәндә уратып күмәкләп тотоп алалар!
Ошонан һуң тикшереү китә! Кеше ашаусы
Һаҙый Ғүмәров, Ҡарабулатов Таһир Үргауылдыҡылар була.
Бер заман ат молотилкаһы килтерҙеләр! Соҡор ҡаҙып ҙур, ауыр, яҫы тәгәрмәсте төшөрөп ҡуйҙылар. Бейек молотилканы ат менән һөйрәтеп килтереп ултыртып молотилка менән тәгәрмәсте яҫы брезент ҡайыш менән тоташтырып, бер ҙур цистернаны тәртәләргә икешәрҙән алты ат егеп, берәү цистерна өҫтөндә тороп аттарҙы юрттырып ҡыуа. Улар валдан суйын тәгәрмәсте шәп әйләндерә. Молотилка геү килеп эшләй! Уның барабанына көлтәләрҙетаратып биреп торалар. Иген тап-таҙа һыу шикелле тоҡтарға аға!
'''Трахтыр'''
Трахтыр килә, тигәс, аптырашып “теге ахрызаман йәъ-юз- мәъ – юздер инде”. Уны ҡурҡмай кем йөрөтһөн! Ауылдың ябай ғына кешеһе Ғәлиев Ильяс ике бәләкәй алғы, ике ҙур, бейек, уҫтаптай эре ялтыр тешле колесный трактор алып ҡайтты. Был машина һәр эште шәп, тиҙ башҡара! Тик эсендәге бер нимәһе тиҙ ирей! Шаҡылдай башлай! Ильяс тракторҙы ҡутарып, әллә нимәһен йыша, юна, кире ҡуя! Трактор һиндә мин эшләп китә! Бына был Ильяста баш, атырарлыҡ” – тинеләр. Күп тә тормай Четвергов – Хәсәндеке ғәләмәт бейек, ҙур баҫҡысынан менеп-төшөп йөрөй, гусеница тәгәрмәсле трактор алып килде!
Ҡайһылай көслө нимә быныһы! Һөрөү, тырматыу, иген сабыу эштәре һаман үҙгәрә! Көрәк урынына веялка, треер килде! Халыҡ өйрәнә башланы!
Хәҙер беҙ уҙ өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ. Өләсәйҙәрҙә түгел. Атай, туғандар күмәкләп ауыл осонда өй төҙөп биргәйнеләр. Шунда!
Күнәкте йәшереп, урындыҡҡа йығылдым! Бик ҡаты, иҫ белмәй йоғлап киткәнмен! Аманингәндән эштән ҡайтҡас, минең йоҡлап ятыуымды күргәндәр. Әсәй күнәкте йәшереп ҡуйған ерҙән сығарып:
Улар ипләп һорашып белгәс, баш сайҡап аптырап ҡуйҙылар!
Шулай итеп, мин алты йәшемдә Камунға барып он, икмәк алып ҡайттым! Быны ауылда сенсация кеүек һөйләнеләр инде! Һис онотолмай мине аслыҡ йөрөткәне! Бындай бала саҡта йөрөгәйнем, тип һөйләһәң әҙәм ышанмаҫлыҡ! Йәнәһе. Бик ҙур эш! Бәлки, шулайҙыр ҙа! Белмәйем! Онотолмай был сәйәхәт!
Ғәббәстән килгәндәр араһында арҡаһында ҙур ороло, бөкөрө малай бар ине. Бер кем тегене үҙ янына ятҡырмай! Ҡыуалайҙар! Мин мейес янында иркен ятам. Мин уны үҙемдең янға саҡырып алдым. Килеп ятты. Мине арҡамдан һөйөп ала! Ҡарһүҙ алмашалап һөйләйҙәр… Инәй сығып, йоҡлағыҙ, тип әрләгәс кенә тынышалар.
Кемдер берәү Бәҙәмшәнең скрипкала уйнауы тураһында әйтте. Беҙ күмәкләп скрипкаһын бында алып килеүен һораныҡ. Ялға ҡайтып килгәнендә скрипкаһын алып килгән. Кисен уны төрлө көйҙәр уйнатып, хайран ҡалып, маҡтанылар! Бейеү көйҙәрен дә күп белә. Бейешеп тә алдылар. Мин дә “Перовский”ҙы бейенем. Икенсе көн ҡыҙҙар ҙә килде. Мөғәллим дә уйын ҡыҙғанда килеп инде. Бөтәбеҙҙе лә хәҙер мөғәллим әрләр тип, тын ғына ултырабыҙ.
Ошонан һуң бөтәһе лә иркен тын алды! Бәҙәмшә инде “үҙәк” кешегә әйләнде. Ҡыҙҙар уны йыш үҙ яндарына кис алып ҡайтырҙар ине!
Ул скрипкаһын тоҡҡа һалып урындыҡ аҫтына тығып ҡуя ине. Бер көнө дәрестәр бөтөп, интернатта ашап-эскәс:
Ул тоғон сығарып урындыҡҡа ҡаҡты. Скрипка көл-фаякин килтереп ватылған! Кемдер берәү уны тоғо менән тапалап бик ныҡ ватҡан! Йүнәтерлек тә түгел! Кем, ни өсөн шулай ваҡлағансы тапалаған?! Бәҙретдин ағай ҡара янып көйҙө! Асыуланды бик ныҡ! Тик беленһен генә әле!
Бәҙәмшә илай-илай кейенде, тоғон йөкмәп сығып китте. Тау түбәһенән төшөп Үргауыл яғына атланы! Уны йыуатып-әүрәтеп тә ҡаранылар! Ә ул атлауын-илауын белде. Төнгә ҡарай Ғәббәскә ҡайтып китте! Ул минең күңелдә онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы! Мин уға ҡушылып йырлай, бейей торғайным! Мин – ҡурайҙа, ул – скрипкала уйнауы үҙе ни тора! Һай-һай, оҫта уйнай, тиҙәр ине. Ул киткәс, уны йәлләп илап та ала инем. Әсәй, улай ярамай тип, саҡ туҡтатты.
Мөғәллим Ғәббәскә китте ат менән. Бәҙәмшә ныҡ ауырый икән! Ул ҡайтҡас та аурып киткән! Ошо ҡайғыһынан башҡа тора алманы. Мөғәллим ҡайтҡас:
'''Ауылда ҡунаҡ булһа'''
Аттары һыу ҡойғандай тирләгән! Ауыр тын алалар, яй ғына атлатып Сәфәрғәле абзыйым ишегалдына килеп инде. Үҙе илаған! Уны күреп өләсәй, әсәй уның янына йүгереп килеп, ни булды ла ни булды тип, шаҡ ҡаттылар. Мин ситтә торам.
Әсәй һорашып та тормай йүгереп сығып китте, уның артынан мин йүгерҙем. Беҙ ҡартәсәй, һурәсәйҙәргә килгәндә ишегалдары тулы ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тора! Бары ла мышнап илай! Байтаҡтан һуң атай, ҡәрсәй, һурәсәй сыҡтылар.
Әсәйем Фәтхуллаға барып скрипкаһын 5 һумға һатып ала! Ул саҡ 5 һум ҙур, бик күп аҡса булған! Ауылда:
Скрипка ҡулдан, таҡтанан яһалған! Дүрт төрлө ҡылы бар, ялы бар! Мин уның ҡылдарын тарттырам да тауыш сығарам! Тауыш бик көслө, матур сыға, әммә һис көй уйнап булмай! Һәр көн ҡолаҡтарын борам, уйнарға маташам, ләкин һис көй сығара алмайым! Әсәйҙең маҙаһына тейгәнмендер инде:
Мин кәртә артына китәм. Шәмислам, Миңнеғәле, Ғәлиәхмәт, Миңлебай, Әхмәҙғәле абзыйым минең яңға килеп тартып ҡарайҙар ҙа:
Тауышы оҡшамай…
Шулай күп ныҡыша торғас, 4 ҡылын да көйләргә өйрәндем. “Зәйнәп” те бөткәнсә скрикала сығарҙым! Өйҙә әсәйҙе маҙаһыҙлаған саҡта юрый:
Уйнайым. Тыңлап бөткәс:
Шулай ныҡыша торғас, мин скрипканы көйләргә лә өйрәндем! Мине өйрәтергә кеше юҡ бит! Бәҙәмшәне һағынам да! Ул да хәҙер юҡ! Арыу көйләнһә, башҡа көйҙәргә лә тауыш етә! Шуны белдем! Әбҙән көйләп өйрәнгәс, көй артынан көй сығара башланым.
'''Скрипкәсе'''
Бара-тора халыҡ араһында киң таралған “Шахта” көйөн уйнаным. Әлек минең менән ныҡ шаярған, тотоп алһа илатҡанса аунатҡан, ҡышын салбар төбөнә ҡар тултырып ышҡыған беҙҙең яратҡан күрше еңгәйебеҙ, Шәкирйән ағайҙың ҡатыны Хәйерниса еңгәй ,шартып көлөүен ҡуйҙы. Көйҙәр уйнатып, тыңлай башланы. Мин уның әйткәнен үтәйем.
Ошонан һуң ул мине элгәреге һымаҡ шаяртмай!
Хәҙер мин унан тартынам!
Ләкин элгәреге кеүек яҡанан алып, йығып, тулатып шаяртыуын туҡтатып:
Мин һис инәлеүҙе белмәнем.
–
Бер аҙҙан ауылда ҡунаҡ үтһә, әсәйҙән рөхсәт алып, хатта ай-вайына ҡарамай, күтәреп алып ҡайта башланылар! Өс ауылда “скрипкәсе малай” исеме менән йөрөтә башланылар! Мин быға үсегер инем – юҡҡа үсегәң, һинең уйнап бейетеүең кеше ҡунағы хозуры! Ана башҡа малайҙар бер ҙә, бер нәмәлә лә белмәй бит! – тип яйға килтерҙеләр. Хәйернисә еңгәм дә мин булып ауыҙынан шайыҡтарын ағыҙып “быж-быж” итеп, скрипкәлә үсекләп уйнауын ташланы! Миңә ҡарата ихтирам – иғтибарлы була башланы!
Улар минең тураһында һөйләшә башлаһалар, ҡасып сығып китәм.
Шулай итеп ҡурайсы, скрипкәсе исеме менән әйтеүҙәренә лә үсекмәйем. Өйрәндем булһа кәрәк! Мыҫҡыл итеү, көлөүҙәр бөттө!
4-се класты бөтөү мәле...
Уҡытыусы:
Икенсе көндә ваҡытында ғына мәктәпкә йыйылдыҡ. Стройға теҙелеп, башта Алағашҡайынға тиклем килдек.
Яуап юҡ. Нимә икән, тип аптырайбыҙ.
Беҙ һаман өндәшмәгәс:
- Күрҙек! Күрҙек! – тип ҡысҡырабыҙ.
Ысынлап та тау битен тәбиғәт шундай матур “юрған” менән ҡаплаған! Күҙ яуын алып тора! Беҙ шунда тәүгә ысын күҙ менән тәбиғәт матурлығын күреп аптыраныҡ.
- Бына нисек! Көн дә күргәс, үҙ тәбиғәтебеҙ матурлығына һис һоҡланып, шатланып ҡарай белмәйбеҙ. Бындай матур тәбиғәт башҡа бер ҡайҙа ла юҡ! Тик беҙҙә генә! – тип, уҡытыусыбыҙ беҙҙең иғтибарҙы Тишектауға, эргә-тирәләге тауҙарға күҙ йөрөттөрҙө.
Үтәтишек тауы артынан ҡояш байтаҡ күтәрелеүгә мал тауыштары ишетелмәҫ булды. Бая, иртәнсәк һауа тын, һалҡынса ине, ә хәҙер, ҡояш күтәрелә башлағас, эҫелек тә һиҙелерлек, тауыш һауаны ярып үтә алмай. Шуға ишетелмәй! Беҙ быға ғәжәпләнеберәк ҡалдыҡ. Һорашып, ныҡышып торманыҡ. Ҡаршыла ятҡан Сейәлетүш, Артмаҡ, Ҡарағайтау, Ҡарағош, Аманингән һыуы, Эңгерсе һыуы тураһында диҡҡәт менән тыңланыҡ. Торған ерҙән бер аҙ араларына инеп йүкә, имән, саған, миләш менән таныштыҡ. Тау өҫтөнән барып, текә осонда туҡтаныҡ! Бөтә Өҫкәлек буйы, Үргауыл “ҡыҫығынан“ Ҡырғыҙ ауылы, туғайҙары, тирмән быуаһы, тирмәндең үҙе күренә. Унда тирмәнгә илеүселәрҙең арбалары, аттары ... Аръяғында туғай, тау. Ауылдар күренмәй!
Бик ҙур тынлыҡ менән беренсе сөмбәйҙе һөҙәбеҙ. Һыу төбө ташлы. Аяҡтар ауырта! Ярға сыҡҡанда ҡыҙыу барып сыҡтыҡ. Ни күҙең менән күрәһең. Һөҙгө моҡсайындағы балыҡтың күплеге! Гел генә бәрҙе лә бағры! Тиҙ генә һөҙгөнө бушаттыҡ та, икенсе сөмбәйгә төштөк. Таҡыр урынға йүгертеп килеп сыҡтыҡ! Балыҡ шулай уҡ күп тотолдо!
– Ниндәй зәһәр! Ауыҙға алғыһыҙ! Теге кахолдар нисек уны ашаны икән?!
– Улар уны онтап, киптереп, бик әҙләп кенә ашҡа тәмләткес итеп файҙаланғандар...
Әкренләп, һүҙгә мауығып бара торғас, беҙ ҡаршы тауҙың икенсе һикәлтәһендә туҡтаныҡ. Уҡытыусыбыҙ һаман аңлата:
– Туғайға күҙ һалығыҙ! Һыҙат-һыҙат өйәнке, ерек, ҡарама, муйыл, балан, һары тал ағастары... Ана! Үргауылдың түбәнге осонан әле булған Эңгерсе һыуына тиклем! Өҫкәлектең бер урыны һеҙҙең барып ат йөҙҙөрөп, һыу ингән Өҫкәлек Уртауыл, Ҡырғыҙ ауылдарына бик яҡынлап аға башлаған! Ауылдар ҙа һыуға яҡынлашҡандар. Үргауылдан Ҡырғыҙға тиклем аралыҡта ғына ҙур аҡландар, матур яландар бар! Ошо яландарҙан колхоз скирд-скирд, кәбән-кәбән бесән әҙерләп ала! Туғай тулы турғай башы ҙурлыҡтағы еләк! Ана Йәйек! Уның яландарында күпереп үҫкән бесәндәре! Ғәжәп бай тәбиғәтле беҙҙең Өҫкәлек буйы! Йәйен күнәк-күнәк, көйәнтәләп муйылын, баланын, ҡарағатын, ҡара бөлдөргән, энәлек алып ҡайтабыҙ!
Ниндәй бейек, лапаҫ кеүек үҫкән ҡомалаҡ! Уны бер-ике сәғәттә ҡосаҡ-ҡосаҡ өҙөп алып сығалар, киптереп, һаталар. Ә андыҙ! Уның тамырын йыялар. Уны тоҡлап-тоҡлап йыйып һаталар. Йыбанмаған, тырыш кешегә аяҡ аҫтындағы аҡса!
Шулай итеп, беҙ тыуған ауылыбыҙ тирәһендәге тәбиғи байлыҡ менән таныштыҡ.
Мине алманылар.
5-се класта уҡыйым. Был йылда яңы ят уҡытыусылар күп килде. Интернат бөттө. Унда инде уҡытыусылар йәшәй. Ситтән килгәндәр өс Муйнаҡта квартирҙарға урынлашып, уҡый башланылар. Беҙ үҙ өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ. Мәзит ауылынан апалы-ҡустылы Хәсәновтар, Мәзитовтар икәү йәшәйҙәр. Мәктәптә таланттар күбәйҙе: йыр, бейеү, матур һүҙ-шиғыр һөйләү. Тик уҡыусылар араһында бер генә уҡыусы ла ҡурайҙа, гармунда, мандолинала, скрипкала уйнай белмәй. Мин скрипка, мандолина, ҡурайҙа уйнай беләм.
Бер саҡ ышкулға ят кешеләр килделәр. Һәр уҡыусыны йырлатып, бейетеп, һөйләтеп, 3-4 көн мәктәптә булдылар. Мин йырлап-бейеп, декламация, әкиәт һөйләп, ҡурайҙа, мандолинала, скрипкала уйнап күрһәттем. Улар мине бер нисә ҡат тикшерҙеләр ҙә, бер нимәлә әйтмәнеләр. Бер тапҡыр звонок булыу менән мин дәрескә өлгөрмәй, аҙыраҡ һуңланым. “Учительский” ишеге янынан ғына класҡа үтеп инәһең. Шул саҡ:
- – Әһли Сөләймәнов... – тигәнде ишетеп ҡалдым да ҡырт туҡтаным. Аяҡ осонда ишеккә килеп тыңлайым. - Әһлиҙең йырға тауышы матур. Оҫта, асыҡ итеп йырлай! Бейегәндә инде профессиональ башҡара! Мандолинаға ҡарағанда скрипкала оҫта уйнай! Бармаҡтар ниндәй хәрәҡәт яһай! Әйтергә кәрәк, тәбиғи музыкант! Әле ул бәләкәй, әгәр яҡшы скрипкаала уйнаһа, бөтөнләй башҡа булыр ине! Тәртибен дә уҡытыусылар маҡтай! Феноменальный слух, память! Әгәр беҙ уны алмаһаҡ, кемде алырбыҙ? Беҙ бит тап ошондай балалар эҙләйбеҙ! Һис һүҙһеҙ уны алырға кәрәк! – ти береһе.
– Юҡ! Алмайбыҙ! Ҡарап тороуы имәнес! Яҫы, ҡалын, урман кеүек ҡаштар былайҙа бәләкәй күҙҙәрен ҡаплап, йәмһеҙҙән йәмһеҙ итә! Әртист кеше төҫ-башҡа һылыу булырға тейеш! Әһли һис тә сәхнәгә бармай! Алмайбыҙ! – ти икенсеһе.
Кешеләр үҙ-ара талашып киткәс, береһе:
Профессиональ сәхнәгә ҡаш үткәртмәне! Ул заман менән хәҙергене сағыштырғанда, мин бәләкәйҙән сәнғәт буйынса киткән булыр инем! Ул саҡты мин аңламайым! Миңә сәңғәт юлына ҡашты сәбәп итеп ишекте яптылар! Әле булһа, йөрәк һыҙлай ул саҡтағы ғәҙелһеҙлеккә!
Миңнеғәле бандитҡа “яза” бирә
Шунан Ҡотлоәхмәт эргәһендә торған улына:
Шул саҡ кәнсәнән 5 – 6 кеше сығып:
Сәбәбен белгәс, улар ҙа рәхәтләнеп көлөп:
Баланы ла йәлләмәйҙәр.
'''Бандит ҡыҙы'''
Берәү ҡырғыҙ тирмәнендә сират көтөп ятып, онон тейәп ҡайтырға сыға! Ул йөк менән яй килә. Артынан һыбай килеп һуғып үлтерәләр! Онон алып китәләр! Үлекте тейәп, буш арбаны, атын ҡыуып ебәрәләр. Ат ҡайта үлек тейәп! Әлбиттә, күп мажаралар яҙырға була! 2-3 тапҡыр уны хөкөм итәләр. Береһендә атырға тигән приговор ҙа була! Нисектер оҙаҡ төрмәнән һуң ҡайтып Ҡырғыҙҙа йәшәй.
Яҡуп һәм Айһылыу исемле балалары беҙҙең менән уҡынылар. Айһылыу менән Шәмислам тормош ҡороп байтаҡ йәшәнеләр. Шәмислам – миңә ике туған. Өс көнгә минән өлкән. Минең балаларҙы олатай тип әйтергә өйрәтте, ә мин Айһылыуҙы өс көнгә оло еңгәй тип тә шаярта инем. Муйнаҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтһаҡ, шуларға барып төшөр инек. Айһылыу беҙҙе бик һәйбәт хөрмәт итте! Эсеп алһа, мин бандит ҡыҙы, тиер ине. Ул бик оҫта, матур тауышы менән шәп итеп йырлай ине! Икеһенең дә ауыр тупрағы еңел булһын!
Кәнсә янынан өйгә ҡайтҡас:
– Әсәй! Һин бандитты ҡарарға бар, тиһең! Унда бандит юҡ! Сынйырлы, ҙур мыйыҡлы бер кеше генә! Бандит тугел, - тим.
'''4-се бүлек'''
'''1 Май байрамы'''
Беренсе тапҡыр 1 Май байрамын байрам итәбеҙ! Беҙҙең ауылға колоннаға теҙелеп, флагтар күтәреп, күмәк кеше килде! Тиҙ генә беҙҙекеләр теҙелеп, флагтар күтәреп Үргауылға киттек! Колонналар көслө йырлап ауыл осона килебеүеҙгә бер һыбайлы туҡтатып, таралмай, ял итергә ҡушып китте. Үрге, Түбәнге, Аҡбирҙеләр килде. Команда:
– Тыңлағыҙ! Хәҙер сельсовет янына барабыҙ! Унда Хәсән хуторы, Үргауыл – ике колонна! Өмбәт ауылынан ике колонна сельсовет янында осрашҡан саҡта көслө йыр, мылтыҡтарҙан һауаға атыш була! Ул фәҡәт трибуна янында осрашҡанда!
Команда булыр! Хәҙер шагом марш!
Бөтәһе лә йырлай – йырлай атланылар. Үргауылдың өҫкө урамына, сельсовет янына киләбеҙ. Төрлө яҡлап колонналар килеп бер ваҡытта осраштылар! Шул саҡ эй китте хатта көслө, ҡурҡыныс мылтыҡтарҙан атыш!!! Атыш, йыр туҡтағас, ифрат та ҙур тынлыҡ! Трибунаға кешеләр күтәрелделәр! Митинг асыҡ, тип рупорҙан әйттеләр. Доклад башланды! Райондан килгән кеше, тиҙәр! Башта тыныс торған кешеләр әбҙән арынылар! Ултырышып бөттөләр! Үләнме, саңмы, бысраҡмы – уны ҡараманылар!
Бик оҙаҡ һөйләгәс, ял да бирмәй, кәнсирт башлайбыҙ, тинеләр.
Башланды! Берәүҙәр йырлай, бейей, берәүҙәр гармунда уйнай! Халыҡтың йөҙө шат. Хәрәкәт итәләр! Ҡасып әбрәкәй йөрөп киләләр.
'''Уртауыл сығышы'''
Хәтерҙә Мәғрифә Ғәлиева (Мәғфирә Ғәлиеваның, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһының, әсәһе) йырлауы! Бик матур, шәп йырланы. Минең дә сират етте! Мине трибунаға күтәреп бағтырҙылар. Баян, гармунда уйнаусыларға ”Перауский”тип әйттеләр. Бейеп төштөм ялан аяҡ тасылдата баҫып! Үргауылдан Абделғужин Әбделәхәтте рупор аша хәбәр итеп трибунаға саҡырҙылар! Юл ярып трибунаға мендерҙеләр!
Уның был ниндәй аңлашылмаған хәл тигән мимика, шаян һүҙ, ҡул йөрөтөүе үҙе бер кәмит! Халыҡ әле бейемәйенсә ҡул сабып тәбрикләй. Площадь халҡы ҡул саба! Музыка уйнай. Әбделәхәт ағайтрибуна площадкаһынтултырып бейей! Хәтеремдә бейеп төшөргә килгәндә комиссия нимәлер бирҙе. Ул баҫҡысҡа аяҡ баҫыуы булды ергә төшөргә, худ бирмәнеләр! Ҡабатлап бейегәненән һуң ғына төшөп китте! Кәнсиртте ҡыҫҡартып тамамланды!
Колонналар бик тиҙ стройҙарында теҙелделәр.
Ер һелкенәме ни! Йыр менән хәрәкәт, мылтыҡтан атыш! Күк йөҙө тағы ҡара төтөнгә әйләнде! Таралышабыҙ!
'''Па- жар!'''
Ауыл осонда туҡтап йыйылырға команда булды;
– Беҙ хәҙер ауылға, ышкулға барабыҙ! Унда ҡаршы аласаҡтар! Тәртип, йыр булһын, ышкулға еткәс! Ҡырғыҙҙар үҙҙәренә ҡайта. Уларҙы байрам ашы, уйын-көлкө көтә!
Халыҡ дәртләнеп ҡайтырға ғына атлайбыҙ тигәндә йән-фарман бер һыбайлы сабып килә:
– Па – жар! Үргауыл яна! Пажар! Кире барығыҙ! – тине лә әйләнеп сапты.
Ауыл осона ғына етеүебеҙ булды, Аҡбирҙе халҡы леһерләп килеп етте! Улар Өҫкәлек күперендә генә, һыу буйында туҡтаған икән. Үр яҡтан Өмбәт, өҫ яҡтан Хәсән халыҡтары ла! Үргауыл урамдары алай-былай бер нимә эшләмәй “пажар” тип ҡысҡырып йөрөгән кешеләр менән тулды. Был үҙе ғәләмәт көслө, ҙур ғауға, ҡурҡыныслыҡ тыуҙыра!
Урамда ҡатын-ҡыҙ, балалар, ҡарт-ҡоро әбейҙәр йүгерешә! Әммә ут һүндереүсе күренмәй! Барыһы ла буш ҡулдар! Күнәк менән һыу ташып һибеүселәр барлыҡҡа килде! Ләкин уларҙан файҙа юҡ! Утҡа яҡын бара алмайҙар! Ҡурҡышынан бала-саға аҡырышып илай! Көслө паника! Па-ни-ка! Кеше күп. Һанһыҙ, тик улар файҙаһыҙ!
'''Аҡбирҙе пожарнигы'''
Ышкулға ҡаршы, яҡын ғына ситән әүеҫлек. Унда арбаға мискә һыу менән тейәлгән. Һәр саҡ әҙер! Янында гел буш тороп ашап һимергән ат. Пожарник Байсәләм Ишкинин олатай, Ишкинин Искәнйәрҙең ҡартатаһы, ҡабаланып атын егеп Үргауылға саба! “Сөләймән күпере” тигән элгәре һыу аҡҡан соҡорға етеүе була, һиңкеп бер алғы тәгәрмәсе ватыла, ә артҡы берәүһе ҡыйшая. Мискә китә тәгәрләп!
Ул арыу ғына Үтәтишек тауы һарҡауына килеп етә. Ошо һарҡыуҙы төшөү өсөн пар атты ныҡ тотоп килә.Юлдың ике яғында бойҙай сәселгән. Бик матур юл. Уға ҡаршы ике велосипед менән килгән кешеләр тап була. Быларҙан өркөп, пожарникка көс бирмәй, аттар алып ҡаса! Тәгәрмәстәр ергә тейһә – тейә, теймәһә –юҡ! Тауҙан хулигандар тәгәрләтеп төшөргән ташҡа бик көслө, ныҡ һуҡлыға! Алғы, артҡы яғы берәр тәгәрмәс көл-фаяҡин килеп ватыла, ә мискәһе тәгәрләп иген араһына инеп юғала!
Башҡа ерҙән килер пожарник юҡ! Иҫәнғолға – район үҙәгенә – хәбәр итәләр! Унан пожарная машина килә, ләкин бик һуң була! Кешеләр һәнәк, көрәк, балта менән ҡоралланып утты туҡтата.
'''Пожарник Әбделғужин Әбделәхәт'''
Өйҙәрҙең барыһы ла тиерлек һалам ҡыйыҡлы. Урамда ғауға, сыр-сыулыҡ дауам итә. Урам буйлап аҡырып илау, тауыш көслө! Алай-былай урам буйлап йүгерешкәндәр кәмемәй!
Әле генә матур, бөхтә кейенеп трибунала шаян бейеүе менән бөтә халыҡты күңелләндереп көлдөрөүсе, шаян – кәмит кеше кинәт танымаҫлыҡ итеп кейенеп алған! Ялан баш, иҙеүҙәре асылған ап-аҡ киндер күлдәк, киндер ыштандан. Балаҡтарын тубыҡтан өҫкә тиклем төрөп күтәреп алған. Имгәкләп тигәндәй өй артынан килеп сыҡты! Алдында бер күнәк тулы тауыҡ күкәйе! Күкәйҙе ала ла нигеҙенә яҡын ерҙән тәгәрләтә! Тегеһе ватылһа, шундуҡ икенсеһен тәгәрләтә! Һис кенә лә кешегә, халыҡҡа иғтибар итмәй! Уның ҙур күҙҙәре, ауыҙ – борон мимикаһы ла шундай! Бығаса ундай кәмитте күргән кеше юҡ!
Әле генә шарылдап йүгереп, илап йөрөгән кешеләр туҡтап, аптырап ҡарап торалар ҙа, хахылдап көлөргә тотоналар! Әбделәхәт ағайҙың иҫе лә китмәй! Ҡапҡаһынан инеп китә лә йылп иткәнсә өй артынан килеп сыға! Тауыҡ күкәйе ярылыуға ла иғтибары юҡ! Тубыҡ – аяҡтары буяла! Быға ла иғтибары юҡ. Күкәй тәгәрләтеүен, мимик хәрәкәттәрен дә дауам итеп, ишегалдына инеп юғала! Был саҡ уның өй ҡыйығы – һаламға осҡон төшә. Уның өйө тирәләй, күрше өйҙәр яна! Әмәлеңә баҡ тигәндәй, Әбделәхәт ағайҙың ҡыйығы янмай! Осҡон һүнә! Күрәһең, осоп төшкән осҡон һалам йә башҡа бик еңел нәмә булған! Йә ҡағыҙ янып бөтөүенә барып төшкән! Күкәй менән буралап өйөн уттан һаҡлап алып ҡалды тип лаҡап итеп көлөшкәндәре булды.
Донъя бит! Мин ул саҡ әле бәләкәй булғас, нисә өй, нисек янған сығыуын белмәйем. Ярты урам янып бөттө тип тә һөйләнеләр. Әммә пожар ҡурҡыныс, көслө булғаны иҫтә ҡалды! Күп ваҡытта үтмәне, пожарҙың билдәһе лә ҡалманы! Төҙөк өйҙәр менән төҙөк өйҙәр элгәре нисек булһа, шулай төҙөкләнде! Үргауыл үҙ төҙөклөгөн, миүтур өйлө урамын юғалтманы! Оҙаҡламай ҙур яңғын тураһында иҫкә алыусы. Һөйләүсе – зарланыусы ла булманы!!! Ошо күренәш менән дә тәүге 1 Май байрамы онотолмаҫлыҡ иҫтә ҡалды!
Әбделғужин Бәхтияр (уның улы) менән Муйнаҡ 7 йыллыҡ мәктәбен тамамланым. Ул да атайы кеүек тура һүҙле, батыр – ҡыйыу, кешегә ихтирамлы, шаян һүҙле, мут егет ине. Уның йәшәйеш тормошон белмәйем. Һөйләүҙәренсә, шәп кеше булған! Ул да хәҙер пенсиялалыр. Күреп һөйләшке килә, ләкин һис тура килмәй. Класташтарҙы бер осратып, күреп, һөйләшеп, хәтергә алғанда! Ҡана һуң!
'''Бандиттар концерты'''
Беҙгә: әсәйем, һылыуым бер туған Фәүзиә, миңә ҙур булмаған өй һалып бирҙеләр. Өләсәйем, Сәфәрғәле абзыйымдарға күрше генә. Атай башҡа ҡайтманы. Мин һис сәбәбен белә алманым. Һорашманым да.
Шул бәләкәй өйҙә үҙебеҙ өсәү. Мәзит ауылынынан дүрт бала беҙҙә. Ете кеше һыйышып йәшәүебеҙгә әле лә аптырайым. Улар һәр ялда ун биш саҡырым кайтйлйр-китәләр йәйәү. Мине ҡунаҡҡа алып ҡайтырға бик ҡыҫтағас, барам ҡайсаҡ. Бер Оморҙаҡов Фәйзулла (һуғыштан ҡайтманы) алып ҡайтты. Ҡараңғы көҙгө кис. Беҙ күмәкләп өй нигеҙендә ултырып, эй, ләстит һатабыҙ.
Бер заман Өрпәктән ҡурай, баян, скрипка менән һыҙҙыра башланылар! Тау-урман яңғырап тора. Көслө! Ғәжәп моңло уйнайҙар! Бейеү көйө зыңҡып торҙо. Яңғыҙ ир йырлағанда тышҡа сығып тыңлап торған ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ илаәҙәр! Шундай зарлы-моңло! Үҙәккә үтә! Бейеү көйҙәре ныҡ дәртләндерә. Был музыканттар ҡасып йөрөгән бандиттар икән. Оҙаҡ ҡына уйнап, йырлап дәртләндерҙеләр ҙә тындылар. Тимәк, ҡастылар!
Бандиттар концерты әле лә иҫтә! Уйнап уйнанылар ҙа Өрпәктән ситкә ҡасып уйнайҙар. Был концертта ҡатнашыусыларҙы тота алманылар. Бер тапҡыр миңә лә тыңларға тура килде.
'''Уҡыу бөттө'''
5-7 кластарҙа уҡығанда алты төрлө күҙ яуын алып торған значоктары менән бүләкләндем. Хәҙерге орден-медалдәрҙән матурыраҡ: БГТО – будь готов к трудовой обороне, ГТО – готов к трудовой обороне, ГСО – готов к санитарной обороне, Ворошиловский сирелок, МОПР, ПВХО. Быларҙың курсын үттек, экзамен билет буйынса бирҙек. Бирә алмаусылар юҡ. Мәктәптә уҡыу бөтөү менәән бөтәбеҙҙә үҙ ауылдарында утау, бесән, уборка эшендә, ғырҙа, ғыуышта ятып эшләнек. Уҡыу башланыуына бер-ике көн генә кҡалғас ҡайтаралар ине.
Етенсе класты бөткәс, һигеҙенсегә Абзан урта мәктәбенә барҙым. Экзамен – рус теле, математика. Үттем. Бер ай уҡығас ҡайтып килдем. Ашарға, кейенергә, фатир өсөн түләргә форсат юҡ. Әсәй ныҡ ауырып, урындыҡта ләз ята! Миңә хәбәр итмәгәндәр! Әсәйҙең ике аяғы толоптай шешкән! Һылыуым Фәүзиә бәләкәй, бытылдап йөрөгән була, мине күреү менән ҡосағыма ташланды. Шатлығынан ни эшләргә белмәй! Үңәсемдән һығып-һығып иркәләнә!
Минең күҙҙәрҙән эре-эре йәштәрем тәгәрәп төшә:
– Нишләп күҙҙәреңдән һыу аға? – ти.
– Ҡылы һыуын йөҙөп сыҡтым! Шул һыу аға, - тигән булам. Ул ышанды. Йүгереп инеп өләсәйгә:
– Әлтин абзыйым ҡайтты! – тип хәбәр итә.
Өләсәй хәлде белеп тора... Уҡыуымды һорашып, ҡатыҡҡа ҡаймаҡ туҡып бирҙе. Ҡабат Абзанға барыу тураһында һүҙ ҙә булманы! Ошоноң менән минең уҡыу тамамланды.
Колхозда ҡыр учетчигы, колхоз кәнсәһендә учетчик -кассирмын. Кәнсәлә өс кеше генә эшләй: председатель, счетовод һәм мин, учетчик. Бына ниндәй ябай етәкселек булған! Мин кәнсәлә оҙаҡ ултырманым. Кистәрен буш саҡта трактор бригадаһына барып трактор йөрөтәм. Тракторҙы яҡшы белеп алдым, энәһенән ебенә тиклем, тигәндәй. Шәмислам, Мәхүп апайым, Ғәшиә плугатор-прицепщиктәр. Улар ҙа трактор йөрөтәләр. Колесный ХТЗ, ЧТЗ Харьков, Силәбелә эшләнгән тракторҙар.
'''Һуғыш башланды'''
Ғәҙәттегесә мин скрипкала, Абдрахман Арсланов – гармунда уйнап, бер көтөү йәштәр 4 сакрым алыҫлыҡтағы Ҡырғыҙ ауылына барып бер аҙ бейешеп – йырлашып, кире Уртауылға килдек. Кис йылы. Ай яҡты. Киттек Үргауылға – 1саҡрым. Был ауыл пожар яраһынан төҙөкләнгән, матурайған. Беҙ зыҡ куптырып уйнап-йырлап, клуб тапҡырында, ауыл уртаһында туҡтаныҡ. Уйынсыл кеше ятып түҙәме ни! Унан да, бынан да йәштәре лә, урта йәштәре лә, ҡарар өсөн ҡарттары ла килгәндәр. Үргауылда уйын дәртле лә, ҡыҙыу ҙа барҙы. Беҙ ҙә ҡапыл ғына боролоп, Уртауылға ҡайтып ингәнсә йырлашып ҡайтып таралыштыҡ.
Ай тын ғына яҡтырта... Төн йылы, ҙур тынлыҡ! Бер тауышта юҡ! Эттәрҙә өрмәй! Мин соланда йәйелгән урыныма ятыу менән ниндәйҙер ләззәт, рәхәтлек тойоп ятып йоҡлағанмын! Йоҡо аралаш мәгәзәй янында пожарник даң-доң килтереп ҡаҡҡанын ишетеп ҡалам да тағы йоҡлайым! 23 июндең иртәһе ине. Әсәй миңә:
– Тор, улым! Ана, шомло, бығаса булмаған көс менән һуғалар! Әллә пожар, әллә ни... Бар, йүгер! Нимә булғанын белеп ҡайт!
Мин ялан-аяҡ, ялан баш, күлмәксән торҙом да мәгәзәгә йүгерҙем! Бында байтаҡ кеше йыйылһа ла , мөғәллим Бәҙретдин ағай һаман тимергә һуғыуын дауам итә. Ул яланбаш. Түш асыҡ. Унан бөрсөк-бөрсөк тир аға! Мөғәллим ҡапыл ғулындағы тимерҙе ситкә ырғытты.
– Олатайҙар! Инәйҙәр! Ағай-эне! Еңгәләр һәм йәштәр! Кисә, 22-ҙе, герман-немец фашистары уйламағанда-көтмәгәндә ҡәбәхәттәрсә беҙҙең Туған ил сиген боҙоп баҫып инде! Һуғыш башланған!
Ары ул һөйләй алманы, күҙ йәштәренә мансылып тынып ҡалды. Үҙен ҡулға алып ниҙер әйтергә теләй ине лә, уны тыңлаусы булманы. “Һуғыш” һүҙе яңы халыҡ аңына етте! Ығы-зығы, илау, ҡысҡырыу, кемгәлер йоҙроҡ төйөү... Ололарҙың илашыуынан ҡурҡҡан балалар шарылдап аҡырыша, ата-әсәһенә һыйына, тиҙерәк бынан китергә, ҡасырға тартҡыланы, һөйрәне!
Ҡапыл бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, әбейҙәр түбәнгә, өйҙәренә, йүгерҙе. Башлыса ҡарттар, ирҙәр, егеттәр ҡалды! Был кешеләр мөғәллимдән тағы ниндәйҙә булһа йылы һүҙ, тынысландырырлыҡ һүҙ көтә ине... Тынлыҡ. Берәү ҡуҙғалмай ҙа, тауышланмай ҙа.
Мөғәллим, үҙәктән кемдер килер, моғайын, йыйылыш булыр, асыҡланыр, ә хәҙер һәр кемгә эш урынына барырға кәрәклеген әйтте.
'''Тәүге ярҙам'''
Ошо уҡ көндө ауылға әллә ун биш, әллә егерме пар атлы фургон еккән һалдаттар һолоға килде. Келәт буш.Һис һүҙһеҙ 20-25 цнтнер һоло тейәтеп ебәрергә кәрәк. Районҙәгенән уполномоченныйҙа килеп етте. Кәнсәгә индек. Төрлөсә фкер йөрөтәләрҙә, бер ниндәй һығымтаға килә алмайҙар. Шул саҡ минең Сәфәрғәле абзыйым Әнгәрсе буйындағы һоло ап-аҡ булып бешкән! Бөтә ауыл, бала-сағаға хәтле, күнәк менән яңы бешкән һолоно ябырылып ҡул менән һыпырып йыйҙы. Елгәртеп, үлсәй һалып, фургондарға тейәнек. Был эш бик тиҙ эшләнде. Күмәк кеше ни ғуя! Фашистарҙы еңер өсөн тип шул тиклем тырыштылар. Һалдаттар был һолоно Саракташ станцияһына алып китте...
Баштары һыпырылған һабаҡтар “еңеләйҙек” тигәндәй, емһеҙ-йәмһеҙ ҡалдылар! Нисек кенә булмаһын, кәрәкле һоло йыйналды, задание үтәлде!
Шулай итеп, фашистарға ҡаршы һуғышсылары был тәүге ярҙам булды.
|
үҙгәртеү