Иң бөйөк һәм хаҡ һүҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы'''  (1 ғинуар 1968) — башҡорт шағиры. 2000 йылдан Рә..." исемле яңы бит булдырылған
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
 
 
159 юл: 159 юл:


Ах, был оло хистең ныҡлығы…
Ах, был оло хистең ныҡлығы…


==Һатыусы хаҡында һүҙ==
==Һатыусы хаҡында һүҙ==



13:00, 11 ноябрь 2020, ағымдағы өлгө

Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы  (1 ғинуар 1968) — башҡорт шағиры. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.

1968 йылдың 1 ғинуарында Мәһәҙей ауылында тыуған, шағирә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Бөрйән районының Ҡолғана дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай.Әлеге ваҡытта Бөрйән районының "Таң" гәзитендә журналист булып эшләй.«Аҡ ҡауырһын» тигән дөйөм ҡыйыҡ аҫтында йыйынтыҡ, «Гөрләүек» (1995), «Йондоҙ асам» (1998) шиғри тупланмаларын сығарҙы.

Шиғриәткә ҡабатланмаҫ образдары, зиһенде һиҫкәндерер һүрәтләүҙәре менән килеп инде[үҙгәртергә]

«Аҡ ҡауырһын» тигән дөйөм ҡыйыҡ аҫтында донъя күргән тәүге йыйынтығы башҡорт әҙәбиәте сағыу, үҙенсәлекле ижадсы менән тулыланыуын раҫланы. Ул ваҡытта шағирә, Бөрйән ра­йоны Ҡолғана ауылына тормошҡа сығып, ике бала үҫтереп, Әхтәм исемле уҙаман менән гөрләтеп донъя көтә ине.

Мәктәптә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләне. Төпкөлгә төшкән киленде нисек тә үҙәккәрәк күсерергә ине, тигән теләктәр әйтелде, тәҡдимдәр бирелде. Әммә Айһылыу ашыҡманы. Бәлки, шундай тәбиғәт ҡосағында, ауанлыҡта йәшәү уның шиғриәтенә һут бирәлер, тинеләр ахырҙа.

Барыбер ҙә, нисек тә район гәзитенә, «Таң»ға, күсереп алдылар Айһылыуҙы. Өйрәнелгән донъяһын ташлап, өр-яңынан нигеҙ ҡороу еңел дә булмағандыр. Йылдар үтеү менән ҡәләме үткерләнде. Был уның публицистик рухҡа яҡынайыуына ла бәйлелер. Халыҡсан, йәтеш кенә, ултыртҡансы әйтә башланы шағирә.

Аҙаҡ йәнә лә, ярһыуҙары ҡайтып, сабыр, тәрән йылға кеүек аға башланы уның шиғриәте. Был уның намаҙға баҫыуынан да киләлер. Хәйер, һүҙҙе үҙенә бирәйек'.

Дингә килеүең осраҡлы түгел. Рухи эҙләнеү, ошо юлға төшөрөүсе төп сәбәптәр хаҡында һөйләп китһәң ине[үҙгәртергә]

– Дингә һәр кем үҙ юлы – тәҡдиренә яҙған юл менән килә. Берәүҙәр ҡаты сиргә тарығас, икенселәр тормошонда ниндәйҙер берәй тетрәндергес хәл-ваҡиға булғас, өсөнсөләр кемдеңдер әжеүәләүе арҡаһында. Мин, бәхеткә күрә тим, үҙемдән-үҙем килдем дә ҡуйҙым. Милләтенә, тыуған иленә, тән төҫөнә ҡарамай, һәр кем донъяға мосолман булып тыуа, тик ата-әсәһе, ул йәшәгән йәмғиәт кешене йә мәжүси, йә христиан, йә мосолман, йә башҡа итә, ти бит дин дә. Тимәк, иманға ынтылыу – беҙҙең ҡандан. Аллаһы Тәғәлә беҙгә, ҡолдарына, даими рәүештә ым-ишаралар биреп тора. Беҙ, бәндәселегебеҙгә барып һәм дини ғилемебеҙ булмау арҡаһында, ана шул Аллаһ билдәләрен шәйләмәйбеҙ ҙә.

Иң бөйөк һәм  хаҡ һүҙ[үҙгәртергә]

Ҡолғананан Иҫке Собханғолға күсеп килмәҫ борон уҡ, бер ялда Баймаҡ районы Билал ауылында йәшәүсе һеңлемә ҡунаҡҡа барғанда, ауыл баҙарында дини китаптар һатыусы бер апайҙан «Намаҙ уҡыу тәртибе»н алғайным. 2003 йылда яйлап намаҙҙа кәрәкле доға-аяттарҙы ятланым, тик «Әттәхиәт»кә еткәс, был минән булмай, тип ҡул һелтәнем. Флүрә апай Вәлиуллина: «Әттәхиәт»те күңелемә бир, тип Аллаһтан һора», – тине. Бына бит дөрөҫ итеп Аллаһтан һорауҙың мөғжизәһе – ике уҡығайным, сүрәне ятлап та алдым. Ҡыш буйы, яңылыша-яңылыша булһа ла, иртәнге намаҙҙы уҡып йөрөнөм.

Йәйгелеккә редакцияға үҙемдең уҡыусым, дөрөҫөрәге, мин эшләгән осорҙа Ҡолғана мәктәбендә уҡыған Илгиз Айытбаев килде. Хәл-әхүәл белешеп ултыра торғас, намаҙ темаһына төшөп киттек. «Апай, Аллаһ бит биш намаҙҙы фарыз иткән, эшләп йөрөһәң дә, ваҡыт табып, бишеһен дә уҡы, өлгөрөрһөң», – тине.

Миңә үҙемдең уҡыусым аҡыл өйрәтеп ултырғас, шул хәтлем оят булып китте – ҡайтыу менән биш намаҙға баҫтым. Дин нигеҙҙәрен ныҡлап өйрәнгәндә мин үҙемде тотош донъя менән аһәңдә тоя башланым – элекке кеүек юҡҡа-барға яндырайланмайым, Аллаһ биргән һынауҙарҙы сабыр үткәрәм, үҙемә лә, тирә-йүндәгеләргә лә рәхәт.

Әмәлгә ярағандай, Гөлсөм атлы бер апай Сибайҙан Бохариҙың ике томлыҡ сахих хәҙистәр китабын килтереп бирҙе. Ул осорҙа әле ғәрәпсә белмәйем – йәбешеп ятып хәҙистәр өйрәнәм. Унан «Ҡөрьән» тәфсирен ҡулға төшөрҙөм – ул өҫтәл китабыма әйләнде.

Намаҙ мине юҡҡа-барға янмаҫҡа өйрәтте, юғиһә бит ҡайһы саҡтарҙа уй диңгеҙенә төшөп китәһең – тел яҙмышы, ил яҙмышы, милләт яҙмышы борсой – йөрәк һыҡрай. Намаҙ һәр нәмәнән мәғәнә эҙләргә, был һынауҙы Аллаһ миңә ниңә бирҙе икән, тип уйланырға, Раббыбыҙ биргәнгә шөкөр итергә өйрәтте.

Әйткәндәй, атайым Рәжәп яғынан олатайым Тайып та, әсәйем яғынан олатайым Шаһивәли мулла ла биш ваҡыт намаҙ эйәләре булған. Атайымдың әсәһе мәрхүмә Мәрзиә өләсәйем совет осоронда ла иртәнге намаҙын, фарыз ураҙаһын ҡалдырмаған. Шаһивәли олатайым – Зәйнулла ишан шәкерте, халыҡ араһында уның ниндәй көслө мулла, кираматсы булыуы тураһында легендалар әле лә йөрөй. Мин намаҙға баҫҡансы гел бер төш күрҙем – мәсет манараһын һәм йәшел ҡашлы йөҙөктө. Намаҙ эйәһе булғас, ул төштәр мине ташланы.

Намаҙға өйрәтеүсе китап алғас, оҙаҡ ҡына намаҙлыҡҡа ярамалы таҫтамал эҙләнем – ул осорҙа намаҙлыҡтар һатыуҙа күренмәй ине. Љәнәфи ябыуына әлеге таҫтамалды түшәп намаҙ уҡыйым да ябыуҙы иҙәндә ҡалдырам. Бер мәл Айгүзәл иҙән йыуып йөрөгән еренән ҡысҡырып ебәрҙе: «Әсәй, әсәй, һинең намаҙлығыңа бер яҙыу яҙылған», – ти. Ысынлап та, иҙәндә йөрөгән шәкәр тоғоноң ебе менән намаҙлыҡҡа нәмәлер яҙылған ине. Љәнәфи ябыуын бөкләп кенә, теге яҙыуҙы боҙмай йөрөнөк. Ул ваҡытта уҡый белмәһәм дә, хәҙер беләм: унда ғәрәпсә Аллаһ тигән яҙыу яҙылғайны. Шунан ошоларҙы нисек ишара тимәйһең!

Намаҙға баҫҡас, Аллаһ миңә ваҡыт бәрәкәтен бирҙе – элек шыпа эшләп өлгөрмәгән эштәремде йырлап эшләй башланым.

Күптәр, һин, дингә килгәс, шиғриәтте оноттоң, ти. Улай түгел. Намаҙ һайын тел асҡысы һорап ултырам. Дежур шиғыр яҙып, бөтәһе әйткән фекерҙе ҡабатлап, бер нин­дәй яңылыҡһыҙ, асышһыҙ шиғыр­ҙарҙы кешегә тәҡдим иткем килмәй. Ундайҙарҙы, теләһәң, меңде яҙырға була. Яңы образдар, көслө фекер, сәпкә тейер һүҙ булһын, тим. Шул ғына.

Шиғриәт һәм дин. Ҡөрьәндәге «Шағирҙар» сүрәһенең мәғәнәһе хаҡында уйланғаның бармы, фекерҙәрең нисек[үҙгәртергә]

«Шағирҙар» сүрәһен ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Ошолай исем алһа ла, унда бит күпселек һүҙ пәйғәмбәрҙәр һәм уларға эйәрмәгән халыҡтар тураһында бара:

Муса ғәләйһис-сәләм һәм Фирғәүен халҡы, Ибраһим ғәләйһис-сәләм һәм уның һындарға ғибәҙәт ҡылған атаһы һәм халҡы, Нух ғәләйһис-сәләм һәм уның һыуға батырылған халҡы, Салих пәйғәмбәр һәм Ҫәмүд халҡы, Лут пәйғәмбәр һәм, зинасылыҡ менән шөғөлләнеп, таш ямғырынан баҫылып үлгән уның халҡы, Шөғәйеп пәйғәмбәр һәм уны тыңламаған Әл-әйкә халҡы.

224-се аятта шағирҙар тураһында әйтелә. Уларға аҙашҡан кешеләр эйәрер, тиелһә лә, артабанғы аяттар бит һәр үҙәндә йөрөп, үҙҙәре ҡылмаған нәмәләр тураһында һөйләп йөрөүсе шағирҙар хаҡында бәйән итә. Нәҡ улар бик борон дәүерҙәрҙәге шағирҙар тураһында һүҙ барыуын аңлата.

Бохари сахих (дөрөҫ) хәҙистәр йыйынтығында шундай хәҙис бар: «Убайй бин Ҡәғбтән еткерелә, Аллаһ унан риза булһын, Пәйғәмбәр саллаһу ғәләйһис-сәләм әйтте: «Дө­рөҫлөктә, ҡайһы бер шиғырҙарға аҡыл (мудрость) һалынған» (1665 (6145)), 2-се том, 343-сө бит. Бында раджаз-шиғыр күләме исеме һәм хида-дөйәләрҙе ҡыуғанда уларҙың атлауы ритмына тура килтереп йырлау хаҡында һүҙ бара.

Йәнә ошо уҡ хәҙистәр йыйынтығының 1666 (6154) хәҙисендә: «Ибн Ғүмәрҙән еткерелә, Аллаһ уларҙың икеһенән дә риза булһын: «Пәйғәмбәр саллаһу ғәләйһис-сәләм әйтте: «Дөрөҫлөктә, кешенең эсе шиғырҙар менән тулыуға ҡарағанда эрен менән тулыу яҡшы булыр ине», – тиелә.

Был хәҙискә аңлатмала кешегә шиғыр менән Аллаһты иҫкә төшөрөүгә, ғилем алыуға, Ҡөрьән уҡыуға ҡамасауларлыҡ кимәлдә үтә ныҡ мауығыу ярамай, тиелә. Бәй, шулай булғас, аҡыллы шиғырҙар яҙыу, халыҡты изгелеккә өндәү, матурлыҡҡа мәҙхиә йырлау тыйылмай булып сыға бит. Шиғыр яҙыу ҙа – Аллаһтан. Бында тик ниндәй шиғыр яҙыу ғына һорау тыуҙыра.

Минең шиғыр яҙыуыма үҙемдән башҡа берәү ҙә ҡамасаулағаны ла, ҡаршы төшкәне лә юҡ, шөкөр. Балалар ҙа, Әхтәм дә минең нимә яҙыуым менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Беҙ Әхтәм менән икебеҙ – ике донъя кешеләре, шуға күп йәһәттән рәхәт. Икебеҙ ҙә ижад, хис кешеһе булһаҡ, моғайын, теге ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай, тигән мәҡәл эшкә керешер ине.

Белеүемсә, һин халыҡ име, дауалары менән дә ҡыҙыҡһынаһың[үҙгәртергә]

– Халыҡ име, доға менән өшкөрөү менән шөғөлләнергә мине нужа мәжбүр итте. Әсәйемә инсульт булып, 16 көн комала ятты, Булат улым тыу­мыштан сырхау булды. Башҡа сара ҡалмағас, доғаларға, сүрәләргә керештем. Тағы мөғжизә булды – әсәйем аяҡҡа баҫты, Өфө табиптары өмөтһөҙ тигән улым һауыҡты. Аллаһ минең доға-ялбарыуҙарымды ишетте, ишетә, әлхәмдүлилләһ! Шунан нисек дингә килмәйһең дә фарыз-сөннәттән баш тартаһың?!

Ярҙам һорағандарға хәлемдән килгәнсә ярҙам итәм, ниндәй сүрәләр, доғалар уҡырға өйрәтәм. Шөкөр, рәхмәттәр уҡып китәләр. Минең олатайым бик күренекле халыҡ табибы булған. Кешегә кәңәшем шул: ҙур аҡса тәҡдим итеп өшкөрөүсе эҙләп йөрөмәгеҙ – үҙегеҙ Ҡөрьән уҡығыҙ, шифаны Аллаһ бирә!

Айһылыу, белеүемсә, һин күп балалы ғаиләнән, атай-әсәйең һеҙгә ниндәй тәрбиә бирҙе[үҙгәртергә]

– Мин туғыҙ балалы ғаиләлә етенсе булып донъяға килгәнмен. Туғыҙыбыҙ ҙа, шөкөр, иҫән-һау. Беҙҙең ғаиләлә төп тәрбиәсе эш булды. Атай мәрхүм данлыҡлы балта оҫтаһы ине. Уның дүрт улы ла – оҫта. Үҙенән һуң байлыҡ ҡалдырмаһа ла, һәр улына үҙенең ғаиләһен аҫрарлыҡ оҫталыҡ ҡалдырған. Әсәйем бик уҫал булды. Олатай мәрхүм репрессияланып төрмәгә киткәс, уларҙың ғаиләһе күрше Белорет районы Үрге Әүжән ауылына күсә (ҡаса тиһәң, дөрөҫөрәктер). Әсәйем руссаға ла, эшкә лә, аш-һыуға ла шәп булды. Шөкөр, әле лә үҙ аяғында.

Мин үҙем – педагог, әммә әле булһа шуға аҡылым етмәй: нотоҡ уҡымай, киҫмәй-тызымай улар беҙҙең туғыҙыбыҙҙы бер-беребеҙ өсөн һуңғы күлдәген сисеп, йәнен бүлеп бирерлек итеп тәрбиәләй алған! Атай-әсәйемә мең рәхмәт!

Киләсәктә шиғриәтең ниндә­йе­рәк йүнәлеш алыр? Ошо хаҡта уйланғаның бармы[үҙгәртергә]

– Киләсәктә лә матур-матур шиғырҙар яҙырға иҫәп. Аллаһ насип итһә, дини белемемде ҡушып, балалар өсөн тәрбиәүи мәғәнәгә эйә хикәйәләр яҙырға уйым бар. Олатайым тураһында китап яҙыу ҙа – минең бурыс. Журнал уҡыусыларға, гәзит-китап менән дуҫтарға әйтер һүҙем: иң бөйөк ижадсы – Аллаһ. Уның ижадында кәмселек юҡ. Беҙ ҙә, ҡәләм әһелдәре, Хоҙай биргән ижад ҡомарын ерҙә матурлыҡ арттырыуға, кеше күңелендә изгелек үрсетеүгә, албырғап-юғалып ҡалған кешеләргә дөрөҫ юл күрһәтеүгә сарыфларға тейеш. Бының өсөн Төп һәм Бөйөк Ижадсыға яҡынайыу, Уның тыйғандарынан тыйылыу, бойорғандарын үтәү шарт. Иң бөйөк һәм хаҡ һүҙ – Аллаһтыҡы. Хәҡиҡәтте Уның тапҡырында эҙләйек!

Хыялдарың[үҙгәртергә]

– Хыялым – Аллаһ насип итһә, хажға барыу. Бөгөн мин үҙебеҙҙең «Әбделмән» мәсетенә йөрөп ғәрәп телен, тәджүид менән Ҡөрьән уҡырға өйрәнәм. Шөкөр, Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов районда дин үҫешенә ҙур көс һала. БДПУ-ла уҡыған Лилиә Мөхәмәдйәнова менән Ләйсән Мәүлитовалар практика осоронда беҙҙе ихлас уҡытты. Ҡыҙым Айгүзәл дә ошо вуздың башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-ғәрәп бүлеген тамамлай. Вәзимә Ғәбитова ла уҡытыусылыҡ эшендә ихлас. Үҙебеҙҙең ғәрәп телен өйрәнеүселәр төркөмө менән бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Ураҙаны, быйыл тотһам, ун йыл тотҡан булам. Шиғырҙарға килгәндә, мин уларҙы көсләшеп яҙмайым. Тел асҡысынан яҙҙырмаһын инде!

Үкенестәрең бармы[үҙгәртергә]

– Үкенестәрем юҡ. Бары тик ваҡытты кирегә бороп булһа, дингә иртәрәк килер, берәй дини уҡыу йортонда ла уҡыр инем. Мосолманға яҙмышҡа, заманға, тормошҡа зарланыу ҙа ярамай. Тимәк, миңә тәғәйен өлөш, бәхет ошо. Мин шуға ҡәнәғәт, мин барына шөкөр итәм.

– Йәнле, мәғәнәле әңгәмәң өсөн рәхмәт, Айһылыу! Ижади бейеклектәр, сәләмәтлек, хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Гөлназ ҠОТОЕВА һөйләште.

ҠОРАЛ[үҙгәртергә]

Сәскеләйһең ситкә хистәреңде,

Бүлгеләйһең ҡырҡҡа кистәреңде,

Китә (а)лмайһың минән – көмөштән –

Хоҙай үҙе биргән өлөштән.

Хис-тойғомдо бүлеү – миңә яҙыҡ,

Шиғырҙарым – йәнгә рухи аҙыҡ.

Бәйләп тота беҙҙе – бына ҡыҙыҡ –

Ике бала – ике алтын ҡаҙыҡ.

Аҙмандар ҙа күрер яҙғандарын –

Сер булһа ла инде яҙғандарым:

Ҡырҡтан һуңғы сыраҡ – күңелемдә –

Уның эргәһендә көсһөҙ дарың…

Теләк[үҙгәртергә]

Күңел ҡылым тирбәлеүе –

Ҡарашыңды тотоу.

Төн йоҡоһоҙ ғазаптарҙа

Яңғыҙ уттар йотоу.

Ҡаралыуы сәскәләрҙең –

Ҡаты ҡырау тыны.

Бөршәйешкән бахырҙарҙың

Йәлләткес тә һыны.

Ҡарайыуы көндәремдең –

Йөҙ сөйөргәс минән.

Күшерелгән йөрәгемдең

Йырын тыңлап кинән!

* * *

Шундай яҡын, шундай яҡын инек –

Аңлашырҙай ярты һүҙҙән дә.

Шундай алыҫ, шундай алыҫ хәҙер –

Осоп ҡына киттең күҙҙән дә.


Аҡыл кәртә булды әллә беҙгә,

Әллә ваҡыт, әллә солғаныш.

Һин уйыңда ғына ҡосоп алдың,

Мин хыялда яулыҡ болғаным…

Шундай яҡын, шундай алыҫтар беҙ –

Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡлығы.

Йылдар үтеү менән ләүкеп китә –

Ах, был оло хистең ныҡлығы…

Һатыусы хаҡында һүҙ[үҙгәртергә]

Йәшен атҡан ағас кеүек күңел

Сәрпәкләнгән ҡырҡҡа.

Бинахаҡтар шулай ғүмер буйы

Наһырымды ҡырҡа.

Теҙләндермәк яһил алдарында –

Ҡатылығым белмәй.

Сырағымдың, янып ҡырҡынсыһы,

Үҙ-үҙемде имләү.

Доғаларым һаҡлар, Алла бирһә –

Асылыма ҡайтам.

Тормош-баҙарҙа мин йәнде түгел,

Тик йырҙарҙы һатам!

Шөкөр итәйек[үҙгәртергә]

Көн тиҫбеһе тартыла,

Төн тиҫбеһе атыла.

Ай тешләмен, серҙәш бул тип,

Һиңә бирәм яртылай.

Етегәндең келәһен

Бисмиллалап эләйем.

Төнөм тыныс үтһен тип,

Доға ҡылып теләйем.

Аҡ таҫтарым – Ҡош юлы,

Ябынайым башыма.

Фәрештәләр ташламаҫ,

Шайтан ләғин шашынмаҫ.

Хоҙайымдың бирмеше –

Шөкөр генә итерлек.

Яралтмышы – барын да

Мәхрүм итмәй етерлек…

* * *

Һыҙлауыҡ бар йәндә –

Йәнселгән.

Мең-мең хәнйәр уға

Сәнселгән.

Боҙоҡлоҡтоң хаттин

Ашҡаны –

Ҡара эслеләрҙең

Шашҡаны

Солғанышты минең

Ҡаралта.

Тик күңелем йырҙар

Яралта.

Етә[үҙгәртергә]

Хистәремде, аҡыл, төпкә йәшер,

Боҙ һалҡыны менән баҫырып.

Ләүкемәһен йөрәк, көлгә ҡалһын –

Емерелһен хыял сатыры.

Аймылышып бөткән юлдарыбыҙ

Киҫешмәһен, ҡатар барһа ла.

Араһынан аҡҡан йылға яҡын

Мәңге башҡа ике ярға ла.

Бызлап ҡына янған күмер күҙе

Бер осҡонон ғына бейетһә,

Ер шарында әле барһың даһа –

Күңелемә бары шул етә…

Һылтанма[үҙгәртергә]