Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл: 2 юл:


[[Категория:Фәүзиә Ҡотлогилдина яҙмалары]]
[[Категория:Фәүзиә Ҡотлогилдина яҙмалары]]
[[Категория:Проект:Тарихи Башҡортостан топонимияһы ]]

{{poemx|
{{poemx|
'''ИҪӘКӘЙЕМ - ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ'''|
'''ИҪӘКӘЙЕМ - ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ'''|
399 юл: 399 юл:
|Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
|Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
30.05.2016}}
30.05.2016}}

Фәүзиә апай, афарин! Ҡурҡмай ғына шул өҫтәге билдәләргә баҫҡалағыҙ.Яңғылыш булһа, төҙәтербеҙ.Sherbn

Рәхмәт!





{{poemx|ТАШБҮКӘН|
{{poemx|'''ТАШБҮКӘН'''|
Ташбүкәнгә килен булып төшкән
Ташбүкәнгә килен булып төшкән
541 юл: 536 юл:




Ташбүкәндең ер атамалары (Әнүәр Ҡотлогилдиндең һөйләүе буйынса)
'''Ташбүкәндең ер атамалары''' (Ғафури районы Ташбүкән ауылы.Әнүәр Ҡотлогилдиндең һөйләүе буйынса)


Хәмит өйө - Үрге Ташбүкәндән Иҫәкәй яғына табан юл буйында уң яҡта урынлашҡан ялан, унда бесән сабалар, еләк , туғайында балан йыялар.
Хәмит өйө - ''Үрге Ташбүкәндән'' Иҫәкәй яғына табан юл буйында уң яҡта урынлашҡан ялан, унда бесән сабалар, еләк , туғайында балан йыялар.


Оло юл буйлап бер аҙ барғас Ҡаран йылғаһына еткәс саҡрым самаһы өҫкә менгәс Ҡаран яланы.Ҡаран яланының еләге лә, бесәне лә бик шәп була. Ялан уртаһында өс ҡайыүҫеп ултыра, шул тиклем матур ялан!
Оло юл буйлап бер аҙ барғас ''Ҡаран'' йылғаһына еткәс саҡрым самаһы өҫкә менгәс Ҡаран яланы.Ҡаран яланының еләге лә, бесәне лә бик шәп була. Ялан уртаһында өс ҡайыүҫеп ултыра, шул тиклем матур ялан!


Иҫәкәй яғына таба Ҡаран кисеүен сыҡһаҡ һул яҡта өҫтә Алтынсура яланы.Алтынсура яланының 6 аҡланы бар.
Иҫәкәй яғына таба Ҡаран кисеүен сыҡһаҡ һул яҡта өҫтә Алтынсура яланы.Алтынсура яланының 6 аҡланы бар.


Иҫәкәй яғына тағы ла арыраҡ китһәк Оло ялан йәйрәп ята. Юл ошо яландың уртаһынан уҙа. Оло яланда элек Үтәк ауылдары, йәғни Егән колхозы иген сәсә ине, колхоздар бөткәс , хәҙер сәселмәй ята.
Иҫәкәй яғына тағы ла арыраҡ китһәк, ''Оло ялан'' йәйрәп ята. Юл ошо яландың уртаһынан уҙа. Оло яланда элек ''Үтәк'' ауылдары, йәғни Егән колхозы иген сәсә ине, колхоздар бөткәс , хәҙер сәселмәй ята.


Оло ялан уртаһынан һулға боролоп үргә менһәк Ҡарауылтауына барып сығабыҙ.Ҡарауыл тауының башында сейәләр үҫә. Оло яланды уҙғас Иҫәкәй юлында Тоҙаҡтау аша үтәбеҙ. Тоҙаҡтау - бик бейек булмаған ҡалҡыулыҡ. Ололар әйтеүенсә аҡтар һәм ҡыҙылдар ваҡытында Ҡарауылтауында аҡтар килгәнен ҡарауыллап ятҡандар һәм Тоҙаҡтауында тоҙаҡ ҡорғандар икән. Тоҙаҡтауға менмәйенсә тураға киткән саҡта Бағраш ауылына барып сығаһың.(хәҙер ул ауыл юҡ).Унда бер матур ғына бәләкәс кенә Бағраш йылғаһы ағып ята. Унан ары иҫәкәй яғына таба Йылансыҡ тип аталған ялан.Был яланды элек Әрмет колхозы сәскән.
Оло ялан уртаһынан һулға боролоп үргә менһәк, Ҡарауылтауына барып сығабыҙ.''Ҡарауыл тауы''ның башында сейәләр үҫә. Оло яланды уҙғас Иҫәкәй юлында Тоҙаҡтау аша үтәбеҙ. ''Тоҙаҡтау'' - бик бейек булмаған ҡалҡыулыҡ. Ололар әйтеүенсә аҡтар һәм ҡыҙылдар ваҡытында Ҡарауылтауында аҡтар килгәнен ҡарауыллап ятҡандар һәм Тоҙаҡтауында тоҙаҡ ҡорғандар икән. Тоҙаҡтауға менмәйенсә тураға киткән саҡта, ''Бағраш'' ауылына барып сығаһың(хәҙер ул ауыл юҡ).Унда бер матур бәләкәс кенә Бағраш йылғаһы ағып ята. Унан ары Иҫәкәй яғына таба ''Йылансыҡ'' тип аталған ялан.Был яланды элек Әрмет колхозы сәскән.


Үрге Ташбүкәндең Ҡашҡат йылғаһын аша сығып тураға менһәк яланға - Рәкәй түбәһенә барып сығабыҙ.Унда ҡайын еләге бик күп үҫә ине, ер еләге лә түшәлеп ятты. Унда ла Егән колхозы сабынлыҡтарға теймәй генә ялан ерен һөрөп иген сәсә ине. Рәкәй түбәһенә менһәк уның ике ҡабырғаһында уң яғында ла, һул яғында ла Әбәш сабынлыҡтары йәйелгән. Әбәш яланында 1960 йылдар тирәһендә землемерҙәр палаткаларҙа яттылар, нимә эҙләгәндәрҙер , белмәйем. Рәкәй түбәһе урманға барып терәлә.Әгәр урман юлы менән китһәк Күсәр түбәһенә барып сығабыҙ.Был юлдан Һарғай ауылына ла барып сығып була.
Үрге Ташбүкәндең Ҡашҡат йылғаһын аша сығып тураға менһәк яланға - Рәкәй түбәһенә барып сығабыҙ.Унда ҡайын еләге бик күп үҫә ине, ер еләге лә түшәлеп ятты. Унда ла Егән колхозы сабынлыҡтарға теймәй генә ялан ерен һөрөп иген сәсә ине. Рәкәй түбәһенә менһәк уның ике ҡабырғаһында уң яғында ла, һул яғында ла Әбәш сабынлыҡтары йәйелгән. Әбәш яланында 1960 йылдар тирәһендә землемерҙәр палаткаларҙа яттылар, нимә эҙләгәндәрҙер , белмәйем. Рәкәй түбәһе урманға барып терәлә.Әгәр урман юлы менән китһәк Күсәр түбәһенә барып сығабыҙ.Был юлдан Һарғай ауылына ла барып сығып була.


Ҡашҡат йылғаһын аша сығып һулға боролоп Ҡашҡат тирәһенән үткән ҡыя юл буйлап Ҡашҡат кисеүен кискәс һул яҡта Ғилманкил исемле ҙур сабынлыҡ ялан бар.Элек уны Басир Әхмәдиев бабай сапты. Ғилманкил яланы эргәһендәге Ҡашҡат кисеүен кисеп юл менән тураға китһәк әҙерәк үр менгәс Бәләкәй Әсе яланы.Был сабынлыҡта ла еләк бик уңа ине. Бәләкәй Әсенән тураға ат юлы менән барһаҡ Ҡашҡатты тағы ла бер кискәс Ғәлекәй яланына сығабыҙ. Ул яланында ылыҫлы ағастар ултыртылғайны күп итеп, хәҙер улар урман булғандарҙыр инде. Ул ағастарҙы еҙнәм Әхтәм Вәлитов ултыртҡан.Элек яланға ҡарағай ултыртыусыларға араларын бесән итеп сабырға лесниктәр рөхсәт биргәндәр. Һулға боролоп урман аша сыҡҡас Оло Әсе яланына барып сығабыҙ.Был ҙур яланда бесән саба торған инеләр.Әгәр юлды дауам итһәк Бәгрәзе тауына менәбеҙ.Бәгрәзе тауы итәгендә Шыуған исемле ер бар. Ололар әйтеүенсә Бәгрәҙе һыртынан үҫеп ултырған ағастары менән бергә ер шыуған. Хәҙер инде арба юлы бөтөп йәйәүләп Бәгрәзе тауына менгәс һыртында ҡырсынташ түшәлгән юл бар.Был юл менән Иҫәкәй, Һарғай ауылдарына барып сығып була.Бәгрәзе тауын төшһәк Оҙонуй яланына барып сығабыҙ.Беҙ әтейем менән Оҙонуйҙа бесән сабып ятҡаныбыҙ бар.Бесән сабып кәбән ҡойҙоҡ , әүен ултырттыҡ. Бер ҡуян да атып алдыҡ.Ҡырпаҡ ҡар төшкәс ул бесәнде ат менән ташып алдыҡ.
''Ҡашҡат'' йылғаһын аша сығып һулға боролоп Ҡашҡат тирәһенән үткән ҡыя юл буйлап Ҡашҡат кисеүен кискәс һул яҡта Ғилманкил исемле ҙур сабынлыҡ ялан бар.Элек уны Басир Әхмәдиев бабай сапты. Ғилманкил яланы эргәһендәге Ҡашҡат кисеүен кисеп юл менән тураға китһәк әҙерәк үр менгәс Бәләкәй Әсе яланы.Был сабынлыҡта ла еләк бик уңа ине. Бәләкәй Әсенән тураға ат юлы менән барһаҡ Ҡашҡатты тағы ла бер кискәс Ғәлекәй яланына сығабыҙ. Ул яланында ылыҫлы ағастар ултыртылғайны күп итеп, хәҙер улар урман булғандарҙыр инде. Ул ағастарҙы еҙнәм Әхтәм Вәлитов ултыртҡан.Элек яланға ҡарағай ултыртыусыларға араларын бесән итеп сабырға лесниктәр рөхсәт биргәндәр. Һулға боролоп урман аша сыҡҡас Оло Әсе яланына барып сығабыҙ.Был ҙур яланда бесән саба торған инеләр.Әгәр юлды дауам итһәк Бәгрәзе тауына менәбеҙ.Бәгрәзе тауы итәгендә Шыуған исемле ер бар. Ололар әйтеүенсә Бәгрәҙе һыртынан үҫеп ултырған ағастары менәнбергә ер шыуған. Хәҙер инде арба юлы бөтөп йәйәүләп Бәгрәзе тауына менгәс һыртында ҡырсынташ түшәлгән юл бар.Был юл менән Иҫәкәй, Һарғай ауылдарына барыпсығып була.''Бәгрәзе'' тауын төшһәк, ''Оҙонуй'' яланына барып сығабыҙ.Беҙ әтейем менән Оҙонуйҙа бесән сабып ятҡаныбыҙ бар.Бесән сабып кәбән ҡойҙоҡ , әүен ултырттыҡ. Бер ҡуян да атып алдыҡ.Ҡырпаҡ ҡар төшкәс ул бесәнде ат менән ташып алдыҡ.




Ә хәҙер Үрге Ташбүкән ауылының Ҡурғашлы яғына барған яҡтағы ерҙәренә барып сығайыҡ. Ауыл осонан уң яҡта Ишәмәт сабынлығы бар. Был ялан уны сапҡан кешенең исеме менән аталған.Унда йылғаһыҙ ерҙә ваҡ ҡына ҡомлоҡ бар, йәйге эҫеләрҙә кешеләр шифа алыр өсөн шунда барып ҡомға күмелеп ята торғайнылар.
Ә хәҙХәҙер Үрге Ташбүкән ауылының Ҡурғашлы яғына барған яҡтағы ерҙәренә барып сығайыҡ. Ауыл осонан уң яҡта Ишәмәт сабынлығы бар. Был ялан уны сапҡан кешенең исеме менән аталған.Унда йылғаһыҙ ерҙә ваҡ ҡына ҡомлоҡ бар, йәйге эҫеләрҙә кешеләр шифа алыр өсөн шунда барып ҡомға күмелеп ята торғайнылар.
Үрге Ташбукән ауылының осона сыҡҡас Ҡурғашлы яғына киткәндә Илсеғол түбәһе бар, ҙур яланында еләк уңа, күк һәм һары мәтрүшкәләр үҫә.Илсеғол түбәһендә ҡарағай ултыртылған.Уларҙы лесник Миннеғәфүр ағай Әхмәдиев ултырттырған.Ҡурғашлы яғына киткән юл менән әҙерәк барһаҡ Һалабаш күленә барып сығабыҙ, унда элек ҡап һуҡҡан ваҡытта йүкә ағасынан һалабаш һалып йүкәһен алып ҡап һуҡҡандар.Ошондай уҡ Һалабаш һала торған күл Оло йылға буйында үрҙәрәк Оло йылғаны быуып та эшләнгән ине. Ҡаптан тоҡтар теккәндәр. Юл менән ары китһәк Оло йылғаға барып сығабыҙ, уны кисеп сыҡҡас Кордон яланына барып сығабыҙ.Сик йылға ауылына киткән юл буйлап барһаҡ Түңәрәк яланға барып сығабыҙ.
Үрге Ташбукән ауылының осона сыҡҡас Ҡурғашлы яғына киткәндә Илсеғол түбәһе бар, ҙур яланында еләк уңа, күк һәм һары мәтрүшкәләр үҫә.Илсеғол түбәһендә ҡарағай ултыртылған.Уларҙы лесник Миннеғәфүр ағай Әхмәдиев ултырттырған.Ҡурғашлы яғына киткән юл менән әҙерәк барһаҡ Һалабаш күленә барып сығабыҙ, унда элек ҡап һуҡҡан ваҡытта йүкә ағасынан һалабаш һалып йүкәһен алып ҡап һуҡҡандар.Ошондай уҡ Һалабаш һала торған күл Оло йылға буйында үрҙәрәк Оло йылғаны быуып та эшләнгән ине. Ҡаптан тоҡтар теккәндәр. Юл менән ары китһәк Оло йылғаға барып сығабыҙ, уны кисеп сыҡҡас Кордон яланына барып сығабыҙ.Сик йылға ауылына киткән юл буйлап барһаҡ Түңәрәк яланға барып сығабыҙ.


Үрге Ташбүкән яғы осонан Әрмет йылғаһы яғына ҡарап китһәк уңға киткән юл була.Унан уҫаҡ ағастары үҫкән ерҙә матур ялан бар, был яланда һары умырзаялар үҫә (Алтынбаштар). Әрмет йылғаһы буйлап аҫҡа таба китһәк бер кисеү бар.Ул кисеүҙән сыҡһаҡ Ҡышлауға барып сығабыҙ.Унда ҡарағайҙар ултыртылған, был Ҡышлау аша әҙерәк түбән төшһәк Әрмет аръяғында 2-се Ҡышлауға килеп сығабыҙ, уна ла ҡараағайҙар ултыртылған.Бында ла кисеү бар. Ошо тирәлә Әрмет һыуында эре бүкән кеүек таштар бик күп.Фараз буйынса ауылға нигеҙ һалынғас бер ҙур Таш бүкәнгә ултырып ауылға ниндәй исем ҡушырға тип уйлашҡандар ҙа үҙҙәре ултырған Таш бүкән исемен биргәндәр, был һөйләшеүҙә Юрматы ырыуының Аҙнай ауылы кешеләре, Әхмәр яҡтары ҡатнашҡан тиҙәр, Түбәнге Ташбүкәндә Юрматы ырыуҙары кешеләре йәшәй), ә Үрге Ташбүкән ауылы кешеләре Гәрәй ҡыпсаҡтарға ҡарайҙар).
Үрге Ташбүкән яғы осонан Әрмет йылғаһы яғына ҡарап китһәк, уңға киткән юл була.Унан уҫаҡ ағастары үҫкән ерҙә матур ялан бар, был яланда һары умырзаялар үҫә (Алтынбаштар). Әрмет йылғаһы буйлап аҫҡа таба китһәк бер кисеү бар.Ул кисеүҙән сыҡһаҡ Ҡышлауға барып сығабыҙ.Унда ҡарағайҙар ултыртылған, был Ҡышлау аша әҙерәк түбән төшһәк Әрмет аръяғында 2-се Ҡышлауға килеп сығабыҙ, уна ла ҡараағайҙар ултыртылған.Бында ла кисеү бар. Ошо тирәлә Әрмет һыуында эре бүкән кеүек таштар бик күп.Фараз буйынса ауылға нигеҙ һалынғас бер ҙур Таш бүкәнгә ултырып ауылға ниндәй исем ҡушырға тип уйлашҡандар ҙа үҙҙәре ултырған Таш бүкән исемен биргәндәр, был һөйләшеүҙә Юрматы ырыуының Аҙнай ауылы кешеләре, Әхмәр яҡтары ҡатнашҡан тиҙәр, Түбәнге Ташбүкәндә Юрматы ырыуҙары кешеләре йәшәй), ә Үрге Ташбүкән ауылы кешеләре Гәрәй ҡыпсаҡтарға ҡарайҙар).








{{poemx|ИШЕМБАЙ – ТЫУҒАН ЯҒЫМ
{{poemx|'''ИШЕМБАЙ – ТЫУҒАН ЯҒЫМ'''
(Шиғри маҡтау)|
(Шиғри маҡтау)|



19:01, 11 ноябрь 2020 өлгөһө

Башҡортостан топонимияһы.

ИҪӘКӘЙЕМ - ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ



Иҫәкәйем, ауылҡайым,

Донъяла һин бер генә,

Гармунлы ауыл кистәре

Күңелемдә гел генә.


Селтербейем түбәһенән

Бөтөн ауыл күренә,

Ғәзиз Рәүҙәгемдең тәмен

Онотмамын ғүмергә.


Рәүҙәгемдең һыуын эсә

Өс ауыл кешеләре,

Өс ауылда йәшәүселәр

Бер туған ишеләре.


Ауылымдың иртәләре

Аҡ томанға төрөнгән,

Иртәнге ысыҡтар менән

Көмөш нурҙар үрелгән.


Иҫәкәйҙә беҙҙең тамыр

Ергә тәрәнгә киткән,

Шул ағастың емештәрен

Елдәр йыраҡҡа һипкән.


Беҙҙе тартҡан төрлө яҡтың

Ауылы,ҡалалары,

Беҙ бит тыуған ауылыбыҙ

Иҫәкәй балалары.


Тыуған ауыл Иҫәкәйҙә

Ҡанатыбыҙ нығынған,

Йылдар үтә барыу менән

Һине нығыраҡ һағынам.


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ

РӘҮҘӘК. Был йырҙың премьераһы бөгөн Иҫәкәйҙә Тыуған ауылым Иҫәкәй байрамында булды! Мин ауылым байрамына йыр алып ҡайта алыуым менән бәхетлемен! Йырҙы башҡарыусы Минсәрә Суфияноваға һәм шиғырыма көй яҙыусы Риф Сәлишевҡа ҙур рәхмәтлемен!


РӘҮҘӘК Ауылыма һыйынып ҡына Аға Рәүҙәк йылғаһы, Күңелемдә һаман сыңлай Көмөш кеүек йырҙары. Ҡушымта : Рәүҙәгемдең һыуын эсә Өс ауыл кешеләре, Өс ауылда йәшәүселәр Бер туған ишеләре! Һандуғастар сут-сут һайрай Туғайында таллыҡта, Баласағымдың эҙҙәре Йылға буйы ташлыҡта. Рәүҙәгемдә һыуҙар инһәң Шифалы көсөн бирә, Ҡаршыма Рәүҙәк буйынан Йәш ғүмерем йүгерә.


Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ




ТЫУҒАН АУЫЛЫМ ИҪӘКӘЙ /йыр/



Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Минсәрә Суфиянова көйө һәм башҡарыуы

Бик һағындым тыуған Иҫәкәйем,
 
Ҡасан ғына ҡайтып күрермен,
 
Селтербейҙә үҫкән сәскәләрҙән

Матур таҡыялар үрермен?


Ҡушымта

Гармун моңло киске урамдарың

Беҙҙең күңелдәрҙә һаҡлана,

Ауылымда үҫкән кешеләргә
 
Бар тирә-яҡ ҡарап һоҡлана.


Һағындыра аҡлан, туғайында

Еләк-емеш йыйып йөрөүе,
 
Рәхәтләнеп йәйге эҫеләрҙә

Рәүҙәгемдә һыуҙар инеүе.


Төрлө яҡтан ғәзиз балаларың

Йыйылыштыҡ тыуған төйәккә,
 
Йәнтөйәгем, минең Иҫәкәйем,
 
Бигерәк һин яҡын йөрәккә!


Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева


ЫЛАСЫН ТАШЫ



Тыуған ауылыма яҡын ғына

  • Ыласын ташы * тигән бер ҡая,


Тырыша , тырмаша шул ҡаяға

Үрмәләнек гүйә беҙ бая.


Барыһы ла күҙ алдында тора,

Киртләс, киртләс ҡая баҫҡысы,

Ҡурыҡманыҡ осоп төшөрбөҙ тип

Беҙҙең ҡулда тылсым асҡысы!


Ҡая башындағы хозурлыҡтар

Таныш беҙҙең йәштәш күптәргә,

Яулап алып ошо бейеклекте

Баштарыбыҙ тейҙе күктәргә!


Аҫта урман! Икһеҙ, сикһеҙ урман,

Көмөш һыулы Рәүҙәк йылғаһы!

Беҙ торабыҙ Ыласын ташында

Ҡала ҡанат ҡына ҡағаһы!


Ә хыялдар беҙҙең ҡанатлылар,

Оса ине йыраҡ йыраҡҡа,

Күбебеҙҙең йәшлек хыялдары

Әйләнделәр ысынбарлыҡҡа.


Уҡып белем алып, донъя ҡороп

Үҫтерҙек беҙ ғәзиз балалар,

Хәҙер балаларҙың балалары

Ыласын ташына баралар.


Беренсе һәм туғыҙынсы майҙа

Буш булманы ошо тау юлы,

Күңелемдә һаман йәшеллектә
 
Өтәш менән Ҡара бит яланы.


Күп егеттәр тәүге һөйөүҙәрен,

Яратыуын шунда һөйләне,

Гармун уйнап йырҙар йырланылар

Йәштәр дәртле көйҙәр көйләне.


Күрше Һарғай ауылы йәштәре

Рәүҙәк кисеп бында килделәр,

Иҫәкәйҙәр менән бергәләшеп

Ыласын ташына ла менделәр.


Ҡая башындағы аҡланлыҡта

Үҫә ине матур сәскәләр,

Әле лә бит элеккеләй итеп
 
Улар унда һаман үҫәлер?


Олатайҙар инде тиҫтерҙәрем,

Ҡыҙҙар инде күптән өләсәй,

Йәшлектәге матур хәтирәләр

Күңелдәрҙә яҙылып йәшәй.


Әле генә булып үткән кеүек

Ҡая башындағы минуттар,

Ыласын ташына үрмәләүҙәр

Бик күптәргә ҡуйҙы ҡанаттар.


Яҙҙар етеп ҡайтһам ауылыма

Менер инем Ыласын ташына!

Иҫкә алыр инем йәшлегемде

Ҡунаҡлаһам ҡая башына!


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ 18.01.2016


Хәтерләү

Элек-электән Иҫәкәй, Һарғай ауылы йәштәре яҙ етеү менән 1 май, йәиһә 9 май байрамдарында *Ыласын ташы* ҡаяһына күтәрелгәндәр.Уларға Ибрай һәм Ташбүкән ауылы йәштәре лә ҡушылғандар. Бейек ҡаяға күтәрелеп тирә-яҡты күҙләгәндәр, йыуаға төшкәндәр.Тик йыуа йыйғанда бик һаҡ йөрөргә кәрәк, осоп китеү ҡурҡынысы бар. Аҙаҡ Ыласын ташынан төшөп матур аҡланда төрлө уйындар уйнағандар, өйҙән алып барған ризыҡтар менән һыйланғандар, ризыҡтың ҡалғанын ҡоштарға тип һалып киткәндәр.Минең әтейем һөйләгән ине(Алтынбаев Әбделғәлим)үҫмер саҡтарында улар ҙа Ыласын ташына барғандар, уның Шәфҡәт исемле дуҫ малайы ла барған. Бер ваҡыт Шәфҡәт күренмәҫ булды ти, ҡысыҡыра, яуап бирмәй икән.Оҙаҡ эҙләгәндән һуң ауылға ҡайтып әйткәндәр.Унан оло кешеләр менән килеп ҡая аҫтынан үле кәүҙәһен тапҡандар.Әтейем шунан һуң ҡая киртләстәренә йыуаға төшмәнем ти.

Фәүзиә апай, шиғыр яҙғанда  enter -ға баҫып юлдар араһында ара ҡалдырығыҙ.  Өҫтәге Ж -жирный (выделить слово жирным шрифтом). К- курсивом (ауыш хәреф). Sherbn

ИҪӘКӘЙ УРАМДАРЫ АТАМАЛАРЫ.

Беҙҙең өйөбөҙ Иҫәкәйҙә Рәүҙәк йылғаһының буйында ғына ине.Ауылымдағы урамдарҙы ауыл халҡы Һаҙ урамы, Әйетҡол , Түбән яҡ, Ос, Юғарғы ос һәм Ҡаратояҡ урамдары тип йөрөттө. Беҙҙең йорт Һаҙ урамында тыҡрыҡ башланған ерҙә генә ине.Беҙгә яҡын ғына ерҙә һаҙлыҡ бар ине, шуға ла был урам Һаҙ урамы тиеп йөрөтөлгәндер. Яңы йорт һалған кешеләр шул һаҙлыҡтан мүк йолҡоп алып, киптереп, бүрәнә араларына йылылыҡ өсөн һалалар ине.Ос яғы тип Һарғай ауылы яғына яҡын яҡты әйттеләр, ә Осҡа тиклемге аралыҡ Юғарғы Ос тип йөрөтөлә ине. Ташбүкән ауылы яғына табан киткән урам Әйетҡол , уның Рәүҙәккә тиклем дауамы Түбән яҡ тип әйтелде.ә Ҡаратояҡ урамы Ибрай яғына табан теҙелгән урам ине.. Иҫәкәй ауылы менән Ибрай ауылын араларында ағып ятҡан Рәүҙәк йылғаһы ғына айырып тора. Иҫәкәй һәм Ибрай ауылдары араһындағы матур яланды Арал тип йөрөттөләр. Рәүҙәк йылғаһы буйына өс ауыл ултырған.Һарғай, Иҫәкәй, Ибрай ауылдары.


АУЫЛЫМ ШИШМӘЛӘРЕ:

1.Ахирйылған (Аҡ һыйыр үлгән)

Иҫәкәй ауылы эсендә һәм тирәһендә өс шишмә бар. Әйетҡол һәм Түбән яҡ урамдары буйлап яҙ көнө шарлап Ахирйылған исемле шишмә аға, яҙ көнө уның һыуы күп булһа ла, йәй көнө бик әҙ була, йәиһә бөтөнләй ҡороп та ҡуя. Уның башы Ташбүкән ауылы яғына табан киткән яланда башлана, тәрән генә йырын буйлап ағып килә. Уның ошондай ҡыҙыҡ ҡына исемен ололар Аҡ һыйыр үлгән тигәндән алынған тиеп әйтәләр ине.Күрәһең элекке ваҡыттарҙа ауыл кешеһенең аҡ һыйыры батып үлгәндер тип фаразларға ҡала.

2. Әситҡан ҡойоһо

Әситҡан (Әсе йотҡан) ҡойоһо ауылдың Юғарғы Ос урамы тамам булып Ос яғы башланған ерҙә ер а:тынан бик матур ҡойо булып ҡалҡып ята.Һыуы шундай һалҡын, таҙа! Элек-электән был ҡойо һыуынан айран эшләгәндәр. Элек һыуытҡыстар юҡ саҡта был һыуҙы алып ҡайтып әсемәһен өсөн эсенә һөт ҡуйғандар һауыт менән, ҡаймаҡты ла һыу эсенә һауыт менән ҡуйғандар.Әситҡан туғай араларынан Һаҙ урамы яғына ағып төшөп Рәүҙәккә ҡушыла. Хәҙерге ваҡытта Әситҡан ҡойоһо ҡараулы, ауылдаштар уны кәртәләп алғандар, буяғандар кәртәһен. Бик матур!

3 Һалҡын шишмә.

Һалҡын шишмә ауылдың Ос яғында Ташбүкән ауылы яғынан үрҙән ағып килгән, уртаса ғына шишмә. Һыуы һалҡын! Шуға ла уға Һалҡын шишмә тип исем биргәндәр. Һалҡын шишмә аша Ос урамы тамам булғас күпер ҙә һалынған ине. Ул да туғайлыҡтар аша ағып төшөп Рәүҙәк йылғаһына ҡушыла.


Ере атамалары

Һаҙ урамы яғында Һаҙлыҡ тип аталған ер булды, унда күрән үләндәре үҫә ине бүкән һымаҡ өйөлөшөп үҫәләр ине улар.Ирһеҙ ҡатындар күрәнде бесән итеп тә сабалар ине.Рәүҙәк аръяғын Һыу аръяғы тип йөрөттөк.Һыуҙы кисеп сығып аръяғындағы матур сиҙәмлектә уйнай инек,йәйге эҫе ваҡыттарҙа кер йыуа торған инек һыу буйына алып барып. Беҙ уйнағансы ағастарға элгән керҙәребеҙ кибеп тә сыға ине.

Һарғай яғына Һаҙ урамынан барған юлда Көлзавод тауы бар ине.Ул шау көлдән өйөлгән бәләкәс кенә тау инеул. .Беҙ шуның өҫтөнә менеп уйнай инек. Бында элек бер урыҫтың сынаяҡ заводы булған, сынаяҡ эшләгәндәр, ә аҙаҡ уны яндырғандар, шунан ҡалған был Көлтзаоды тауы тип һөйләйҙәр ине.Ысынлап та беҙ уйнаған саҡта ул тауҙа бик матур сынаяҡ ярсыҡтары табып ала торған инек.


Маҡар яғына табан сыҡһаҡ, унда тағы ла бер һаҙлы урындв Салсыҡ тип йөрөттөләр.Салсыҡта бик матур һары умырзаялар үҫә ине.Беҙ умырзая тип әйтһәк тә ул һары роза сәскәһенә оҡшап торған умырзаяларҙы ҡайһы яҡта Алтынбаштар тип йөрөтәләр икән. Ул һары умырзаялар Салсыҡта әле лә үҫәләр.


СЕЛТЕРБЕЙ ТАУЫ

Иҫәкәй ауылы Селтербей тауы итәгендә ултыра. Ул бик матур бейек булмаған, ағасһыҙ, йәшел үләндәр үҫкән ҙур булмаған тау. Итәгендә еләк бешә, ауыл халҡы, бала -сағалары унда еләк йыялар.Бесәнендә сабып алалар.Элек ҡыш көндәре беҙ бәләкәй ваҡытта Селтербейҙән саңғы менән шыуып төшә инек.Бала-саға йыйылышып ат санаһын һөйрәп мендерәбеҙ ҙә шуға тейәлеп тау осабыҙ! Бар ине күңелле ваҡыттар!



МОҠАЙ ТАУЫ



Бөгөн Ташбүкәнгә сәфәр ҡылдыҡ,
Һөйгәнемдең тыуған яғына,
Ташбүкәнгә ҡайтып күмәкләшеп
Мендек бейек Моҡай тауына!

Моҡай түбәһенән ике ауыл
Ус төбөндә генә күренә,
Ташбүкән дә ерҙәге йәннәттәй
Тойолалыр беҙҙең күңелгә!

Моҡай тауы яланғас, пеләш тау
Ниндәй генә тарих күрмәгән,
Ғашиҡтар үҙ һөйөүөн әйтергә
Моҡай түбәһенә үрләгән.

Яратам мин һине Моҡай тауы,
Яҙмышыма төшкән Ташбүкән,
Парлы тормошомдоң уң ҡанаты
Ғәзиз йәрем һиндә бит үҫкән.

Ул һөйләгән ине үҫкән саҡта
Моҡай тауҙан саңғы шыуғанын,
Май айының байрам көндәрендә
Йәштәр тауҙа байрам ҡорғанын.

Ташбүкән ауылы –иҫке ауыл,
Күп тарихтар ташҡа яҙылған,
Тоҙаҡтауы менән Ҡарауылтау
Эҙен һаҡлай аҡ һәм ҡыҙылдың...

Француз яуын кире ҡайтарырға
Яуға күтәрелгән улдары,
Ат атланып Еңеү яулап ҡайтып
Үткән Изге һуғыш юлдарын.

Фашистәргә ҡаршы тағы ирҙәр
Киткән Ташбүкәнен ҡалдырып,
Оҙатып ҡалған бейек Моҡай тауы,
Әсәләр көткән күҙ талдырып.

Тәү киткәндәр яуҙа һәләк булған,
Иҫән ҡайтҡандар ҙа күп булған,
Минең ҡайным Мөхәмәтғәленең дә
Ете йылы әрмелә уҙған.

Иҫән ҡайтҡан ғүмере бөтмәгәс,
Һаҡлағанмы әсә доғаһы,
Көтөп кенә алған, күҙ терәгән
Ул булған берҙәнбер балаһы.

Ҡайным менән ҡәйнәм өйләнешеп
Ташбүкәндә донъя көткәндәр,
Үҙҙәренең нәҫел ағасына
Ете бала бүләк иткәндәр.

Иң олоһо – минең уң ҡанатым
Мөхмәтғәле улы Әнүәр,
Ташбүкәндә ерендә буйға еткән
Минең өсөн тыуған ғәзиз йәр.

Һыйынышып бергә баҫып торҙоҡ
Ташбүкәндә Моҡай башында,
Йылдар үткәс ошо шиғырым да
Тарих булып ҡалыр ташында.

Шиғыр яҙҙым йәмле май айында
Моҡай тауҡайының башында,
Үрге һәм Түбәнге Ташбүкәндәр
Йәйрәп ята минең ҡаршымда.


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ 30.05.2016


ТАШБҮКӘН


                                                                                                                                                                            
Ташбүкәнгә килен булып төшкән
Йәш йылдарым ҡалды йыраҡта,
Иңдәремә көйәнтәләр аҫып
Тәүләп һыуға барыу Ҡашҡатҡа.
                                                                                                                                          
Тәбиғәте матур был ауылдың ,
Кешеләре әйбәт, яғымлы,
Әйтерһең дә мин бында тыуғанмын,
Яҡын күрә мине барыһы.
                                                                                                                                                 
Ташбүкәндә тәүләп тәпәй баҫҡан
Миңә насип булған һөйгән йәр,
Ошо ерҙәр уның йәшлегенең
Онотолмаҫ мәлен һөйләйҙәр.
                                                                                                                                                 
Гөл-сәскәле матур Ташбүкәндә
Гүзәллеккә күңел кинәнә,
Һин бит инде күптән әйләнгәнһең
Яҡын булған ғәзиз еремә!
} Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбаева




Ҡалып:Poem


ТАШБҮКӘНДЕҢ ҺЫУҘАРЫ



Килен булып төшкәс тәүге тапҡыр
Һыуҙар алған йылғам Ҡашҡатым,
Бөгөн иңгә көйәнтәләр һалып
Шул хистәрҙе ҡабат яңарттым..

Һул яғыңда һинең Ҡашҡат аҡһа,
Уң яғыңда аға Әрметең,
Ике матур йылға араһында
Урынлашҡан ауыл –әкиәтем.

Ошо ауыл мине әйләндерҙе
Апайлыҡтан еңгә, киленгә,
Татыным мин ҡатынлыҡ бәхетен
Ташбүкәнем ,һинең ереңдә.

Дүрт тиҫтә йыл элек еңгә булып
Көйәнтәне һалып иңемә,
Килен булып төштөм Ҡашҡатыма
Бүләк биреп ҡәйнеһеңлемә.

Һаман да шул Ҡашҡат! Көмөш һыулы,
Үтә күренәлер таштары,
Тик ауылда хәҙер күренмәйҙәр
Һыулауына төшөр аттары.

Ташбүкәнем! Һиндә үҫмәһәм дә
Тыуған ауыл кеүек яҡынһың,
Иҫәкәйем менән йәнәшәләп
Урын алырға һин хаҡлыһың.

Хәс тә әкиәттәй урыны бар!
Әрмет йылғаһында Таш бүкән!
Күркәм тәбиғәтле башҡа ауыл
Ғафуриҙә юҡтыр ул бүтән.

Ҡоштар йыры ике йылға ярын
Ғәжәйеп бер моңға тултыра,
Умырзая үҫкән май аҡланы
Күңел түрҙәрендә ултыра.

Илаһилек, һиллек ояһында
Күңелемдән тыуа йырҙарым
Сәхрәләргә сыҡтым йыр һуҙырға
Яңғыратып Әрмет буйҙарын.

Ҡурғашлынан Ташбүкәнгә таба
Ярты юлда аға бер йылға,
Урман араһынан Оло йылға
Саф һыуҙарын Әрметкә ҡоя.

Түбәнге ауылда Таҙлар осон
Биҙәп аға тағы бер йылға,
Ҡондорошло тигән кесе йылға
Әрметкә ҡоя ла юғала...

Юғалмайҙар...Барып ҡушылалар
Үҙҙәренән оло Әрметкә,
Ҡашҡат, Ҡондорошло, Оло йылға,
Мәйгәшле лә бергә Әрметтә.

Әрмет ашығалыр Рәүҙәгенә,
Ә Рәүҙәге ҡоя Егәнгә,
Егән ҡушылалыр Ағиҙелгә,
Ағиҙеле Оло Иҙелгә,
Оло Иҙел Каспий диңгеҙгә.

Шул диңгеҙҙә кескәй Ҡашҡаттың да
Йыйылғандыр мең-мең тамсыһы,
Силәктәрем тулы Ҡашҡат һыуы
Һеҙгә тамсы- тамсы яуһасы!

Сайпылтмайса ҡырға бер тамсыһын
Ҡашҡатымдан алған һыуымдың,
Мин килтерәм , дуҫҡайҙарым,һеҙгә,
Ҡандырырға һеҙҙең һыуһындың..

Тирә-яҡҡа тамсы, тамсы һибәм
Ҡашҡатымдан алған Илһамды,
Килен булып төшкән Ташбүкәндә
Булып ҡалһам ине бер тамсы..


Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ 29.05.2016


Ташбүкәндең ер атамалары (Ғафури районы Ташбүкән ауылы.Әнүәр Ҡотлогилдиндең һөйләүе буйынса)

Хәмит өйө - Үрге Ташбүкәндән Иҫәкәй яғына табан юл буйында уң яҡта урынлашҡан ялан, унда бесән сабалар, еләк , туғайында балан йыялар.

Оло юл буйлап бер аҙ барғас Ҡаран йылғаһына еткәс саҡрым самаһы өҫкә менгәс Ҡаран яланы.Ҡаран яланының еләге лә, бесәне лә бик шәп була. Ялан уртаһында өс ҡайыүҫеп ултыра, шул тиклем матур ялан!

Иҫәкәй яғына таба Ҡаран кисеүен сыҡһаҡ һул яҡта өҫтә Алтынсура яланы.Алтынсура яланының 6 аҡланы бар.

Иҫәкәй яғына тағы ла арыраҡ китһәк, Оло ялан йәйрәп ята. Юл ошо яландың уртаһынан уҙа. Оло яланда элек Үтәк ауылдары, йәғни Егән колхозы иген сәсә ине, колхоздар бөткәс , хәҙер сәселмәй ята.

Оло ялан уртаһынан һулға боролоп үргә менһәк, Ҡарауылтауына барып сығабыҙ.Ҡарауыл тауының башында сейәләр үҫә. Оло яланды уҙғас Иҫәкәй юлында Тоҙаҡтау аша үтәбеҙ. Тоҙаҡтау - бик бейек булмаған ҡалҡыулыҡ. Ололар әйтеүенсә аҡтар һәм ҡыҙылдар ваҡытында Ҡарауылтауында аҡтар килгәнен ҡарауыллап ятҡандар һәм Тоҙаҡтауында тоҙаҡ ҡорғандар икән. Тоҙаҡтауға менмәйенсә тураға киткән саҡта, Бағраш ауылына барып сығаһың(хәҙер ул ауыл юҡ).Унда бер матур бәләкәс кенә Бағраш йылғаһы ағып ята. Унан ары Иҫәкәй яғына таба Йылансыҡ тип аталған ялан.Был яланды элек Әрмет колхозы сәскән.

Үрге Ташбүкәндең Ҡашҡат йылғаһын аша сығып тураға менһәк яланға - Рәкәй түбәһенә барып сығабыҙ.Унда ҡайын еләге бик күп үҫә ине, ер еләге лә түшәлеп ятты. Унда ла Егән колхозы сабынлыҡтарға теймәй генә ялан ерен һөрөп иген сәсә ине. Рәкәй түбәһенә менһәк уның ике ҡабырғаһында уң яғында ла, һул яғында ла Әбәш сабынлыҡтары йәйелгән. Әбәш яланында 1960 йылдар тирәһендә землемерҙәр палаткаларҙа яттылар, нимә эҙләгәндәрҙер , белмәйем. Рәкәй түбәһе урманға барып терәлә.Әгәр урман юлы менән китһәк Күсәр түбәһенә барып сығабыҙ.Был юлдан Һарғай ауылына ла барып сығып була.

Ҡашҡат йылғаһын аша сығып һулға боролоп Ҡашҡат тирәһенән үткән ҡыя юл буйлап Ҡашҡат кисеүен кискәс һул яҡта Ғилманкил исемле ҙур сабынлыҡ ялан бар.Элек уны Басир Әхмәдиев бабай сапты. Ғилманкил яланы эргәһендәге Ҡашҡат кисеүен кисеп юл менән тураға китһәк әҙерәк үр менгәс Бәләкәй Әсе яланы.Был сабынлыҡта ла еләк бик уңа ине. Бәләкәй Әсенән тураға ат юлы менән барһаҡ Ҡашҡатты тағы ла бер кискәс Ғәлекәй яланына сығабыҙ. Ул яланында ылыҫлы ағастар ултыртылғайны күп итеп, хәҙер улар урман булғандарҙыр инде. Ул ағастарҙы еҙнәм Әхтәм Вәлитов ултыртҡан.Элек яланға ҡарағай ултыртыусыларға араларын бесән итеп сабырға лесниктәр рөхсәт биргәндәр. Һулға боролоп урман аша сыҡҡас Оло Әсе яланына барып сығабыҙ.Был ҙур яланда бесән саба торған инеләр.Әгәр юлды дауам итһәк Бәгрәзе тауына менәбеҙ.Бәгрәзе тауы итәгендә Шыуған исемле ер бар. Ололар әйтеүенсә Бәгрәҙе һыртынан үҫеп ултырған ағастары менәнбергә ер шыуған. Хәҙер инде арба юлы бөтөп йәйәүләп Бәгрәзе тауына менгәс һыртында ҡырсынташ түшәлгән юл бар.Был юл менән Иҫәкәй, Һарғай ауылдарына барыпсығып була.Бәгрәзе тауын төшһәк, Оҙонуй яланына барып сығабыҙ.Беҙ әтейем менән Оҙонуйҙа бесән сабып ятҡаныбыҙ бар.Бесән сабып кәбән ҡойҙоҡ , әүен ултырттыҡ. Бер ҡуян да атып алдыҡ.Ҡырпаҡ ҡар төшкәс ул бесәнде ат менән ташып алдыҡ.


Ә хәҙХәҙер Үрге Ташбүкән ауылының Ҡурғашлы яғына барған яҡтағы ерҙәренә барып сығайыҡ. Ауыл осонан уң яҡта Ишәмәт сабынлығы бар. Был ялан уны сапҡан кешенең исеме менән аталған.Унда йылғаһыҙ ерҙә ваҡ ҡына ҡомлоҡ бар, йәйге эҫеләрҙә кешеләр шифа алыр өсөн шунда барып ҡомға күмелеп ята торғайнылар. Үрге Ташбукән ауылының осона сыҡҡас Ҡурғашлы яғына киткәндә Илсеғол түбәһе бар, ҙур яланында еләк уңа, күк һәм һары мәтрүшкәләр үҫә.Илсеғол түбәһендә ҡарағай ултыртылған.Уларҙы лесник Миннеғәфүр ағай Әхмәдиев ултырттырған.Ҡурғашлы яғына киткән юл менән әҙерәк барһаҡ Һалабаш күленә барып сығабыҙ, унда элек ҡап һуҡҡан ваҡытта йүкә ағасынан һалабаш һалып йүкәһен алып ҡап һуҡҡандар.Ошондай уҡ Һалабаш һала торған күл Оло йылға буйында үрҙәрәк Оло йылғаны быуып та эшләнгән ине. Ҡаптан тоҡтар теккәндәр. Юл менән ары китһәк Оло йылғаға барып сығабыҙ, уны кисеп сыҡҡас Кордон яланына барып сығабыҙ.Сик йылға ауылына киткән юл буйлап барһаҡ Түңәрәк яланға барып сығабыҙ.

Үрге Ташбүкән яғы осонан Әрмет йылғаһы яғына ҡарап китһәк, уңға киткән юл була.Унан уҫаҡ ағастары үҫкән ерҙә матур ялан бар, был яланда һары умырзаялар үҫә (Алтынбаштар). Әрмет йылғаһы буйлап аҫҡа таба китһәк бер кисеү бар.Ул кисеүҙән сыҡһаҡ Ҡышлауға барып сығабыҙ.Унда ҡарағайҙар ултыртылған, был Ҡышлау аша әҙерәк түбән төшһәк Әрмет аръяғында 2-се Ҡышлауға килеп сығабыҙ, уна ла ҡараағайҙар ултыртылған.Бында ла кисеү бар. Ошо тирәлә Әрмет һыуында эре бүкән кеүек таштар бик күп.Фараз буйынса ауылға нигеҙ һалынғас бер ҙур Таш бүкәнгә ултырып ауылға ниндәй исем ҡушырға тип уйлашҡандар ҙа үҙҙәре ултырған Таш бүкән исемен биргәндәр, был һөйләшеүҙә Юрматы ырыуының Аҙнай ауылы кешеләре, Әхмәр яҡтары ҡатнашҡан тиҙәр, Түбәнге Ташбүкәндә Юрматы ырыуҙары кешеләре йәшәй), ә Үрге Ташбүкән ауылы кешеләре Гәрәй ҡыпсаҡтарға ҡарайҙар).



ИШЕМБАЙ – ТЫУҒАН ЯҒЫМ (Шиғри маҡтау)



Тыуған яғым –Ишембай,
Тәбиғәтең шундай бай!
Шихандарың хозурлығы
Бар донъя халҡын арбай.
Тауҙарға һыйынып аға
Көмөш һыулы Ағиҙел,
Ағиҙелем гүзәллеген
Маҡтап бөтәрлек түгел.
Рәүҙәк, Әрмет, Егән, Тәйрүк,
Һикәҙе һәм Һәләүек,
Тыуған яғым йылғалары
Хәс тә әкиәт кеүек.
Күк арауыҡ шарлауығын
Кем генә белмәй икән?
Яҙғы моңдарын тыңларға
Маҡарға килмәй икән..
Һинең тупрағыңда үҫкән
Күп шәхестәр, шағирҙәр,
Мәңгелек урманын данлар
Яҙыусы Ноғманың бар.
Шағирәләр, сәсәндәрең
Маҡтап шиғыр яҙалар,
Шиғырҙары йырҙар булып
Халыҡта йырланалар.
Вәлидиҙе тыуҙырған ер-
Юрматыларҙың ере,
Ишембайым, тыуған ерем-
Батыр ирҙәр төйәге.
Ҡара алтын иле булып
Танылдың һин Ишембай,
Һинең ҡыйыу, сая халҡың
Эшсән, уңған һәм ябай.
Күптән түгел һинең ерҙә
Яңы тарих яҙылды,
Ҡуштауҙағы Оло Еңеү -
Мөғжизәле хәл булды!
Берҙәмлек һинең ереңдә
Яралды бит Ишембай,
Тауҙарҙағы тере тауыш
Һаман күңелдә шаңдай.
Күп михнәттәрҙе кисергән
Ишембай –ғәзиз ерем,
Башҡа минең тыуған ер юҡ,
Һин минең берҙәнберем.
Изгелек, ҡаһарманлыҡты
Иҫбатланың Ишембай,
Яуызлыҡтың да барлығын
Күрһәттең һин Ишембай.
Яҡшылыҡты Яманлыҡтан
Айырып ҡуйҙы Ҡуштау,
Юрматылар ерендәге
Башҡорт илендәге тау!
Сәсән ҡыҙың булып һиңә
Ҡайттым мин йылдар аша,
Тамырҙарым һинең ерҙә
Үткәндәргә тоташа.
Ата-бабам, атам –әсәм
Һинең ерҙә күмелгән,
Баласаҡтан, йәш ваҡыттан
Хәтирәләр үрелгән.
Алтынбикә тигән минең
Сәсәниә атым бар,
Телен яҡлар, ерен һаҡлар
Ғорурланыр халҡым бар..
Ишембайым –тыуған ерем,
Тамырым һиндә минең,
Тыуып үҫкән ерем данлап
Маҡтау яҙҙым мин бөгөн.
Тәбиғәттең матурлығын
Һаҡлау –халыҡ теләге,
Башҡортостаныбыҙ ере
Рәсәй иле йөрәге!


Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 16 .10.2020