Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары: өлгөләр араһындағы айырма
Sherbn (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
638 юл: | 638 юл: | ||
|Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ |
|Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ |
||
16 .10.2020}} |
16 .10.2020}} |
||
Родина - Ватан ауылы тарихы. |
|||
Был урынға ике дуҫ Павлов Григорий һәм Мезенцев (Сергей һәм Григорийҙең атаһы)килеп йәшәй башлағандар.Улар бында күрше Табын ауылынан кулак тиеп Себергә һөрөлөүҙән ҡасып килгәндәр. Улар хеҙмәтсе тотмаһалар ҙа егәрле кешеләр булғас үҙ көстәре менән хәлле йәшәгәндәр, йорт-ҡаралтылары бөтөн, матур булған.Йорттарын һалдырып алғандар, матур ҡапҡаларын Красноусолдағы быяла заводына алып барып ҡуйғандар.Бында ҡасып килгәс улар үҙ ғаиләләре менән йәшәр өсөн бәләкәс кенә өйҙәр һалғандар, балалары күмәк булған.Ғаиләләрен ҡарар өсөн курорт яғында тоҙло һыуҙан тоҙ ҡайнатып алып һатҡандар. Мунсаны ерҙе соҡоп землянка итеп эшләгәндәр, шунда йыуынғандар.Унан өсөнсө кеше булып Новошенов күсеп килгән, уларҙың өс улдары тыуғандар.Павлов ҡартаталарының бүләсәрҙәре Оля һәм Лена һөйләүе буйынса Павлов та, Мезенцев тә аҡтар яғында ла, ҡыҙылдар яғында ла булмағандар.(Были не красными, не белыми).Был ваҡытта Красноусолдағы быяла заводы эшселәрен һәм поселокта йәшәүселәрҙе туйҙырыу өсөн ярҙамсы хужалыҡ төҙөргә кәрәк була.Красноусолда партияның район комитете был турала 1928 йылда приказ яҙа һәм ул эште тормошҡа ашырыу өсөн Нурғәле Кәрим улы Сәлимйәновты тәғәйеләй. Был ойошма ЗаРаКо(заводское рабочее кооперативное общество )тип атала.Был йәмғиәт ойошмаһына ике дуҫ төйәк иткән урынды һайлайҙар.Барактар төҙөй башлайҙар, Табын ауылынан кулак тип табылып Себергә ебәрелгәндәрҙең өйҙәрен күсереп килтереп һалалар, кооперативкә эшселәр йыялар.Шулай иттереп тәүҙә ЗаРаКо, аҙаҡ 7се номерле совхоз, унан Родина совхозы, ә хәҙер инде русса Родина, башҡортса Ватан тип аталған ауылдың официаль нигеҙ һалыныу йылы тип 1928 йыл һанала. Коопрератив эшселәре иген һәм бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнә. Һуңғараҡ эре мал һәм тауыҡ фермалары асып ебәрәләр. Өйҙәрҙе күпләп һала башлайҙар,тирә-яҡтан бында эш барын ишетеп йәштәр аағыла.Өйләнешеп балалар тыуалар.Балаларға белем алыр өсөн башланғыс мәктәп асыла. башланғыс кластарҙы тамалаусылар 5-се класҡа уҡырға күршеләге 2 саҡрым алыҫлыҡтағы Дубровка 8 йыллыҡ мәктәбенә йөрөйҙәр.Эшселәр барактарҙа йәшәйҙәр. |
|||
(дауамы була) |
00:27, 12 ноябрь 2020 өлгөһө
Башҡортостан топонимияһы.
|
РӘҮҘӘК. Был йырҙың премьераһы бөгөн Иҫәкәйҙә Тыуған ауылым Иҫәкәй байрамында булды! Мин ауылым байрамына йыр алып ҡайта алыуым менән бәхетлемен! Йырҙы башҡарыусы Минсәрә Суфияноваға һәм шиғырыма көй яҙыусы Риф Сәлишевҡа ҙур рәхмәтлемен!
|
|
|
Хәтерләү
Элек-электән Иҫәкәй, Һарғай ауылы йәштәре яҙ етеү менән 1 май, йәиһә 9 май байрамдарында *Ыласын ташы* ҡаяһына күтәрелгәндәр.Уларға Ибрай һәм Ташбүкән ауылы йәштәре лә ҡушылғандар. Бейек ҡаяға күтәрелеп тирә-яҡты күҙләгәндәр, йыуаға төшкәндәр.Тик йыуа йыйғанда бик һаҡ йөрөргә кәрәк, осоп китеү ҡурҡынысы бар. Аҙаҡ Ыласын ташынан төшөп матур аҡланда төрлө уйындар уйнағандар, өйҙән алып барған ризыҡтар менән һыйланғандар, ризыҡтың ҡалғанын ҡоштарға тип һалып киткәндәр.Минең әтейем һөйләгән ине(Алтынбаев Әбделғәлим)үҫмер саҡтарында улар ҙа Ыласын ташына барғандар, уның Шәфҡәт исемле дуҫ малайы ла барған. Бер ваҡыт Шәфҡәт күренмәҫ булды ти, ҡысыҡыра, яуап бирмәй икән.Оҙаҡ эҙләгәндән һуң ауылға ҡайтып әйткәндәр.Унан оло кешеләр менән килеп ҡая аҫтынан үле кәүҙәһен тапҡандар.Әтейем шунан һуң ҡая киртләстәренә йыуаға төшмәнем ти.
Фәүзиә апай, шиғыр яҙғанда enter -ға баҫып юлдар араһында ара ҡалдырығыҙ. Өҫтәге Ж -жирный (выделить слово жирным шрифтом). К- курсивом (ауыш хәреф). Sherbn
ИҪӘКӘЙ УРАМДАРЫ АТАМАЛАРЫ.
Беҙҙең өйөбөҙ Иҫәкәйҙә Рәүҙәк йылғаһының буйында ғына ине.Ауылымдағы урамдарҙы ауыл халҡы Һаҙ урамы, Әйетҡол , Түбән яҡ, Ос, Юғарғы ос һәм Ҡаратояҡ урамдары тип йөрөттө. Беҙҙең йорт Һаҙ урамында тыҡрыҡ башланған ерҙә генә ине.Беҙгә яҡын ғына ерҙә һаҙлыҡ бар ине, шуға ла был урам Һаҙ урамы тиеп йөрөтөлгәндер. Яңы йорт һалған кешеләр шул һаҙлыҡтан мүк йолҡоп алып, киптереп, бүрәнә араларына йылылыҡ өсөн һалалар ине.Ос яғы тип Һарғай ауылы яғына яҡын яҡты әйттеләр, ә Осҡа тиклемге аралыҡ Юғарғы Ос тип йөрөтөлә ине. Ташбүкән ауылы яғына табан киткән урам Әйетҡол , уның Рәүҙәккә тиклем дауамы Түбән яҡ тип әйтелде.ә Ҡаратояҡ урамы Ибрай яғына табан теҙелгән урам ине.. Иҫәкәй ауылы менән Ибрай ауылын араларында ағып ятҡан Рәүҙәк йылғаһы ғына айырып тора. Иҫәкәй һәм Ибрай ауылдары араһындағы матур яланды Арал тип йөрөттөләр. Рәүҙәк йылғаһы буйына өс ауыл ултырған.Һарғай, Иҫәкәй, Ибрай ауылдары.
АУЫЛЫМ ШИШМӘЛӘРЕ:
1.Ахирйылған (Аҡ һыйыр үлгән)
Иҫәкәй ауылы эсендә һәм тирәһендә өс шишмә бар. Әйетҡол һәм Түбән яҡ урамдары буйлап яҙ көнө шарлап Ахирйылған исемле шишмә аға, яҙ көнө уның һыуы күп булһа ла, йәй көнө бик әҙ була, йәиһә бөтөнләй ҡороп та ҡуя. Уның башы Ташбүкән ауылы яғына табан киткән яланда башлана, тәрән генә йырын буйлап ағып килә. Уның ошондай ҡыҙыҡ ҡына исемен ололар Аҡ һыйыр үлгән тигәндән алынған тиеп әйтәләр ине.Күрәһең элекке ваҡыттарҙа ауыл кешеһенең аҡ һыйыры батып үлгәндер тип фаразларға ҡала.
2. Әситҡан ҡойоһо
Әситҡан (Әсе йотҡан) ҡойоһо ауылдың Юғарғы Ос урамы тамам булып Ос яғы башланған ерҙә ер а:тынан бик матур ҡойо булып ҡалҡып ята.Һыуы шундай һалҡын, таҙа! Элек-электән был ҡойо һыуынан айран эшләгәндәр. Элек һыуытҡыстар юҡ саҡта был һыуҙы алып ҡайтып әсемәһен өсөн эсенә һөт ҡуйғандар һауыт менән, ҡаймаҡты ла һыу эсенә һауыт менән ҡуйғандар.Әситҡан туғай араларынан Һаҙ урамы яғына ағып төшөп Рәүҙәккә ҡушыла. Хәҙерге ваҡытта Әситҡан ҡойоһо ҡараулы, ауылдаштар уны кәртәләп алғандар, буяғандар кәртәһен. Бик матур!
3 Һалҡын шишмә.
Һалҡын шишмә ауылдың Ос яғында Ташбүкән ауылы яғынан үрҙән ағып килгән, уртаса ғына шишмә. Һыуы һалҡын! Шуға ла уға Һалҡын шишмә тип исем биргәндәр. Һалҡын шишмә аша Ос урамы тамам булғас күпер ҙә һалынған ине. Ул да туғайлыҡтар аша ағып төшөп Рәүҙәк йылғаһына ҡушыла.
Ере атамалары
Һаҙ урамы яғында Һаҙлыҡ тип аталған ер булды, унда күрән үләндәре үҫә ине бүкән һымаҡ өйөлөшөп үҫәләр ине улар.Ирһеҙ ҡатындар күрәнде бесән итеп тә сабалар ине.Рәүҙәк аръяғын Һыу аръяғы тип йөрөттөк.Һыуҙы кисеп сығып аръяғындағы матур сиҙәмлектә уйнай инек,йәйге эҫе ваҡыттарҙа кер йыуа торған инек һыу буйына алып барып. Беҙ уйнағансы ағастарға элгән керҙәребеҙ кибеп тә сыға ине.
Һарғай яғына Һаҙ урамынан барған юлда Көлзавод тауы бар ине.Ул шау көлдән өйөлгән бәләкәс кенә тау инеул. .Беҙ шуның өҫтөнә менеп уйнай инек. Бында элек бер урыҫтың сынаяҡ заводы булған, сынаяҡ эшләгәндәр, ә аҙаҡ уны яндырғандар, шунан ҡалған был Көлтзаоды тауы тип һөйләйҙәр ине.Ысынлап та беҙ уйнаған саҡта ул тауҙа бик матур сынаяҡ ярсыҡтары табып ала торған инек.
Маҡар яғына табан сыҡһаҡ, унда тағы ла бер һаҙлы урындв Салсыҡ тип йөрөттөләр.Салсыҡта бик матур һары умырзаялар үҫә ине.Беҙ умырзая тип әйтһәк тә ул һары роза сәскәһенә оҡшап торған умырзаяларҙы ҡайһы яҡта Алтынбаштар тип йөрөтәләр икән. Ул һары умырзаялар Салсыҡта әле лә үҫәләр.
СЕЛТЕРБЕЙ ТАУЫ
Иҫәкәй ауылы Селтербей тауы итәгендә ултыра. Ул бик матур бейек булмаған, ағасһыҙ, йәшел үләндәр үҫкән ҙур булмаған тау. Итәгендә еләк бешә, ауыл халҡы, бала -сағалары унда еләк йыялар.Бесәнендә сабып алалар.Элек ҡыш көндәре беҙ бәләкәй ваҡытта Селтербейҙән саңғы менән шыуып төшә инек.Бала-саға йыйылышып ат санаһын һөйрәп мендерәбеҙ ҙә шуға тейәлеп тау осабыҙ! Бар ине күңелле ваҡыттар!
|
|
|
Ташбүкәндең ер атамалары (Ғафури районы Ташбүкән ауылы.Әнүәр Ҡотлогилдиндең һөйләүе буйынса)
Хәмит өйө - Үрге Ташбүкәндән Иҫәкәй яғына табан юл буйында уң яҡта урынлашҡан ялан, унда бесән сабалар, еләк , туғайында балан йыялар.
Оло юл буйлап бер аҙ барғас Ҡаран йылғаһына еткәс саҡрым самаһы өҫкә менгәс Ҡаран яланы.Ҡаран яланының еләге лә, бесәне лә бик шәп була. Ялан уртаһында өс ҡайыүҫеп ултыра, шул тиклем матур ялан!
Иҫәкәй яғына таба Ҡаран кисеүен сыҡһаҡ һул яҡта өҫтә Алтынсура яланы.Алтынсура яланының 6 аҡланы бар.
Иҫәкәй яғына тағы ла арыраҡ китһәк, Оло ялан йәйрәп ята. Юл ошо яландың уртаһынан уҙа. Оло яланда элек Үтәк ауылдары, йәғни Егән колхозы иген сәсә ине, колхоздар бөткәс , хәҙер сәселмәй ята.
Оло ялан уртаһынан һулға боролоп үргә менһәк, Ҡарауылтауына барып сығабыҙ.Ҡарауыл тауының башында сейәләр үҫә. Оло яланды уҙғас Иҫәкәй юлында Тоҙаҡтау аша үтәбеҙ. Тоҙаҡтау - бик бейек булмаған ҡалҡыулыҡ. Ололар әйтеүенсә аҡтар һәм ҡыҙылдар ваҡытында Ҡарауылтауында аҡтар килгәнен ҡарауыллап ятҡандар һәм Тоҙаҡтауында тоҙаҡ ҡорғандар икән. Тоҙаҡтауға менмәйенсә тураға киткән саҡта, Бағраш ауылына барып сығаһың(хәҙер ул ауыл юҡ).Унда бер матур бәләкәс кенә Бағраш йылғаһы ағып ята. Унан ары Иҫәкәй яғына таба Йылансыҡ тип аталған ялан.Был яланды элек Әрмет колхозы сәскән.
Үрге Ташбүкәндең Ҡашҡат йылғаһын аша сығып тураға менһәк яланға - Рәкәй түбәһенә барып сығабыҙ.Унда ҡайын еләге бик күп үҫә ине, ер еләге лә түшәлеп ятты. Унда ла Егән колхозы сабынлыҡтарға теймәй генә ялан ерен һөрөп иген сәсә ине. Рәкәй түбәһенә менһәк уның ике ҡабырғаһында уң яғында ла, һул яғында ла Әбәш сабынлыҡтары йәйелгән. Әбәш яланында 1960 йылдар тирәһендә землемерҙәр палаткаларҙа яттылар, нимә эҙләгәндәрҙер , белмәйем. Рәкәй түбәһе урманға барып терәлә.Әгәр урман юлы менән китһәк Күсәр түбәһенә барып сығабыҙ.Был юлдан Һарғай ауылына ла барып сығып була.
Ҡашҡат йылғаһын аша сығып һулға боролоп Ҡашҡат тирәһенән үткән ҡыя юл буйлап Ҡашҡат кисеүен кискәс һул яҡта Ғилманкил исемле ҙур сабынлыҡ ялан бар.Элек уны Басир Әхмәдиев бабай сапты. Ғилманкил яланы эргәһендәге Ҡашҡат кисеүен кисеп юл менән тураға китһәк әҙерәк үр менгәс Бәләкәй Әсе яланы.Был сабынлыҡта ла еләк бик уңа ине. Бәләкәй Әсенән тураға ат юлы менән барһаҡ Ҡашҡатты тағы ла бер кискәс Ғәлекәй яланына сығабыҙ. Ул яланында ылыҫлы ағастар ултыртылғайны күп итеп, хәҙер улар урман булғандарҙыр инде. Ул ағастарҙы еҙнәм Әхтәм Вәлитов ултыртҡан.Элек яланға ҡарағай ултыртыусыларға араларын бесән итеп сабырға лесниктәр рөхсәт биргәндәр. Һулға боролоп урман аша сыҡҡас Оло Әсе яланына барып сығабыҙ.Был ҙур яланда бесән саба торған инеләр.Әгәр юлды дауам итһәк Бәгрәзе тауына менәбеҙ.Бәгрәзе тауы итәгендә Шыуған исемле ер бар. Ололар әйтеүенсә Бәгрәҙе һыртынан үҫеп ултырған ағастары менәнбергә ер шыуған. Хәҙер инде арба юлы бөтөп йәйәүләп Бәгрәзе тауына менгәс һыртында ҡырсынташ түшәлгән юл бар.Был юл менән Иҫәкәй, Һарғай ауылдарына барыпсығып була.Бәгрәзе тауын төшһәк, Оҙонуй яланына барып сығабыҙ.Беҙ әтейем менән Оҙонуйҙа бесән сабып ятҡаныбыҙ бар.Бесән сабып кәбән ҡойҙоҡ , әүен ултырттыҡ. Бер ҡуян да атып алдыҡ.Ҡырпаҡ ҡар төшкәс ул бесәнде ат менән ташып алдыҡ.
Ә хәҙХәҙер Үрге Ташбүкән ауылының Ҡурғашлы яғына барған яҡтағы ерҙәренә барып сығайыҡ. Ауыл осонан уң яҡта Ишәмәт сабынлығы бар. Был ялан уны сапҡан кешенең исеме менән аталған.Унда йылғаһыҙ ерҙә ваҡ ҡына ҡомлоҡ бар, йәйге эҫеләрҙә кешеләр шифа алыр өсөн шунда барып ҡомға күмелеп ята торғайнылар.
Үрге Ташбукән ауылының осона сыҡҡас Ҡурғашлы яғына киткәндә Илсеғол түбәһе бар, ҙур яланында еләк уңа, күк һәм һары мәтрүшкәләр үҫә.Илсеғол түбәһендә ҡарағай ултыртылған.Уларҙы лесник Миннеғәфүр ағай Әхмәдиев ултырттырған.Ҡурғашлы яғына киткән юл менән әҙерәк барһаҡ Һалабаш күленә барып сығабыҙ, унда элек ҡап һуҡҡан ваҡытта йүкә ағасынан һалабаш һалып йүкәһен алып ҡап һуҡҡандар.Ошондай уҡ Һалабаш һала торған күл Оло йылға буйында үрҙәрәк Оло йылғаны быуып та эшләнгән ине. Ҡаптан тоҡтар теккәндәр. Юл менән ары китһәк Оло йылғаға барып сығабыҙ, уны кисеп сыҡҡас Кордон яланына барып сығабыҙ.Сик йылға ауылына киткән юл буйлап барһаҡ Түңәрәк яланға барып сығабыҙ.
Үрге Ташбүкән яғы осонан Әрмет йылғаһы яғына ҡарап китһәк, уңға киткән юл була.Унан уҫаҡ ағастары үҫкән ерҙә матур ялан бар, был яланда һары умырзаялар үҫә (Алтынбаштар). Әрмет йылғаһы буйлап аҫҡа таба китһәк бер кисеү бар.Ул кисеүҙән сыҡһаҡ Ҡышлауға барып сығабыҙ.Унда ҡарағайҙар ултыртылған, был Ҡышлау аша әҙерәк түбән төшһәк Әрмет аръяғында 2-се Ҡышлауға килеп сығабыҙ, уна ла ҡараағайҙар ултыртылған.Бында ла кисеү бар. Ошо тирәлә Әрмет һыуында эре бүкән кеүек таштар бик күп.Фараз буйынса ауылға нигеҙ һалынғас бер ҙур Таш бүкәнгә ултырып ауылға ниндәй исем ҡушырға тип уйлашҡандар ҙа үҙҙәре ултырған Таш бүкән исемен биргәндәр, был һөйләшеүҙә Юрматы ырыуының Аҙнай ауылы кешеләре, Әхмәр яҡтары ҡатнашҡан тиҙәр, Түбәнге Ташбүкәндә Юрматы ырыуҙары кешеләре йәшәй), ә Үрге Ташбүкән ауылы кешеләре Гәрәй ҡыпсаҡтарға ҡарайҙар).
|
Родина - Ватан ауылы тарихы.
Был урынға ике дуҫ Павлов Григорий һәм Мезенцев (Сергей һәм Григорийҙең атаһы)килеп йәшәй башлағандар.Улар бында күрше Табын ауылынан кулак тиеп Себергә һөрөлөүҙән ҡасып килгәндәр. Улар хеҙмәтсе тотмаһалар ҙа егәрле кешеләр булғас үҙ көстәре менән хәлле йәшәгәндәр, йорт-ҡаралтылары бөтөн, матур булған.Йорттарын һалдырып алғандар, матур ҡапҡаларын Красноусолдағы быяла заводына алып барып ҡуйғандар.Бында ҡасып килгәс улар үҙ ғаиләләре менән йәшәр өсөн бәләкәс кенә өйҙәр һалғандар, балалары күмәк булған.Ғаиләләрен ҡарар өсөн курорт яғында тоҙло һыуҙан тоҙ ҡайнатып алып һатҡандар. Мунсаны ерҙе соҡоп землянка итеп эшләгәндәр, шунда йыуынғандар.Унан өсөнсө кеше булып Новошенов күсеп килгән, уларҙың өс улдары тыуғандар.Павлов ҡартаталарының бүләсәрҙәре Оля һәм Лена һөйләүе буйынса Павлов та, Мезенцев тә аҡтар яғында ла, ҡыҙылдар яғында ла булмағандар.(Были не красными, не белыми).Был ваҡытта Красноусолдағы быяла заводы эшселәрен һәм поселокта йәшәүселәрҙе туйҙырыу өсөн ярҙамсы хужалыҡ төҙөргә кәрәк була.Красноусолда партияның район комитете был турала 1928 йылда приказ яҙа һәм ул эште тормошҡа ашырыу өсөн Нурғәле Кәрим улы Сәлимйәновты тәғәйеләй. Был ойошма ЗаРаКо(заводское рабочее кооперативное общество )тип атала.Был йәмғиәт ойошмаһына ике дуҫ төйәк иткән урынды һайлайҙар.Барактар төҙөй башлайҙар, Табын ауылынан кулак тип табылып Себергә ебәрелгәндәрҙең өйҙәрен күсереп килтереп һалалар, кооперативкә эшселәр йыялар.Шулай иттереп тәүҙә ЗаРаКо, аҙаҡ 7се номерле совхоз, унан Родина совхозы, ә хәҙер инде русса Родина, башҡортса Ватан тип аталған ауылдың официаль нигеҙ һалыныу йылы тип 1928 йыл һанала. Коопрератив эшселәре иген һәм бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнә. Һуңғараҡ эре мал һәм тауыҡ фермалары асып ебәрәләр. Өйҙәрҙе күпләп һала башлайҙар,тирә-яҡтан бында эш барын ишетеп йәштәр аағыла.Өйләнешеп балалар тыуалар.Балаларға белем алыр өсөн башланғыс мәктәп асыла. башланғыс кластарҙы тамалаусылар 5-се класҡа уҡырға күршеләге 2 саҡрым алыҫлыҡтағы Дубровка 8 йыллыҡ мәктәбенә йөрөйҙәр.Эшселәр барактарҙа йәшәйҙәр.
(дауамы була)