Ҡоръятмаҫ ауылы топонимдәре — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
Асылыкүл янында Өҫҡонаяҙ тигән баҫыу яланы бар.Ғәлимйән Шәйәхмәтов ағай үҙенең "Наши исторические корни "тигән эҙләнеү яҙмаларында Өҫҡонаяҙ.ӨСҠАЙЫН тип асыҡлап ҡуя.Р.Шәкүр в своей книге "Свидельствуют имена" отводит 9 страниц топонимике,истории,этнографии местностей вокруг озера Асылыкүль,тип яҙа Ғәлимйән ағай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,мин был китап менән таныш түгел,киләсәккә ҡалдырам.Профессор һәм яҙыусы Р.Шәкүр нисек фаразлағандыр.Мин Өсҡайын тип аңлатма биреү менән килешмәйем.Ни өсөн?Рифма яңғырашҡа ҡарап һүҙҙе бер мәғәнәле яһау килеп сыҡҡан Мәғәнәне төптән эҙләү кәрәктер.Өҫҡонаяҙ. Һүҙҙең тамыры -ҡон- Ҡон нимә аңлата? Ҡон - 1. үлтерелгән кеше өсөн яуап итеп түгелгән ҡан йәки түләтелгән хаҡ.2.Бер төрлө насарлыҡҡа йәки яманлыҡҡа ҡайтарылған үс..3.Кеше иҫәбенә .кеше көсөнә үҙләштерелгән хаҡ. (Башҡорт теленең һүҙлеге.I том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 675 -се бит)Минеңсә, өс ҡон өсөн яҙылған,түләтелгән хаҡ (БЫЛ ОСРАҠТА ЕР) .Беҙҙең һөйләшкә тура килә-ӨҪ-өс.Һүҙҙең мәғәнәһе беҙ белмәгән тарих төпкөлөндә ята<br>
'''Көйөк'''
Беҙҙең ауылда Үргеос йәки Бикташ-хәҙерге исеме Ленин урамы( был мин үҫкән урам) яғында,Өйҙөрәк йылғаһын аша сығып уйнай торған урман алды -Көйөк тигән асыҡлыҡ -бәләкәй аҡлан бар ине.Беҙ унда йәй буйы уйнайбыҙ,еләк йыя торғайныҡ.Урманға -Көйөккә эскәрәк инеп көҙөн сәтләүек,мәмешкәк(боярышник ) йыя торғайныҡ. Мәмешкәк һап-һары иҙелеп бешә ине,туйғансы ашап.аҙаҡ йомарлап ҙур-ҙур туптар яһай инек. Сәтләүекте тиреп мейес башында киптереп.байрам көндәрендә һыйланырға тоҡсайға һалып тегеп( һәр беребеҙҙең айырым) алып ҡуя инек. Хәҙер беҙҙең пыр туҙып уйнаған.кистәрен һыйыр көткән Көйөк алды (йәки ауыҙы ла ти торғайнылар)бейек ағастар менән ҡапланған. Ни өсөн был урман Көйөк?Был исем ауылдың боронғолоғон тағы ла иҫбатлаусы бер дәлил. Борон урманды киҫеп,(кәрәкле ағасын ,бәлки,хужалыҡ өсөн ҡалдырғандарҙыр) яндырғандар.Шулай итеп,сәсеүлек майҙаны яһағандар Бындай урындарҙы башҡорттар көйөк,ә урыҫтар ляд (подсечно-огневое земледелие) тип йөрөткәндәр.Был ябай,боронғо ер эшкәртеү ысулы булған.Ундай ер бер нисә йыл уңыш биргән.Артабан тағы ла урманды киҫеп-яндырып сәсеүлек яһағандар.Бына ҡайҙан килә икән был исем -Көйөк.<br>
'''Әкеш'''
 
Был исем менән Дәүләкән районы ауылдарынының байтаҡ тау-яландары йөрөтөлә.Боранғол ауылында тау,Ҡоръятмаҫта ялан( элек бесәнлек булған)Ҡыҙрас ауылында йәшәүсе Әкимбәтова Ғәйшә апай һөйләүе буйынса ( Был турала район гәзитенә лә яҙып сыҡты) Асылыкүл буйында элек кантун ваҡытында бер ихтилалда
ҡатнашҡаны өсөн күп йылдар Әкеш (русса исеме – Апуш)
исемле кешене эҙәрләгәндәр.
Ул үҙе тауҙарҙа землянка яһап, шунда йәшәгән, иптәштәре
менән урыҫ ғәскәрҙәренә ҡапыл килеп сығып һөжүм иткән.
Быны Асылыкүл, Дим буйында белмәгән кеше булмаған.
Уға бәйле Асылыкүл буйында 6-7 исем бар: Сөйәрғол Әкеше,
Мерәҫ Әкеше, Сурай Әкеше, Ҡотло Әкеше, Емерек Әкеше,
Йүкә аҫты Әкеше.
Ошо кеше иптәштәре менән бесән ваҡытында кешеләргә ярҙам итеп йөрөгән. Шуға уның
хөрмәтенә был сабынлыҡтарҙы шулай атап йөрөйҙәр. Ә ул
йәшәгән тау Әкеш тауы тип атала. Әкеш ул ҡасҡындарҙың
етәксеһе булған.
== Иҫкәрмәләр ==
 
103

үҙгәртеү

Навигация