Алҡа (йомаҡтар): өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә 8 версиялар күсерелгән: Importing from Incubator
(айырмалар юҡ)

02:30, 24 август 2017 өлгөһө

  1. Тамсы тама, ергә етмәй.
  2. Алтын тамсы ергә етмәй.
  3. Алтын тамсы өҙөлөп төшмәй.
  4. Үҙе тама — ергә төшмәй.
  5. Аҫылынған, һалынған,
    Уға ҡыҙҙар ялынған.
  6. Ишетмештең ишеге төбөндә
    Ике иш ат бәйләнем.
  7. Ишетер ишек алдында
    Ике тәкә бәйләүле.
  8. Ишетмеш ишек ишелгән,
    Ишегем төбө тишелгән,
    Тишегенә бау таҡҡан,
    Ике тамсы һыу аҡҡан.