Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Created page with "Илдар Шәйәхмәтов ==Бородино яланы куңелдәрҙе яуланы== 3-7 сентябрҙә Мәскәү өлкәһенең Можайск ра..."
(айырмалар юҡ)

23:12, 10 ноябрь 2014 өлгөһө

Илдар Шәйәхмәтов

Бородино яланы куңелдәрҙе яуланы

3-7 сентябрҙә Мәскәү өлкәһенең Можайск райондағы «Бородино яланы» дәуләт музей-ҡурсаулығы биләмәһендә «Бородино көнө-2014» халыҡ-ара хәрби-тарихи реконстукция фестивале утте.

Бында, дөйөм майҙаны 11 мең га ер биләмәләрендә һәр ҡарыш ер хәтер һаҡлай. Һауаһы илаһи ҡөҙрәт менән тулышҡан музей-ҡурсаулыҡ тупрағы 1812 йылда булған тарихи Бородино һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың ҡаны менән һуғарылған. Был ерҙәрҙә бынан 202 йыл элек беҙҙең ата-бабалалыбыҙың да ҡан-тирҙәре аҙ таммаған. 1812 йылдың 26 авгусында (7 сетябрендә) булған Бородино һуғышында 1-се башҡорт атлы полкы ла ҡатнаша. Француздарҙың ҡыҫымы аҫтында Мәскәүгәсә сигенеп килгән Рус армияһының арьергардында был полк атаман М.И. Платов етәкселегендәге Дон казактары корпусында ҡыйыу хәрәкәт итә. Бородино һуғышы барған көндө тарихи һуғыштың уртаһында ҡайнашмаһа ла, Рус Армияһының уң флангыһындағы Маслов нығытмаларында үҙ позицияһын уяу һаҡлай, дошманды тылға үткәрмәү өсөн дозорҙа тора, рейдтарҙа ҡатнаша. Бородино һуғышының иртәгәһе көнөндә позицияларын ҡалдырып, маневр яһаусы Рус Армияһының тылдарында француздар менән бәрелештәргә кереп, уның ихтибарын төп көстәрҙән ситләтә.

Башҡорт яугирҙарының үҙҙәренә ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәүҙәрендә тарихсыларҙың да, мемуаристарҙың да һис шиге юҡ. Юҡҡа мы ни, башкомандующий фельдмаршал М.И. Кутузовтың нәҡ Мәскәү янындағы һуғыштар өсөн башҡорттарға: “Минең һөйкөмлө башҡорттарым, бик яҡшы һуғышаһығыҙ, маладис!”, тип маҡтап өндәшкән һүҙҙәрен халҡыбыҙ ике тиҫтәнән ашыу йылдар үтһә лә күңеле түрендә ҙур баһа итеп һаҡлай, йырға һалып йырлап йәшәй бит.

Быйылғы фестивальгә әҙерлек клуб ағзалары тарафынан йыл һуҙымында барҙы, ҡатнашыу өсөн саҡырыу ҙа ваҡытында килде. Тик финанс ҡытлығын кисереү, ярҙам өмөт иткән бағымсыларыбыҙҙың бөтөнләй беҙҙән ситләшеүе хәлде бер аҙ ауырлаштырһа ла, беҙ «1-се Башҡорт атлы полкы – “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзалары, был сарала мотлаҡ ҡатнашырға тейешлегебеҙҙе аңлап, маҡсатыбыҙҙан тайпылманыҡ. Ата-бабаларыбыҙ 202 йыл элек нәҡ ошо урындарҙа үҙ эҙҙәрен ҡалдырған, ғәзиз ҡандарын, хәләл тирҙәрен түккән, Ватанды һаҡлар өсөн йәндәрен аямай яуҙарҙа айҡашҡан. Беҙ ҙә үҙебеҙҙе тиңдәр араһында тиң тойоп, ҡамотлаҡ ҡатнашырға, рус ғәскәрҙәре сафтарында үҙ урыныбыҙҙы алырға, ятып ҡалғансы - атып ҡалырға тейешбеҙ, тип маҡсатыбыҙға ынтылдыҡ. Быйылғы йылдың Рәсәйҙә лә, республикабыҙҙа ла “Мәҙәниәт йылы” девизы аҫтында үтеүе беҙгә ҡулыбыҙҙан, көсөбөҙҙән килгәнсә халҡыбыҙҙың милли мәҙәни үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө өҫтәргә ҡанатландырҙы. Бородино хәрби-тарихи фестиваленә тиклем дә беҙҙең клуб ағзалары ситтән ярҙам алмайынса, май-июнь айҙарында ике тапҡыр Францияға барып, 1814 йылғы Европаны азат итеүгә 200 йыл тулыуға бағышланған халыҡ-ара фестивальдәрҙә уңышлы ҡатнашты. Август айында Венгрияның Будапешт һәм Бугац ҡалаларында үткән Бөтөндонья төрки һәм һун халыҡтарының Бишенсе Ҡоролтайында халҡыбыҙҙы лайыҡлы күрһәттек. Был ҙур сәфәрҙәргә барыу өсөн беҙгә хөкүмәт йәки айырым бағымсыларҙың ярҙамы теймәһә лә, беҙ ысынлап та тарихи сығанаҡтарға таянып үҙ ҡулдарыбыҙ менән теккән милли костюмдарыбыҙҙы, ҡурайыбыҙҙы, ҡубыҙыбыҙҙы ғына күрһәтеп тамаша ҡылып йөрөмәйбеҙ, ә халыҡтың бар булмышын, үҙебеҙҙең милли йөҙҙәребеҙ, аш-һыуҙарыбыҙ, аралашыу ҡеүәһе менән дә тиңдәр араһында тиң булып, халыҡ дипломатиияһы кимәлендә танытабыҙ бит. Әлеге юлға сығыр ваҡыт еткәс, төрлө сәбәптәр менән, әлбиттә, барырға теләк белдереүселәр һаны ла кәмей төштө, ләкин сафтарыбыҙ бушап ҡалманы, өс башҡорт яугиры сифатында тупландыҡ. Учалы ҡалаһынан килгән Мәжит Ибраһимов, Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов, һәм ошо юлдарҙың авторы, Илдар Шәйәхмәтов ваҡытлыса юл-поход ҡыйынлыҡтарын кисерергә әҙер инек.

Беҙҙең клуб менән бергә шул уҡ фестивальгә тарихсы Рәмил Рәхимов етәкләгән «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клубынан 8 кеше бара. Әҙерлек сараларының иң мөһиме ике клубты ла бер үк ваҡытҡа автотранспорт менән тъәмин итеү. Был бик сетерекле мәсъәләне хәл итеүҙе Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм туризм министрлығының Патриотик тәрбиә биреү үҙәге үҙ өҫтөнә алды. Ҙур булмаһа ла 19 урынлыҡ автобус бирелеүе, һыбайлы башҡорттарҙы кәүҙәләндереү өсөн ике ат алырлыҡ аҡса бүленеүе буласаҡ походтың уңышлы башланыуына өмөт бирҙе. Әлбиттә, пехота полкы егеттәренең поход йыһаздары, әйберҙәре менән бәләкәй автобус салонын тултырып тейәүен кургәс, беҙ һалырға урын булмау сәбәпле, поход тирмәбеҙҙе ҡалдырып китергә ҡарар иттек. Төркөмөбөҙ ҙур булмағас, ҡаҙан, усаҡ яғыу ҡорамалдарын да алып торманыҡ, уларҙы беҙҙең водительдәребеҙ хәстәрләгән. 2 сентябрь көндө иң кәрәкле үҙ кейем ҡоралдарыбыҙҙы һәм бер бәләкәй палатка алып юлға ҡуҙғалдыҡ. Беҙҙең өсөн хәҙер бер теләк, иң мөһиме һауа торошо тотороҡло булһын да, атакаларға йөрөргә ике атыбыҙ булһын, ә ҡалған ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡтарға беҙ түҙеп тә, еңеп тә өйрәнгәнбеҙ. «Сталкер» ЯСЙ-нең водительдәре Олег һәм Илдар бер-береһен алыштырып, юлда һис бер арыу-талыуһыҙ йөрөткән автобусыбыҙ Өфө-Ҡазан-Түбәнге Новгород-Владимир юлынан Мәскәүгә ҡарай елдерҙе.

3 сентябрь. Бер тәүлек үтеүгә беҙ Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһын үтеп Бородино ауылы янына килеп тә еттек. Асыҡ яланда пехота клубын үҙе теләгән урында ҡалдырып, тәүҙә үҙебеҙҙең килеп етеүебеҙ хаҡында белдереү ниәте менән Бородино музейы алдында туҡталдыҡ. Беҙҙе музей етәкселеге исеменән өлкән ғилми хеҙмәткәр Лариса Березовая бик йылы ҡаршыланы. Музейға буш ҡул менән килмәгәнбеҙ, үҙебеҙ менән алып килгән «Ватандаш», «Башҡортостан панорамаһы” журналдарын, Республика Хәрби Дан музейы тарафынан ебәрелгән хатты тапшырҙыҡ.

Көн кискә ауышыуға беҙ үҙебеҙгә тәғәйенләнгән яланда үҙ усағыбыҙҙы тоҡандырып, автобусыбыҙҙы ла ағастар ышығына уңайлы ҡуйып, тәүге төндө ҡаршыларға әҙерләндек. Беҙгә был урында тағы 5 көн, 5төн уҙғараһы бар.

Казактар – шәп күршеләр

Тыуған илдән йыраҡта, сит-ят ерҙәрҙә күп хәл-ваҡиға һинең кем менән күршеләш булыуыңдан, уларҙың мәҙәни кимәле һәм рухи зауығынан да тороуын мин инде бик күптән беләм. Был йәһәттән беҙ ифрат та курше дуҫтарыбыҙҙан уңдыҡ. Беҙҙең килеп урынлашыуыбыҙҙы көткәндәй, иң беренсе булып аҡланда усаҡ ҡорған олпат кәүҙәле Кубань казагы Олег Иванович Яцына дуҫтары менән ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ул Тверь ҡалаһынан. Беҙ уның менән 2011 йылдан бирле яҡшы таныш. Бына әле был күрешеүгә кем нығыраҡ шатланғандыр, иллә мәгәр, миңә яҡын туғандар осрашҡандай булды. Ә инде, юлға сығыр алдынан 84 йәшен тултырған атайымдың, Ғиндулла Ширияздан улының, үҙен бик яҡшы кәйефтә тойоп, 70 йәшлек Олег Иванович менән егеттәрсә күрешеп, бере-беренә итәғәтле өндәшеп һөйләшеүҙәре бер туған ағай-энеләрҙең күрешеүен хәтерләтте. Һул яҡтан да беҙҙең яныбыҙға Һамар ҡалаһынан үҙенең казактар төркөмөнә баш булып минең куптәнге танышым Филипков Григорий урын алған. Уның менән беҙҙең танышыуыбыҙға ла 7 йыл үтеп киткән. Башҡортостанға, башҡорт халҡына ул гел һоҡланып йәшәүен һис йәшермәй. 2007 йылда уның башҡорттарҙы хөрмәт итеүен белдереп, үҙенең 12 йәшлек бәләкәй ҡыҙын башҡорт яугиры сифатында кейендереп Бородиноға алып килгәне әле лә хәтерҙә.

Яугирҙәр етеҙ булғанда яҡшы аттар табыла

Төштән һуң буш ваҡыттан файҙаланып, үҙебеҙгә кәрәкле аттар тураһында белешеү өсөн урман-аҡландар артында 6 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Беззубово ауылында урынлашҡан крәҫтиән хужалығына барып ҡайтыр өсөн Мәжит менән юлға сыҡтыҡ. Урман-яландар аша үткән был туры һуҡмаҡ миңә 2011 йылдан бирле таныш. Беҙҙең маҡсат - икебеҙгә лә ике көн рәттән һыбай йөрөрлөк аттар белешергә, һөйләшеп хаҡына килешергә. Аттар беҙ башҡорт булған өсөн генә бушҡа бирелмәй бит, муҡсайымда ике атты ике көнгә ҡуртымға алып торорлоҡ бер аҙ аҡса ла бар. Был ярҙамды Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Патриотик тәрбиә биреү үҙәге юлға сығыр алдынан биреп ебәрҙе. Ҡышын-яҙын ошо походҡа әҙерләнгән осорҙа беҙ үҙебеҙгә аттарға түләү өсөн бер генә бағымсы-эшҡыуарҙы ла табалмай аҙапланғанда был хәл иткес ҙур ярҙам булды, хәрәкәттәребеҙгә дәрт, ҡеүәт өҫтәне. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт.

Ысыҡ ярып ҡуйы үләндән барғанда күн итектәребеҙ еүешләнһә лә, был сәфәр һөҙөмтәле булды. Ат һарайында беҙҙе хужалыҡ етәксеһе Иван Прокутин үҙе ҡаршыланы. Миңә ул күптән таныш. 2011 йылдан бирле уның «Мерлин» ҡушаматлы башҡорт тоҡомло атын йыл һайын менеп Бородино уйындарында ҡатнашып килдем. Әле лә бына шул атты ҡулға төшөрөү ниәте менән бик яҡшы һөйләшеп килештек, аттарыбыҙҙы күрҙек, уларҙы наҙлап, муйындарынан иркәләп һөйҙөк. Иван Прокутин, минең кеүек иллеһен уҙған йәштәшем. Ул оҙаҡ һатыулашмай ғына миңә быға тиклем өс йыл рәттән менеп ҡатнашҡан «Мерлин» ды, ә Мәжиткә «Ястреб» ҡушаматлы бер көрән айғырын рөхсәт итте. Үҙебеҙҙең эш-ниәттәребеҙгә яуаплы ҡарауыбыҙҙы, ышаныслы егеттәр икәнебеҙҙе белдереп, был аттарға тәғәйен хаҡтарын да алдан түләп ҡуйҙыҡ. Аттарҙы 6 сентябрь иртән үҙебеҙ килеп, эйәрләп аласаҡбыҙ. Ҡанатланып, яҡшы кәйеф менән ҡайттыҡ усағыбыҙ янған урынға.

Бына шулай күршеләр менән дә танышып, аяҙ төндө ҡаршыларға әҙерләнгән мәлдә, кеҫә телефоныма Останкино телеүҙәгенең Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы каналынан «Ҙур ил» программаһында ҡатнашыуымды һорап шылтыраттылар. Студия мөдире Фуат Гамидавич Кадимов иртәгәһе көнгә Мәскәүгә килеп студияла башҡорттарҙың 1812 йылда һәм бөгөнгө Бородино уйындарында ҡатнашыуҙары тураһында интервью биреүемде һораны. Форсаттан файҙаланып, бер уңайҙан өсәүләшеп Мәскәүҙе лә күрербеҙ тигән уй менән, башҡорт халҡының хәрби үткәнен, клуб эшмәкэрлеген дә һөйләр өсөн ризалыҡ бирҙем. Күк йөҙө шундай аяҙ, ай ҙа йөҙөн тулыландырып баҙыҡ нурҙарын төнгө ялан өҫтөнә төшкән ысыҡ тамсыларында балҡыта. Шундай илаһи бер серле тыныслығы менән ҡаршыланы беҙҙе Бородино яланының тәүге төнө. Көнөбөҙ ҙә бушҡа үтмәне, яҡшы кәйеф менән Мәжит Ибраһимов һәм водительдәр үҙҙәре алып килгән палаткаларҙа ял итһә, Ғиндулла Ширияздан улы менән мин булғанына шөкөр ҡылып, ҡәнәғәт булып, автобус салонындағы урындыҡтарға ятып серем итеүҙе хуп күрҙек. Ни тиһәң дә беҙ курортта түгел, ә яуға килгән, күпте күреп, күпте кисергән поход яугирҙары!

= Дуҫтарыбыҙға – лайыҡлы бүләктәр

4 сентябрь. Иртән иртүк йыуынып, сәй ҡайнатып, яңы көндө ҡаршылау менән Мәжит менән икәүләп ғәҙәттәге үҙебеҙҙең йола буйынса Колочь йылғаһына барып һыу ҡойоноп ҡайтыу сәләмәт тәнебеҙгә рух ныҡлығын өҫтәне. Быйылғы ямғырлы йәй йылы йылға-күлдәребеҙҙә иркенләп һыу инергә форсат бирмәгәс, хәҙер инде һыуынған урман йылғаһында ҡойоноуы уҙенә күрә бер күңел йыуанысы, танһыҡ булып тойолдо.

Шул арала яныбыҙға Мәскәү ҡалаһынан беҙҙең яңы клуб ағзалары, ике йыл элек кенә ғаилә ҡороп йәшәй башлаған Алексей Орешков һәм Әминә Азеева исемле дуҫтарыбыҙ килеп етте. Улар беҙҙең янға бик ҡыҫҡа ваҡыт ҡа ғына, күрешеп китер өсөн килде. Бындай шарттарҙа яҡын дуҫтар менән бер күрешеү - үҙе бер ғүмер. Ике йәш йөрәктең бергә ғаилә ҡороп китеүҙәре лә бик ҡыҙыҡлы. 2012 йылда Малоярославль ҡалаһындағы реконструкция фестивалендә улар бер ҡараштан ғашиҡ булып өйләнештеләр. Әминә Красноусол ҡыҙы, “Өфө пехота плкы” хәрби-тарихи клубында шөғөлләнгән. Алексей – тыумыштан Воронеж егете. Ул Черномор сотняһы клубында шөғөлләнеүсе казак.

Өйләнешкән көндән башлап Алексей беҙҙең клуб ағзаһы булырға үҙе теләк белдерҙе һәм беҙ уны Мәскәүҙәге уҙебеҙҙең тулы хоҡуҡлы ағзабыҙ итеп ҡабул иттек. Бөгөн ул Ырымбур казактарының обер-офицеры мундирында килгән. Әминә үҙенә бына тигән итеп башҡорт ҡатыны кейемен бар нескәлектәрендә тегеп кейҙе. Былтыр улар шул кейемдәрендә беҙҙең лагерҙы биҙәп бик яҡшы ҡатнаштылар. Бөгөн беҙ бер генә көнгә ҡунаҡҡа килгән Алесей менән Әминәгә улар лайыҡ булған «Бородино һуғышына 200 йыл» һәм үҙебеҙҙең клуб бүләген – «Башҡорт халҡының хәрби даны 1812-2012» исемле юбилей миҙалдарын тапшырырға тейешбеҙ. Шул маҡсат менән барыбыҙ ҙа бергәләшеп «Өфө пехота полкы» лагерына килдек. Барлыҡ пехотасылар мундирын кейенеп бер сафҡа теҙелгәс, 2012-2013 йылдарҙа беҙҙең сафтарҙа әүҙем ҡатнашҡандары, башҡорт халҡының хәрби тарихына хөрмәт менән ҡарағандары, уны пропагандалауға ихлас ярҙам итеүҙәре өсөн ҡотлап дуҫтарыбыҙға миҙалдар тапшырылды.

Мәскәүҙе лә күрҙек беҙ…

Дуҫтарыбыҙ менән пехота лагерында хушлашып, бөгөнгө көндө Мәскәү ҡалаһына Останкино студияһына саҡырылыуыбыҙҙы иҫтә тотоп, беҙ өсәүләп юлға сыҡтыҡ. Мәскәүгә Можайск ҡалаһынан 2 сәғәтлек юл. Метрола бер нисә станцияны үтеп Останкино телеүҙәгенә килеп етеүебеҙгә Фуат Гамидович үҙе урамға уҡ сығып ҡаршылап тора ине. Студияла булған әңгәмә әлбиттә, башҡорт халҡының 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыуҙарына, патриотик тәрбиә мәсъәләләрендә “Бородино көнө» фестиваленең әһәмиәтенә бағышланды. Был каналды ҡараусы Рәсәй халҡы өсөн ғорурлыҡ менән «Төнъяҡ амурҙары» тип исем алған беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың 1812-1814 йылдарҙағы данлы юлы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирҙем, ҡурайымды алып «Любизар» көйөн уйнап курһәттем, йырҙың легендаһын һөйләнем. Студиянан сыҡҡас, Мәскәүҙән Можайск ҡалаһына барасаҡ һуңғы автобусты көткән арала Еңеү паркы алдындағы майҙанда Беренсе Донъя һуғышының 100 йыллығына бағышланған ҙур һәйкәл янына килдек. Мәскәү беҙҙе байып барған ҡояштың алтын нурҙарын балҡытып йылы оҙатты. Ҡараңғы төшөүгә үҙ усағыбыҙ янына ҡайтып төшкәндә беҙҙе тағы ла бер төркөм яуҙаш Дон казактары ихлас ҡаршылап тора ине.

Изге йоланы үтәп

5 сентябрь. Бородино яланы тип аталған ҙур ерҙәр биләмәһендә 1812 йылдағы тарихи яуҙа ҡатнашҡан барлыҡ ғәскәрҙәргә лә бағышланған үҙ һәйкәлдәре бар. Уларҙың күптәрен төрлө йылдарҙа шул полктарҙың ветеран һалдаттары йәки вариҫтары үҙ иҫәптәренә ҡуйған. Барлыҡ һәйкәлдәр ҙә полктарҙың тарихи позициялары торған урындарҙа урынлашҡан.

Башҡортостанда, Өфөлә башҡорт атлы полктарына бер урында ла һәйкәл ҡуйылмаһа ла, 1-се башҡорт атлы полкының да Башҡортостандан алыҫ төбәктә, Мәскәү өлкәһендә үҙ һәйкәле бар. Можайск ҡалаһынан 2 саҡырым ситтәрәк, Мәскәү йылғаһының ярында, Марфин брод слободаһында ул. Был һәйкәлдең аҡ мәрмәр һәм гранит таштарын үҙебеҙҙең ихтыяр көсө менән, үҙ сығымдарыбыҙҙы йыйнап, үҙ эскизыбыҙға таянып бынан 4 йыл элек йәмәғәт башланғысында эшләнде. Был һәйкәлде 2010 йылдың 4 сентябрендә Беларусиянан, Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалахынан килгән бик күп реконструкторҙар, хәрби-патриотик клубтар, «Өфө пехота полкы” хәрби-тарихи клубы ағзалары ҡатнашлығында тантаналы асыу мәле ҙур тъәҫораттр ҡалдырып хәтерҙә ҡалды.

202 йыл элек, нәҡ ошо урындарҙа 1-се Башҡорт атлы полкы яугирҙары пикеттарҙа торған, ошо урындарҙан француздар тылына рейдҡа ҡуҙғалған. Бына шул һәйкәлгә беҙ пехота дуҫтарабыҙ менән йыл да автобусыбыҙға ултырып килеп, үҙебеҙҙең яугир атай-олатайҙар хөрмәтенә изге доғалар уҡып, салюттар биреп иҫкә алыу йолаһын үтәйбеҙ. Иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булған иптәштәребеҙгә лә ошонда наградаларын тапшырыу матур ғәҙәткә ингән. Бөгөн дә бында тарихсы Рәмил Рәхимов ҡыҫҡаса тарихи мәғлүмәт бирҙе. Имам-хатип Ғиндулла хәҙрәт һуғышта һәләк булып ятып ҡалған яугирҙәр хөрмәтенә вәғәз әйтте. Өфө пехотасыларының бик күп ағзалары тарихи реконструкцияларҙа Башҡортостан намыҫын яҡлап, ошо эшмәкәрлекте республикабыҙҙа әүҙем, тоғро үҫтергәндәре, беҙҙең “1-се Башҡорт атлы полкы - “Любизар” хәрби-тарихи клубы менән берлектә 2011-2013 йылдарҙа ҙур походтарҙа ҡатнашҡандары өсөн клубыбыҙҙың ҙур наградаһы – «Башҡорт халҡының хәрби даны 1812-2012» миҙалына тантаналы шарттарҙа лайыҡ булдылар. Шулай уҡ клубташыбыҙ Мәжит Ибраһимов һәм уның улы Булатҡа 2012 йылдағы юбилей сараларында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн «Бородино һуғышына 200 йыл» иҫтәлекле миҙалы тапшырылды. Һәйкәл тирәһе, башҡорт яугирҙары хөрмәтенә көр тауыштар менән тантаналы әйтелгән беҙҙең «Ура!» тауыштарыбыҙҙан яңғырап торҙо.

Иш янына ҡуш булып, казактар менән дуҫ булып

6 сентябрҙең томанлы иртәһендә Мәжит менән иртүк тора һалып, аттарыбыҙҙы алып ҡайтыу ниәте менән, ҡуйы үлән остарында ялтыраған ысыҡты кисеп билдәле һуҡмаҡтан Беззубовоға турылап киттек. Уҙем менән менәһе атымды йүгәнләр өсөн башҡортсалап үрелгән суҡлы йүгәнемде лә алғанмын. Аттарыбыҙҙа елдереп ҡайтыуыбыҙға Мәскәүҙәге Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкәләтлегенән фотограф Әнүәр Ғәлиев менән Алевтина Крылова исемле йәш кореспондент килеп, беҙҙең янға махсус ебәрелеүҙәре тураһында белдерҙеләр. Башҡаланан килгән ҡунаҡтар менән поход ашын ашап, ҡоротлап сәй эскәс, үҙ-ара ҡабул иткән йола буйынса Александр Иванович һәм Мәжит менән өсәүләшеп йылғала һыу кереп ҡайттыҡ. Һалҡын һыуҙан һуң арыуҙар баҫылып, күңелдәр ҙә көрәйеп китте. 2007 йылдан бирле Бородино яланында һәр саҡ бергә яҡын дуҫ булып граф Чернышев исемендәге Дон казактары хәрби-тарихи клубы етәксеһе, 62 йәшлек Мищенко Александр Иванович беҙҙең лагерҙы эҙләп табып, ҡаршыбыҙҙа ғына урынлашҡан. Беҙ уны яратып Иваныч тип йөрөтәбеҙ. Был казактар менән беҙҙең клуб бер туғандар донья көткәндәй йылдан-йыл татыу, берҙәм мөнәсәбәттә осрашабыҙ. Реконструкция уйындарында атлы атакаларға бер сафта барабыҙ. Шатлыҡтарыбыҙ, яңылыҡтарыбыҙ менән дә иркен бүлешәбеҙ. Быйыл был клубта шөғөлләнеүсе халыҡ та ишәйә төшкән. Унлап йәш егеттәрҙән торған бик теремек, физик яҡтан яҡшы әҙерлекле, оҫта һыбайлыларҙан торған тағы бер йәштәр төркөмөн алып килгәндәр.

Мәскәү өлкәһенең Лыткарино ҡалаһынан килгән дуҫтарыбыҙ беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр, «Братья башкиры» тип хөрмәтләп, ҙур әһәмиәт биреп өндәшәләр. Ике йөҙ йыл элек тә бит беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шулай бергәләшеп-дуҫлашып Мәскәүҙе лә, Европаны ла Француздарҙан азат иткәндәр, бер-беренә «ызнакум», “брат» булышып, яуҙа - яуҙаш, ҡорҙа – ҡорҙаш булғандар. 2013 йылдың октябрь айында беҙҙең клубтар Германияның Лейпциг ҡалаһы янындағы «Халыҡтар һуғышы»ның 200 йыллығына бағышланған халыҡ-ара хәрби-тарихи фестивальдә лә бергәләп ҡатнаштыҡ. Тюрингиялағы Шварца ауылындағы кирха манараһына атылған уҡты һәм манара шарын алтын ялатып тантаналы асыу сараһына ла беҙ был казактар төркөмөн үҙебеҙҙең шатлыҡты бергә уртаҡлашыу өсөн саҡырып алып барҙыҡ.

Шул тантаналарҙа ҡатнашҡан 7 казакка башҡорт халҡының хәрби данын беҙҙең менән мәңгеләштереүҙә ихлас ҡатнашҡандары, ихтибарҙары өсөн, беҙҙең походтарыбыҙҙа йыл һайын яҡшы күршеләр, ышаныслы дуҫ булыуҙарын баһалап, клубыбыҙҙың «Башҡорт халҡының хәрби даны 1812-2012» миҙалдарын тапшырыу ниәте менән беҙ уларҙы бик тә көтә инек. Тантаналы кейенеп, барлыҡ күршеләребеҙҙе лә казактар янына саҡырып, казак дуҫтарыбыҙға лайыҡлы наградаларын тапшырыу өсөн сафҡа теҙеп, бүләкләүҙәр тураһындағы махсус фарманды уҡып, лайыҡлылырға миҙалдарҙы тантаналы шарттарҙа тапшырҙыҡ. Был матур күренеште беҙҙең ҡунағыбыҙ фотограф Әнуәр Ғәлиев кинәнеп фотоға төшөрҙө.

Башҡорттар шәхси конвой яугирҙары

Александр Иванович менән тәғәйенләнгән ваҡытҡа офицерҙар, командирҙар йыйылышында ҡатнаштыҡ. Бындай йыйылыш реконструкция яланында ойошторола. Төрлө ғәскәрҙәрҙең хәрәкәттәре, бурыстары асыҡлана. Дөйөм маневрҙар, уйын барышының планы раҫлана. Беҙгә - ике башҡорт һыбайлыһына ла айырым бурыс тәғәйенләнде. Мәжит менән икебеҙ Рус Амияһының башкомандующие янында шәхси атлы һаҡсылар төркөмөндә хәрәкәт итәсәкбеҙ. Төштән һуң башланып киткән репетиция маневрҙарында иртәгәһе буласаҡ төп сара – 1812 йылғы тарихи Бородино һуғышының кәүҙәләнеше тоҫмалланды. Репетиция ғына булһа ла, был сараны бик күп халыҡ килеп ҡарай. Ялан буйлап ғәскәрҙәр әле тегеләй, әле былай хәркәт итә. Кирасирҙар, гусарҙар, уландар, казактарҙың атлы сафтары елдереп уҙғанда ер һелкенеп торғандай. Аттар ҙа әсе итеп кешнәп ҡуя, атлылар бәрелешкән урындарҙа ҡылыстар сыңлай. Бер нисә тапҡыр ике яҡтан да туптар телгә килеп дөрһөлдәне. Бар ялан буйлап шомло һуғыш еле иҫеп үтте. Был саҡта аттарыбыҙ ҙа кешнәшеп, ҡолаҡтарын ҡайсылап, тояҡтары менән ер сапсырға кереште. Барабан тауышы аҫтында ҡаты баҫып, ҡаршы яҡтан француз пехотаһы күренде. Рустар яғынан, быны ғына көткәндәй, һалдаттар мылтыҡтарын тоҫҡап уларға ҡаршы дәррәү ут аса башланы. Ҡыҫҡаһы,бар ялан хәрәкәткә килде, көтөп алған мәлебеҙ килеп етте.

Бер-нисә көн алдан килеп, сыбар мундирҙарға төрөнөп, тик шул мәлдәрҙе күреү генә түгел, шул хәрәкәттәрҙең араһында ҡайнау теләге барлыҡ хәрби-тарихи төркөмдәр өсөн дә тормошҡа ашты. Барыһына ла, кешеләргә лә, аттарға ла яңынан-яңы һынауҙар башланды… Меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡыйған ғәрәсәтле тарихи һуғыштың  бәләкәй генә спектакле  бөгөн Колочь йылғаһы айырып ятҡан 50 000 кв. метр майҙанды биләгән ике аҡланда тергеҙелде. Бынан 202 йыл элек булған тарихи Бородино һуғышы ысынында иһә, фронт һәм тыл оҙонлоҡтары 8 км һуҙымындағы  асыҡ яландарҙа барған.

Бына 1812 йылдағы Рус Армияһының Башкомандующиен кәүҙәләндереп кейенгән генерал Александр Иванович Валькович ат өҫтөндә ултырған килеш ҡалҡыуыраҡ урында тороп, ихтибар менән яланды байҡай. Бер йомошон адъютантына ҡушһа, уйын ҡыҙған бер мәлдә бер-нисә йомошо минең дә өлөшөмә төштө. Шәхси конвойҙа булыу, командующий артынан тағылып йөрөүҙе генә аңлатмай шул, узең дә уяу, атың да етеҙ, ҡыйыу булыуы шарт бында. Туптар гөрһөлдәп торған ялан буйлап атты алға ҡыуыуы ай-һай, анһат түгел икән. Хәҙер инде дүртенсе йыл рәттән минең менән ошо яланда ҡайнашһа ла, атым «Мерлин» һуғыштың уйын ғынаһы ла ҡурҡыныс икәнен туптар гөрһөлдәүенән йөрәге һурылып һиҙә буғай. Алға барыу өсөн, ирекһеҙҙән ҡамсылап, ҡайыҙлап та алырға туры килә малҡайҙы. Миңә донесениены тәғәйенләнгән гәскәр командирына тапшырып кире әйләнеп ҡайтырға кәрәклеген ат башы ҡайҙан ғына аңлап-белеп бөтөрһөн инде…

Тирә яҡта ҡысҡырыш, атыш, пушкалар гөрһөлдәй, төтөн һәм әленән-әле ер һелкенегә атҡа аяҡ баҫырлыҡ түгел, ул үрәпсей. Бындай мәшхәрҙән мал да үҙенсә ҡотолорға тырыша. Күп уйлап торманым, бер аҙ таныш аттар янында тын алып тынысланһын тип, атымды яҡындағы Ахтыр гусарҙарының сафтары артына баҫтырҙым. Шул мәлдә Ахтырҙар командиры Андрей Дементьев: - Маневр яһаусы француз гусарҙарына ҡаршы атакаға әҙерләнергә, ҡылыстарҙы ҡындан һурырға! Марш! Марш! – тип, команда бирҙе. Аттарыбыҙ керештән ысҡынған уҡ кеүек алға ынтылды һәм француз гусарҙары араһына улар көтмәгән мәлдә бәреп кереп, ҡылыстар сыңлатып, айҡашып бик яҡшы атака яһаныҡ. Бына шулай итеп, «Мерлин» менән алғы һыҙыҡҡа донесение илткән арала, дошман менән йөҙгә-йөҙ ҡарашып, яуҙа ла булып өлгөрҙөм. Үҙ урыныма ҡайтып, бар яланды, уйын барышын оҫта режиссер кеүек күҙәткән Башкомандующийға донесениены үтәүемде белдерҙем, һәм үҙен бик яҡшы күрһәткән ҡыйыу атымды ла муйынынан иркәләп, хуплап алырға онотманым. Бына бер мәлде француздарҙың кавалерияһы беҙҙең яныбыҙға яҡын уҡ килеп етте, ә беҙҙең генералыбыҙ резервта торған уландар төркөмөн уларға ҡаршы атакаға ебәрҙе. Алыш ҡыҙған бер мәлдә француз атлыларының бер нисәүһе бөтөнләй беҙҙең янда урала башлаған ине, Мәжит тә ҡылысын сығарып генералыбыҙҙың алдына уҡ атылып сығып, уны үҙ аты-кәүҙәһе менән ышыҡлап ҡуйҙы. Әлбиттә, тамаша ҡылып ҡарап торған халыҡ өсөн был сыуалыш ысын һуғышта булған хәл кеүек тойолғандыр. Репетицияларҙан һуң беҙгә тағы ла аттарыбыҙҙы үҙ урындарына алып барып ҡуйыу шартын үтәп, хәтһеҙ генә арып шаңҡыған аттарҙы эңер төшөүгә урындарына ҡайтарып килдек. Тәүге һынауҙы яҡшы үттек, аттарыбыҙ за һынатманы.

Киске лагерь үҙенә генә хас бер илаһи тормош менән тын ала, йәшәй. Һәр ҡайҙа ла усаҡтар осҡон үрләтеп, сатырҙап яна. Киске һалҡынса ел таратҡан ҡурылған ит еҫтәре, төрлө тауыштар менән бер-береһен алыштырып яңғыраған һалдат йырҙары, гармун, гитара моңдары… Барыһы ла бында бер бөтөн, ихлас, тәбиғи күренә. Бындағы һиллекте тик күк йөҙөндәге түп-түңәрәк булып тулышҡан Бородино айы ғына көнләшеп тә, һоҡланып та сабыр ғына күҙәтә төҫлө. Шул ай яҡтыһында лагерҙа үҙешмәкәр һәләттәрҙән тупланған бик ҡыҙыҡлы концерт ойошторолдо. Бында минең ҡурай уйнауымды яҡшы беләләр, һәм концерт башланыу менән сығып ҡурай уйнауымды һоранылар. Беҙҙеңсә лә булһын әле, тип “Любизар” көйөн унап ишеттергәс, шатланышып алҡыштар менән оҙаттылар. Бородино яланы шанлы тарих һөйләне

7 сентябрь. Томанлы иртәлә тағы ла аттарыбыҙҙы юрттырып алып килеү менән, буласаҡ реконструкцияға ныҡлап әҙерләнеп, йыуынып, ҡорал-кейемдәребеҙҙе лә барлап ҡуйҙыҡ. Бөгөн барса халыҡ көтөп алған хәрби реконструкция көнө. Төп сара – тарихи реконструкция башланғансы француз һалдаттары булып кейенеп килгән ғәскәрҙәр төркөмө Шевардино ауылы янындағы Бөйөк үле армия иҫтәлегенә ҡуйылған ҙур монумент янына тупланып, ҡорбандар хөрмәтенә баштарын эйә. Рус Армияһын кәүҙәләндереүсе хәрби-тарихи клубтар ҙа генерал Багратиондың ҡәбере янында ҡуйылған Оло Монументҡа килеп тантаналы сарала ҡатнаша. Был саралар тамланып, ҡатнашыусылар үҙ лагерҙарында төшкө ашты ашап бөтөү менән, барыһын да яланға саҡырып борғо тауышы яңғыраны. Был күптән көтөлгән тарихи реконструкцияны башлау билдәһе. Барыбыҙ ҙа, атлылар ҙа, йәйәүле ғәскәрҙәр ҙә саф-саф булып теҙелешеп буласаҡ яу яланы-плацҡа килеп, билдәле урындарыбыҙға тупландыҡ.

Кисәге репетициялар тағы ла ижади байытылып, артиллерия гөрһөлдәүе аҫтында 1812 йылдың иң ҙур ҡанлы бәрелешен хәтерләтеп, Һуғыш спектакле башланып китте. Бар ялан дары төтөнө менән тулды. Меңәрләгән тамашасылар ҙа һиҫкәнешеп, ҡараштары менән бар яланды иңләп, шымып ҡалды. Бөгөнгө сарала яҡтан да ҡорос штыктарын ялтыратып 1500 кешелек пехота сафтары, 20 нән ашыу пушка, йөҙҙән ашыу кавалерия яугирҙары –тарихи бәрелеш спектакленең төп уйынсылары.

Беҙҙең урыныбыҙ Башкомандующий янында. Ул ҡайҙа хәрәкәт итә, беҙ ҙә тирә-яғынан ҡурсалап ҡарап барабыҙ. Ике генә башҡорт яугиры булып атта ултырһаҡ та беҙҙең кейемдәр, башҡа һаҡсыларҙан айырылып, бик йыраҡтан күренеп тора. Мәжиттең аҡ буҫтауҙан үҙе тегеп кейгән сәкмәне бигерәк тә ыҫпай күренә. Арыраҡ, Мәскәү һәм Казан ополчениеһы сафында беҙҙең аҡһаҡалыбыҙ, Ғиндулла Шәйәхмәтов та үҙ урынын тапҡан. Ялан уртаһында бергә тупланған рус пехотаһының бер батальоны составында беҙҙең яҡташтарыбыҙ “Өфө пехота полкы ” хәрби тарихи клубы обер-офицер фмундирын кейгән Рәмил Рәхимов етәкселегендә француздарға ҡаршы хәрәкәт итә. Бөгөнгө тарихи реконструкцияла ҡатнашыу теләге менән Польшанан, Франциянан, Беларусиянан, Рәсәйҙең бик күп ҡалаларынан хәрби-тарихи клубтар килгән. Уларҙың көсө менән француз ғәскәрҙәре, рус армияһы, артиллерия, ауыр һәм еңел кавалерия төрҙәре тупланған. Быйыл хатта, кавалерия төркөмдәре күберәк килгәндәй тойолдо. Һуғыш спектакленең башланып ҡына торған бер мәлендә беҙҙең Башкомандующийыбыҙ беҙгә айырым задание биреп ҡуйҙы. –Башҡорттар! Ана, йылға аша һалынған куперҙең янына барып тирә-яғын күҙәтеү аҫтына алығыҙ. Дошман килә-етә ҡалһа тиҙүк килеп әйтерһегеҙ! Был приказды ишеткәс тә, Мәжит менән икәүләп Рус Армияһының тылында ҡалған, һаҡһыҙ ятҡан күперҙе күҙәтеү өсөн аттарыбыҙҙа елдерҙек.

Генералыбыҙҙың һиҙемләүе дөрөҫ булған, сама менән 20-30 минут үтеүгә француз кирасирҙары йылға аша сырырға ниәтләп, тап беҙ күҙәткән күпер тәңгәленә туплана башланы. Был турала әлбиттә килә һалып генералға доклад бирҙек. Был тарихи дөрөҫлөккә тап килгән эпизодта башҡорттарҙың дозор хеҙмәтендә лә файҙаланыуына ишара бар ине. Беҙҙең әүҙем хәрәкәттәр үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Француз кирасирҙарын йылға аша сығармаҫ өсөн айырым пехота батальоны күперҙе ныҡлы һаҡ аҫтына алып, рустарҙың тылын нығытып ҡуйҙы.

Шул мәлде Семеновское ауылының дошман уты аҫтында янып бөтөүенә ишаралап, макет өйҙәр гөлтләп тоҡанды, ялҡын, ҡара төтөн ҡаралтылар өҫтөндә уйнаны. Ошоно ғына көтөп төрғандай, Рус Армияһы дөйөм атакаға күсте. Был тарихи бородино һуғышы спектакленең кульминацияһы булып күренде. Казактар, уландар бергәләшеп, тупланып француздар сыға алмаған шул уҡ Колочь йылғаһын сығып, Наполеон армияһының тылына уҡ үтеп керҙе. Атыша-атыша сигенеп барған француздарҙың бер өлөшө, айырыуса кавалерия төркөмдәре, ҡамауҙа ҡалды. Ҙур ғәскәр төркөмдәренең маневрҙарына ҡоролған алыштар, әленән-әле шартлап торған пиротехника бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бөгөнгө Бородино яланында барған был саралар «Бородино яланы” дәүләт музей-ҡурсаулығының ойошторолоуына 175 йыл тулыуға бағышланды һәм күңелдәрҙә ғәйәт ҙур тойғолар ҡалдырып уңышлы тамамланды. 1812 йылғы Ватанды һаҡлаусыларҙың һүнмәҫ данын мәңгеләштереү иҫтәлеге булып тарихҡа яҙылды, юйылмаҫ хәтирәләр булып хәтеребеҙгә уйылды. Уйын күп булмай, тиҙәр бит. Тамаша тамамланыу менән, тәү сиратта беҙ аттарыбыҙҙы хужаһына тапшырып ҡайттыҡ. Лагерҙы йыйыштырып, күршеләр-дуҫтар менән ихлас хушлашып, пехота дуҫтарыбыҙ менән автобусыбыҙға тейәлеп, кисләтеп кенә ҡайтыр юлыбыҙға ҡуҙғалдыҡ. Бер тәүлек үтеүгә Өфөгә яҡынлашҡан төнгө юлыбыҙҙы яҡтыртыусы юлдаш булып, Бородино төндәренең тоғро һаҡсыһы – тулған ай ғына, иҫән-һау ҡайтып етеүебеҙгә шатланғандай, беҙҙең менән хәтирәләр һүтеп, көйләп килгәндәй тойолдо.

Ел тарата юрғаларҙың тарап үргән ялдарын. Бер ҡасан да онотмабыҙ олатайҙарҙың данын. Любезники, любизар, маладис, маладис!

Өфө- Бородино- Өфө Сентябрь, 2014 й.