Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
==Бородино яланы куңелдәрҙе яуланы==
 
3-7 сентябрҙә Мәскәү өлкәһенең Можайск райондағы «Бородино яланы» дәуләт музей-ҡурсаулығы биләмәһендә «Бородино көнө-2014» халыҡ-ара хәрби-тарихи реконстукцияреконструкция фестивале утте.
Бында, дөйөм майҙаны 11 мең га ер биләмәләрендә һәр ҡарыш ер хәтер һаҡлай. Һауаһы илаһи ҡөҙрәт менән тулышҡан музей-ҡурсаулыҡ тупрағы 1812 йылда булған тарихи Бородино һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың ҡаны менән һуғарылған. Был ерҙәрҙә бынан 202 йыл элек беҙҙең ата-бабалалыбыҙың да ҡан-тирҙәре аҙ таммаған. 1812 йылдың 26 авгусында (7 сетябрендә) булған Бородино һуғышында 1-се башҡорт атлы полкы ла ҡатнаша. Француздарҙың ҡыҫымы аҫтында Мәскәүгәсә сигенеп килгән Рус армияһының арьергардында был полк атаман М.И. Платов етәкселегендәге Дон казактары корпусында ҡыйыу хәрәкәт итә. Бородино һуғышы барған көндө тарихи һуғыштың уртаһында ҡайнашмаһа ла, Рус Армияһының уң флангыһындағы Маслов нығытмаларында үҙ позицияһын уяу һаҡлай, дошманды тылға үткәрмәү өсөн дозорҙа тора, рейдтарҙа ҡатнаша. Бородино һуғышының иртәгәһе көнөндә позицияларын ҡалдырып, маневр яһаусы Рус Армияһының тылдарында француздар менән бәрелештәргә кереп, уның ихтибарын төп көстәрҙән ситләтә.
 
Башҡорт яугирҙарының үҙҙәренә ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәүҙәрендә тарихсыларҙың да, мемуаристарҙың да һис шиге юҡ. Юҡҡа мыЮҡҡамы ни, башкомандующий фельдмаршал М.И. Кутузовтың нәҡ Мәскәү янындағы һуғыштар өсөн башҡорттарға: “Минең һөйкөмлө башҡорттарым, бик яҡшы һуғышаһығыҙ, маладис!”, тип маҡтап өндәшкән һүҙҙәрен халҡыбыҙ ике тиҫтәнән ашыу йылдар үтһә лә күңеле түрендә ҙур баһа итеп һаҡлай, йырға һалып йырлап йәшәй бит.
Быйылғы фестивальгәфестивалгә әҙерлек клубклубы ағзалары тарафынан йыл һуҙымында барҙы, ҡатнашыу өсөн саҡырыу ҙа ваҡытында килде. Тик финанс ҡытлығын кисереү, ярҙам өмөт иткән бағымсыларыбыҙҙың бөтөнләй беҙҙән бөтөнләй ситләшеүе хәлде бер аҙ ауырлаштырһа ла, беҙ «1-се Башҡорт атлы полкы – “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзалары, был сарала мотлаҡ ҡатнашырға тейешлегебеҙҙе аңлап, маҡсатыбыҙҙан тайпылманыҡ. Ата-бабаларыбыҙ 202 йыл элек нәҡ ошо урындарҙа үҙ эҙҙәрен ҡалдырған, ғәзиз ҡандарын, хәләл тирҙәрен түккән, Ватанды һаҡлар өсөн йәндәрен аямай яуҙарҙа айҡашҡан. Беҙ ҙә үҙебеҙҙе тиңдәр араһында тиң тойоп, ҡамотлаҡмотлаҡ ҡатнашырға, рус ғәскәрҙәре сафтарында үҙ урыныбыҙҙы алырға, ятып ҡалғансы - атып ҡалырға тейешбеҙ, тип маҡсатыбыҙға ынтылдыҡ.
Быйылғы йылдың Рәсәйҙә лә, республикабыҙҙа ла “Мәҙәниәт йылы” девизы аҫтында үтеүе беҙгә ҡулыбыҙҙан, көсөбөҙҙән килгәнсә халҡыбыҙҙың милли мәҙәни үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө өҫтәргә ҡанатландырҙы. Бородино хәрби-тарихи фестиваленә тиклем дә беҙҙең клуб ағзалары ситтән ярҙам алмайынса, май-июнь айҙарында ике тапҡыр Францияға барып, 1814 йылғы Европаны азат итеүгә 200 йыл тулыуға бағышланған халыҡ-ара фестивальдәрҙәфестивалдәрҙә уңышлы ҡатнашты.
Август айында Венгрияның Будапешт һәм Бугац ҡалаларында үткән Бөтөндонья төрки һәм һун халыҡтарының Бишенсе Ҡоролтайында халҡыбыҙҙы лайыҡлы күрһәттек. Был ҙур сәфәрҙәргә барыу өсөн беҙгә хөкүмәт йәки айырым бағымсыларҙың ярҙамы теймәһә лә, беҙ ысынлап та тарихи сығанаҡтарға таянып үҙ ҡулдарыбыҙ менән теккән милли костюмдарыбыҙҙы, ҡурайыбыҙҙы, ҡубыҙыбыҙҙы ғына күрһәтеп тамаша ҡылып йөрөмәйбеҙ, ә халыҡтың бар булмышын, үҙебеҙҙең милли йөҙҙәребеҙ, аш-һыуҙарыбыҙ, аралашыу ҡеүәһе менән дә тиңдәр араһында тиң булып, халыҡ дипломатиияһыдипломатияһы кимәлендә танытабыҙ бит.
Әлеге юлға сығыр ваҡыт еткәс, төрлө сәбәптәр менән, әлбиттә, барырға теләк белдереүселәр һаны ла кәмей төштө, ләкин сафтарыбыҙ бушап ҡалманы, өс башҡорт яугиры сифатында тупландыҡ. Учалы ҡалаһынан килгән Мәжит Ибраһимов, Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов, һәм ошо юлдарҙың авторы, Илдар Шәйәхмәтов ваҡытлыса юл-поход ҡыйынлыҡтарын кисерергә әҙер инек.
Беҙҙең клуб менән бергә шул уҡ фестивальгәфестивалгә тарихсы Рәмил Рәхимов етәкләгән «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клубынан 8 кеше бара. Әҙерлек сараларының иң мөһиме ике клубты ла бер үк ваҡытҡа автотранспорт менән тъәмин итеү. Был бик сетерекле мәсъәләне хәл итеүҙе Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм туризм министрлығының Патриотик тәрбиә биреү үҙәге үҙ өҫтөнә алды. Ҙур булмаһа ла 19 урынлыҡ автобус бирелеүе, һыбайлы башҡорттарҙы кәүҙәләндереү өсөн ике ат алырлыҡ аҡса бүленеүе буласаҡ походтың уңышлы башланыуына өмөт бирҙе. Әлбиттә, пехота полкы егеттәренең поход йыһаздары, әйберҙәре менән бәләкәй автобус салонын тултырып тейәүен кургәс, беҙ һалырға урын булмау сәбәпле, поход тирмәбеҙҙе ҡалдырып китергә ҡарар иттек. Төркөмөбөҙ ҙур булмағас, ҡаҙан, усаҡ яғыу ҡорамалдарын да алып торманыҡ, уларҙы беҙҙең водительдәребеҙводителдәребеҙ хәстәрләгән. 2 сентябрь көндө иң кәрәкле үҙ кейем ҡоралдарыбыҙҙы һәм бер бәләкәй палатка алып юлға ҡуҙғалдыҡ. Беҙҙең өсөн хәҙер бер теләк, иң мөһиме һауа торошо тотороҡло булһын да, атакаларға йөрөргә ике атыбыҙ булһын, ә ҡалған ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡтарға беҙ түҙеп тә,уларҙы еңеп тә өйрәнгәнбеҙ. «Сталкер» ЯСЙ-нең водительдәре Олег һәм Илдар бер-береһен алыштырып, юлда һис бер арыу-талыуһыҙ йөрөткән автобусыбыҙ Өфө-Ҡазан-Түбәнге Новгород-Владимир юлынан Мәскәүгә ҡарай елдерҙе.
3 сентябрь. Бер тәүлек үтеүгә беҙ Мәскәү өлкәһенең Можайск ҡалаһын үтеп Бородино ауылы янына килеп тә еттек. Асыҡ яланда пехота клубын үҙе теләгән урында ҡалдырып, тәүҙә үҙебеҙҙең килеп етеүебеҙ хаҡында белдереү ниәте менән Бородино музейы алдында туҡталдыҡ. Беҙҙе музей етәкселеге исеменән өлкән ғилми хеҙмәткәр Лариса Березовая бик йылы ҡаршыланы. Музейға буш ҡул менән килмәгәнбеҙ, үҙебеҙ менән алып килгән «Ватандаш», «Башҡортостан панорамаһы” журналдарын, Республика Хәрби Дан музейы тарафынан ебәрелгән хатты тапшырҙыҡ.
=== Казактар – шәп күршеләр ===
Тыуған илдән йыраҡта, сит-ят ерҙәрҙә күп хәл-ваҡиға һинең кем менән күршеләш булыуыңдан, уларҙың мәҙәни кимәле һәм рухи зауығынан да тороуын мин инде бик күптән беләм. Был йәһәттән беҙ курше дуҫтарыбыҙҙан ифрат та курше дуҫтарыбыҙҙан уңдыҡ. Беҙҙең килеп урынлашыуыбыҙҙы көткәндәй, иң беренсе булып аҡланда усаҡ ҡорған олпат кәүҙәле Кубань казагы Олег Иванович Яцына дуҫтары менән ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ул Тверь ҡалаһынан. Беҙ уның менән 2011 йылдан бирле яҡшы таныш. Бына әле был күрешеүгә кем нығыраҡ шатланғандыр, иллә мәгәр, миңә яҡын туғандар осрашҡандай булды. Ә инде, юлға сығыр алдынан 84 йәшен тултырған атайымдың, Ғиндулла Ширияздан улының, үҙен бик яҡшы кәйефтә тойоп, 70 йәшлек Олег Иванович менән егеттәрсә күрешеп, бере-беренә итәғәтле өндәшеп һөйләшеүҙәре бер туған ағай-энеләрҙең күрешеүен хәтерләтте.
Һул яҡтан да беҙҙең яныбыҙға Һамар ҡалаһынан үҙенең казактар төркөмөнә баш булып минең куптәнге танышым Филипков Григорий урын алған. Уның менән беҙҙең танышыуыбыҙға ла 7 йыл үтеп киткән. Башҡортостанға, башҡорт халҡына ул гел һоҡланып йәшәүен һис йәшермәй. 2007 йылда уның башҡорттарҙы хөрмәт итеүен белдереп, үҙенең 12 йәшлек бәләкәй ҡыҙын башҡорт яугиры сифатында кейендереп Бородиноға алып килгәне әле лә хәтерҙә.
=== Яугирҙәр етеҙ булғанда яҡшы аттар табыла ===
 
Бына шулай күршеләр менән дә танышып, аяҙ төндө ҡаршыларға әҙерләнгән мәлдә, кеҫә телефоныма Останкино телеүҙәгенең Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы каналынан «Ҙур ил» программаһында ҡатнашыуымды һорап шылтыраттылар. Студия мөдире Фуат Гамидавич Кадимов иртәгәһе көнгә Мәскәүгә килеп студияла башҡорттарҙың 1812 йылда һәм бөгөнгө Бородино уйындарында ҡатнашыуҙары тураһында интервью биреүемде һораны. Форсаттан файҙаланып, бер уңайҙан өсәүләшеп Мәскәүҙе лә күрербеҙ тигән уй менән, башҡорт халҡының хәрби үткәнен, клуб эшмәкэрлеген дә һөйләр өсөн ризалыҡ бирҙем.
Күк йөҙө шундай аяҙ, ай ҙа йөҙөн тулыландырып баҙыҡ нурҙарын төнгө ялан өҫтөнә төшкән ысыҡ тамсыларында балҡыта. Шундай илаһи бер серле тыныслығы менән ҡаршыланы беҙҙе Бородино яланының тәүге төнө. Көнөбөҙ ҙә бушҡа үтмәне, яҡшы кәйеф менән Мәжит Ибраһимов һәм водительдәрводителдәр үҙҙәре алып килгән палаткаларҙа ял итһә, Ғиндулла Ширияздан улы менән мин булғанына шөкөр ҡылып, ҡәнәғәт булып, автобус салонындағы урындыҡтарға ятып серем итеүҙе хуп күрҙек. Ни тиһәң дә беҙ курортта түгел, ә яуға килгән, күпте күреп, күпте кисергән поход яугирҙары!
 
== Дуҫтарыбыҙға – лайыҡлы бүләктәр ==
0

үҙгәртеү

Навигация