Борщ ашына әҙерләмә: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
[[File:Борщ ашына әҙерләмә.jpg|thumb|right]]
[[File:Ukrainian Borscht Ingredients.jpg|thumb|left]]


'''Борщ ашына әҙерләмә'''
'''Борщ ашына әҙерләмә'''

16:37, 22 ғинуар 2017 өлгөһө

Борщ ашына әҙерләмә

Ингредиенттар

  • Сөгөлдөр — 3 кг
  • Кишер — 1 кг
  • Кәбеҫтә — 3 кг
  • Шәкәр — 18 аш ҡалағы
  • Үҫемлек майы — 6 аш ҡалағы
  • Ҡара борос — 10 бөртөк
  • Уксус — 1 аш ҡалағы

Әҙерләү ысулы

Сөгөлдөрҙө, кишерҙе «һалам» формаһында ваҡлап киҫергә.

Кәбеҫтәне лә нәҙек итеп ваҡларға. Шунан ҡоштабаҡта бергә ҡушып, иҙгесләп баҫырға.

3 литрлыҡ банканы ҡыҙған духовкала стерилләп, әҙерләнгән үҫемлек ҡатнашмаһын, баҫҡылап банкаға һалырға.

Шунан 18 аш ҡалағы һыу, 6 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡойорға,

10 бөртөк ҡара борос төшөрөргә. Өҫтөнә 1 ҡалаҡ уксус ҡойорға.

  • Әҙерләмә оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, һуған ҡушмау хәйерлерәк.

«Бай баҡса» тапшырыуында тәҡдим ителде, 08.01.2017.