Бәлеш ҡамыры: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә 3 версиялар күсерелгән: Importing from Incubator
(айырмалар юҡ)

02:37, 24 август 2017 өлгөһө

Бәлеш ҡамыры

Был ҡамырҙы бер ҡабартып алып, аҙна буйы һыуытҡыста тоторға һәм аҙ-аҙлап ҡына алып төрлө эслектәр менән бешерергә мөмкин. Көнө буйы эштә булған, ләкин яҡындарын тәмле итеп һыйларға яратҡан замана хужабикәләренә бик ҡулай.

Ингредиенттары

  • 1 балғалаҡ ҡоро әсетке
  • 3 йомортҡа
  • 1 ҡап аҡ май йәки маргарин
  • 2 балғалаҡ шәкәр ҡомо
  • стакан ярым һөт
  • 1 семтем тоҙ

Әҙерләү

Ҡоро әсеткене аҙ ғына йылы һыуға һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе он ҡушып, туҡырға һәм ҡабарып сыҡҡансы ултыртып торорға.

Аҙаҡ йомортҡаны, тоҙ ҡушып, туҡырға. Йомшаҡ маргарин, шәкәр, йылы һөт ҡойорға һәм ҡабарып сыҡҡан әсеткене һалып, ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫырға.

Йылы урынға ултыртып торорға ла, ҡабарғас, эслек һалып, бешерергә.

Ҡамырҙың артып ҡалғанын, полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.