Йыуаса: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
ә 13 версиялар күсерелгән: Importing from Incubator
 
(айырмалар юҡ)

02:40, 24 август 2017, ағымдағы өлгө

Йыуаса — башҡорт милли аш-һыуы, төрки халыҡтарҙа һәм монголдарҙа таралған.

Һөткә һәм йомортҡаға баҫылған сөсө йә сдобанан (сүпрә нигеҙендә, май, һөт, йомортҡа һ. б. тәмләткестәр ҡушып эшләнгән ҡамыр) әҙерләнә.

Ҡамыр 1 йә 1,5 мм ҡалынлығында йәйелә, яҡтары 5 сантиметрға яҡын булған ромбиктарға киҫелә. Икенсе варианты — ҡамырҙы түңәрәк формаһында йәйәләр һәм 5 см оҙонлоғондағы киҫәктәргә бүләләр.

Иретелгән йә эс майында бешерелә. Сәйгә тәрилкәләрҙә йә вазала бирелә, шулай уҡ һаҡлыҡҡа ла әҙерләнә.

Ингредиенттары[үҙгәртергә]

  • он
  • йомортҡа
  • шәкәр
  • аҡ май
  • тоҙ.

Йолаһы[үҙгәртергә]

Йыуаса туй һәм байрам һыйы булараҡ бешерелә, Ҡорбан, Ураҙа һәм башҡа мосолман байрамдарында балаларға таратыла.

Башҡортостанда «Йыуаса» туй ризығы булараҡ таралған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]